Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үлем сәсә спайс
Үлем сәсә спайсҺуңғы осорҙа йәштәр араһында хуш еҫле үлән ҡатнашмалары (уны спайс тип тә атайҙар) ҡулланыу киң тарала башланы. Табиптар уларҙың һаулыҡ өсөн зарарлы булыуын, хатта кеше организмын юҡҡа сығарыуын да билдәләй. Spice – инглизсәнән тәржемә иткәндә, специя, тәмләткес тигәнде аңлата. Уйлап ҡараһаң, ғәйепһеҙ генә төшөнсә. Бынан ун йыл элек был һүҙҙең насар төшөнсәгә әүерелеп китерен бер кем дә күҙ алдына килтермәгәндер, моғайын.

Ауыр наркотикка оҡшаш яһалма ҡатнашманы Американың химик лабораторияларында уйлап сығаралар һәм үлемдең “яңы” төрөн спайс йәки тарта торған ҡатнашма тип атайҙар. Үлемесле спайс менән мауығыусыларҙы Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында, төпкөл ауыл ерендә лә хәҙер йыш осратырға була. Наркотик һатыусыларға ҡаршы көрәш беҙҙең илдә бара-барыуын, тик үлем менән сауҙа итеүселәр йоҡламай, улар һәр уңайлы ваҡытты, урынды файҙаланып ҡалырға тырыша. Реклама ла һәйбәт эшләй, асфальт юлдарҙа, йорт стеналарында, подвалдарҙа спайс тәҡдим иткән яҙыуҙар осрап тора. Урамда йыш ҡына кәйефе күтәренке, күҙҙәре аҡайған, телдәре көрмәлгән, ғәҙәти булмаған реакциялы үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе осратырға була.
– Спайсҡа бәйле хәл-ваҡиға менән тәүге тапҡыр 2009 йылда осрашырға тура килде. Миңә Төркиәлә ял итеп ҡайтҡан 19 йәшлек ҡыҙҙы алып килделәр, ул бик ярһыу ине. Ялдан һуң самолетҡа ултырғас, ул ҡысҡыра-илай башлаған, тынысландырыу өсөн бер нисә кеше уны хатта тотоп та ултырған. Ҡыҙҙан нимә булғанын һорағас, ул: “Мине үлтерергә уйлайҙар, эҙәрлекләйҙәр, ярҙам итегеҙ!” — тине, – ти Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Александр Беликов. – Тәүҙә ҡыҙҙың психик сире барҙыр тип уйлаһам, аҙаҡ Төркиәлә сәйәхәттә кальян тартҡанын белдем.
Доктор спайстың тәбиғи гашиштан ете тапҡырға көслөрәк һәм хәүефлерәк булыуын, уға кешенең тиҙ арала күнегеүен билдәләй. Тәүҙә был наркотикты ҡулланған кеше тиҙ ҡыҙыусанға әйләнә, яҡшыны ямандан айырыу һәләтен юғалта, аҙаҡ ул кеше булараҡ тулыһынса тарҡала. Тора-бара ундай кешенең йоҡоһо ҡаса, температураһы күтәрелә, йыш ҡына хафалана башлай. Спайстың башҡа наркотиктарға ҡарағанда мәкерлелеге шунда: химик-наркотик яһаусылар уның составын, тышҡы йөҙөн йыш үҙгәртеп тора, шуға ла наркотикка ҡаршы көрәш алып барыусылар ҡушымтаны тыйылған матдәләр реестрына индереп өлгөрмәй. Ә был үҙ сиратында наркодилерҙарға ҡулай ғына. Шуныһы үкенесле: спайсты 10-12 йәшлек балалар ҙа ҡуллана.
Уның тәьҫире һөҙөмтәһендә кеше шизофреник үҙгәреш кисерә, ярһыусан булып китә. Тирә-яҡ мөхиткә, үҙен уратып алған кешеләргә ҡыҙыҡһыныуы кәмей, хатта эшен йә уҡыуын ташлай, үҙен ҡарамай башлай, түбәнселеккә төшә. Спайсҡа буйһонған кеше, ғәҙәттә, бәүелен, оло ярауын контролдә тотмай. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң?
