Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ мәнфәғәте хаҡына
Халыҡ мәнфәғәте хаҡынаКисә Өфөлә Конгресс-холда Волга буйы федераль округының “Киләсәк” социаль форумы башланды. Ике көн барған йыйында өс йөҙҙән ашыу вәкил ҡатнаша. “Социаль педагогтар һәм социаль эшселәр союзы” ойошмаһы ошондай сараларҙы илдең бөтә федераль округтарында ла ойоштора.


“Рәсәй социаль өлкәһенең киләсәге образы. Социаль ярҙам һәм социаль хеҙмәтләндереү. Волга буйы федераль округы” стратегик сессияһын асыу тантанаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһы Социаль платформаһының координация советы етәксеһе Олесия Романова, “Социаль педагогтар һәм социаль эшселәр союзы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Марина Островская ҡатнашты.
Был проект былтыр уҡ тормошҡа ашырыла башланы: 24–26 октябрҙә Төньяҡ-көнбайыш федераль округының социаль өлкә белгестәре – Ульяновскиҙа, 26–27 декабрҙә Калининградта йыйылды. Башҡортостан иһә ошондай ҙур сара үткән өсөнсө төбәк булып тора.
Социаль өлкәгә арналған форум – быйыл республикала ойошторолған тәүге ҙур сараларҙың береһе. Сессиялар эшенә социаль хеҙмәттәр менән файҙа­ланғандар, ошо тармаҡта эшләүселәр, башҡарма власть һәм парламент вәкилдәре, эшҡыуарҙар йәлеп ителде.
Форумда илдең социаль өлкә тарма­ғында алып барылған сәйәсәтте бар яҡлап яҡтыртыу, өйрәнеү һәм тәҡдимдәр, аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. “Рәсәй социаль өлкәһенең киләсәге образы. Социаль ярҙам һәм социаль хеҙмәтләндереү” стратегик сессияһы сараның төп нигеҙен тәшкил итте.
Халыҡ мәнфәғәте хаҡынаТәүге көндә стратегик сессияларҙа ҡатнашыусылар биш аҙымды үтте: бөгөн­гө нормалар; киләсәктә бойомға ашырыу күҙ уңында тотолған нормалар; яңы нормаларға күсеүгә ҡамасаулаған кәртәләр; миссия һәм шәхси миссия; ҡағиҙәләр; киләсәк образы. Был темалар “Халыҡты һаҡлау һәм арттырыу”, “Һанлы социаль өлкә”, “Тигеҙ хоҡуҡтар – тигеҙ мөмкинлектәр”, “Социаль дәүләт­тең фәҡирлекһеҙ киләсәге”, “Рәсәй төбәктә­ренең ауылдарҙа һәм халыҡ йәшәгән төпкөл урындарҙа социаль хеҙмәттәрҙе үҫтереү” тип аталған бәхәс майҙан­дарында яҡындан өйрәнелде.
Әйткәндәй, илдәге социаль тармаҡта 600 меңдән ашыу белгес эшләй, уларҙың һәр береһе кәмендә 10 – 20 социаль ярҙам алған кеше һәм ғаилә менән хеҙмәттәш­лек итә, йәғни 10 миллиондан ашыу граж­дандар йәлеп ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509