Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағиҙелдәрҙең аҡ хыялы
Ҡаланың төҙөклөгө, уңайлылығының нигеҙе ниҙә?

Ағиҙел, мегаполистар менән сағыштырғанда, ҙур түгел, әммә ул үҙенең гүзәллеге менән таң ҡалдыра. Ҡала Ағиҙелдең Камаға ҡойған ерендә, тәбиғәттең күркәм төбәгендә урынлашҡан. Ә инде уның менән яҡындан танышҡас, төҙөклөгө, һәр ерҙә таҙалыҡ, тәртип, бөхтәлек булыуы, йәшәү өсөн уңайлылығы һоҡландыра. Ағиҙелдәр үҙ төйәге менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Ҡаланы ошондай дәрәжәгә күтәреү өсөн “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҙур өлөш индерә.
Был предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышыу теләге осраҡлы тыуманы: республиканың торлаҡ-коммуналь хужа­лығы тармағында үҙ эшмәкәрлеген бөгөнгө талаптар юғарылығында ойоштороуға өлгәшкән, иҡтисади-финанс яҡтан тото­роҡло предприятиелар хаҡында һүҙ сыҡһа, тәүгеләр рәтендә нәҡ уны телгә алалар. Билдәле булыуынса, бөгөн был тармаҡ эшмәкәрлегенә дәүләт яғынан да, халыҡ тарафынан да талаптар ҡәтғиләнә. Әммә предприятие коллективы үҙ һәләтен, һөнәри оҫталығын юғары кимәлдә күрһәтә килә. Быға нисек өлгәшелә һуң?

Тәүҙә предприятиеның хеҙмәт даирә­һенә күҙ һалайыҡ. Үҙ эшмәкәрлеген туғыҙ йыл элек башлаған ул. Йәмғиәт ҡара­мағында 325 мең квадрат метр торлаҡ майҙаны, йәғни күп фатирлы 51 йорт иҫәпләнә. Бынан тыш, ҡаланың һыу хужалығын да хеҙмәтләндерәләр. Торлаҡ хужалары предприятиены идарасы компания итеп һайлаған, шуға улар торлаҡ фондын эксплуатациялау, ағымдағы һәм капиталь ремонт эштәрен дә башҡара. Әйткәндәй, предприятие Башҡортостан Торлаҡ күҙәтеүе дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, эшмәкәрлек һөҙөмтәһе ыңғай тип билдәләнгән идарасы компаниялар исемлегенә индерелгән.

– Торлаҡ хужалары менән аңлашып эшләргә, проблемаларҙы барлыҡҡа килгәс түгел, ә алдан күҙаллап хәл итергә тырышабыҙ. Бының өсөн һәр йортта, подъезда, фатирҙа башҡараһы бу­рыс­тарҙы аныҡ билдәләп, ваҡытында ғәмәлгә ашырабыҙ, – ти предприятие директоры Әлфиә Тимерғәлиева. – Был эштә беҙгә торлаҡ хужалары араһынан һайлап ҡуйылған кешеләр, йорт комитеттары ярҙам итә. Уларҙың һәр мөрәжәғәте иғтибарға алына һәм кисекмәҫтән хәл ителә. Халыҡ араһында аңлатыу эше алып барабыҙ, шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеүҙәрҙе, йорт яны майҙандарында торлаҡ хужалары менән күмәк осрашыуҙарҙы даими ойошторабыҙ. Предприятиеның сайты аша мөрәжәғәт иткәндәр ҙә бар.
Мәҫәлән, торлаҡ хужалары менән берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә дөйөм йорт ихтыяждарына (ОДН) сығымды күпкә кәметеүгә өлгәшелгән.

Ғөмүмән, бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа энергия ресурстарына һаҡсыллыҡ иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Предприятие ҡарамағындағы торлаҡ фонды һалҡын, эҫе һыу, шулай уҡ электр энергияһын иҫәпләгән шәхси һәм дөйөм ҡулланылыштағы приборҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Дөйөм йорт ихтыяждарына тотонолған коммуналь ресурстарға ла автоматлаштырылған теүәл иҫәп алып барыла. Был приборҙар берҙәм автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына тоташтырылған. Күрһәт­кестәрҙе дистанцияла алыу мөмкинлеге бар. Һәр өлкәлә эште теүәл иҫәп менән башҡарыу торлаҡ хужаларының үҙҙәрен дә сығымдарҙы һанарға күнектерә.