Бөтә бәлә шунда: яһалма канабиоид баш мейеһендәге ҡан тамырҙарын быуыу һәләтенә эйә, ә был үҙ сиратында организмға кислород етмәүгә килтерә. Энцефалопатия үҫешә, ә ул иһә аҡылды зәғифләндерә. Шунлыҡтан ауырыуҙар ихтыяр сифатын юғалта, үҙен ҡулда тота алмай. Бынан тыш фекерләү ҡеүәһе, хис-тойғоһо юғала, бөтә юғары нервы эшмәкәрлеге зарарлана. Аҙаҡ хатта реабилитация үткәндән һуң да кеше әүәлгесә хәленә ҡайтмай, сөнки химик матдәләр баш мейеһенең һулыуына булышлыҡ итә. Шуға ла бындай ауырыуҙар дауаланыуға үтә ауыр бирелә, реабилитацияны ла насар кисерә. Иң үкенеслеһе: ҡайһылары хатта дауаханаға ҡабаттан эләгә.
Александр Беликов билдәләүенсә, спайсты оҙаҡ ҡулланғандан һуң баш мейеһендәге үҙгәрештәр ҡотолғоһоҙ. Кешене был аҙымға нимә илтә һуң? Ни өсөн кеше тиҙ үлем юлына баҫа? Әлбиттә, ҡушымтаның үлемесле һөҙөмтәләре тураһында күптәр хәбәрҙар, уны йәшереп тә булмай, киреһенсә, был турала гәзит-журналдар йыш яҙып тора, телевидение-радио көн һайын тылҡый, Интернет тулы мәғлүмәт. Хәҙер Интернетта алты-ете ай эсендә спайс тартҡан кешенең кемгә әүерелеүенә бәйле ҡот осҡос миҫалдарҙы табырға була. Был насар ғәҙәтте үҙ иткән кешенең телмәре боҙола, әкрен һөйләшә, фекерләүе лә тотҡарлана, тәртибе лә ғәҙәти түгел, аяҡ-ҡулын фалиж һуға, үҙен ҡарай алмай. Бындай ауырыу ғүмеренең аҙағына тиклем туғандары, яҡындары өсөн ғазап һәм һыҙланыуҙар ғына килтерәсәк.
Был үлемесле юлды, нигеҙҙә, баш мейеһендә ниндәйҙер сикләнгән үҙгәреш кисергән кешеләр һайлай, ундайҙар йәмғиәттә үҙҙәрен насар тоя, кешегә ылыға һалмай. Уларға аралашыуы ла ҡыйын, эш тә күңел тыныслығы килтермәй, йоҡоһоҙлоҡтан интегәләр, һәр саҡ хафаланалар. Үҙҙәренең хәл-торошон яҡшы белеп тә, ниңәлер профессиональ табиптарға – психиатрға, психотерапевҡа күренергә ашығып бармайҙар. Киреһенсә, аңды томаландырыусы матдәләр, наркотик ҡулланып, ниндәйҙер эйфория кисерә, тирә-яҡты, хатта бөтә донъяны сағыу төҫтә күрә башлайҙар. Ауырыуҙың тағы ла бер төркөмө бар. Спайсты беренсе тапҡыр ҡулланған кеше тәүҙә ҡоҫа, унан һуң башы әйләнә башлай, ҡул-аяғы ҡалтырай, хатта һыуыҡ тир бәреп сыға, һуңынан ҡаты һыҙланыуға дусар була. Әммә ул, ниндәй генә һыҙланыу кисермәһен, организм ағыулы матдәгә нисек кенә ҡаршы булмаһын, ҡабаттан теге үлемесле ҡушымтаны ҡуллана башлай. Психик буйһоноу тиҙ арала һәм шунда уҡ үҫешә, ә етенсе тапҡырҙан һуң физик буйһоноуға күсә.
Спайс тырнағынан ҡотолоу юлы бармы һуң? Александр Беликов билдәләүенсә, ҡотолоп була, тик оҙаҡ һәм ауыр юл үтергә кәрәк. Ауырыу мөмкин тиклем тиҙерәк профессиональ врачҡа мөрәжәғәт итһә, дауаланыу ҙа еңелерәк үтә. Әлбиттә, наркомандың туғандарының да ярҙамы мотлаҡ.
Самат ҒӘЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512