Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уйлыға – уйЙәштәр – алға, ҡарттар артҡа ҡарап йәшәй, тиҙәр. Ни өсөн тигәндә, тәүгеләренең бөтөн ғүмере, күрәһеләре киләсәктә, ололарҙыҡы иһә – үткәндә, зәңгәр томандар аръяғында. Өлкәндәрҙең ҡайһы берҙәре алға ҡарау түгел, бөгөнгөһөн дә ҡабул итә алмай. Уныңса, элек әҙәм балаһы дөрөҫ йәшәгән, ололарҙы хөрмәт иткән, хәрәм малға ҡағылмаған, кеше йәнле, әҙәпле, тәртипле, ярҙамсыл, хәйләһеҙ булған һ.б. Быуаттар дауамында кешелекте берләштереп тотҡан ошондай әхлаҡ ҡанундары һуңғы йылдарҙа юҡҡа сыға барған кеүек, шунлыҡтан өлкәндәрҙең йәне тыныслыҡ таба алмай. Халҡының, иленең, йәштәрҙең киләсәге өсөн хафалана, аҡылы ла, күңеле лә ҡабул итә алмаған күренештәргә шик-шөбһә менән ҡарай, ризаһыҙлыҡ белдерә улар.


Йәштәргә фәһем булһын

Әсәйем мәрхүмә, кеше аптыратырлыҡ хәбәр ишетһә, “мына ҡәләмәт!” ти торғайны. Хәҙер мин дә бөгөнгө хәлдәр, йәмғиәт тормошо тураһында уйланам-уйланам да, ғәләмәт донъя, тип ҡуям. Тәү ҡарашҡа йәшәйешебеҙ ғүмерҙә булмағанса матур кеүек. Район үҙәге Иҫәнғол (башҡа ауылдарҙы әйтәһе лә түгел) әле яңыраҡ ҡына йәйҙәрен кесерткәнгә, дегәнәккә күмелгән, яҙлы-көҙлө урамдары тубыҡтан ҡойоға, ҡыш йырып сыҡҡыһыҙ көрткә батҡан, төндәре күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы булған тип уйламаҫһың да. Хан һарайылай өйҙәр, таҡыр, таҙа урамдар... Баҡсаларҙағы сәскәләрҙең матурлығы, өй-ҡоймаларҙың ҡупшылығы күҙҙең яуын ала. Һәр йортҡа тиерлек газ, һыу үткәрелгән, хужаларында – бер нисә машина, башҡа төрлө техника, заманса һыуытҡыс, телевизор, эш ҡоралдары, бешеренеү өсөн кәрәк-яраҡ, һәр ғаилә ағзаһында – кеҫә телефоны.
Урамда аҙым һайын магазин, дарыухана. Кәштәләрендә нимә генә юҡ! Шуныһы ҡыҙыҡ: кеше аҡса юҡлыҡҡа зарланһа ла, һатыу урындарының береһе лә буш тормай, ҡайҙа инһәң дә – халыҡ. Шөкөр, рәхәтлеккә сыҡтыҡ. Бер саҡрым араны ла машинала үтәбеҙ, телефон, скайп аша хәл-әхүәл белешәбеҙ, модала тип “йыртыҡ” ыштан кейәбеҙ, өйҙән дә сыҡмайынса илдең теләһә ниндәй юғары уҡыу йортона уҡырға инә, белем туплай, эшкә урынлаша алабыҙ. Диванда ятҡан килеш ер шары буйлап “сәйәхәт итәбеҙ”, һыу аҫтына “төшәбеҙ”. Һанай китһәң, күп замана ғәләмәттәре. Барыһын да файҙаланыу түгел, белеп тә, аңлап та бөтөп булмай. Бигерәк тә фән, техника, медицина ҡаҙаныштарын...
