Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙгәрештәр кем файҙаһына?
Беҙ бөгөн осһоҙ-ҡырыйһыҙ реформалар солғанышында йәшәйбеҙ. Айырыуса пенсия системаһындағы әлегә аңлашылып бөтмәгән яңылыҡтар, оҙайлы үҫеш программаһы йәшен дә, ҡартын да ҡыҙыҡһындыра.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә пенсия системаһының оҙайлы үҫеш стратегияһына арналған видеоконференцияла Рәсәй Пенсия фонды идараһы рәйесе Антон Дроздов журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Рәсәй закондары пенсияңды арттырыу, ҡартлығыңды лайыҡлы ҡаршылау өсөн күп мөмкинлектәр аса, барыһы ла үҙ ҡулығыҙҙа, тигән саҡырыуҙарҙы аҙ ишетмәнек. Киләсәк менән нисек идара итергә?
Пенсия системаһының оҙайлы үҫеш стратегияһы тип аталған проект, Рәсәй Президентының Указына ярашлы, төрлө ведомстволар ҡатнашлығында эшләнгән. Проекттың положениелары хаҡында юғары даирәләрҙә лә, киң мәғлүмәт сараларында ла дәррәү фекер алышыу дауам итә.
Әле илдә ҡартлыҡ буйынса пенсияның уртаса күләме — 9,7 мең һум. 2002 йыл менән сағыштырғанда 2,7 тапҡырға артҡан тигән һүҙ. Проект өҫтөндә эшләүселәр фекеренсә, тармаҡта хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә күп әле. Мәҫәлән, хеҙмәт пенсияларының күләмен социаль яҡтан ҡулай кимәлдә тотоу өсөн страховка сығанаҡтарының етерлек булмауы, страховка иғәнәләрен түләүселәр һаны кәмеүе һәм пенсия алыусыларҙың артыуы, финанс институттарының үҫешмәүе һәм башҡа мәсьәләләр борсоуға һала.
Пенсия хоҡуҡтарын формалаштырыуҙа ниндәй принциптарға өҫтөнлөк биреләсәк? Тәү сиратта эш биреүсенең күпме страховка иғәнәһе күсереүе, кешенең хеҙмәт стажы һәм хаҡлы ялға сыҡҡандағы йәше иҫәпкә алынасаҡ. Иң бәләкәй пенсия пенсионерҙың йәшәү минимумынан кәм булмаҫҡа тейеш. Яңы пенсия системаһы өс кимәлдәге моделдән тора. Тәүгеһе — страховка иғәнәләре иҫәбенә барлыҡҡа килгән хеҙмәт пенсияһы (40 йыл хеҙмәт стажы булғанда пенсияғыҙҙың күләме уртаса эш хаҡының 40 процентын тәшкил итәсәк). Корпоратив пенсия — эш биреүсе менән шәхси хеҙмәт йәки коллектив килешеүе нигеҙендә барлыҡҡа килгән пенсия. Шәхси пенсия хеҙмәткәр тарафынан ирекле рәүештә булдырыла.
Стажың ни тиклем ҙурыраҡ — пенсияң да шунса мулыраҡ буласаҡ, ти проектты әҙерләүселәр. Ҡағиҙә шуға нигеҙләнгән: 20–25 йәштә эш башлаған ҡыҙ һәм егеттәр 60–65 йәштәрҙә 40 йыллыҡ хеҙмәт стажын туплап өлгөрә, уларҙың хаҡлы ялдағы уртаса ғүмер оҙайлығы 20 йыл тәшкил итәсәк.
Видеоконференцияла ҡатнашыусылар тарафынан һорауҙарҙың ифрат күп һәм урынлы булыуы ғәжәп түгел. Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөк, әсәлек осоро, ир-егеттең армия хеҙмәте стажға индерелмәй? Ни өсөн бынан ун йыл элек булдырылған пенсияның тупланма өлөшө үҙен аҡламаны? Эш биреүсе корпоратив системаға түләһен өсөн ниндәй дәртләндереү сараларын тәҡдим итергә мөмкин? Стратегияла билдәләнеүенсә, пенсияға сығыу йәше үҙгәрешһеҙ ҡала — ҡатын-ҡыҙ өсөн — 55, ир-ат өсөн — 60 йәш. Әммә стаждың арттырылыуы үҙе үк пенсияға сығыу мәлен артҡараҡ күсерә түгелме?
Стратегияның төп йүнәлештәре тариф-бюджет сәйәсәтен камиллаштырыуҙы, ваҡытынан алда пенсия түләү институтын үҙгәртеп ҡороуҙы ла күҙ уңында тота. Ҡайһы бер эш биреүселәрҙең һаулыҡ өсөн зарарлы һәм хәүефле хеҙмәт урындарын ҡыҫҡартырға ашыҡмауы билдәле, сөнки хеҙмәткәрҙәр пенсия фонды бюджетының дөйөм килеме иҫәбенән льготалы пенсия ала. Хаҡлы ялға ваҡытынан алда сығыусылар араһында ауыр хеҙмәт һөҙөмтәһендә сәләмәтлегенә бер ниндәй зарар килтерелмәгән, әммә һөнәрҙәре 1-се һәм 2-се исемлеккә (зарарлы һәм хәүефле) индерелгән кешеләр күп. Әле Рәсәйҙә пенсияға ваҡытынан алда сыҡҡан һәм эшләп йөрөгән 2,4 миллион кеше иҫәпләнә.
Яңы системаға күсеү осоронда хеҙмәт пенсияһын иҫәпләү норматив стаждан сығып билдәләнәсәк. Киләсәктә, демографик хәлде күҙ уңында тотоп, хеҙмәт стажы оҙайлығын хоҡуҡтар һәм йөкләмәләр нигеҙлеген тәьмин итеүсе кимәлгә (40 йыл буйы страховка иғәнәләре түләү шарты менән) еткереү ҡарала.
Хаҡлы ялға сығырға ваҡыт етеп тә эшләргә теләк белдереүсе һәм пенсия тәғәйенләүҙе кисектереүсе граждандарҙы дәртләндереү, ҡыҙыҡһындырыу саралары ла тәҡдим ителеүе мөмкин. Хеҙмәткә түләүҙәр кимәленән сығып, эшләүсе пенсионерҙарға пенсия түләү буйынса аныҡ механизм эшләнәсәк.
Тармаҡтағы тәрән, ҡатмарлы үҙгәрештәрҙең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын, Рәсәйҙәге һәр ғаиләгә ҡағылыуын иҫәпкә алып, алдағы һандарҙың береһендә ошо мәсьәләгә йәнә әйләнеп ҡайтмаҡсыбыҙ. Күҙәтеп барығыҙ, Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров проектҡа аңлатма бирәсәк, уҡыусыларыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ҡайтарасаҡ.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513