Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дискриминация тиһәләр ҙә...
Хеҙмәт баҙарында йәш буйынса дискриминация төп проблемаларҙың береһе булып ҡала. Билдәле HeadHunter порталы мәғлүмәттәре буйынса, эш биреүселәрҙең 81 проценты кадрҙар эҙләү тармағында был проб­лема барлығын билдәләй. Яҙылмаған ҡанундар буйынса,
45 йәшен үткән кешене эшкә ҡабул итергә бер ҡайҙа ла атлығып тормайҙар.


Дискриминация киң таралған һөнәрҙәр араһында булған кеүек (секретарь, һаҡсы, административ персонал, мәҫәлән), юғары технологиялар өлкәһендә лә йыш осрай. Был, тәүге сиратта, заман күренеше: донъя, техник прогресс йәштәргә йүнәлеш тотоп үҫешә. Улай булғас, олоғая барғандарға һәм пенсионерҙарға нимә эшләргә һуң?
Социологтар белдереүенсә, хәҙерге хеҙмәт баҙары оло йәштәгеләр өсөн бик уңайлынан түгел. Эшсәндәрҙән талап ителгән “классик” сифаттар (физик көс, түҙемлелек, реакция тиҙлеге) менән бер рәттән, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡтың йышлығы һәм оҙайлығы (ололар оҙағыраҡ сирләй), яңы технологияларҙы үҙләштереү һәләте һәм ваҡыты, оҙайлы карьераға йүнәлеш тотоу кеүек талаптар һәм үҙенсәлектәр оло йәштәгеләр өсөн хеҙмәт баҙарының күп ишектәрен яба.
Статистика күрһәтеүенсә, илебеҙҙә 50 йәшкә тиклем ирҙәрҙең 83,8 проценты етә, 55 йәшкә тиклем – 77 проценты, 60 йәшкә тиклем – 69,4 проценты. Шулай итеп, һәр өсөнсө ир пенсия йәшенә лә етә алмай тигән һүҙ. Артабан китһәк, 65 йәшкә тиклем ирҙәрҙең 59,3 проценты ғына етә, 70-кә – 47,9 проценты.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың был йәһәттән күрһәткестәре юғарыраҡ: 55 йәшкә тиклем гүзәл заттарҙың 93,3 проценты тир түгә.
Эшләүсе пенсионерҙарға килгәндә, 60 йәшен үткәндәрҙең 18 проценты ғына эшләй, әммә хеҙмәт итергә теләүселәр һаны күберәк булғанлығы билдәле. Уларҙы, тәүге сиратта, пенсия күләменең түбән булыуы эшләргә мәжбүр итә. Артабан ғаиләнең башҡа ағзаларына матди ярҙам күрһәтеү, социаль статусты һаҡлау, һөнәри ҡыҙыҡһыныу, эштең йәшәгән урынға яҡынлығы, яңғыҙлыҡтан ҡасыу кеүек сәбәптәр пенсионерҙарҙы хеҙмәткә этәрә.
Ә эшләй алмағандарҙың төп сәбәптәрен әйтеп тормаһаҡ та билдәле – һаулыҡтың насар булыуы, теләк һәм көс етмәүе.
Белгестәр билдәләүенсә, бер яҡтан, Рәсәйҙә тормош сифаты яҡшыра һәм граждандарҙың ғүмере оҙоная, икенсе яҡтан, пенсия системаһына көсөргәнеш арта. Өсөнсөнән, Рәсәй алдынғы илдәрҙән үлем күрһәткесе буйынса ныҡ артта ҡалған: ул беҙҙә Евросоюзға ҡарағанда 4,5 процентҡа юғарыраҡ. Халыҡтың 70 проценты пенсия йәшенә ун йыл ҡалғанға тиклем үк (!) һаулыҡ йәһәтенән етди патологияларға дусар.
Тағы бер мөһим күҙәтеү. Илдәге халыҡтың ҙур тиҙлек менән ҡартайыуын инҡар итеп булмаған кеүек, демографик көрсөк ваҡы­тында тыуған, һан яғынан кәмерәк булған йәш быуын вәкилдәре хеҙмәт баҙарына сыҡҡан мәлдә йәшәгәнебеҙ ҙә мәғлүм. Бер яҡтан, заман фәҡәт йәштәргә йүнәлеш тотоп үҫешә тиһәк тә, икенсе яҡтан, уларҙың һаны төрлө тармаҡтарҙағы белгестәрҙе, һөнәр оҫталарын алмаштырырлыҡ күләмдә түгел. Бер генә миҫал. Тотош ил буйынса иң таралған һөнәр эйәләре – табиптарҙың, уҡытыусыларҙың катастрофик рәүештә етешмәүен генә алайыҡ, мәҫәлән. Бигерәк тә ауыл ерендә.
Ошонан сығып, һығымта яһайыҡ. Бер яҡтан, пенсия йәшен арттырыу ихтыяжы ифрат көнүҙәк тойолһа ла, икенсе яҡтан, кешеләрҙең ғәмәлдәге пенсия йәшенә лә барып етә алмауы, еткән хәлдә лә, сәләмәтлеге менән проблемаларҙың күп булыуы белгестәрҙе һәм ил етәкселеген дә борсомай ҡалмай, әлбиттә. Ә дискриминацияға килгәндә, оло йәштәге белгестәрҙән баш тартырға мөмкинлегебеҙ ҙә, хоҡуғыбыҙ ҙа юҡ. Ололарҙың тәжри­бәһенән тыш, тормош рәтен белеп буламы һуң? Юҡҡамы ни беҙ, мәҫәлән, табипҡа барғанда, балаға уҡытыусы һайлағанда олораҡ, тәжрибәлерәк кешеләрҙе табырға тырышабыҙ...
Белгестәр билдәләүенсә, 2020 йылға тиклем илебеҙҙә эшкә яраҡлы кешеләрҙең һаны 3,1 миллионға кәмейәсәк. Хөкүмәт был күренешкә ҡаршы көрәшмәксе, әлбиттә. Оло йәштәгеләрҙең мәшғүллегенә булыш­лыҡ итеү ҙә – ошо планда. Тимәк, нисек кенә булмаһын, дискриминация булған хәлдә лә, барыбер эш биреүселәр оло йәштәге, тәжрибәле белгестәрҙән, уларҙың хеҙмәтенән баш тарта алмаясаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509