Ошолар тураһында уйлағанда, ирекһеҙҙән бала сағыма әйләнеп ҡайтам. Үткән быуаттың алтмышынсы йылдары башында беҙҙең ғаиләлә булған бер күренеш бөгөнгөләй күҙ алдыма килеп баҫа. Халыҡтың аслыҡ-яланғаслыҡтан яңы арынып, тамағы – ризыҡҡа, өҫтө кейемгә туя башлаған сағы. Киске аштан һуң ҡартатайым (1885 йылда тыуған) кикереп, аяҡтарын урындыҡ буйлап һуҙып ебәрҙе лә: “Э-э-эй, атайым мәрхүмде ҡәберенән торғоҙоп, әлеге тормошто күрһәткәндә... Ожмахта йәшәйҙәр икән, тиер ине бахыр”, – тип ҡуйҙы. Тауышында ауырлыҡтарҙа үткән ғүмеренә әрнеү ҙә, әлеге рәхәтлекте күрә алыуына сикһеҙ ҡыуаныс та яңғырағандай тойолдо. Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа раҫлана бит. Беренсе донъя һуғышына алынып, ике тапҡыр яраланған, әсирлектә булған, унан ҡотолоп ҡайтҡас, аслыҡ, төрлө дәһшәтле яу михнәттәрен кисергән кешегә тыныс тормош, йылы һәм яҡты өй, итле аш, шәкәрле сәй ожмахтай күренгәндер инде.
Асылда бик ауыр ине ул ваҡытта көн итеүе. Ҡарт-ҡоронан, бала-сағанан башҡалар йәйен-ҡышын алһыҙ-ялһыҙ таң һарыһынан төнгә тиклем колхоз эшендә булды. Техника юҡ иҫәбендә, бөтә хеҙмәт ҡул көс менән башҡарылды. Төрлө ойошма, совхоз эшсәндәренә аҙ булһа ла аҡса түләнә ине, ә колхозсыларға йылына бер тапҡыр, эш көнөнә ҡарап, ашлыҡ ҡына бирелде. Аслыҡтан йонсоған кеше уныһына ла ҡыуаныр ине. Колхоз эшенән бушай алмаһа ла, һәр кем үҙ донъяһын да ҡарарға тырышты. Өлкәндәрҙең иҫенә төшөрөп, йәштәргә фәһем булһын тип, мал аҫрау михнәттәрен һөйләйем әле.
Ул заманда кешегә бесән әҙерләргә ваҡыт та, сабынлыҡ та бирелмәне. Колхоз эшенән азат ҡарт-ҡоро урман, тау-таш, туғай араһында соҡсоноп әҙме-күпме үлән табып саба, өйөнә көлтәләп ташый торғайны. Ир-ат иһә эштән һуң ай яҡтыһында йәки ҡара таңдан, колхоз мәшәҡәттәре башланғансы, салғы һелтәй. Шулай күмәк көс менән 10-15 центнер бесән йыйылыр ине – бер һыйырға, дүрт-биш баш ваҡ малға ярты ҡышҡа етерлек. Уныһын алып ҡайтыу өсөн бригадирҙан ат һорап ялына-ялына ҡара көҙ етә, ҡайһы саҡ ҡышҡа ла ҡала. Февраль аҙағына бесән бөтә. Шунан туғайҙан тал, өйәңке, ҡарама, тирәк ботаҡтары ташый башлайһың. Иртәнге сатлама һыуыҡта өлкәндәр урманға юлланһа, бала-саға төштән һуң тағы сыға.
