Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡартлыҡ өсөн йәшлек яуаплы
Һуңғы осорҙа өлкән йәштәгеләргә социаль сәйәсәттең йөҙ менән боролоуы күңелдә өмөт сатҡыһы уята. Ололарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бихисап республика программаларының барлыҡҡа килеүе, белем алыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу, туризм һәм медицина өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеүҙең яҡшырыуы — шуға асыҡ миҫал.

Бынан бер нисә йыл элек инвалидтар һәм хаҡлы ялдағылар өсөн социаль туризм ойоштороу мөмкинлеге тураһында ишетеп тә белмәй инек. Хәҙер ялдың был төрө ололарҙа ғәжәпләнеү ҙә, икеләнеү ҙә тыуҙырмай. Тәүге аҙымдар социаль сәйәсәттең дөрөҫ йүнәлештә барыуын раҫланы. 2011 йылда яңы программаға 30 миллион һум һалынһа, быйыл 50 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, яҡын йылдарҙа был һандың 100—120, хатта 150 миллион һумға еткерелеүе мөмкин, ошо йылдың аҙағына тиклем программала 6500-гә яҡын пенсионер һәм инвалидтың ҡатнашыуы көтөлә.
Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты программаһы ла күптәрҙең күңеленә хуш килде. Хаҡлы ялға сыҡҡандарҙың да замандан артта ҡалғыһы килмәй. Хәйер, өҫтәмә белем алыу бер ваҡытта ла бер кемгә лә артыҡ түгел, өҫтәүенә был аралашыу, яңы дуҫтар табыу өсөн бик һәйбәт сара. Быйыл ошо маҡсатҡа 8,8 миллион һум аҡса бүленде. Йыл да 15 мең граждан үҙен ҡыҙыҡһындырған өлкә буйынса белем аласаҡ. Компьютерҙа өйрәнергә теләүселәрҙең күплеге асыҡланды, сит телдәрҙе үҙләштереү курстарына йөрөүселәр ҙә байтаҡ. Ғөмүмән, өлкәндәрҙе ҡыҙыҡһындырмаған бер өлкә лә, тармаҡ та юҡ бөгөн. Хоҡуҡ һәм финанс ғилеме, баҡса үҫтереүҙә яңы технологиялар, ғаилә психологияһы нигеҙҙәре, күп ҡатлы йорттарға идара итеү серҙәре — ололар барыһы хаҡында ла белергә, өйрәнергә теләй. Әйткәндәй, халыҡ университетын тамамлаусылар алған белемдәрен тормошта ҡулланырға ынтыла. Мәҫәлән, ҡайһы берҙәре социаль-көнкүреш салондарында эшләп, аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған, ишле ғаиләләргә төрлө кәрәкле хеҙмәттәр күрһәтә.
Ҡартлыҡта ла борсолмай, яҡшы шарттарҙа йәшәү, хоҡуҡтарыңдан тулыһынса файҙаланыу мөмкинме? Оло йәштәгеләрҙең медицина һәм социаль хеҙмәттәргә ихтыяжын тулыраҡ ҡәнәғәтләндереү өсөн тағы нимәләр эшләргә мөмкин булыр ине? Әле халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәре “мобиль бригада”, “социаль поликлиника”, “реабилитация ҡорамалдары менән хеҙмәтләндергән прокат пункты”, “тәрбиә мәктәбе”, “социаль такси” кеүек хеҙмәттәрҙе йәйелдереү тәңгәлендә эшләй.
Социаль поликлиника хеҙмәтенән алыҫ, төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе 25,7 меңгә яҡын кеше файҙаланырға өлгөрҙө, быйыл алты айҙа 356 кеше ярҙам алды. Ололар өсөн йыш ҡына мәрхәмәтлек акциялары ойошторола, волонтерҙар хәрәкәтенең йәнләнеүе һиҙелә.
2012—2013 йылдарҙа “Башҡортостан Республикаһында өлкән йәштәгеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу” программаһын тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Иң мөһиме — йәмәғәтселектә оло быуынға мөнәсәбәтте, уй-фекерҙе тамырынан үҙгәртеү кәрәк. Уларҙы эшкә һәләтһеҙ, социаль ярҙамға мохтаж ҡатлам рәүешендә түгел, ә әүҙем тормошҡа, оҙайлы ғүмергә ынтылып йәшәгән, мул аҡылға һәм тәжрибәгә эйә быуын итеп ҡабул иткәндә барыбыҙ ҙа оторбоҙ. Ҙур сынығыу үткән өлкәндәр беҙҙең өсөн алыштырғыһыҙ ҡиммәтле ресурс та, бары уны дөрөҫ, аҡыллы файҙаланыу шарт. Ҡарттар үҙҙәрен кәрәкһеҙ тоймаһын һәм үҙ урынын таба алмай йонсомаһын өсөн уларҙың мәнфәғәтен кем яҡларға бурыслы? Һүҙ ҙә юҡ, ҡартлыҡ өсөн йәшлек яуаплы.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518