Предприятиела яңы технологияларҙы әүҙем ҡулланалар. Һөҙөмтәлә сығымдарҙы кәметкән ваҡытта хеҙмәтләндереү сифаты ла яҡшыра. Мәҫәлән, күп фатирлы йорттарҙа эҫе һыу үткәреү торбаларына “Danfoss” маркалы MTCV клапандар урынлаштырғандар. Улар эҫе һыуҙы тигеҙ йөрөшөн тәьмин итә. Һөҙөмтәлә эштә бығаса булған ҡайһы бер кәмселектәргә сик ҡуйылған.

Хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән йәнә бер сараны әйтәйек. Ҡайһы саҡ йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү системаһының айырым урындарында һауа тороп ҡала һәм йылылыҡты тотҡарлай. Италия фирмаһы етештергән “Valtec” клапандарын ҡуйғас, был етешһеҙлектән дә арынғандар.

Торлаҡ фондын ремонтлау һәм ре­конструкциялауҙы ла заманса техноло­гияларға нигеҙләнеп башҡаралар. Ҡалала, нигеҙҙә, эре панелле йорттар. Шуға ла панель-ара йөйҙәр сетерекле проблема булып тора. Уны ла хәл иткәндәр. Йөйҙәрҙе яңы технология буйынса, йәғни ғәҙәти герметизация урынына замандың һуңғы ҡаҙаныштары буйынса етештерелгән, тышҡы факторҙарға сыҙам, юғары сифатлы материалдар ҡулланып эшкәртәләр. Иң мөһиме – был алымды предприя­тиеның үҙ белгестәре уйлап тапҡан.

Күп фатирлы йорттарҙа йылылыҡҡа түләүҙе кәметеү өсөн автоматлаш­тырылған йылылыҡ узелдары урынлаштырыла. Йыһаздары алдынғы илдәрҙә эшләнгән һәм ышаныслы ҡулланыла. Улар йылылыҡ энергияһын һаҡсыл файҙаланыу менән бер рәттән, һауа температу­раһындағы киҫкен үҙгәрештәр ваҡытында фатирҙарҙа ыңғай шарттар тыуҙыра.

Әлеге осор торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн ураҡ өҫтөн хәтерләтә. Алда торған ҡышҡы миҙгелде уңышлы үткәреү өсөн коллектив ең һыҙғанып эшләй. Эҫе һәм һалҡын һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрендәге ағымдағы ремонт барышында иҫкергән торбаларҙы полимер төрҙәренә алмаштыралар. Канализация системаһында ағынтыларға һөҙгөс яйланмаһы ҡуялар. Әлеге сара бигерәк тә торбалар тығылып, йорттарҙың подвалдарын һыу баҫыу кеүек хәлдәрҙән ҡотҡара.

Торлаҡ хужаларының уңайлы һәм имен йәшәйешен тәьмин итеү, ҡышҡы осорға әҙерлек маҡсатында йыл һайын өс программа тормошҡа ашырыла. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь яңыртыу, подъ­ез­дарҙы йүнәтеү, дөйөм мөлкәтте сираттағы ремонтлауҙан һәм энергия һаҡсыллығы сараларынан тора ул. Быйыл “Заманса ҡала яны” проекты старт алды. Әле ошо нигеҙҙә биш йорттоң ихатаһы төҙөклән­дерелгән. Улар танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.

Предприятиела, халыҡ мәнфәғәтенә ярашлы, һәр йортҡа, уның үҙенсә­лектә­ренән сығып, тарифтар билдәләгәндәр һәм айырым смета төҙөгәндәр. Түләүҙәр­ҙәге һығылмалылыҡ кешеләр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Улар предприятие йөҙөндә үҙ эшенә талапсан, хәстәрлекле һәм ышаныслы идарасы компанияны күрә.

Эшмәкәрлекте халыҡ ышанысын яуларлыҡ итеп ойоштороуға етәксе Әлфиә Тимерғәлиева ҙур көс һала. Ул – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына өҫ тиҫтә йылға яҡын ғүмерен бағышлаған тәжри­бәле, тырыш, булдыҡлы етәксе. Һәр саҡ башҡаларҙан бер аҙым алдараҡ барырға тырыша, ышанысты аҡлай. Бында берҙәм, сәмле коллектив тупланған. Улар үҙ ҡалаһын иң матур, йәшәү өсөн уңайлы итеп күрергә теләй. Көндәлек хеҙмәттәре ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән. Ағиҙелдәрҙең аҡ хыялы тормошҡа ашырына ышаныс ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518