Балаларҙың бәләкәйҙән эшкә егелеүе ғаилә өсөн файҙа ла, яҡшы тәрбиә сараһы ла булған икән. Улар көслө, уңған, сәләмәт булып, яҡындары өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫкән, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫҡас та юғалып ҡалмаған. Малды туйҙырыу хәстәре кис тә дауам итер ине. Ҡарама ботағын утын кеүек ҡырҡып, өйҙә иретеп, ҡайырын һыҙыраһың. Быныһы – быҙаулаған һыйыр өсөн. Һыйыр быҙаулаһа, өйҙә ҙур байрам. Шул замандағы ыуыҙ ҡоймағының тәмен һаман тоям кеүек. Көн дә булмаһа ла, ҡаймаҡ, май, ҡатыҡ менән туҡлана башлайһың. Мейестә күмеп бешергән картуфты ҡаймаҡҡа ҡушып ашау үҙе ни тора!
Апрелдә тау асыла башлай. Ат менән юл һалдырып, малды шунда ҡыуаһың. Ул ваҡытта һырттарҙа ҡылған күпереп үҫә торғайны. Ҡар аҫтынан яңы сыҡҡас, йомшаҡ. Мал рәхәтләнеп ашап, туйып ҡайта. Һөт тә артып китә. Әйткәндәй, беҙҙең ауылда һыйырҙы өйгә индереп һауалар ине. Бәләкәй генә йортта малдың башы урындыҡ өҫтөндә, ҡойроғо ишеккә терәлеп тора. Имеҙеү өсөн быҙауын да алып инәләр. Ул туйғас, ҡалған һөттө һауып алалар. Быныһы – бер. Икенсенән, һыйыр, өйгә ингәнде көтөп кенә торған кеүек, шунда уҡ шаптырлатып эсен бушата. Көн һайын ҡабатлана был. Бер ни ҡылып булмай, күбенә түҙгәс, уныһына ла сабыр итергә тура килә.
Ниһайәт, дүрт күҙ менән көткән яҙ еткәс, мал хәстәре бесән мәле еткәнсе онотолоп тора. Бала-сағаның көтөү ҡайтыр алдынан быҙау эҙләп, тапҡас, алып ҡайта алмай эт булғанын иҫәпләмәгәндә. Илай-илай баҫтырғандары эшкә лә һаналманы инде.
Утын әҙерләү ҙә ҙур мәшәҡәт була торғайны ул заманда. Йәй, ваҡыт етмәгәнлектән, был эш ҡышҡа ҡала. Билдән ҡар ярып, юлға яҡыныраҡ ағасты балта менән туҡылдай-туҡылдай ауҙараһың. Алып ҡайтҡаның, ғәҙәттә, йәш ағас була. Уны мейес башына, артына һалып киптерергә тырышаһың. Кибә һаламы ни ул бер-ике көндә?! Хужабикә тоҡандыра алмай эт була. Ята ышылдап, ҡыҙып янып китә алмай. Ҡуҙ төшөрөп, самауыр ҡуйғансы, уныһы ҡайнап сыҡҡансы ярты сәсең ағарыр. Ирҙе – эшкә, балаларҙы мәктәпкә сәй ҙә эсермәй ебәреп булмай бит инде. Ыҙалаһаң да, түҙәһең. Ирҙе ҡартайтҡан – ҡатын, ҡатынды ҡартайтҡан – утын, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер.

