Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уңыш нигеҙеРеспубликала “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уның һөҙөмтәһендә ҡалаларҙа һәм райондарҙа ихаталар һәм йәмәғәт урындары тәртипкә килтерелә.


БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министр­лығында билдәләүҙәренсә, программа 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уның төп маҡсатына ярашлы, капиталь ремонт үткәрелгән күп фатирлы йорттар һанын арттырыу, күмәк халыҡ ял иткән урындарҙы – парктарҙы, скверҙарҙы, аллеяларҙы, яр буйҙарын төҙөкләндереү күҙ уңында тотола.
Былтыр республикабыҙ өҫтөнлөклө федераль проектты тормошҡа ашырыу буйынса илдең иң алдынғы төбәктәре исемлегенә инде. Башҡортостанда 416 ихата һәм 37 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Урамдарҙы, скверҙарҙы яҡтыртыу, автомобиль туҡта­лыштары, контейнер майҙансыҡтары булдырыу һәм башҡа йүнәлештәрҙә бихисап эштәр башҡарылған. Заманса балалар уйын комплекстары һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән.
Финанслау федераль һәм республика бюджеттарынан башҡарылған, дөйөм сумма 1 мил­лиард 32 миллион һум тәшкил иткән. Был аҡсаның өстән ике өлөшө – күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын тәртипкә килтереүгә, өстән бер өлөшө йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.
Мәҫәлән, былтыр Белоретта 22 ихата төҙөкләндерелгән.
— Был бик ҙур эш, бығаса Белоретта бер ҡасан да бер юлы шул тиклем ихата тәртипкә килтерелгәне юҡ ине әле, — ти ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков. – Барлыҡ эштәр ҙә халыҡтың туранан-тура ҡатнашлығында башҡарылды. Автомобиль ҡуйыу урындары, йәшел биләмәләр булдырыу һәм юлдарҙы киңәйтеүгә бәйле бәхәсле һорауҙар үҙ-ара килешеп, тиҙ арала хәл ителде. Уңыш нигеҙе берҙәм хеҙмәттә булыуын беҙ яҡшы аңлайбыҙ.
Белорет ҡалаһы халҡының яратҡан урыны – Ленин урамындағы Үҙәк скверҙы төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан 10 миллион һум бүленгән. Дөйөм тырышлыҡ менән тротуар плиткалары һалынған, яҡтыртыу лампалары, сүп-сар һауыттары, эскәмйәләр ҡуйылған, сәскә түтәлдәре һәм йәшел биләмәләр барлыҡҡа килгән.
Быйыл “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” өҫтөнлөклө проектын финанслауға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү күҙаллана, уның 891 миллион һумы – федераль, 175 миллионы – республика бюджетынан.
Һәр кем төҙөкләндереү объектын һайлауҙа ҡатнаша алды, йәғни билдәле проекттар тауыш биреүгә сығарылды һәм, уның һөҙөмтәһенә ярашлы, был объекттар киләһе йылдарҙа ғәмәлгә ашырыласаҡ муниципаль программаларға индерелде.
Ғинуар айында ҡала һәм район халҡы ниндәй йәмәғәт урындары төҙөкләндереүгә мохтаж булыуын билдәләне. Ғаризалар яҙма рәүештә лә, онлайн формала ла ҡабул ителде. Ҡала хакимиәттәренә 78 меңдән ашыу тәҡдим килде. Муниципаль йәмәғәт комиссиялары 196 биләмәнең 109-ын һайлап алып, рейтинг тауыш биреүгә сығарҙы.
Февралдә халыҡ тарафынан иң ныҡ яҡлау тапҡан биләмә исемлектәре урындағы матбуғат сараларында баҫылды, хакимиәт­тәрҙең сайттарына ҡуйылды. Март башында дизайн-проекттар әҙерләнде.
Төҙөкләндереләсәк биләмәләрҙең һәм проекттарҙың аныҡ исемлеген халыҡ 18 мартта – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлаған көндә – үҙҙәренең һайлау участкаларында билдәләне. Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса, төҙөкләндереү өсөн тәҡдим ителгән 109 йәмәғәт биләмәләренең 38-е һайлап алынды. Республика буйынса бөтәһе 988 мең кеше тауыш биреүҙә ҡатнашты, был – 14 йәштән оло граждандарҙың 53 проценты.
Учалылар ҙа активлыҡ күрһәтте. 15435 кеше, йәғни ҡалала йәшәүселәрҙең 50,7 проценты, хөкөмгә сығарылған һигеҙ объекттың иң тәүҙә ҡайһыһы төҙөкләндереләсәген билдәләне. Иң күп – 3640 тауышты учалылар Ҡунаҡбай урамына йәйәүлеләргә тротуар төҙөү өсөн бирҙе, проект ағымдағы йылда тормошҡа ашырыласаҡ. Ошо маҡсатта 17,8 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шундай уҡ тротуарҙар киләһе йыл Рудник биҫтәһенең Чехов, Үҙәк, Совет урамдарында ла һалына­саҡ, был проекттарҙы 2771 кеше яҡлап сыҡты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506