Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙгә баланың күңел тыныслығы бик ҡиммәт”

Нескә ҡыҙҙарға ауыр штанга ниңә кәрәк?

Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Айҙар Флүр улы Яруллин менән 9-сы балалар йортоноң иркен яҡты спорт залында осраштыҡ.

– Ауыр атлетика буйынса юниор­ҙар араһында үткәрелгән Рәсәй беренсе­легенә әҙерләнәбеҙ, – тине ул, залда штанга күтәреү менән шөғөлләнгән спортсыларға ымлап. – Янна – Иҫке Оскол, Ксения Владимир ҡалаларында үткә­релгән ил ярыштарынан уңыш ме­нән ҡайтты. Ә беҙҙең Антон Домрачев, ауыр атлетика буйынса Баш­ҡортостан һәм Рәсәй ярышта­рының күп тапҡыр призеры, хаҡын­да әллә күпме һөйләргә була. Ҡаҡса ғына кәүҙәле малайҙан шундай баһадир, үҙ-үҙенә ышанған, көслө спортсы сығыр тип кем уйлаған?

Тренер тәрбиәләнеүселәренең ҡаҙа­ныштары менән ғорурла­ны­уын йәшермәй. Ошо балалар йортонда үҫеп, уҡып сыҡҡан үҫмер­ҙәрҙең бөгөн спорт колледжында белем алыу менән бергә ил кимә­лендә уңыштар яулауы, награда­ларға лайыҡ булыуы башҡалар өсөн дә яҡшы өлгө. “Ҡыҙҙарға спорт мастеры исемен яулауға ла бер нисә генә аҙым ҡалған, бер аҙ тырышһаҡ, уныһын да булды­рырбыҙ”, – тип, Айҙар Флүр улы үҙҙәренең көндәлек хеҙмәт, ны­ҡыш­малылыҡ менән яуланған приздар, кубоктар, миҙалдар һаҡлан­ған иң “бай”, күркәм бүлмәләренә саҡырҙы. Ысынлап та, дүрт йыл дауамында әллә нисә шкаф кәштәләрен тултырып, күҙ яуын алып, килеүселәрҙең иғтибарын яулаған еңеү бүләктәре һәр кемде хайран ҡалдырырлыҡ.

– Балалар йорто тәрбиәһенән күптән айырылһалар ҙа, төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы, эшләүсе балаларыбыҙ ошо спорт залында осрашыуҙы тра­дицияға әүерелдерҙе. Ғөмүмән, бәләкәй саҡтарынан спортҡа ылыҡтырырға тырышыуыбыҙ юҡҡа булманы, – ти оло йорттоң хужабикәһе, балалар йорто директоры Венера Хажиәхмәтова. – Спорт бит, ҡыйыулыҡ, ныҡышмалылыҡ тәрбиәләүҙән тыш, бик тә мөһим сифат – дисциплинаға күнектерә.

Айнығас, әсәләрҙең дә иҫенә төшә

Уҡыу программаһын үҙләште­реүҙән тыш, балалар бейеү, тегеү, йорт эштәре түңәрәктәрендә, бокс, мини-футбол, пионербол, каратэ секцияларында шө­ғөлләнә. Венера Закуан ҡыҙы әйтеүенсә, балаларҙың йәшәйешен ғаилә тормошона яҡынайтырға тырышыу өсөн күп хеҙмәт һалынған. Бында һәр бала үҙен тыуған йортонда итеп тойһон, бүлмәһен яратып, ҡәҙерләп тотһон, биҙәһен өсөн мөм­кинлектәр тыуҙырылған. 15 йыл тәрбиәсе булып эшләгән Ольга Рыхлицкаяның фекеренсә, балаға ете йәштән 18-гә тиклем бер бүлмәлә, бер үк тәрбиәсе ҡарамағында йәшәү уңайлы ла, рәхәт тә.

– Һәр береһен биш бармағың­дай белгәс, аңлашыуы ла, дәрес әҙерләүе лә, төрлө көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүе лә еңел. Бүлмәләребеҙгә күҙ һалығыҙ: улар ҙа бит бер иш түгел, һәр кем уға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәгән. Бала­ларға килгәндә, бөтәһе лә бына тигән, үҙ-ара мөғәмә­ләләре һәйбәт, яҡшы уҡыйҙар, гаджеттарҙан файҙалана беләләр. Һәр береһе бөхтә кейенергә ярата, малайҙар заманса сәс прическаларына өҫтөнлөк бирә. Яратҡан шөғөлдәре лә етерлек.

Шуныһы мөһим: намыҫы уянып, балаһы янына хәл белергә килгән ата-әсәләре менән арала­шыуҙарын хуплап, осрашыуҙарын йылы итеп ойошторорға ярҙам итәбеҙ. Ҡайҙалыр яҡын кешең булыуы, һағынып көтөүе сабыйҙа өмөт уты уята, яҡшылыҡҡа ышаныс тыуҙыра, беҙгә баланың күңел тыныслығы бик ҡиммәт, – ти тәрбиәселәр.