Матур тормоштоң
ҡәҙерен бел


Үткән тормоштоң ҡайһы бер күренештәрен ентекле һүрәтләүем “һүҙ юҡта һүҙ булһын” тигән маҡсаттан түгел. Ундай ниәт ҡуйһам, тағы әллә ниҙәр һөйләргә булыр ине. Мәҫәлән, йорт ҡаралтыһы төҙөү этлектәре; һыуыҡтар төшкәс, ҡуҙлы эҫе көл һалып, балсыҡ баҫыу, ҡулды туңдыра-туңдыра һылау; тирмәндә аҙналар буйы сират тороп он тартыу; арҡаға тоҡ йөкмәп тиҫтәләрсә саҡрым юлды йәйәү йөрөү һ.б. Ошондай донъя мәшәҡәттәре заманы өсөн ғәҙәти хәл булһа ла, күп көс, тырышлыҡ, сабырлыҡ талап иткән! Һәр ғаиләлә биш-алты, унан да күберәк бала үҫтереү тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Барыһы ла колхоз-совхоз, башҡа ойошмаларҙағы төп эш араһында ғына башҡарыла ине. Кешенең таң һарыһынан ҡара төнгә тиклем ултырып хәл алырға ла ваҡыты булмаған. Шул тормошто ла ожмахҡа тиңләгән ҡартатайыма, уның замандаштарына йәлләп тә, һоҡланып та ҡарайым. Ҡыйынлыҡтарға зарланмай, йәшәүҙән йәм табып, бәләкәй генә уңышҡа ла һөйөнөп, киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәү бәхет түгелме ни?!
Уйлап ҡараһаң, әҙәм балаһына күп тә кәрәкмәй кеүек. Асыҡһаң, туйғансы ашау – бәхет, ҡаты сирҙән ҡотолоп, шәбәйеп китһәң – бәхет, талсыҡҡандан һуң рәхәтләнеп ял итеү – бәхет, яҡындарың менән татыу, ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәү – бәхет. Һанай китһәң, үҙеңде бөтөн күңелле итеп тойорға сәбәп күп. Тамсынан күл йыйылған кеүек. Һөйөнөстәрҙе тоя, тейешенсә баһалай белергә генә кәрәк. Кешенең ғүмере ошондай бәләкәй шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан тормаймы ни? Булғандың ҡәҙерен белмәһәң, нәфсеңде тыймаһаң, буйың етмәҫтәйгә ынтылһаң, алтын-көмөшкә күмелеп йәшәһәң дә, бәхет тойоп булмайҙыр ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәҡиҡәтте күптәр юғалтыу кисергәс кенә аңлай.
Һүҙ юҡ, заман үҙгәрә, тормош яҡшырған һайын кешенең талаптары ла арта. Һәр кем үҙ тормошон йәмлерәк, етешерәк итергә тырыша. Тик, “Кавказ тотҡоно” кинокомедияһында әйтелгән тост кеүек, теләктәр мөмкинлектәргә тап килһен ине. Кире осраҡта, нәфсе яҡшыға алып бармаясаҡ. Берәүҙәр теләгенә өлгәшеү өсөн төрлө хилаф эш ҡыла, енәйәт юлына баҫыуҙан да тартынмай. Икенселәр мулыраҡ йәшәгәндәрҙән көнләшә, тормошонан йәм тапмай, үҙен эшкинмәгән, бәхетһеҙ кешегә һанап, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә. Иртәгәһе көнгә ышанысың булмаһа, тормоштоң йәме юҡ.

