Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ихаталарға йәм инер
Ошо көндәрҙә Белоретта республика Стратегик тикшеренеүҙәр институтының граждандар инициативаһын өйрәнеү үҙәге хеҙмәткәре Рәфил Аҫылғужин менән осрашыу булды. Унда Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Поляков, райондың финанс идаралығы хеҙмәткәрҙәре, предприятие-учреждениелар етәкселәре һәм территориаль йәмәғәт үҙидараһы әүҙемселәре ҡатнашты.


Кәңәшмәлә быйыл урындағы башлан­ғыстарға нигеҙләнгән ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Был программа республикала быйыл ғына старт алды. Былтыр баш ҡалала “Өфө ихаталары” тип исемләнгән пилот проекты тормошҡа ашырыл­ғайны.
Программа нигеҙендә Белорет ҡала­һына республика бюджетынан 11 миллион 133 мең һум аҡса бүленәсәк. Барыбыҙға ла яҡшы таныш “Урындағы башланғыс­тарҙы яҡлау” программаһындағы кеүек үк, бында ла урындағы бюджеттың һәм халыҡтың ҡатнашыуы шарт итеп ҡуйыла. Атап әйткәндә, ҡала ултырағы бүленгән субсидия күләменең 15 процентын түләйә­сәк, ә халыҡ биш процентын күтә­рәсәк тип күҙаллана.
Программаға ярашлы, ихата­лар­ҙа балалар өсөн уйын комплекстары, спорт майҙансыҡтары төҙөү, автомобиль туҡтал­ҡалары булдырыу, йәйәүлеләр өсөн юлдар эшләү, асфальт түшәү, яҡтырт­ҡыс­тарҙы алмаштырыу, эскәмйә­ләр, беседкалар ҡуйыу, сүп-сар контейнерҙары урынлаштырыу эштәре ҡаралған.
Әйткәндәй, хәл ителәсәк мәсьә­ләләрҙе лә күп ҡатлы йорттарҙа йәшәгән кешеләр үҙҙәре билдәлә­йәсәк. Бының өсөн ихатала аныҡ ҡына нимә төҙөкләндереләсәге буйынса халыҡтың өстән ике өлөшө тауыш бирергә һәм өҫтә аталған сумманы йыйырға тейеш буласаҡ.
Республикала старт алған ихата билә­мәләрен төҙөкләндереү прог­раммаһын ҡала халҡының күтәреп алырына шик юҡ. Йәшәгән уры­ның­да уңайлы шарттар тыуҙырыу­ға үҙ өлөшөңдө индереп, хеҙмә­теңдең емешен татыуҙан бер кем дә баш тартмаҫ, тип ышанғы килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506