Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зыян күргән ереңдән файҙа көтмә
Зыян күргән ереңдән файҙа көтмәРәшит мәрхүм Назаров: “Осто йөрәк, осто йөрәк йондоҙҙарҙан бейегерәк”, – тип йөрәкһегәндә, көтәрәк үҙебеҙҙең космонавтар американдарҙың астронавтары, уларға эйәреп, ҡытайҙарҙың тайкунавтары, кемуҙарҙан Йыһанға күтәрелгәс, аҡыллы баштар, Айҙан да уҙып, Марсҡа юл һалырға ниәтләнгәс, кешелек әллә, тормош барлыҡҡа килгән төйәген ҡалдырып, сит тарафтарға китергә йыйынамы икән, тигән уй ирекһеҙҙән башҡа килә. Рухи остазыбыҙ Аҡмулла ла, ана, “Күҙ һалып ҡарағыҙсы һәр тарафҡа – /Донъяла асылғандай тимер ҡапҡа”, – тип дәртләндергән бит.
Ләкин... Их, ошо һүҙ фекергә гел генә эйәреп йөрөмәһә!.. Мәғлүмдер, уҙған быуаттың 50–60-сы йылдарында Фрэнсис Бэкон әйтмешләй, “кешелек империяһы” тупланған белемдәрҙең емештәрен тирә ине. Бер асыш артынан икенсеһе килә торҙо. Атом ядроһына, Йыһанға, нәҫеллек механизмына. Фән, ғалимдар киң ҡатлам кешеләре өсөн өлгөгә әүерелде, ҡыҙҙарҙың йәрҙәрен академик мөхиттә эҙләүенә лә ғәжәпләнәһе түгел. Бар донъя нимәнелер түҙемһеҙләнеп көтөү хәлендә ҡалды.
Бына шул, материя, алыҫлыҡ һәм ваҡыт өҫтөнән еңеүҙәр ҡайнаған саҡта, парадтар һәм “икенсе тәбиғәт” тип йөрөтөлгән химияның тантанаһы эсендә хәүеф һәм иҫкәртеүҙәр тулҡыны күтәрелде. 2000 йылдарға гәзиттәрҙә һәм халыҡҡа еткерелә торған лекцияларҙа бысраныу арҡаһында планета йәшәү өсөн яраҡһыҙ хәлгә ҡаласаҡ тигән саң көсәйә башланы.
Ошоға тиклем күҙгә салынмаған климатологтар киләсәк тураһындағы мәсьәлә эксперттары араһында күренекле урынға сыҡты. Улар беҙҙе, тиҙ үк ваҡытта тирә-яҡтың йә йылыныуы, йә һыуыныуы сә­бәпле, бөтөн донъя хужалығында етди үҙгә­рештәр көтөлөү ихтималлығы тура­һында йышыраҡ иҫкәртеүгә ғәҙәтләнде.
Ваҡыт үтеү менән климат ысындан да үҙгәрә. Уның бер көйө генә тормауын боҙлауыҡтар раҫлай килә: улар ҙурайып йә алға шыуыша, йә хәрәкәт итеүҙәренең тәрән эҙҙәрен ҡалдырып ҡожарая. Климаттың ни сәбәпле үҙгәреүен аңлатыу, үҙ сиратында, төрлөсә була тора, әммә шуныһы бәхәсһеҙ, климаттың күтәмәйлеге планеталағы тереклек донъяһына яҡшылыҡ килтермәй.