Һүҙҙән – эшкә

Ауырлыҡтарҙан сығыу йәһәтенән аныҡ аҙымдар яһала һуңғы осорҙа. Миллиардер­ҙарҙың ил байлығын урлап, халыҡты алдап, сит илдәргә сығарған капиталын ҡайтарыу, сәнәғәт предприятиелары төҙөү, ауыл хужалығында кооперативтар ойоштороу, һаулыҡ һаҡлау тармағын яҡшыртыу һәм башҡа йүнәлештәрҙә һүҙҙән эшкә күсергә ынтылыш төҫмөрләнә.
Коррупцияға ҡаршы көрәш тә элеккесә күҙ буяу өсөн түгел, ә эҙмә-эҙлекле алып барыла, ҡәтғи төҫ ала. Эш башланған икән, дауам итәсәк, илдең боғаҙынан алған ришүәтселәргә хөрриәт бөтөр тигән өмөт бар. Бөгөн заманса сәнәғәт предприятиелары төҙөргә теләгән инвесторҙар табыу – көнүҙәк мәсьәлә. Был йәһәттән йыл һайын үткәрелгән форумдарҙың файҙаһы булыр, тип ышанабыҙ. Предприятиелар төҙөлгән йә киңәйтелгән хәлдә лә, уларҙа белгестәр, эшселәр етешмәүе асыҡланды. Инженерҙар, технологтар, операторҙар, токарҙар, слесарҙарға ихтыяж ҙур. Ауыл хужалығында ла эшселәр етешмәүе бәкәлгә һуға. Булғандары өлкәнәйгән йә таралып бөткән, йәштәр иһә “ҡара” хеҙмәттән ҡаса. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙерге быуын вәкилдәре “рәхәт йәшә, тормоштан бөгөн, хәҙер ләззәт ал!” тигән кеүек рекламаларҙы ҡат-ҡат тыңлап, телевидениенан заман байҙары нисек йәшәгәнен күреп үҫте шул. Ошоно хаҡлыҡҡа һанап, ғаиләһендә лә дөрөҫ тәрбиә алмай буй еткергәндәрҙе һөнәр түгел, ә еңел табыш килтерә торған урындар ҡыҙыҡһындыра.
Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында мәктәптәрҙә һөнәри белем биреү, предприятиеларға эшселәр әҙерләү йүнәлештәре булдырылды, был йәһәттән төрлө конкурстар үткәрелә башланы. Һәләтле йәштәр араһынан етәкселәр үҫтереү буйынса ла дәүләт кимәлендә эш алып барылыуы һөйөнөслө. Үҫеп килгән быуынды файҙалы, ҡыҙыҡлы хеҙмәткә йәлеп итеү, яманлыҡтан ҡурсалау өсөн төрлө ойошмалар тергеҙелә, ирекмәндәр хәрәкәте йәйелдерелә. Ғөмүмән, киләсәккә өмөт менән ҡарап йәшәүгә сәбәп күп.
Көнкүреш өсөн уңайлыҡтар булдырыу, әлбиттә, яҡшы. Әҙәм балаһы тәүҙән үк тормошон еңеләйтеү өсөн көрәшкәнлектән, ошо хөрриәткә килеп еткән. Тик һәр нәмәнең самаһы булырға тейештер, тип уйлайым. Сиктән сыҡһа, яҡшының да яманға әйләнеүе ихтимал. Әйтәйек, төрлө техника, ҡулайламалар уйлап сығарып, кеше үҙен эшһеҙ итә. Ә тәбиғәт әҙәм балаһын, бөтөн