Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Истәктең данлы улдары
Истәктең данлы улдарыЯңауыл районында Истәк тигән ауыл бар. Ошо матур төйәктә дүрт бер туған ағай-эне Харисовтар донъяға килгән.

Фираз, Фарис, игеҙәктәр Фәнит менән Фәрит педагог һөнәрен үҙ иткән. Был һәләт әсәләренән күскәндер: Ғәзимә апай ғүмере буйы Истәк мәктәбендә уҡытыусы-тәрбиәсе булып эшләгән. Улдарының дүртеһе лә Ҡазан дәүләт педагогия институтын (әле — университет) тамамлай. Бөгөн улар — үҙ һөнәренә тоғро танылған уҡытыусылар.
Өлкәндәре Фираз Харисов хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлап ебәрә. Унан Ҡазан дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетына уҡырға инә һәм артабанғы ғүмерен ошо белем усағы менән бәйләй. Фираз Фәхраз улы — педагогия университетының тәүге проректоры, педагогика фәндәре докторы, профессор, Татарстандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ҡәйүп Насыри исемендәге премия лауреаты. Яҡташыбыҙ уҡыу йортоноң татар теле һәм әҙәбиәте факультетында урыҫ мәктәптәрендә татар телен өйрәтеү кафедраһын ойоштора.
Эшләһәң, эш ҡарышмай, ти халыҡ. Әле Фираздың 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте донъя күргән. Уларҙың араһында тиҫтәләгән монография, утыҙға яҡын дәреслек, методик әсбап, тиҫтәләгән һүҙлек һәм башҡа уҡыу ҡулланмалары бар. Ғилми хеҙмәттәр лингводидактика, дөйөм педагогика, ике теллелек мәсьәләләренә арналған. Шуны ла әйтергә кәрәк: Фираз Фәхраз улы — татар теленә өйрәтеү методикаһы буйынса Татарстанда берҙән-бер фән докторы.
Фарис Харисов иһә — педагогика фәндәре докторы, профессор, Рәсәй белем биреү академияһының мөхбир ағзаһы, Татарстандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, уҡыусыларҙың сәләмәтлеген һаҡлау хаҡындағы фәнни-ғәмәли журналдың баш мөхәррире. Күрҙегеҙме? Бына ниндәй шәхес ул Истәк ауылы малайы!
Үҙ илеңдә олтан булыуы нисек ауыр булһа, ситтә солтан дәрәжәһенә күтәрелеү ҙә ҙур тырышлыҡ, яуаплылыҡ талап итә. Фарис Фәхраз улының үрҙә әйтелгән данлы юлы фәнни эшмәкәрлеген генә сағылдыра. Ә хәҙер биләгән вазифаларына күҙ һалайыҡ: уҡытыусы, директор урынбаҫары, директор, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе, Татарстандың мәғариф һәм фән министры, Мәскәү дәүләт асыҡ университетының проректоры, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Белем биреүҙе үҫтереү институты директоры һәм башҡалар. Туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй конкурсын да ул ойоштороп ебәрҙе.
Ғалим һәм дәүләт эшмәкәре Фарис Харисов — бөгөнгө белем биреү өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләргә арналған байтаҡ хеҙмәт авторы. Монографиялары илдең һәм төбәктәрҙең мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе.
Фәрит һәм Фәнит Харисовтар — юғары категориялы директорҙар. Фәрит — Яңауыл ҡалаһының 1-се мәктәбенә, Фәнит Ҡазандағы 15-се татар гимназияһына етәкселек итә. Ошо ике уҡыу йортоноң, тап игеҙәктәрсә, бер үк йылда илдә иң яҡшы мәктәптәр исемлегенә инеүе һәм Рәсәй Президентының бер миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булыуы директорҙарҙың тырыш хеҙмәте хаҡында һөйләй.
Ватан дидактикаһына ҙур өлөш индергән дүрт ағай-эне — бер туған Харисовтарға һоҡланмау мөмкин түгел. Уҡытыусылар көнө менән һеҙҙе, хөрмәтле хеҙмәттәштәр!
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогика фәндәре докторы,
БДУ профессоры.
Яңауыл районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509