Ни хәл итмәк кәрәк – тәбиғәттә барыусы процесс инде был. Эйе, тәбиғәттәге процесс тип ишетә килдек беҙ әлеге 60-сы йылдарҙа, ләкин ул донъя хужалығының үҫә барған йоғонтоһона дусар, тигәнде лә ишеттек. Һәр хәлдә, климатологтарҙың биологтар, физиктар, табиптарға яҡын булып, планетаның хәле өсөн борсолған ижтимағи-әүҙем өлөшө эшмәкәрлеген шул нигеҙҙә таянып йәйелдерҙе. Хәтерҙә, 70-се йылдар аҙағында үҙәк гәзиттәрҙең береһендә баҫылған мәҡәләһендә Гидрометеорология буйынса дәүләт комитеты рәйесе, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ю.А. Израэль, һүҙ ыңға­йында, кешеләрҙең хәҙер ике категорияға, йәғни тәбиғәтте яратыусыларға һәм уны һанға һуҡмаусыларға бүленеүе тураһында әйткәйне. Уныңса, тәүгеләре уны һаҡлай, тормош өсөн кәрәк нәмәләрҙе етештереү­селәр тәбиғәтте бысрата икән.
Фәнни-техник эҙләнеүҙәрҙә, яңы ер­ҙәрҙе үҙләштереүгә тәбиғәтте буйһондороу рухландырыусы һәм йүнәлеш биреүсе идея рәүешен алған. Сеймал сығанаҡтары ашығып үҙләштерелә: әгәр тиҙ генә килем бирә икән, тәбиғи байлыҡтарҙы файҙа­ланыуҙың һәммә алымдары ла ҡулай һанала (хәйер, был хәҙер ҙә шулай). Бәс, әҙәм балаһы планетала иң әрһеҙ, иң ҡомһоҙ, иң ағыулы йән булып сыҡты.
50–60-сы йылдарҙа, ауыл хужалығы ағыуҙарын, минераль ашламаларҙы, яңы культураларҙы ҡоласлы файҙалана башлағас, ниһайәт, һауа торошона бәйләнгәнлек замандары артта ҡалды һәм тотороҡло уңыштар алыу өсөн бөтөн шарттар бар, тигән нигеҙһеҙ фекер хәтһеҙ нығынғайны. Артабанғы тиҫтә йылдар был хыялды таратты. Яҙ менән көҙҙәр генә түгел, хатта ҡыш менән йәйҙәр аҙаша башланы. Аймылыштар беҙҙең илдәге һымаҡ атмосфера тотороҡһоҙлоғона өйрәнгән киңлектәрҙе генә түгел, үҙ эсенә көньяҡты, субтропиктарҙы ла алды. Был юҫыҡтан шуны ла әйтергә кәрәк, ҙур, ҡатмарлы һәр система кеүек үк, хәҙерге хужалыҡ организмы ла ҡамасауҙар йоғонтоһона ифрат һиҙгер. Мәҫәлән, Рус дәүләтенең үҙәге Киевта булған замандарҙа уңыштың юғалыуынан һәм миҙгелдәрҙең аңҡы-тиңкелегенән зыяндар хәҙер ҙурыраҡ. Шул уҡ ваҡытта кешенең тәбиғәткә ҡарап тороуы, ғөмүмән алғанда, кәмегән дә һымаҡ. Ләкин әүәлге хәлдең өҫтөнлөгө шунда: тәбиғәт көйһөҙлөктәре бик йонсота башлаһа, халыҡ, төпләнгән урынынан ҡуҙғалып, бәләнән бүтән тарафтарҙа ҡотолоу юлын эҙләй алған. Беҙҙең заманда иһә ҡайҙалыр күсенеү мөмкин түгел. Йәнде туңдырған һыуыҡтарға, електе киптергән тәҡәтһеҙ ҡоролоҡтарға яраҡлашып, кешеләргә шул урында көн итергә, түҙергә генә ҡала.
Һүҙ барышында телгә алынған асманға әйләнеп ҡайтҡанда, кешеләргә борон-борондан Күк менән тыныслыҡта һәм ризалыҡта йәшәргә теләү хас булған. Хәҙер был тойғолар юғалып бөттө тип уйлау – төптө хата. Тәбиғәт менән мөнәсәбәттәр тик бүтәнсәрәк, ҡырҡыу һәм хатта драматик төҫ алды.
