Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гүргә илтер бер йотом
Ғүмерҙең бер генә икәнен оноталармы?..

Йыл һайын илебеҙҙә алкоголь һәм ялған араҡы менән ағыуланыуҙан 13 – 18 мең кеше үлә. Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, беҙҙең республикала ағымдағы йылдың һигеҙ айында, спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып, 213 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Һандарға мөрәжәғәт иткәндә, 100 мең кешегә 26,2 шундай күңелһеҙ осраҡ тура килә.

Үлемесле хәүеф

Әлбиттә, спиртлы эсемлектәр ҡул­ланыу күләме йылдан-йыл кәмей, әммә стандарт булмаған алкоголь, ябайлаштырып әйткәндә, ялған араҡы әйләнеше арта. Тап ана шул хәүефле эсемлек көслө ағыуланыу, хатта үлем осраҡтарына килтерә лә инде.

Тормоз шыйыҡсаһы йәки һәр төрлө химия эсеүселәр генә зыян күрә тип уйла­һа­ғыҙ, яңылыша­һығыҙ. Сифаты шикле эсем­лектәр ҡулланып, тотош төркөм менән ағыулан­ғандар ҙа бар. Бынан бер нисә йыл элек составында метил спирты булған шыйыҡса эсеп, Өфө районының Миловка ауылында биш кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Саҡмағош районында ла ошо сәбәпле бер юлы дүрт кеше һәләк булды. Егет-ҡыҙҙар гаражда йыйылып күңел асырға була, ә һөҙөмтәлә...

Ошо йылдың мартында шуға оҡшаш хәл Октябрьский ҡалаһында теркәлде. Биш кешенән торған компания дуҫта­рының алыҫтан ҡунаҡҡа килеүе айҡанлы байрам табыны ойоштора. Күрше йорттағы магазиндан коньяк һатып алалар. Күп тә үтмәй барыһының да хәле насарая.

– Ағыуланғанымды шунда уҡ тойҙом: ашҡаҙаным янған кеүек булды, түҙеп булмаҫлыҡ ауыртыу кисерҙем, баш әйләнде, үҙемде томанда кеүек хис иттем, – ти зыян күргәндәрҙең береһе.

Әгәр ҙә тап шул мәлдә уның бер туған апаһы шылтыратып, хәлдең айышына төшөнмәһә, был осраҡ та үлем менән тамамланыр ине. Бәхеткә күрә, бөгөн биш кеше лә иҫән. Улар дауаханала оҙаҡ ҡына дауаланып сыға. Был осраҡ буйынса тәфтиш эше һаман тамамланмаған әле.
Бәлиғ булмағандар хаҡында айырым әйтеп үтәйек. Бәғзе үҫмерҙәр тыйылғанды тиҙерәк тәмләү теләге менән тәмәке тартып, араҡы эсеп ҡарай. Ә уларҙы ҡайҙан алалар? Ун һигеҙ йәше тулмағандарға һатыу закон тарафынан тыйыла, ә шул уҡ ваҡытта йәшертен генә ике-өс тапҡырға арзанырағы тәҡдим ителә. Быйылғы һигеҙ айҙа республикала, ялған араҡы ҡулланып, 12 бала ағыуланған.

Балаларҙың ошондай хәлгә ҡалыуында, һис һүҙһеҙ, тәү сиратта ата-әсә ғәйепле. Улар алкоголдең ниндәй хәлдә лә зыянлы икәнен ниңә аңлатмаған? Ә ялған араҡы – икеләтә ҡурҡыныс. Бер йотомдоң тотош ғүмергә тороуы бик ихтимал...
Һүҙ – табипҡа

– Эскене ташлай алмаған кешеләр ялған араҡыны йыш ҡуллана, сөнки ул күпкә арзан, – ти Учалы үҙәк ҡала дауа­ханаһының психоневрология диспансеры табип-наркологы Шәүрә Юдина. – Һөҙөмтәлә организмда төҙәтә алмаҫлыҡ емергес процестар башлана. Ялған араҡыны бер генә тапҡыр ҡулланып та етди зыян күрергә мөмкин. Бары­һы ла шы­йыҡ­сала ҡур­ҡыныс матдә­ләрҙең күпме булыуына бәйле.
Аҙыҡ спирты һәм техник спирт була. Һуңғыһы тәү­геһенән күпкә арзан. Күберәк ки­лем алыу теләге менән ян­ған араҡы һатыусы кеше­нең һаулығы, ғүме­ре тураһында уйлап та бирмәй.



