Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсәлек капиталын – ғаилә мәнфәғәтенә
Әсәлек капиталын – ғаилә мәнфәғәтенә2006 йылда ғәмәлгә индерелгәндән алып Әсәлек капиталы ил буйынса меңәрләгән ғаиләләрҙең финанс-торлаҡ һәм башҡа проблемаларын хәл итергә яҙамлашҡанын әйтеп тораһы түгел. Үҙен һәр яҡтан һөҙөмтәле тип танытҡан сара йылдан-йыл камиллаштырыла, уны файҙаланыу даирәһе лә киңәйә. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан башлап, ғаиләлә икенсе йәки унан һуңғы балалар тыуа икән, ата-әсәләр Әсәлек капиталы иҫәбенә башҡарылған айлыҡ түләүҙәргә дәғүә итергә хоҡуҡлы. Әммә бының бер үҙенсәлеге бар – ғаилә мохтаж тип табылырға тейеш.


Башҡортостанда айлыҡ түләү суммаһы 8892 һум тәшкил итә, ул 2017 йылдың икенсе кварталында билдәләнгән балалар өсөн йәшәү минимумына тиң. Әгәр ҙә ғаиләнең уртаҡ килемен барлыҡ ғаилә ағзаларына бүлгәндә, һәр береһенә 14 247 һумдан түбәнерәк сумма тура килә икән (мәҫәлән, дүрт кешелек ғаиләлә айлыҡ килем 56 988 һумдан артмаҫҡа тейеш), тимәк, улар үрҙә телгә алынған түләүҙе юллай ала. Айлыҡ дөйөм килемде иҫәпләгәндә эш хаҡы, премиялар, стипендия, компенсация, алимент һәм башҡа түләүҙәр иҫәпкә алына.
Ошо йәһәттән Рәсәй Пенсия фондының рәсми сайтында яңы опция булдырылған: Әсәлек капиталы иҫәбенә түләүҙәргә хоҡуғығыҙ бармы-юҡмы икәнде махсус калькуляторҙа иҫәпләргә мөмкин. Бының өсөн сайтта ғаилә составын, йәшәгән төбәкте, ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың рәсми килемдәрен күрһәтеү фарыз. “Иҫәпләргә” төймәһенә баҫҡандан һуң, экранда һөҙөмтә хасил буласаҡ. Калькулятор “Әсәлек ғаилә капиталын алыусылар өсөн” бүлегендә урынлашҡан. Түләүҙе юллау өсөн документтар менән Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Айлыҡ түләүҙе билдәләү өсөн Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә ғариза менән икенсе балаға 1,5 йәш тулғансы теләһә ҡайһы осорҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Әммә шуныһын да иҫәпкә тотоғоҙ: әгәр ҙә түләүҙе бала тыуғандың тәүге алты айында юллаһағыҙ, ул бала тыуған көндән алып билдәләнәсәк. Ошо сроктан һуңыраҡ мөрәжәғәт иткән осраҡта, түләү ошо датанан башлап иҫәпләнәсәк.
Түләү балаға 1,5 йәш тулғансы тормошҡа ашырыла, әммә тәүге түләү осоро – бер йыл. Ул үткәндән һуң тағы ла ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ. Әсәлек капиталы тулыһынса тотонолоп бөтһә, ғаилә икенсе төбәккә күсһә, айлыҡ түләү туҡтатыла. Шулай уҡ, ғаилә үҙе теләгән ваҡытта түләүҙән баш тарта ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519