Һүҙҙе ошо йүнәлештә, ҡайһы бер миҫалдарға таянып, йәнә бер аҙ дауам итәйек. Күп илдәрҙә йәшәп, төрлө мәсьәләләр буйынса тикшеренеүҙәр алып барыусы ғалимдар, белгестәр ғәмгә сығарған миҫалдар хәлде алырлыҡ ҡурҡыныс ҡына түгел, хатта уларҙың мөмкин булыуына ла ауырлыҡ менән ышанаһың. Шулай, раҫлауҙарынса, хәҙерге ваҡытта 33 мең төр үҫемлек, ҡош-ҡорттоң – 11, балыҡтарҙың – 30, һөтимәрҙәрҙең 14 проценты юғалыу сигендә; егерменсе быуатта һәр нәмәгә йән бирә торған уңдырышлы тупраҡтың 20 процентҡа яҡыны йә бысранып-ағыуланып, йә саң булып юҡҡа сыҡҡан. Ҡара диңгеҙҙән ризыҡ өсөн тотола торған 26 төр балыҡтың, мәҫәлән, утыҙ йыл эсендә биш төрө генә ҡалған.
Йәки матди байлыҡтарҙы ни рәүешле файҙаланыуыбыҙҙы күрһәтеүсе миҫалдар. Егерменсе быуаттың башында кешелек тәбиғәттән периодик системаның 20 элементын айырып ала торған булһа, бөгөн ул һан туҡһан икегә еткән. Әлеге элементтарҙан йөҙ мең самаһы химик берләшмәләр булдырыла. Уларҙың миллиардтарса тоннаһы ҡалдыҡ итеп ауҙарыла һәм тирә-яҡ тәбиғәт өсөн ифрат зарарлы, сөнки ҡалдыҡтарҙы яндырып та, күмеп тә, океанға ташлап та юҡҡа сығара алмайһың.
Миңә уҙған быуаттың етмешенсе йылдары башында “Совет Башҡортостаны” республика гәзитенең үҙ хәбәрсеһе сифатында Белорет, Учалы ҡалалары һәм райондарында, Бөрйәндә эшләргә насип итте. Металлургтар, таусылар, ағас әҙерләүселәрҙең хеҙмәт емештәренең байтаҡ өлөшөнөң ташландыҡ булып ҡалыуын күрә йөрөү, ошо әрәм-шәрәмгә үҙеңдең бер нисек тә кәртә ҡуя алмауыңды белеү йөрәкте һыҙлата торғайны инде. Әүәл дә, хәҙер ҙә сәнәғәт етәкселәре матбуғат һүҙенә илтифат итеп барманы, уларҙың күпселеге, рус ҡәүеме вәкиле булғанға, башҡорт телендә баҫыла килгән тәнҡитле мәҡәләләрҙең барлығын да һиҙмәй ҡала ине.
Учалы яғында ла йыш булам. Тау-байыҡтырыу комбинаты баҡыр, цинк концентраттары етештерә, килограмлап булһа ла – алтынын, тонналап көмөшөн һөҙөп ала. Байлыҡ бит инде! Шул уҡ ваҡытта ҡала янында, әүәлге район үҙәге булған Учалы ҡасабаһы эргәһендә карьерҙан сығарылған буш ҡом, таш тауҙары күтәрелә. Байыҡтырыу фабрикаһының ҡалдыҡ хужалығында, һирәк осрай торған ҡиммәтле металдарҙы айырып алыу технологияһы булмау сәбәпле ташланған мәғдәнде, сәнәғәтселәр “хвостовое хозяйство” тип кенә йөрөтә. Йәнәһе, ҡойроҡ хужалығы, әлегә ҡул етмәҫтәй эш. Ләкин, ғәмгә бигүк сығармай ғына һүҙ йөрөтөүҙәренсә, ҡойроҡтағы отвалдарҙы япондар, алмандар, итальяндар бик ихлас һатып ала икән. Ҡалдыҡ тигәндәй, бер тонна баҡыр етештергәндә, 110 тонна мәғдәнле таш отвалға китә, никах мәлендә кәләшеңдең бармағына кейҙерер алтын бер балдаҡты эшләгәнсе өс тонна ҡалдыҡҡа юлығаһың.
