Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аҡ үлем”дең ҡара шәүләһе

Ни өсөн наркомания йылдан-йыл үҫеш ала?

Илебеҙгә генә түгел, бөтә кешелек донъяһына хәүеф менән янаған наркомания статистикаһы һәр кемде уйланырға мәжбүр итә. Һандарға ҡарағанда, Рәсәйҙә алты миллиондан ашыу наркоман иҫәпләнә, шуларҙың 500 меңе генә рәсми иҫәпкә алынған. Шул уҡ ваҡытта наркология клиникалары йылына 50 мең ауырыуҙы ғына ҡабул итә ала. Илдәге наркомандарҙың 20 проценты – уҡыусы балалар, 60 проценты – 16 – 30 йәштәгеләр. Илдә наркомандар һаны, совет осоро менән сағыштырғанда, 146 тапҡырға артҡан.

Республикала хәлдәр нисек?

Ҡыҙғанысҡа, республикала ла хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Былтыр медицина учреждениелары 5381 кешегә “наркоман” диагнозы ҡуйған. Башҡортостан Наркотиктарға ҡаршы комиссия мәғлү­мәт­тәре буйынса, нигеҙҙә, улар опиоидтар ҡуллана, икенсе урында – канабиоидтар, төрлө психостимуляторҙар һәм башҡа төрлө наркотиктарға өҫтөнлөк биреүселәр ҙә күп теркәлә.

Үкенескә ҡаршы, наркомания “йәшә­рә”. 9 – 13 йәштә наркотик ҡуллана башлаусылар бик күп. Йәштәр “аҡ ағыу­ҙы” уҡыу йорттарында, дискотека, төнгө клубтарҙа тәүге тапҡыр ҡулланып ҡарай. Шуныһы ҡурҡыныс: бер наркоман тағы ла 13 – 15 кешене был ағыуға йәлеп итә ала.
Һуңғы йылдарҙа наркотик ҡулланыу­ҙан һәләк булыусылар һаны арта, айырыуса үҫмерҙәр араһында үлем осраҡ­тары күп. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын Рәсәй халҡы һаны ошо афәт арҡаһында 70 мең кешегә кәмей.

Наркотикты даими ҡуллана башла­ғандан һуң кеше уртаса 3 – 5 йыл йәшәй. Һуңғы йылдарҙа теркәлгән ВИЧ сирле­ләрҙең 90 процентын наркомандар тәшкил итә. Бер энәне ҡулланыу, ағыу тәьҫирендәге бәйһеҙлек – быға төп сәбәп. Наркомандар араһында енәйәт ҡылыусылар ҙа бик күп.

Былтырғы күрһәткестәр буйынса, наркомания Өфө, Туймазы, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һәм Благовещен районында күп таралған. Наркоманияны иҫкәртеү, уға ҡаршы көс туплау – иң көнүҙәк бурыстарҙың береһе.

Һүҙ — белгескә

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының психиатрия бүлексәһе табибы, психиатр-нарколог Шәүрә Юдина һөйләүенсә, бөгөн Учалы психоневрология диспансерында 20 – 29 йәшлек 10 наркоман иҫәптә тора. Уларҙың алтауһы – ҡаланан, ҡалғандары ауылдарҙа йәшәй. Наркотик матдәләр, синтетик ҡатнаш­малар ҡулланыусы 19 кеше иҫәпкә алынған, 16-һы — ҡаланан. Ун алты ир һәм өс ҡатын. Иҫәптә тороусыларҙың бишәүһе ВИЧ менән сирле, барыһында ла тиерлек “С” гепатиты бар.

— Бәхеткә күрә, был ҡара иҫәптә балалар юҡ, наркотиктарҙан йәш быуын ныҡ зыян күрә бит, — ти белгес.