Кескәйҙәр йөрәгенә юл һалыу – иң ауыры

Оло ғаиләләге татыулыҡты ла, матурлыҡты ла етемдәргә күңел йылылығы йәлләмәй биргән талапсан, әммә һиҙгер йөрәкле педагогтар, тәр­биәселәр тыуҙыра. Ошонда тиҫтә йылдан ашыу эшләгән Закира Вилданова менән 45 бала йәшәгән ҙур ғаиләнең мәшә­ҡәттәре, һөйөнөс-көйөнөстәре хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашабыҙ.

– Ҡыҙығы ла, ҡыҙғанысы ла йәнәш йөрөй, – ти Закира Закир ҡыҙы, – бынан бер нисә йыл элек 12 йәшлек ҡыҙ баланы приюттан беҙгә килтерҙеләр. Уның менән һөйләшә-һөйләшә яҡынайып киттек. Бер саҡ ул үҙенең бында килеп юлыҡҡанына ҡәнәғәтлеген белдереү менән бергә ас ҡалыуҙан ҡурҡыу тойғоһонан ҡотола алмауын да әйтеп ысҡындырҙы. Беҙҙә туҡланыу бик яҡшы, имен иҫәпләнгән ғаиләләрҙә лә әле балаһын көнөнә алты тапҡыр ашатып, балансланған меню тәҡдим итеп ултырыусылар һирәктер. Ифрат ауыр тойғо ҡалдырҙы был икәүҙән-икәү серләшеү. Әле ошо ҡыҙ үҫеп етеп, балалар йортонан осоп сыҡты. Нефть университетында финанс факультетында уҡып йөрөй. Уға тиклем Ҡазанда белем алып, парикмахер, ашнаҡсы, визажист һөнәрҙәрен үҙләштерҙе.

Йәнә бер миҫал. Бала табыу йортонда уҡ ата-әсәһе баш тартҡан Русланыбыҙ, нефть университетын тамамлап, Баҡы ҡалаһына эшкә китте. Иҫән-һау йөрөүен, яҡшы кешеләргә генә юлығыуын теләп торабыҙ, ә һәр ваҡыт лидерлыҡты тотҡан Дианабыҙ иҡтисадсы һөнәрен алғандан һуң, тормошҡа сыҡты. Ғаиләһе бына тигән. Атаһы менән дә бәйләнеш тотҡанын, аралашҡанын ишетеп ҡыуанабыҙ.

Беҙҙә бер ғаиләнән икешәр, өсәр бала тәрбиәләнгән осраҡтар ҙа етерлек. Быйыл педагогия университетының финанс факультетын тамамлаған отличник Соломондың тағы ла ике туғаны беҙҙә тәрбиәләнде. Ҡустыһы – колледжда. Аҡыллы, зирәк, тыңлаусан, ололарса уйлап эш итеүсән балалар… Мин етәкселек иткән төркөмдәге өс бала IX класты тамамлағандан һуң артабан уҡыуҙарын дауам итергә теләк белдерә: береһе – тәрбиәсе, икенсеһе – автомеханик, өсөнсөһө яҙмышын спорт менән бәйләргә уйлай. Һәр береһе беҙҙән ҡанатланып, дәрт алып, үҙ юлын тапһын өсөн айырылышҡас та контролде юғалтмайбыҙ. Улар өсөн иң ауыры балалар йортоноң йылы, ышаныслы, ҡурсалап тороусы стеналарын ташлап киткәндән һуң башлана.

Ҡыҙ һәм улдарыбыҙҙы кейендереп, кәрәк-яраҡ биреп оҙатабыҙ, ятаҡтарға урынлаштырырға, тәүге мәлдә аҙыҡ-түлек алырға ярҙам итәбеҙ.

Эскесе атай-әсәй ҙә ҡәҙерле

– Ҡайһы бер балаларҙың әсә­ләре төрмәлә. Срогы тулып сыҡ­ҡан­дарын эшкә урынлаш­тырырға, документтар әҙерләргә ярҙам итәбеҙ, – тип һүҙҙе дауам итә Венера Закуан ҡыҙы. – Әсәлек хоҡу­ғынан мәхрүм ителгәндәрҙең хоҡу­ғын кире ҡайтарыу, әлбиттә, еңел түгел. Ике яҡтың да үҙ өҫтөндә эш­ләүе, теләге кәрәк. Ошо йәһәт­тән Артемдың яҙмышы ла ғибрәт­ле. Малайҙың әсәһен һағыныуы, юҡһы­ныуы даръялай ашҡанлығын тоябыҙ.

Әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән ҡатындың ихтыяр көсө етеңкерәмәй, тәғәйен эш урыны ла юҡ. Һөйләшә торғас, районда йәшәгән әсәне баш ҡалала эшкә урынлаштырҙыҡ. Бәхетенә күрә, оҙаҡла­май һәйбәт кешегә тормошҡа сыҡты. Үтә ҡатмарлы суд процестарын үтеп, әсәлек хоҡуғын ҡайтарттыҡ. Бала менән әсә бик тә бәхетле бөгөн, хәбәрләшеп торабыҙ.

