Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баш ҡайғыһы бирмәһен
Баш ҡайғыһы бирмәһенТүшәгенән тора алмаған сирлеләрҙе ҡарарға мәжбүр булған һәр кем раҫлай алыр, моғайын: иң ауыры һәм фажиғәлеһе – зиһененә зыян килгән кешеләрҙе тәрбиәләү. Һуңғы йылдарҙа республикала нервы-психик тотороҡһоҙлоҡ осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала күптән түгел төбәгебеҙ етәксеһе Рөстәм Хәмитов та белдергәйне.


Башҡортостан Башлығы ҡарамағын­дағы Фән буйынса совет ултырышында ул республикала нервы-психик сирҙәр менән шөғөлләнәсәк ғилми үҙәк булдырырға тәҡдим итте. Иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәрҙә бындай фәнни ойошмалар уңышлы эшләп килә, психотерапия ярҙамы ла юғары кимәлдә күрһәтелә.
Совет ултырышында шулай уҡ мәк­тәп­тәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, ата-әсәләр араһында эште әүҙем­ләштереү, эш фажиғәгә барып етмәҫ борон иҫкәртеү сараларына өйрәтеүҙе яйға һалыу, “ҡыҙыу бәйләнеш”тәр ойоштороу кәрәклеге билдәләнде.
– Алдынғы дәүләттәрҙә һәр кемдең шәхси психотерапевҡа беркетелеү һәм дауаланыу форсаты бар, беҙҙә был эш башлана ғына әле, – тине Рөстәм Зәки улы.
Психик сирлеләр һаны бөтә донъяла арта бара. Яңыраҡ “Новые Известия” гәзите яҙыуынса, Рәсәйҙә уларҙың һаны тағы ла йылдамыраҡ күбәйә: алдынғы илдәрҙә психик ярҙамға мохтаж булғандар уртаса 15 процент тәшкил итһә, беҙҙә ундайҙар халыҡтың 25 процентына тиерлек етә. Улар араһында шизофрения, маниакаль-депрессив психоз һәм эпилепсия күренештәре ҙур урынды биләй. Евросоюз илдәрендә психик ауырыу арҡаһында хеҙмәт етештереүсәнлегенең юғалыуы тулайым эске продукттың өс-дүрт процентын тәшкил итеүен иҫәпләп сығарғандар. Беҙҙең илдә лә инвалидтар һанының артыуы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгәндәрҙең кәмеүе иҡтисадҡа ҙур ғына зыян килтерә. Ә бит, статистар билдәләүенсә, психиатрия клиникалары һаны, 90-сы йылдар менән сағыш­тырғанда, ике тапҡырға артҡан.
Белгестәр шуныһын да бер тауыштан раҫлай: Рәсәй халҡы тормоштоң яңы тиҙлегенә, ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең үҙгәреүенә һаман күнегеп етә алмай әле. Шуға тағы электән килгән алкоголизм, фәҡирлек, сифатһыҙ аҙыҡ менән ағыуланыу проблемалары ла өҫтәлә. Психик сәләмәтлекте бәләкәй саҡтан уҡ һаҡлау кәрәклеге берәүҙә лә бәхәс тыуҙырмайҙыр, ләкин ҡатын-ҡыҙҙың бала табып бик аҙ ғына ваҡыт үтеү менән эшкә сығырға ынтылыуы ла сабыйҙарҙың аң-ҡеүәһенә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Әсәнең эргәһендә булыуына айырыуса мохтажлыҡ кисергән осоронда уларға ҙур стресс була, бик йыш яңы шарттарҙан ҡурҡыу хисе барлыҡҡа килә. Интернетта төрлө агрессив уйындарҙың ҡырҡа артыуы ла йәш шәхескә ҙур зыян килтерә.
Социаль психология һәм шәхестең үҫеш психологияһы институты белгесе Юлия Зотова раҫлауынса, илдә ба­лаларҙың яртыһы самаһы асыҡ күренеп торған йәки тәү ҡарашҡа бөтөнләй беленмәгән психик тайпылыштар менән донъяға тыуа. Был осраҡта уның артабан ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнеүе һаулығына ла, яҙмышына ла хәл иткес йоғонто яһай. Бында, нисек кенә сәйер күренмәһен, медицинаның алға китеше лә күпмелер зыян килтерә: элегерәк психик сир билдәләренең ҡырҡыула­шыуын әленән-әле кисергән ир һәм ҡатын бала табыуҙы башына ла килтермәһә, хәҙер ауырыу билдәләрен төрлө дарыуҙар менән баҫыу сирҙе төпкә йәшерә. Был кешеләрҙә ғаилә ҡороу теләге уята. Ә бит шизофрения кеүек сирҙәр нәҫел буйынса күсә.
Күрәһең, ҡатмарлаша барған заманда барлыҡ мәсьәләләрҙе мөмкин тиклем тынысыраҡ күңел менән ҡабул итеү, бер-береңдең проблемаларын аңлай белеү, “себендән дөйә яһамау”, ҡаршы­лыҡтар алдында ҡаушап ҡалмау, ғаилә ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуйыу мөһимдер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518