Шәүрә Юдина һуңғы ваҡытта киң таралыу ала барған синтетик наркотиктар тураһында ла бәйән итте:
— Спайстар, наркотик тоҙҙар, микстар ҙур хәүеф тыуҙыра. Был тоҙҙарҙың составында синтетик канабиоидтар һәм уларҙың аналогтары бар. Төтөндәге ингре­диенттарҙың үҙәк нервы систе­ма­һына тәьҫире спайсты ҡулланыуға күнегеүгә килтерә. Спайс тартырға яратыусыларҙың үҙәк нервы системаһы яғынан реакцияһы төрлөсә: юҡҡа ғына ҡыҙып китеү, тәбиғи булмаған күтәренке кәйеф, координация һәм йүнәлеш боҙолоу, ҡолаҡҡа ят тауыштар ишете­леү, күҙгә нимәлер күре­неү, йәғни галлюцинациялар, тулыһын­са үҙ-үҙеңә контролде юғалтыу һ.б.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙәк ҡала дауа­ха­наһына наркотик менән ағыуланып, йәштәр эләгеп тора. Уның тәүге доза­һынан уҡ психик йәһәттән ҡуҙғыу, хәүеф­ләнеү, ҡурҡыу, аң юғалтыу күҙәтелә. Йыш ҡына кеше суицидҡа килтереүсе депрессияға бирелә.

Синтетик наркотиктарҙың йөрәк тибешенең туҡтауына, тән тартышыуына, бөйөрҙөң, бауырҙың эшлектән сығыуына килтереүе ихтимал. Бындай препараттар бигерәк тә баш мейеһенә, хромосома аппаратына һәм нәҫелгә ки­ре йоғонто яһай. Ағыуҙы бер нисә тап­ҡыр ҡулланғандан һуң ғына ла кешенең хәтере ҡырҡа насарая, интеллекты түбәнәйә, ҡурҡыу һәм борсолоу тойғоһо барлыҡҡа килә, аңһыҙ идеялар тыуа.

– Синтетик наркотик ҡулланыусылар үҙҙәре өсөн генә түгел, тирә-яҡтағылар өсөн дә ҙур хәүеф тыуҙыра, сөнки улар нимә эшләгәндәрен үҙҙәре белмәй, — тип бәйән итте Шәүрә Юдина. – Тап ошондай ауырыуҙар менән эшләүсе табип булараҡ, ғаилә һәм дөрөҫ тәрбиә ҙур роль уйнай, тип әйтә алам. Имен ғаиләлә тәрбиәләнгән балаға наркотик ҡулланыу хәүефе лә янамай, сөнки ул һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы шөғөл менән мәш­ғүл, спортҡа ылыға, төрлө түңәрәктәргә йөрөй һәм шунан ҡәнәғәтлек таба. Баланы кесе йәштән үк сәләмәт тормош алып барыу, ижадҡа ылыҡтырып тәр­биә­ләү мөһим. Балаларығыҙ буш ваҡыт­тарын файҙалы үткәрһен, уларҙың нин­дәй компанияла йөрөүенә лә иғтибар бирегеҙ. Урамдан ингәс, һиҙҙермәй генә кеҫәләрен тикшереү ҙә зыян булмаҫ. Таблетка, үлән таба ҡалһағыҙ, хәүефләнергә урын бар.

“Аҡ үлем”де таратыусылар йоҡламай

Наркотиктарға бәйле енәйәттәр тура­һында әленән-әле киң мәғлүмәт саралары аша ишетеп-белеп торабыҙ. “Аҡ үлемде” таратыусылар йоҡламай, яңы­нан-яңы алымдарҙы табып ҡына тора.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге хеҙмәт­кәре Гүзәл Дронова белдере­үенсә, нарко-енәйәтселәрҙе асыҡлауҙа битараф булмаған граждандар ҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Маяковский урамында бер ағас төбөнән бер ҡатындың нимәлер эҙләүе хаҡында полицияға хәбәр итәләр. Наркотиктар әйләнешенә ҡаршы контроль бүлеге хеҙмәткәрҙәре шул урында 39 йәшлек ҡатынды ҡулға ала. Унан аҡ төҫтәге порошок тултырылған төргәк табыла һәм тартып алына. Ҡатындың үҙенә билдәле йәшерен урындан үҙе өсөн наркотик матдә алыуы асыҡлана.

