Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Памперстарҙың зарары юҡ
Хәҙерге заман әсәйҙәре подгузник, памперс тип йөрөтөлгән сабыйҙар өсөн бик кәрәкле гигиена әйберҙәренән башҡа бала үҫтереү мөмкинлеген белмәй. Ә бит бынан 20-30 йыл самаһы элек ҡатын-ҡыҙҙарҙың ошондай уңайлы әйберҙәр хаҡында ишеткәне лә булманы.

Бәлки, шуғалыр ҙа ҡайһы бер өләсәйҙәр уларҙың сабыйҙар сәләмәт­леге өсөн зарарлы булыуын раҫларға тырыша. Шул уйҙырмалар­ҙың бер нисәһен ҡарап үтәйек.

1. Подгузниктар эсендә “быу тәьҫире” барлыҡҡа килеү һөҙөмтә­һен­дә сабыйҙың тән температураһы күтәрелә, тән ағзалары ныҡ йылына. Малайҙар сәләмәтлеге өсөн был айырыуса зарарлы, хатта түлһеҙлек­кә килтереүе ихтимал.

Был фекер дөрөҫ түгел, тип иҫәпләй табиптар һәм эксперттар. Тикшеренеү­ҙәрҙән күренеүенсә, подгузниктың өҫкө яғы еүеш булғанда ғына, быуланырға мөмкин. Хәҙерге заманса памперстар­ҙың үҙенсәлеге шунда: уның бала тәненә тейеп торған эске ҡатламы, үҙе аша дымды үткәреп, оҙаҡ ваҡытҡа ҡоро ҡалыу үҙенсәлегенә эйә. Ваҡытында подгузникты алмаштырырға онотмағыҙ.

2. Памперстың ҡамасаулауы һөҙөмтә­һендә сабыйҙың быуындары дөрөҫ үҫешмәүе, ә аяҡтары кәкре үҫеүе ихтимал.

Эксперттар был фекерҙе лә кире ҡа­ға. Ысынында, памперстар сабыйҙың аяҡ­тары дөрөҫ үҫеүенә ярҙам ғына итә, хатта янбаш-бот быуыны дисплазияһы сирен иҫкәртеүгә булыша, тип иҫбатлай­ҙар.

Әммә өләсәйҙәрҙең түбәндәге фай­ҙа­лы кәңәштәрен һис тә инҡар итеп булмай.

Бала тәүлек әйләнәһенә памперста йөрөргә тейеш түгел. Көнөнә кәм тигәндә ике-өс тапҡыр унан арындырып, 20-30-ар минут ял ойоштороғоҙ. Һауа ванналары ла сабыйға файҙалы.

Әгәр ҙә памперсҡа аллергия билдә­ләре күҙәтелһә, уның маркаһын алыштырығыҙ.

Подгузниктарҙы йыш алмаштырып тороғоҙ. Баланың бер үк памперста өс сәғәттән дә ашыу булыуына юл ҡуймағыҙ.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: ivetta.ua


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523