Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡыл менән белем береккәндә...
Ғүмеремдең 45 йылын йәш быуынға тәрбиә һәм белем биреүгә бағышланым. Балаларға булған һөйөүем әле булһа күңелемде йылыта. Үткәнемә һис үкенеү юҡ, сөнки мин — уҡытыусы.
Балаларҙы тәрбиәләү барыһынан да элек уҡытыусы менән уҡыусының рухи аралаша белеүенә тығыҙ бәйләнгән. Әгәр ҙә минең бала менән уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарым, мауығыуҙарым, ынтылыштарым булмаһа, уның йөрәгенә бер ҡасан да үтеп инә алмаҫ инем. Мәктәп — уҡытыусы һәм уҡыусының уртаҡ маҡсаттарын берләштереүсе усаҡ. Йылы усаҡ. Уның бер ваҡытта ла уҡытыусы өҫтәле артынан уҡыусыға кәмһетеп, “дошман” булып “һөжүм” итә торған урын түгел икәнен оноторға ярамай.
Һуңғы ваҡытта ысын уҡытыусы хаҡында, уға ғына хас аҫыл сифаттар тураһында күп һөйләйҙәр, күп яҙалар. Ниндәй була һуң ул ысын уҡытыусы? Ул ниндәй булырға тейеш? Тәү сиратта баланың рухи донъяһына дуҫтарса үтеп инә белеү шарт. Был сифатҡа эйә булыу өсөн уҡытыусыға, ҡасандыр үҙенең бала булғанлығын күҙ алдына килтереп, ниндәйҙер кимәлдә баласа фекерләй белергә өйрәнергә кәрәк. Икенсенән, уҡытыусы бөтә класс уҡыусыларын да тиң күрергә, баланың танып белеүгә, ижадҡа һәләтен асыҡлап, иптәштәре араһында үҙ-ара мөнәсәбәт тойғоһон яйлап, унда уҡыуға, йәшәүгә ҡарата дәрт уятырға бурыслы. Ғөмүмән, балаға белем, тәрбиә биреүҙә бәйләнешһеҙ алымдар ҡулланған педагог уҡытыусы исемен йөрөтә алмай. Бындай уҡытыусыны хатта балалар ҙа ҡоро кеше йәки “сохари” тип кенә йөрөтә.
Педагогтың төп хеҙмәте — дәрес. Дәрес — ул уҡыусыларҙың донъяны танып-белеү алымдарының ойошҡан формаһы. Донъяға берәү ҙә бөтә нәмәне белеп тыумай. Кешенең бармағы тигеҙ булмаған кеүек, сабыйҙар ҙа шулай. Тормош ауырлыҡтарына бала ғәйепле түгел. Уҡытыусы булған кешегә баланың рухи донъяһын социаль статусына йәки уның йөҙөнә, ниндәй ғаиләнән икәненә ҡарап баһалау ҡәтғи тыйыла. Насар бала йәки уҡыусы юҡ, үҙ һөнәренә тиң түгел уҡытыусы ғына бар. Дәрестә уҡытыусы балаға “икеле” ҡуя икән, тимәк, ул үҙенең “фиҙаҡәр” хеҙмәтен шулай баһалай. Уҡытыусы барыһынан да элек үҙе тәрбиәләгән баланы “үтә күрергә” тейеш. Ул баланың аҡыл үҫешен, фекерләү һәләтен, нимә менән мауығыуын, ғәҙәтен, хыялдарын аныҡ белергә, эҙмә-эҙлекле үҫтерергә бурыслы.
Бөгөн мәктәптә бөтә эштең асылы алдынғы педагогик идеяларҙы туплаған иң камил, эш һөҙөмтәләре һоҡландырғыс кимәлдә булған тәжрибәле уҡытыусыларға ҡайтып ҡала. Тик беҙ ғәҙәттә белем усағының бөтә уңыш-ҡаҙаныштарын тәрбиәселәрҙең һәм уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы һәм тәрбиәсеһе — мәктәп директорына бәйләргә күнеккәнбеҙ. Етәксенең үҙ эшенең баһалап бөткөһөҙ оҫтаһы булыуы бәхәсһеҙ, әлбиттә. Директор әйткән һүҙ — уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр өсөн кисектергеһеҙ ғәмәл. Әммә минең ҡарашҡа, ни генә тиһәләр ҙә, мәктәптә үҙәк фигура директор булһа, төп фигура барыбер уҡытыусы һанала.
Уҡытыусының төп эше белем һәм тәрбиә биреү, тибеҙ. Ләкин был яуаплы вазифаның күп яҡлы икәнен белеп етмәгән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Уҡытыусы баланың рухи тормошоноң етәксеһе икәнен атай-әсәйҙәр, бигерәк тә мәктәп директоры аныҡ белергә тейеш.
Бала саҡ — кеше үҫешенең иң мөһим осоро, ул киләсәк тормошҡа әҙерлек кенә түгел, яҡты, үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ ғүмер баҫҡысы. Сабыйҙың бала сағы нисек, ниндәй шарттарҙа үтһә, ниндәй белем һәм тәрбиә алһа, киләсәге лә шулай яҙыла. Бала мәктәптә бөтә яҡлап формалаша. Ул бигерәк тә үҙенең уҡытыусыһына оҡшап тәрбиәләнергә, белем алырға тырыша. Шуға ла уҡытыусының уҡыусылар өсөн бөтә йәһәттән өлгө булыуы бәхәсһеҙ. Ул хатта балаға аң-белем, тәрбиә биреп кенә түгел, ә лайыҡлы йәшәү өсөн дөрөҫ һуҡмаҡ һайлай белеү юлдарын да күрһәтергә бурыслы. Ә был мөһим ғәмәлде ысын уҡытыусы исемен йөрөтөргә лайыҡлылар ғына башҡара ала. Уҡытыусының үҙ белдеге менән бала йөрәгенә мәңгелеккә яра һалып, хурларға хаҡы юҡ. Уҡытыусы менән бала араһында йәйғор төҫлө дуҫлыҡ күпере булыуы мотлаҡ.
Аңлай белгән кешегә аҡыл менән белем бер үк нәмә түгел. Тормошта белемле кешенең дә аҡыл йәһәтенән таҡырыраҡ булыуы бар. Ҡояштан башҡа йәшәү булмаған кеүек, белемдән башҡа аҡыл да юҡ. Ә улар икеһе бергә тығыҙ бәйлелектә аҡыллы уҡытыусы етәкселегендә генә дөрөҫ, камил үҫешә ала. Бына шул камиллыҡҡа ынтылһаҡ ине.
Миңнулла ӘЛИМҒОЛОВ,
мәғариф ветераны.
Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519