Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өлгөргәнлеккә һынау
Өлгөргәнлеккә һынауБерҙәм дәүләт имтиханына әҙерһегеҙме?
Башҡортостан Мәғариф министрлығының белем сифатын баһалау һәм Берҙәм дәүләт имтихан бүлеге начальнигы Зәки Дамир улы Мырҙағәлиндең эш телефонына тынғы юҡ: берәүһенә яуап биреп, трубканы һалып өлгөрөү менән йәнә шылтыратыу... Һәр һөйләшеүҙе диҡҡәт менән тыңлап, дәфтәреңә теркәп алып ултырһаң да гәзит өсөн мәҡәлә буласаҡ тигән һүҙ. Бөтә һорауҙар ҙа ғәм халыҡты борсоған быйылғы Берҙәм дәүләт имтихандары тураһында.
— Ҡыҙым быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырһа, былтырғы имтихан һөҙөмтәләре юҡҡа сыҡмаҫмы? — тип һорайҙар телефон сымының теге осонда.
— Юҡ, юғалмай. Имтихан һөҙөмтәләренең ҡайһыһы яҡшыраҡ, шуныһын һайлай алаһығыҙ, — тип йыуата әсәне Зәки Дамир улы.
— Улым имтихандарҙың береһен алыштырырға теләй. Һуңламаныҡмы икән? — тип хафалана икенсе бер әсәй.
— Үкенескә ҡаршы, һуңғараҡ ҡалғанһығыҙ. Ҡағиҙә буйынса, балағыҙ 1 мартҡа тиклем ниндәй фәндәрҙән имтихан бирәсәген хәл итергә тейеш ине. Әгәр ҙә инде ниндәйҙер етди сәбәп була ҡалһа (мәҫәлән, хәрби юғары уҡыу йорттарының береһенә инергә уйлап, сәләмәтлеге буйынса медицина тикшереүен үтә алмаһа), имтихандар башланырҙан бер ай алда, йәғни 28 апрелгә ҡәҙәр, бер фәнде икенсеһенә алмаштырыу мөмкин булыр ине.
2009 йылдан Рәсәйҙә 13 предмет буйынса үткәрелеүсе Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һорауҙар быйыл да кәмемәй. Тәү ҡарашҡа тәрән үҙгәрештәр күҙәтелмәгән кеүек тойолһа ла, ҡайһы бер яңылыҡтар уҡыусыларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә ҡыҙыҡһындырыр тип уйлайбыҙ.
— Зәки Дамир улы, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек нисек бара? Былтырғы ғәҙәттән тыш хәлдәр, имтихан барышындағы ҡайһы бер кәмселектәр һәм хаталарҙың һеҙҙең өсөн дә етди һабаҡ булғанын беләбеҙ.
— Эйе, 2011 йылдың 26 майында Иглин районының биләмәһендә урынлашҡан хәрби складтарҙағы янғын һөҙөмтәһендә 99 уҡыусыға биология, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса имтихандарҙы резерв көндәрендә бирергә тура килде. Райондарҙың береһендә математиканан имтихан биргәндә тейешле ҡағыҙ биттәренең етмәүе лә ығы-зығы тыуҙырғайны.
Шулай ҙа иң ҙур шау-шыулы ваҡиға — ҡайһы бер уҡыусыларҙың айырым фәндәрҙән имтихан биргәндә ситтән ярҙам алыуы булғандыр. Интернет селтәрендәге “ҡармаҡ”ҡа эләккән 20 уҡыусының имтихан һөҙөмтәһе юҡҡа сығарылды. Бөтә был ғәҙәттән тыш хәлдәр барыбыҙ өсөн дә ҙур һабаҡ булды һәм Башҡортостан Дәүләт имтихан комиссияһының махсус ултырышында ентекләп тикшерелде, ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырылды.