башҡа тереклек кеүек, туҡтауһыҙ хәрәкәттә булһын өсөн яралтҡан. Аҙыҡ эҙләһен, үҫешһен, парын тапһын, тоҡомон ҡалдырһын, тип. Тереклектең йәшәү мәғәнәһе, асылда, йәшәү өсөн көрәштә һәм нәҫел ҡалдырыуҙа бит. Шулай булмаһа, ерҙә тереклек юҡҡа сығыр ине. Был – бөйөк инглиз ғалимы Ч. Дарвин асҡан тәбиғәт ҡануны. Тимәк, кешелек, бөтөн эшен техникаға ауҙарып, йәшәү өсөн көрәштән туҡтай. Ғаилә, бала тәрбиәләү мәшәҡәтенән ҡасып, тоҡом ҡалдырмай. Тәбиғәт законын танымай, йәшәүҙән рәхәтлек кенә эҙләүҙең кешелекте юҡҡа сығарыуы ла ихтимал. Тыуымдың кәмеүе, бығаса билдәле булмаған яңынан-яңы ауырыуҙар сығып тороуы, әленән-әле ҡот осҡос дауыл-ғәрәсәттәр булып тороуы, климат үҙгәреүе... Был иҫкәртеү түгелме? Бик ихтимал.
Кеше үҙе лә “ожмах тормошо”нан туя башланы шикелле. Ысынлап та, ҡыл да ҡыбырҙатмай, янмай, көймәй, балаларың, яҡындарың хаҡында хәстәрлек күрмәй, үҙең генә рәхәтлектә йәшәүҙең дә йәме юҡтыр. Алдынғы технологиялы заман кешене ошондай ябай, әммә йәшәү көсө биргән рухи аҙыҡтан мәхрүм ҡалдыра кеүек. Уның урынына (һаман да табыш алыу өсөн!) төрлө күңел асыу саралары тәҡдим ителә. Нервыны “ҡытыҡлай” торған аттракциондар, кинофильмдар, ҡомарлы уйындар, үлемесле ҡул һуғыштары, йәштәрҙе илертә торған музыка, мәғәнәһеҙ йырҙар, бер яҡтан, аҡса килтерһә, икенсенән, кешенең аңын томалай.
Йәшәү мәғәнәһен юғалтыу кешене ныҡ үҙгәртә. Уның, күңел бушлығынан ҡасып, башҡалар ҡыланмағанды ҡыланғыһы, кеше аптыратырлыҡ эш ҡылғыһы килә башлай. Шунан рәхәтлек табырға өмөт итә. Үҙен төрлө яҡлап үҙгәртеүҙән мәғәнә тапмаһа, тормошо өсөн хәүефле шөғөлдәр менән мауыға башлауы ихтимал. Урамға сығып, тиктомалға кемделер атып үлтереү, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу йәшәү йәмен юғалтыуҙан килеп сығалыр бит. Ундайҙарға һис кемдең ғүмере йәл түгел.
Кеше тәбиғәтенә ят күренештәрҙең донъяның иң бай иле АҠШ-та барлыҡҡа килеп, йылдан-йыл тарала барыуы, Европаға күсеүе, Рәсәйгә лә үтеп инә башлауы осраҡлы хәл түгелдер. Уйлап ҡараһаң, Американан беҙгә картуф менән помидорҙан башҡа йүнле әйбер килмәгән кеүек. Тәмәке, колорадо ҡуңғыҙы, амброзия, СПИД, наркомания, ҡомарлы компьютер уйындары, мәғәнәһеҙ фильмдар, казинолар океан аръяғынан килгән “бүләк” түгелме ни?!