Этанол һәм метанол. Айырма нимәлә?

Алкоголле һәр эсемлектә этанол бар. Күләменә, организмға эләгеү ысулына, концентрацияһына һәм тәьҫир итеү оҙайлылығына бәйле был матдә токсик, наркотик сифаттарға эйә. Көслө эсемлектәрҙе саманан тыш ҡулланған осраҡта, этанол­дың баш мейеһенә емергес тәьҫире көсәйә. Баш мейе­һе ҡабығы нейрондарында органик үҙгәрештәр башлана, улар зарарлана, үлә. Һөҙөмтә­лә капиллярҙар – ваҡ ҡан тамырҙары шартлай. Ашҡаҙан, бауыр, эсәктәрҙең эшмәкәрлеге лә боҙола.

Сәнәғәт спирттарында, этанолдан тыш, тағы ла ҡурҡынысыраҡ, үлемеслерәк матдә – метанол бар. Ул туранан-тура йөрәккә һәм нервы системаһына тәьҫир итә. Метанолдың 30 грамы ғына ла үлемесле доза һанала. Ғүмер өҙөлмәгән осраҡта ла, уны ҡулланыу көслө ағыуланыуға килтерә. Кешенең һуҡырайыуы, бауырын эшлектән сығарыуы, ашҡаҙан яман шешенә дусар булыуы бар.


Яуызлыҡ язаһыҙ ҡалмай

Ялған алкоголь етештереү, һатыу өсөн яуаплылыҡ хаҡында ла оноторға ярамай. Хоҡуҡ һаҡлау органдары, “Роспотребнадзор” һәм башҡа хеҙмәттәр тырышлығы менән рейдтар уҙғарыла, законды боҙоусылар асыҡлана, яуапҡа тарттырыла.

Мәҫәлән, йыл башында 48 йәшлек Өфө кешеһенең суррогат эсемлек етештереү буйынса легаль булмаған цех ойоштороуы асыҡлана. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре унда этил спирты етештереү ҡорамалдары, продукцияның сифатын тикшереү лабораторияһы һәм бактарҙа 100 мең литр этил спирты таба.

Быйыл Хәйбулла районында йәшәгән бер ҡатын да ҡулланыусыларҙың һаулығына һәм ғүмеренә зыян килтереү ихтималлығы янаған спирт эсемлеге һатҡаны өсөн суд алдына баҫты. Быға тиклем дә ул административ яуаплылыҡҡа тарттырылған була, әммә кешеләрҙең һаулығы хаҡына еңел юл менән байығыуҙы маҡсат итеп алған “һатыусы” туҡтамай, яман эшен дауам итә. Экспертиза асыҡлауынса, ҡатын составында уксус альдегиды, эфир һәм сивуш майҙары саманан тыш күп булған этил спирты менән һатыу итә. Уның йортонан “Антисептин-Марат дезинфекциялау средствоһы” тип яҙылған этикеткалы пластик канистр ҙа табыла.

* * *

Төрлө ойошма-ведомстволар, ялған алкоголь етештереү, сауҙа итеү осрағына шаһит булғанда, шымып ҡалмаҫҡа, тейешле инстанцияларға мөрәжәғәт итергә саҡыра. Йәмәғәтселек, урындағы әүҙемселәр, хеҙмәт коллективтары бергә тотонһа, күпме ғүмер ҡотҡарып алып ҡалынасаҡ!
Һис шикһеҙ, был афәттән ҡотолоуҙың иң дөрөҫ юлы – спиртлы эсемлектәрҙән тулыһынса баш тартыу. Күңел төбөндә шундай ышаныс бар: ҡасан да булһа кешелек ошоға киләсәк. Ғүмерҙең бер генә булыуын иҫебеҙҙән сығармаһаҡ ине.

Законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр һатыу осраҡтары хаҡында түбәндәге телефондар аша хәбәр итегеҙ:

Башҡортостан буйынса “Роспотреб­надзор”ҙың бәйләнеше – 8-800-700-3-058.

Полиция – 102.

Башҡортостан Эске эштәр ми­нистр­лығының ышаныс телефоны – 128

(район элемтә үҙәктәренең стационар телефондары аша – 8-347-128).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514