— Республика һәм Рәсәй Федерацияһы буйынса һөҙөмтәләрҙе сағыштырғанда, күпселек предметтарҙан уртаса балдың Рәсәй күрһәткесенән юғары булыуы ла һеҙҙе шатландырманы, ахыры. Ни өсөн?
— Ысынлап та, урыҫ һәм немец телдәренән башҡа предметтарҙың күбеһе буйынса уртаса балл Рәсәй күрһәткесенән юғарыраҡ булды. Айырыуса математика, география, тарих, химия һәм физика фәндәренән имтихан биреүселәр барыһын уҙҙырҙы. Һөҙөмтәләрҙең мәғарифтағы ысынбарлыҡты сағылдырмауын танымау мөмкин түгел. Ҡайһы бер райондарҙа күрһәтестәрҙең уртаса Рәсәй кимәленән 16–20 пунктҡа юғарылығы, йомшаҡ итеп әйткәндә, күңелдә икеләнеү тойғоһо уята. Тәжрибәле, көслө уҡытыусылар белем биргән лицейҙы тамамлаусыларҙың имтихан һөҙөмтәһе район мәктәптәре уҡыусыларыныҡынан ҡайтыш булыуы ла һорау тыуҙыра. Өҫтәүенә юғары балл йыйып та, уҡыу йортона килеп эләккән ҡайһы берәүҙәрҙең, өлгәшә алмай, уҡыуын ташлап ҡуйған осраҡтар булғылауы ла һағайта. Бөтә предметтар буйынса ла төплө анализ яһалды. Бөгөн юғары балл йыйыу менән “рейтингын” күтәргән райондарҙы һанап тормайым, улар үҙ эштәренә лайыҡлы баһаны быйыл бирер, имтихан һөҙөмтәһенең ғәҙеллегенә, дөрөҫлөгөнә шик ҡалдырмаҫ тип уйлайбыҙ.
Боҙоп күрһәтелгән факттар мәғариф эшмәкәрлеген көсһөҙләндерә, төплө белем алыуға ышанысты кәметә. Шуға күрә эште етди контролләү системаһын нығытыу зарур. Дәүләт имтихан комиссияһы вәкилдәренең намыҫына, тырышлығына һәм йәмәғәт күҙәтеүенә таянып эште яйға һалырбыҙ, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөрбөҙ тип уйлайым. Мөһим сараның әхлаҡи яғын да күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ. Беҙ бит яҡшы баһалар, юғары балдар, абруй өсөн генә эшләмәйбеҙ, киләсәгебеҙҙе ҡулына аласаҡ тәрбиәле граждандар әҙерләү иң мөҡәддәс бурысыбыҙ. Сығарылыш аттестацияһы уҡыусы өсөн генә түгел, мәктәп, ата-әсә, мәғариф тармағы өсөн дә әхлаҡи өлгөргәнлеккә һынау икәнен онотмайыҡ.
— Ифрат ҡатмарлы ла, яуаплы ла икән эшегеҙ... Ҙур көсөргәнешлек, оло мәшәҡәт тыуҙырған БДИ-ның үҙен аҡларына, киләсәге булырына ышаныс бармы һуң?
— Йылдан-йыл имтихандарҙы үткәреү еңелләшәсәк, һорауҙар ҙа, икеләнеүҙәр ҙә кәмейәсәк тип уйлайым. Әйтеүемсә, ҡағиҙәләрҙең ҡәтғилеге, үҙең менән һынауға кеҫә телефоны, ЭВМ, мобиль элемтә cараларын алыуҙы тыйыу, хатта металл эҙләү эшмәкәрлеген файҙаланыу, Интернет селтәрен томалау һәр кемде уйландырыр, үҙ белемеңә таянып ҡына ҡаршылыҡты еңеп сығыуҙың иң отошло юл икәнен раҫлар. Тәүҙәрәк имтихан биреүҙең яңы формаһына ҡаршылыҡ та, тәнҡит тә көслө булыуына ҡарамаҫтан, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы. Уҡыусылар өсөн дә, ата-әсә өсөн дә уңайлылығын таныйҙар хәҙер. Имтихан һөҙөмтәһен биш вузға ебәрергә мөмкинлек бар, өҫтәүенә матди яҡтан да хәл еңеләйә. Хатта документтарыңды почта аша ебәреү, БДИ һөҙөмтәһен ике йылда файҙаланыу форсаты ла бар.
