Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алдан юллау отошло
Пенсия фонды бүлексәһенә паспорт, СНИЛС, никах таныҡлығын ғына алып барҙым. Әммә унда тағы ла әллә күпме документ кәрәклеге тураһында белдерҙеләр, хатта түбәндәге исемлекте тотторҙолар.

Баҡтиһәң, паспорт, пенсия страховкаһы таныҡлығы, хеҙмәт кенәгәһе, диплом, никах һәм бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ, банк реквизиттары менән бергә ошо документтарҙың күсермәләре лә кәрәк икән, шуға күрә Фондҡа юлланыр алдынан уларҙы әҙерләргә онотмағыҙ. Мин Пенсия фондына хаҡлы ялға сығыу йәшенә еткәнгә тиклем ике ай алдан барҙым. Унда иһә бер ай ҡалғас килергә ҡуштылар. Компьютерҙан минең туралағы мәғлүмәтте тикшереп сығып, пенсия күләме хаҡында белдерҙеләр һәм, бер аҙ эшләп алған заводҡа барып, хеҙмәт хаҡы күберәк булған биш йыл өсөн белешмә ҡағыҙы килтерергә кәңәш иттеләр.

Элек эшләгән еремә киттем. Унда миңә заводтың исемен алмаштырыу тураһында документ та бирҙеләр. Ә миңә кәрәкле белешмә иһә өс аҙнанан ғына әҙер булды. Әйткәндәй, Һаҡлыҡ банкына барып, пенсияны күсерер өсөн социаль карта алырға онотмағыҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ: унда кредит картаһын шунда уҡ тапшырҙылар, ә социаль картаны бер нисә көн көттөрҙөләр. Интернетта кредит карталарына бәйле ваҡиғалар тураһында уҡып, “сәстәрем үрә торҙо”, банкка кире барып, уны үҙҙәренә ҡайтарыу яғын ҡараным. Картаны күҙ алдымда киҫкеләп ташланылар, әммә уның ике ай дауамында минең исемдә ҡаласағы хаҡында белдерҙеләр. Шуға күрә кредит картаһы кәрәкмәй икән, унан шунда уҡ баш тартығыҙ.

Ниһайәт, Пенсия фонды бүлексәһенә бөтә документтарҙы ла йыйып килтерҙем. Бүлексә хеҙмәткәре уларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң пенсия күләмен иҫәпләп сығарҙы. Әллә ни ҙур аҡсаға өмөт тә итмәй инем, сөнки башта техникумда, унан институтта уҡыным, бер аҙ эшләп алғас, бер-бер артлы ике декрет ялында булдым, сабыйҙарым менән ултырҙым... Кескәй балалар менән эшкә урынлашыуы ла еңелдән түгел шул. Шәхси эшҡыуар булып теркәлгәнемә иһә һигеҙ йыл булды.


Документтарымды ҡабул итеп алдылар, пенсия таныҡлығын алырға килеү ваҡытын әйттеләр. Тәғәйен сәғәткә килдем, әммә ул әҙер булмай сыҡты. Ә миңә 55 йәш бер аҙна элек үк тулғайны. Таныҡлыҡты тағы ла бер аҙна көтөргә тура килде.

Хәҙер инде социаль карта алыу өсөн Халыҡты социаль яҡлау хеҙмәтенә юл алдым. Унда минән ғаризаны ҡабул иттеләр һәм бер айға юл йөрөү өсөн ваҡытлыса карта бирҙеләр. Уның ярҙамында ҡала транспортында бушлай йөрөргә мөмкин икән. Шул уҡ ваҡытта паспорт менән пенсия таныҡлығын һәр саҡ үҙең дә тотоу фарыз.

Әйткәндәй, Пенсия фонды сайтында, барлыҡ мәсьәләләр буйынса, шулай уҡ документтарҙы алдан тикшереү, эш биреүсе тултырған документтарҙағы һәм шәхси мәғлүмәттәрҙәге хаталарҙы асыҡлау һәм төҙәтеү өсөн граждандарға һәм эш биреүселәргә страховкаланған кешенең йәшәгән урыны буйынса Пенсия фонды органдарына хаҡлы ялға сығыу йәшенә еткәнгә тиклем кәмендә 12 ай алдан мөрәжәғәт итергә, тип яҙылған.

Ниндәй документ кәрәк?

Пенсияны рәсмиләштереү өсөн тәүге тапҡыр Пенсия фондына барғанда түбәндәге документтар талап ителә:

*паспорт;
*СНИЛС (дәүләт пенсия страховкаһы таныҡлығы);
*хеҙмәт кенәгәһенең төп нөсхәһе;
*мәшғүллек хеҙмәтенең белешмә ҡағыҙҙары (булған осраҡта);
*архивтан белешмә ҡағыҙҙары (булған осраҡта);
*хәрби билет (хәрби хеҙмәттә булған осраҡта);
*эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүҙе раҫлаған документтар (кәрәк тип табылһа);
*2000 йылдың 1 ғинуарына 60 айға эш хаҡы тураһындағы документтар (кәрәк тип табылһа);
*юридик яҡтан әһәмиәтле башҡа документтар (никах, бала тыуыу таныҡлығы һ.б.)


Автор: З. СӘЙФЕТДИНОВА
Фото: ИД "Башкортостан"


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518