Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауырғазыларҙы ауырлыҡтан аралап...
Ауырғазыларҙы ауырлыҡтан аралап...Республика райондарында бөгөн төп иғтибар социаль-иҡтисади өлкәгә йүнәлтелә. Халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, етештергән продукцияны отошло ҡулланыу, һатырға өйрәнеү, кешеләрҙе рухи аҙыҡ менән даими тәьмин итеп тороу – урындағы властың, ойошма-предприятиеларҙың тәү бурысы. Был йәһәттән Ауырғазы ра­йонында уңышлы эшмәкәрлек алып барыла.


Бер йылы һүҙ етә

Мохтаждарға социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында республикабыҙҙың көньяҡ-көнбайыш райондары араһында ойошторолған “Ғаилә” үҙәге Ауырғазыла әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Унда ауыр хәлгә тарығандарға психологик, матди, юридик яҡтан булышлыҡ ҡылына.
Тормошта төрлө хәлдәр була. Ҡайһы ваҡыт кешегә ауырлыҡтарға һынмаҫ, ҡайғы-хәсрәтте йырып сығыр өсөн бер йылы һүҙ ҙә етә. Ә беҙҙең халыҡ, ғәҙәттә, ғаилә хәлдәрен, эске кисерештәрен бигүк күрһәтеп бармай. Матди, юридик яҡтан ярҙамға мохтаждарға килгәндә лә, улар күп осраҡта тейешле ойошмаларға мөрәжәғәт итә һалып бармай: был ҡурҡыуға, тартыныуға йә хоҡуҡтарҙы белмәүгә бәйле.
– Ауыр хәлгә тарыған, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаилә­ләрҙең беҙгә килеп бушлай кейем алыу мөмкин­леге бар, – ти әлеге үҙәктең бүлек етәксеһе Зинфира Заһиҙуллина. – Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә теге йәки был әйбер, аҙыҡ-түлек ҙур күләмдә кәрәк икән, тиҙ ара­ла халыҡтан йыйыу эшен ойошторабыҙ. Төрлө һорау менән мөрәжәғәт итәләр беҙгә: кемдер психолог кәңәшенә мохтаж, икенсе берәүҙең балаһы ауыр холоҡло, өсөнсөһө торлаҡһыҙ интегә һ.б.
“Ғаилә” үҙәгендә шулай уҡ төрлө ҡыҙыҡ­лы саралар ойошторола. Мәҫәлән, һәр айҙың һуңғы шәмбе­һендә тематик саралар уҙғарыу ҡаралған. Был – ғаиләләргә ялын күңелле һәм файҙалы үткәреү өсөн шәп мөмкинлек.
“Ғаилә” үҙәгенең баш психологы Эльвира Ғайсина әйтеүенсә, бында айырылышыу сигендә торған парҙар ҙа килеп, ике аралағы хәлде асыҡ­ларға тырыша икән. Белгес­тәрҙең курстарын тыңлап, артабан татыу йә­шәп алып киткәндәр күп. Был – психо­логтарҙың намыҫлы эшмәкәрлегенә, һөнәри оҫталығына дәлил.
– Ауырлыҡтар ҙа бар, әлбиттә, – ти Эльвира Наил ҡыҙы. – Тәү сиратта – финанс мәсьәләһе. Теге йәки был әйбер етмәгән ваҡыттар була, мохтаж кешегә тәғәйен эш табыу, аҡсаға бәйле һорауҙарҙы хәл итеү күп осраҡта ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Психологик ярҙам күрһәткәндә, юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн төрлө йүнәлештә эш алып барыла, бихисап терапия алымдары ҡулланыла.
Ауыр хәлгә тарыған кешеләр беҙгә мөрәжәғәт итергә ҡурҡмаһын ине. Ҡайһы ваҡыт бит бер ултырып һөйлә­шеү ҙә, дөрөҫ кәңәш биреү ҙә етә. Проблеманың нигеҙен билдәләһәк, бәғзе кеше уны артабан үҙе лә хәл итә ала.
Эйе, әҙәм балаһы ниндәй генә ауырлыҡ­ҡа тарымаһын, уға ярҙам итерҙәй саралар күп бөгөн. Ни бары хәбәрҙар булырға, үҙ эсеңә йомолмай, ҡотолоу юлдарын эҙләргә генә кәрәк.

“Йәнле ауыл” йән өрә


Хужалыҡ итеү алымдарын үҫтереүгә йүнәлтелгән “Йәнле ауыл” проекты районда 2012 йылдан уңышлы тормошҡа ашырыла.

– Уның маҡсаты, мәғлүм булыуынса, шәхси хужалыҡтарҙы, ферма­ларҙы, урында­ғы эшҡыуарҙар етеш­тер­гән продукция кү­ләмен арттырыу, баҙарҙа үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте күбәй­теү, йәштәрҙе ауыл ерендә йәшәргә ылыҡтырыу, бының өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, – ти Ауырғазының Мәғлү­мәт һәм консультация үҙәге директоры Роза Иҫән­ғолова. – Алты йыл эсендә программаны ғәмәлгә ашырыу маҡсатында ра­йон ҡаҙнаһынан 700 мең һум самаһы аҡса, ете йөҙҙән ашыу ғариза буйынса шәхси хужалыҡтар өсөн 2400 гектар ер, “Йәнле ауыл” баҙары өсөн айырым майҙан бүленде; Ауырғазы күп профилле колледжында агроменеджер һөнәренә уҡыуҙар ойошторолдо, һөҙөмтәлә 146 кешегә таныҡлыҡ бирелде; яңы 17 хужалыҡ теркәлде. Шулай уҡ өс тиҫтәгә яҡын ҡорамал алынды, улар араһында мотоблок, 26 һауын аппараты һ.б. бар. Ғөмүмән, программаны тормошҡа ашырыу йәһәтенән яҡшылар рәтендә барабыҙ.

Мәрхәмәт ҡулын һуҙһын

Район балалар китапханаһында үҙенсә­лекле проект булдырылған. “Табип китап” тип атала ул. Проект “Бәләкәй ауыл-ҡала­лар­ҙың мәҙәни мозаикаһы” III Бөтә Рәсәй конкурсында 500 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған.

– “Табип китап” инвалид балаларҙың тормошҡа яраҡлашыу мөмкин­лектәрен, шөғөлдәрен арттырыу маҡсатында булдырылды, – ти китапханасылар Светлана Әмирханова менән Гүзәл Аҡбашева.
Бүленгән аҡсаға оҫталыҡ кластары үткә­реләсәк – бының өсөн махсус ҡорамалдар, китаптар алынған. Проектҡа ярашлы, китапханала шулай уҡ телмәрҙе яҡшыртыу, арт-дизайн буйынса дәрестәр, үҙенсәлекле байрамдар, төрлө һөнәр эйәләре менән осрашыуҙар ҡаралған. Кескәйҙәр өсөн ҡурсаҡ театры ла эшләйәсәк.
“Бәләкәй ауыл-ҡалаларҙың мәҙәни мозаикаһы” конкурсында илебеҙҙән 1011 проект тәҡдим ителгән, шулар­ҙың 58-е генә финалға үткән. Ауыр­ғазыларҙың еңеүселәр исемлегендә булыуы – район ғына түгел, бөтөн республика өсөн ғорурлыҡ. “Табип китап” һәр балаға мәрхәмәт ҡулын һуҙһын.

Ауырғазы районы.


Автор: А. ЙӘМИЛЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509