Оҡшаш хәл Точисский урамында ла күҙәтелә. Уяу граждан уларҙың йорт эргәһендә шик тыуҙырған егет йөрөүе тураһында полицияға шылтырата. Оператив төркөм синтетик наркотик ҡулланыусы 30 йәшлек Учалы кешеһен ҡулға ала. “Ҡала буйлап йөрөгәндә осраҡлы рәүештә ихата алдында йәшерелгән спайс табып алдым”, — тип аңлата ул “табышын”. Ҡулға алын­ған егет ағыуҙың бер өлөшөн шунда уҡ ҡуллана, ҡалғаны полиция хеҙмәткәр­ҙәре тарафынан тартып алына. “Табыш” массаһының 3 грамдан артығыраҡ тәшкил итеүе асыҡлана. Ике осраҡ буйынса ла енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Балалар тоҙаҡҡа эләкмәһен

Һуңғы ваҡытта был насар ҡылыҡҡа үҫмерҙәрҙе, балаларҙы ла ылыҡтырыу хәүефкә һала. Интернет селтәрендә бер әсәнең һөйләгәндәре уйландырҙы.

Уның үҫмер йәштәге улының телефонына: “Юғары эш хаҡы тәҡдим итәбеҙ. Легаль продукцияны пакеттарға тултырып, район буйынса таратығыҙ һәм ҡыҙыҡлы квест ҡатнашыусыһы булығыҙ” тигән смс-хәбәр килә.

Бәхеткә күрә, ата-әсәһе менән яҡшы мөнәсәбәттә булған, уларҙың иғтибары­на, һөйөүенә төрөнөп, тулы ғаиләлә үҫ­кән үҫмер яҙманы шунда уҡ яҡында­рына күрһәтә. Бергәләп мәсьәләнең айышына тиҙ төшөнәләр.

Ә бит ололарҙа аңлау тапмаған, үҙенә бикләнеп йәшәгән “ауыр” үҫмерҙәр ҙә бар. Балаларҙы төрлө мажаралар, тәүәккәл аҙым ылыҡтыра. Уйын өсөн аҡса түләйәсәктәрен белеп, әлбиттә, баш тартмаясаҡ улар.

Тәү ҡарашҡа был яҙыҡ эш, ысынлап та, шпион уйынын хәтерләтә. “Хеҙмәт­кәргә” пакетты йәшерергә һәм координа­таларҙы фотоға төшөрөп, диспетчерға ебәрергә ҡушыла. Клиент аҡса күсерә, һатыусынан аҡса килеү тураһында хәбәр алғас ҡына, уға пакет йәшерелгән урын тураһында әйтелә.

Ғәҙәттә, “аҡ үлем” сәскә клумбаларына, подъездарға, йәмәғәт бәҙрәф­тәренә, балалар майҙансыҡтарына йәшерелә. “Эш хаҡы” бер йәшереү өсөн 100-250 һум тәшкил итә. Ниндәй үҫмер бынан баш тартһын инде?!

Ғәҙәттә, курьер бик тиҙ тотола, иң оҙағы өс ай “эшләп ҡала”. Яҙыҡ ғәмәл­дең айышына төшөнөп, баш тартырға теләгән үҫмерҙе “эш биреүсе” баҫым аҫтына ала, ғаилә ағзаларың зыян күрәсәк, тип ҡурҡыта.

Йыш ҡына ата-әсәләр ҙә, балала­ры­ның ошондай хәлгә тарыуын белһә­ләр ҙә, язаға тарттырылыуҙан ҡурҡып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәй. Ә наркотиктарға бәйле енәйәт өсөн закон бик ҡаты. Балаға нисә йәш булыуға ҡарамаҫтан, ул яуапҡа тарттырыласаҡ.

Шуға күрә ата-әсәләргә үҙ балаларына, бигерәк тә үҫмер йәштәгеләренә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Балағыҙ ҡайҙа, нисек, кем менән буш ваҡытын уҙғара — белеп тороғоҙ, артыҡ аҡсаһы килеп сыҡһа йәки унда яңы әйбер, заман техникаһы пәйҙә булһа, ҡайҙан алғанын асыҡлағыҙ, юғиһә балағыҙҙың киләсәге селпәрәмә килеүе бар, тип кәңәш итә хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506