— Быйыл имтихан биреү ҡағиҙәләренә талаптарҙың артыуы нимәлә сағыласаҡ?
— Әгәр ҙә уҡыусы телефон аша ярҙам алғанда тотолһа, шунда уҡ аудиториянан сығарып ебәреләсәк. Ул бары киләһе йылда ғына БДИ тапшырыу мөмкинлеген аласаҡ. Әгәр ҙә ошо күңелһеҙ хәл урыҫ теле йәки математика буйынса имтихан барышында күҙәтелһә, уҡыусы быйылға аттестат алыуҙан мәхрүм ҡаласаҡ. Ә инде химия, физика йәки башҡа фәндәр буйынса үткәрелгән имтихан барышында ошондай хәлгә тарылғанда, уҡыусы аттестат алыуын аласаҡ, әммә теләгән юғары уҡыу йортона инә алмауы ихтимал.
Интернет аша яуаптарҙы һатып алырға маташыусыларҙы иҫкәртергә теләйем: кем мәғлүмәтте таратырға, кемгәлер тапшырырға ынтыла, шул Рәсәй закондарына ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Контроль-баһалау материалдарының һәр береһе ете төрлө һаҡланыу сараһына эйә, шулар буйынса мәғлүмәт сығанағын аныҡ билдәләү мөмкинлеге бар.
Тәртип боҙоуҙың етдилегенә ҡарап, язаһы ла ҡаралған. БДИ үткәреү тәртибен һанға һуҡмаусы граждандарға 3 меңдән 5 мең һумға ҡәҙәр, вазифалы кешеләргә 20 меңдән 40 мең һумға, ә юридик шәхестәргә 50 меңдән 200 мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал.
— Закон нигеҙендә йәмәғәт күҙәтеүсеһенең статусы билдәләнеүе лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Теләгән һәр кем, мәҫәлән, ут күршем, коллегаларымдың берәйһе, ҡустым йә һеңлем, тейешле аккредитацияны ҡаршылыҡһыҙ үтә аламы?
— Әлбиттә. Бары имтихан тапшырыуға кәм тигәндә ике аҙна алдан күҙәтеүсе булырға теләүегеҙ хаҡында район хакимиәтенең мәғариф идаралығына ғариза яҙырға тейешһегеҙ. Имтиханға барғанда, үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы, йәмәғәт күҙәтеүсеһе танытмаһын алырға онотмағыҙ.
— Әгәр ҙә туған тейешле кешең дә ошо саҡта имтихан тапшыра икән, ни эшләргә?
— Был хәл бурыстарыңды башҡарыу өсөн һис ҡамасау була алмай, бары һеҙгә башҡа имтихан биреү пунктын һайларға тура киләсәк.
— Бөгөнгө эш барышы менән уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырығыҙ әле.
— Әле 120-гә яҡын имтихан биреү пункты раҫланыу өҫтөндә, ҡағыҙ, ручка кеүек бөтә кәрәкле эш “ҡоралдары” барлана, Дәүләт имтихан комиссияһы вәкилдәре, эштәрҙе тикшереүсе эксперттар, күҙәтеүселәр уҡытыла. Төп этап 28 майҙан 21 июнгә тиклем барасаҡ. Белеүегеҙсә, аттестат алыуға хоҡуҡ биреүсе урыҫ теле һәм математиканан имтихандарҙы уҡыусы мотлаҡ тапшырырға тейеш. Эштәр алты көн эсендә тикшерелеп, Мәскәүгә ебәрелә. Ҡалған предметтарҙы уҡыусылар 1 мартҡа ҡәҙәр үҙ теләге буйынса һайлап алды.