Тағы ла бер әсә, төрмәнән сыҡ­ҡандан һуң балаларға булған хо­ҡуҡ­тарын тергеҙеп, ике малайын да беҙҙең учреждениенан үҙ эргәһенә алды. Һәйбәт ғаилә мөхитенә яңынан әйләнеп ҡайтҡан балаларҙың яҙмышына ҡушҡул­лап ризабыҙ, селпәрәмә килгән тормоштоң тергеҙелеү бәхетенә шатбыҙ. Иң ҙур һөйөнөсөбөҙ тап ошо ваҡиғалыр ҙа. Тиҫтәгә яҡын сабыйҙы яңынан ғаиләле итеүгә өлгәштек. Ниндәй генә камил закондар яҙылмаһын, ниндәй генә тәмле-татлы ризыҡ, затлы кейем менән алдаштырмайыҡ, эскесеме ул, төрмәлә ултырамы, бала өсөн атай-әсәйҙән дә ҡәҙерле, яҡын кеше юҡ. Мин быға күптән инанғанмын.

Наҙ һәм һөйөүгә генә мохтажлыҡ бар

Компьютер уйындарына мөкиббән киткән Сәмир менән виртуаль донъя, балалар йорто тормошо, дуҫ-иштәре хаҡында әңгәмәләшәбеҙ. Уның был йортҡа эләккәненә бер ай ғына, әммә аралашырлыҡ иптәштәр, яратҡан шө­ғөлдәр табырға өлгөргән. Өфөлә вузда уҡыған ағаһы үҙенең эскесе ата-әсәһе өҫтөнән ялыу менән опека органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Һеңлеһе менән ҡустыһының ас-яланғас, эт тормошо шарттарында йәшәүен күреп һыҙланған үҫмерҙең сыҙар әмәле ҡалмаған, күрәһең. Әле лә туғандарының хәл-әхүәлен белешеп, килеп тора, ти тәрбиәселәр.

– Бер ваҡыт миңә: “Рәғиҙә Ям­ғинуровна, һеҙгә бер егет килгән, беренсе ҡатҡа төшә һалығыҙ”, – тип шылтыраталар. Төшһәм, аптырап киттем, бынан ун йыл элек беҙҙән Яңауылдағы коррекцион мәктәпкә киткән егетебеҙ ҡулына сәскәләр, “Рафаэлло” кәнфите тотоп, ихлас йылмайып тора. Техникум тамамлаған, фатир алған, туйына ла саҡырыр әле...

Әйткәндәй, балаларыбыҙға бик яҡшы фатирҙар биреп, ҡыуандырып торалар. Никах, бәпәй туйҙарынан ҡалдырмайҙар, – тип һөйөнә ошо йортта 20 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә биргән Рәғиҙә Кәшәфетдинова.

– Балалар йортона бағыусылар ин­дергән ярҙам хаҡында ла әйтмәү мөмкин түгел. Һәр байрам һайын сабыйҙарҙы ҡотлап, бүләктәр, тәмле-татлы ризыҡтар менән күмәләр, бер үтенесе­беҙҙән дә баш тартмайҙар, – ти етәксе Венера Закуан ҡыҙы. – Бынан тиҫтә йыл самаһы элек эш башлаған мәлдә “Икеа” компанияһына йыһаз биреүҙәрен һорап барғас, бер һүҙһеҙ ярҙам итергә булдылар. Тимер кара­уаттарҙы, тумбочкаларҙы заманға ярашлыһына, яҡшырағына алмаштырҙыҡ, матур тәҙрә пәрҙәләре эленде, келәмдәр түшәлде, бүлмәләребеҙ әкиәт донъяһына әүерелде.

Сабыйҙарҙы аҙ ғына булһа ла бәхетлерәк, көләсерәк итеү өсөн барыһын да эшләгән етәксе­ләргә, хеҙмәткәрҙәргә, бағыусыларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.

Беҙ барыбыҙ ҙа өҫтөбөҙгә ниндәй ҙур яуаплылыҡ алғаныбыҙҙы аңлайбыҙ. Бында кескәйҙәрҙе ныҡ яратҡан, һиҙгер күңелле, бай рухлы кешеләр генә эшләй һәм сабыйҙарҙы йылыта ала.

Мин үҙем дә иртән сәғәт 6-сы яртыла уяныу менән, оҙаҡламай 45 баланың да йоҡонан тороп, иләүҙәй ҡуҙғығанын күҙ алдыма килтереп, Жуков ҡасабаһынан әллә ҡайҙа ятҡан Черниковка биҫтәһенең Ҡулса урамындағы оло ғаиләмә ашығам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 706

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 159

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 488

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 144

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 152

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 125

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 147

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 126

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 162

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 217

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 199

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 216