Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп ҡаршылыҡ — халыҡтың аңламауы
Иртән тороп урамға сығам тиһәң, барлыҡ баҫҡыстар юҡҡа сыҡҡан, имеш! Бындай хәлде күҙ алдына килтереп булмай, әлбиттә. Шулай ҙа республикабыҙҙа инвалид коляскаһы ярҙамында йөрөүсе 6 332 кеше ошондай мәсьәлә менән көн дә тиерлек осраша. Тағы ла 3 549 кеше — ишетеү, 11 818-е күреү һәләтенән мәхрүм. Улар ҙа ҡәҙимге мөхиттә төрлө уңайһыҙлыҡ кисереүен дауам итә.
Бөгөн республикала социаль объекттарҙың 60 процент тирәһе физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн яраҡлаштырылмаған: пандусы текә йә яйһыҙ, касса тәҙрәһе үтә бейек, ишеге дөрөҫ асылмай һәм башҡалар. Инвалидтарҙы ҡаршылыҡһыҙ юлдар менән тәьмин итеү зарурлығы 1995 йылда "Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында"ғы Федераль закон менән нығытыла, әммә эш ҡағыҙҙан ары китмәй.
Күрелгән саралар мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе ҡәнәғәтләндерәме? Ошо һорау менән Өфө ҡалаһы Киров районының инвалидтар йәмғиәте етәксеһе З. Сәхибгәрәеваға мөрәжәғәт иттек.
— Баҫҡыстарҙа пандус менән яндауырҙар (тотоноу өсөн ҡулайлама) күберәк күренә башланы. Инвалидтар йыш мөрәжәғәт иткән дауахана, дарыухана кеүек учреждениеларҙың ҡайһы берҙәрендә уңайлыҡтар булдырырға ашыҡмауҙары ғына аңлашылмай. Мәҫәлән, коляскала йөрөүсе кеше табипҡа барһа, туғандары баҫҡыстан ҙур ҡыйынлыҡ менән мендерә. Эскә инһәң, бер ҡаттан икенсеһенә йөрөргә тура килә. Мәҙәни сара үткәргән саҡта ла уңайлы бина табыуы ҡыйын. Яңыраҡ бер егетебеҙҙе циркка саҡырыу ҡағыҙы менән бүләкләгәйнек. Ул эскә инеүен-инде, әммә коляскала урынлашыр ер тапмағас, кире ҡайтып китте, — тине Зарема Закирйән ҡыҙы.
— Ҡала һәм ауылдар мөхитен барыһы өсөн дә уңайлы итеү ике, биш йәки ун йылда ғына башҡарыла торған эш түгел. Әммә шуны аңларға ваҡыт: инвалидтарҙың теге йәки был бинаға инә алмауы түгел, ә халыҡтан аңлау тапмауы төп ҡаршылыҡ булып тора. Был йәһәттән хәстәрлекле, миһырбанлы етәкселәрҙе башҡаларға өлгө итеп ҡуйыусы, етешһеҙлектәрҙе көн ҡаҙағына сығарыусы йәмәғәт комиссияһын төҙөү отошло буласаҡ, — тип тәҡдим итте Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
...Шулай ҙа бер мәлгә генә донъяны баҫҡысһыҙ күҙ алдына килтерергә тырышып ҡарайыҡ әле. Физик мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең хәлен саҡ ҡына булһа ла аңларға өйрәнһәк, мәҙәни кимәлебеҙ бер баҫҡысҡа күтәрелмәҫ инеме икән?
Нурзиә ХӘСӘНОВА


Йыш бирелгән һорауҙар

l Инвалидлыҡ юллау өсөн медицина-социаль экспертизаға йүнәлтмә алыу тәртибе ниндәй?
Бындай йүнәлтмәне дауалау-иҫкәртеү ойошма дауаланыуҙан, диагностика һәм реабилитация үткәндән һуң бирә. Пенсия менән тәьмин итеүҙе бойомға ашырыусы һәм халыҡты социаль яҡлау органдары, тейешле медицина документтары булғанда шулай уҡ йүнәлтмә бирергә хоҡуҡлы. Әлеге ойошмалар йүнәлтмә биреүҙән баш тартҡан осраҡта мөрәжәғәт итеүсегә белешмә тапшырыла.

- Медицина-социаль экспертиза үтер өсөн ниндәй документтар кәрәк?
Граждандың (уның законлы вәкиленең) ҡулдан яҙылған ғаризаһы, йүнәлтмә, һаулыҡ торошо хаҡындағы белешмәләр.

- Медицина-социаль экспертизаны өйҙә һәм ситтән тороп үткәрергә мөмкинме?
Өйҙә үткәрер өсөн медицина ярҙамы күрһәтеүсе ойошманан ауырыуҙың һаулыҡҡа бәйле сәбәптәр арҡаһында бюроға бара алмауын дәлилләүсе белешмә алырға кәрәк.
Әгәр тапшырылған документтарҙағы мәғлүмәт инвалидлыҡ биреү-бирмәүҙе хәл итеү мөмкинлеген бирһә, бюро ағзалары ситтән тороп та ҡарар сығара ала.

- Инвалидлыҡ группаһы күпме ваҡытҡа билдәләнә?
- группа инвалидлығы — ике, II һәм III группа бер йылға бирелә. Бынан тыш, группаларҙың һәр ҡайһыһы ғүмерлеккә билдәләнеүе мөмкин.

- Медицина-социаль экспертиза ҡарарына ялыу биреү тәртибе ниндәй?
Бер ай эсендә Башҡортостан буйынса баш медицина-социаль экспертиза бюроһы етәксеһе исеменә ғариза тапшырырға кәрәк (адресы: 450059, Өфө ҡалаһы, Оло Граждан урамы, 24-се йорт).Төбәктең баш бюроһы ҡарары менән килешмәгән осраҡта бер ай эсендә Федераль медицина-социаль экспертиза бюроһына ғариза яҙырға була (127486, Мәскәү ҡалаһы, Сусанин урамы, 3-сө йорт). Судҡа мөрәжәғәт итергә лә мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518