Беҙҙең өсөн тап ошо ваҡыт иң көсөргәнешлеһе. Балаһының артабанғы яҙмышы, күпме балл йыйыуы менән ҡыҙыҡһынған, борсолған ата-әсәнең шылтыратыуҙарынан телефон сымдары ҡыҙһа ла, үҙебеҙ һалҡын ҡанлылыҡ һаҡларға тырышабыҙ. Нервылар көсөргәнешлеге лә арта. Хөрмәтле ата-әсәләргә бер-ике теләгемде лә еткергем килә: балаларығыҙҙы хәҙерҙән үҙ көсөнә таянып йәшәргә өйрәтһәгеҙ — оторһоғоҙ. Имтихан менән ул-ҡыҙығыҙҙы ҡурҡытмағыҙ, хәүефкә һалмағыҙ, улар беҙҙән аҡыллыраҡ, сосораҡ, мобилерәк, бары психологик яҡтан өлгөрөп етмәүҙәре менән өлкәндәрҙән ҡалышалар.
“Был донъяла бөтә нәмә лә һатыла” тигән яңылыш ҡараштан сығып, ата-әсә юғары балл һатып алырға аҡса йыймаһын, балалары төрлө заманса саралар менән “ҡоралланмаһын” тип асыҡтан-асыҡ әйтергә мәжбүрмен. Әгәр уҡыусы үҙ көсөнә ышанмаһа, репетитор менән шөғөлләнеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Ғөмүмән, ғәҙәти мәктәптә ныҡлы “дүртле”гә уҡыған бала 75–85 балды еңел йыя.
Урыҫ теленән элекке инша яҙыуҙарҙы хәҙергеһе менән һис сағыштырырлыҡ түгел. Әлегеһе күпкә еңелерәк, тәүге өлөшө — тестар, икенсеһе — һорауға яуаптар, өсөнсөһө — ижади яҡтан уйлауға ҡоролған инша. Башланғыс кластарҙа тел нигеҙҙәрен яҡшы үҙләштергән бала өсөн был имтихандың ауырлығы юҡ.
— Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырасаҡ уҡыусылар һаны үҙгәреш кисермәйме?
— Быйыл имтихан биреүселәр һаны үткән йылдағыға ҡарағанда 1200-гә аҙыраҡ. Мәктәпте тамамлаусы 25 мең 748 уҡыусының барыһының да һынауҙы ышаныслы үтәсәгенә өмөтләнәм. Күҙаллауҙар буйынса, киләһе йылда ла был һан шул кимәлдә ҡаласаҡ. Ә артабан сығарылыш уҡыусыларының күбәйә барыуы көтөлә.
— Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханында “революцион” үҙгәрештәр көтөлмәйәсәгенә, бары, белемдән тыш, уйыңды дөрөҫ һәм аныҡ белдереү һәләтен асыҡлау буйынса бурыс арттырыласағына баҫым яһанығыҙ. Аңлайышлы булһын өсөн ошоға берәй миҫал да килтерһәгеҙ ине.
— Информатика, тарих һәм математика буйынса контроль-баһалау материалдары етди үҙгәрештәр кисерҙе. Мәҫәлән, тарих буйынса имтиханда өр-яңы пункт барлыҡҡа килде — тарихи портрет яҙыу. Уҡыусы өс тарихи шәхестең береһен һайлап, уның ҡаҙаныштары, тормошо хаҡында яҙа. Өҫтәүенә эштәр һаны ҡыҫҡарып, 49-ҙан 39-ға ҡалдырылған.
Тәүге тапҡыр урыҫ теле һәм математика буйынса балдарҙың минималь кимәле билдәләнде — 36 һәм 24. Рәсәй вуздарының ҡайһыһына ғариза бирһәң дә, БДИ һөҙөмтәләре мотлаҡ кәрәк буласаҡ. Уҡыусыларҙың барыһына ла уңыштар юлдаш булыуын теләйем.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518