Алға ҡарап йәшәйек

Баҙар иҡтисады илебеҙ тормошона бығаса күрелмәгән үҙгәрештәр алып килде. Алдашыу, мутлашыу, урлашыу, хәрәм мал артынан ҡыуыу күңелдәрҙә ризаһыҙлыҡ, бөтөн нәмәгә шикләнеп ҡарау, ҡурҡыу, ғәҙеллек булыуға ышанмау тойғолары уятты. Бәғзе байҙар батша һарайына тиң йорттарын таш ҡоймалар менән уратып, тиҫтәләрсә һаҡсы, күҙәтеү ҡоролмалары ҡуйҙы. Үҙҙәре лә һаҡсыһыҙ аҙым да атламаҫ булды. Хәрәмдән йыйған байлығың, яҡындарыңдың ғүмере өсөн көн-төн ҡалтырап йәшәү йәшәүме инде?!
Ябай халыҡ та һаҡланыу сараларын күрергә тырышты. Мәҫәлән, элек фатир асҡысын ишек төбөндәге сепрәк аҫтына һалып йөрөһә, хәҙер ике ҡат тимер ишек, ике-өс йоҙаҡ, подъезд ишегенә домофон ҡуйҙырҙы. Балаларын сит кешегә ишек асмаҫҡа, урамда ундайҙар менән һөйләшмәҫкә өйрәтте. Һаҡланыу саралары йәмәғәт урындарында ла булдырылды. Һаҡсыһыҙ, турникетһыҙ, күҙәтеү камераһыҙ, металл эҙләүсе приборһыҙ ер ҡалаларҙа юҡтыр хәҙер. Шулай булһа ла, енәйәтселекте туҡтата алмайҙар.
…Мәҡәләмде “ҡарттар – артҡа, йәштәр алға ҡарап йәшәй” тип башлағайным. Үҙем, 70-кә аяҡ баҫһам да, яҙмамда ике тарафҡа ла бағырға тырыштым. Осорҙарҙың яҡшыһын да, яманын да күрә алдым, буғай. Тормош гел аҡтан йә ҡаранан тормай бит. Күп нәмә кешенең үҙенә бәйле. Насар яҡты эҙләһәң – насарҙы, яҡшыны табырға тырышһаң, яҡшыны күберәк күрәһең. Совет осороноң да етешһеҙ яҡтары булды, шул уҡ ваҡытта хәҙер ҙә һәйбәт күренештәр күп, киләсәгебеҙ өмөтһөҙ түгел.
Һуңғы сирек быуатта йәмғиәтебеҙ тормошона килеп ингән киҫкен үҙгәрештәрҙе ҡабул итмәүем баҙар иҡтисадын, хосуси милекте, шәхси эшҡыуарлыҡты инҡар итеүҙе аңлатмай. Реформалар үткәреү кәрәкмәй ине, тип тә әйтмәйем. Тик уларҙың ашыҡ-бошоҡ, дөйөм ил, халыҡ мәнфәғәттәренән сығып түгел, ә шул осорҙа власҡа килгән йылғыр, ҡомһоҙ әҙәмдәр теләгенә бәйле үткәрелгәненә, шул сәбәпле элекке ҡаҙаныштарыбыҙҙы юғалтыуыбыҙға әсенәм. Ни хәл итәһең, үткәнде кире ҡайтарып булмай. Яңы шарттарҙа үҫеш юлдарын эҙләү, донъяла үҙ урыныбыҙҙы табырға тырышыу мөһим. Аҡылы, хәләл көсө менән мал йыйып, уның рәхәтен күреп йәшәһен ине кеше. Тик мутлашмаһын, башҡаларҙың өлөшөнә ҡул һуҙмаһын. Шул уҡ ваҡытта кем күктән төшкәнде көтөп, урам ҡыҙырып йөрөй – үҙенә үпкәләһен.
Беҙҙең башҡорт элек-электән эт менән эт булмайым, ас тамағым – тыныс ҡолағым, минең хәтер ҡалһа ҡалһын – һеҙҙең хәтер ҡалмаһын, тип йәшәгән. Кешегә һуңғы күлдәген һалып бирһә биргән, хәрәм малға ымһынмаған. Хәҙер, кем өлгөрә – шул ашай тип йәшәгән заманда, әҙәп һаҡлау, башҡаның күңелен уйлау “артта ҡалғанлыҡ” кеүек баһаланғандай. Халҡыбыҙға борондан хас ыңғай сифаттарға тоғро ҡалып, шул уҡ мәлдә йылдамыраҡ, ҡыйыуыраҡ булырға, үҙ мәнфәғәттәребеҙҙе, хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡларға өйрәнергә күптән ваҡыт та бит, әммә ауыр ҡуҙғалабыҙ. Быны аҡылың менән аңлаған хәлдә лә, булмышыңды ҡапыл ғына үҙгәртеү мөмкин түгел шул. Әсәйем мәрхүмә әйткән тағы бер һүҙ иҫтән сыҡмай. Тормош – мулла, өйрәтер, ти торғайны ул.
Һаулығы, дәрте булған һәр кем донъяны бынамын итеп көтә бөгөн. Районыбыҙҙа ундайҙар аҙ түгел. Ҡыйын тип тормай, аҡсаһын таба, йорт-ҡураһын яңырта, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә, төрлө йәмәғәт сараларында ҡатнашып, үҙенең дә, башҡаларҙың да тормошон йәмләй улар. “Афарин”дан башҡа ни әйтәһең үҙҙәренә?!
Тағы шуныһы ҡыуандыра: республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары, шул иҫәптән беҙҙең “Ейәнсура таңдары” гәзите хеҙмәткәрҙәре тормошобоҙҙо йәмләп йәшәгән уңғандарҙы күрә белә. Бындай хәбәрҙәр, һис шикһеҙ, бик кәрәк. Ихлас күңелле, тырыш, уңған кешеләр башҡаларҙы дәртләндерә, өлгө күрһәтеп, үҙ артынан эйәртә, төшөнкөлөккә бирелеүҙән һаҡлай. Шулай яҡшыны күрә белеп, бер-беребеҙгә терәк булып, тел аша ла, ҡул менән дә ярҙамлашып йәшәһәк, һис ниндәй ауырлыҡ-һынауҙарға бирешмәҫбеҙ. Артҡа ҡарауҙан файҙа сыҡмаҫ, алға ынтылып йәшәйек!

Рәшит ИЛЬЯСОВ,
хеҙмәт ветераны.

Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 049

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 414

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 946

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 852

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 594

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 205

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 429

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 950

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 400

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 309

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497