– Һауаға углеродтарҙың күпләп осоуы, әлбиттә, урмандарҙың яңырыуын тиҙләтә, ләкин йәш, йомшаҡ ағаслы урмандың артыуына, ҡаты, тиҙ серемәй торған, әммә аҡрын үҫеүсе ағастарҙың кәмеүенә килтерә;
– ерҙә техник цивилизация хасил булғаны бирле урмандарҙың өстән бер өлөшө самаһы юҡҡа сыҡты;
– Сахара сүллеге көньяҡҡа ҡарай йылына 30 миль тиҙлектә шыуыша. (Иҫкесә рус мөхитендә ҡулланылғанса, 1 миль – 7,468 километр).
– океандар һәм диңгеҙҙәргә йыл һайын 30 миллион тонна нефть продукттары түгелә, донъя океанының биштән бер өлөшө нефть шекәрәһе менән ҡапланған;
– хәҙер атмосферала 20 миллион тонна самаһы төрлө матдәләрҙең саңы осоп йөрөй;
– 1970–1995 йылдар араһында әҙәм балаһы планетаның 30 процент ресурс­тарын юҡ иткән;
– һуңғы биш йылда Рәсәй Федера­цияһында урмандар 51,6 миллион гектарға аҙайған;
– Рәсәйҙә 80 миллиард тонна ҡалдыҡ­тар йыйылып киткән, шуларҙың 1,4 миллиард тоннаһы ағыулы;
– Волга Каспий диңгеҙенә Ҡара тупраҡлы булмаған зонаның һәм Волга буйының 40 процент бысраҡ һыуын алып барып ҡоя;
– 2050 йылға өс миллиард кеше эсәр һыуһыҙ яфа сигәсәк;
– Рәсәй Федерацияһында 50 миллион кеше санитар нормаларҙан ун тапҡырға артҡан бысраҡ һауа менән тын ала;
– бер тонна ҡағыҙ һәм ҡатырға алыу өсөн Рәсәйҙә – 37 кубометр, АҠШ-та – 7, Швецияла – 6, Финляндияла 5 кубометр ағас ҡырҡыла.
Ошоноң менән әлегә туҡтап тора­йыҡмы? Юғиһә мартирологка тиңләрлек мәғлүмәттәрҙе теҙ ҙә теҙ инде.
Йомғаҡлап нимә генә әйтергә мөмкин? Донъяла хәҙер үк аҙыҡ-түлек етмәй, ә халыҡ артыу өҫтөндә. Уны аҫрау өсөн 2001–2010 йылдарҙа иген етештереүҙе икеләтә арттырырға кәрәк ине. Был бурыс үтәлмәй ҡалды. Етештереүҙең хәҙерге алымдары менән әлеге бурысты атҡарыр өсөн энергия тотоноуҙы өс тапҡырға арттырырға тура килә. Тимәк, күк йөҙөнә һөрөм күберәк осасаҡ, киске шәфәҡ ҡанлыраҡ төҫ аласаҡ. “Күберәк тотонорға!” тигән девиз заманыбыҙ ауазы булып әүерелде. Ә инде теләһә ниндәй тотоноуҙар, һуңғы иҫәптә, энергия менән бәйләнгәс, самаһыҙ уңайлыҡтар, мода һәм бүтән ғәләмәттәр углекислый газдың һауала күбәйеүе булып әүерелә. Уңайлыҡта йәшәйбеҙ тип, тәҙрә асыр урынға кондиционер эшләтәбеҙ. Ул иһә бүлмәләге һауаны йә һалҡынайта, йә йылыта, йә дымландыра. Шул рәүешле, тәбиғәт мөхитенән үҙебеҙ үҙебеҙҙе асылмаҫ тәҙрәләр менән айырабыҙ, ғафиллыҡ, ғәмһеҙлек, ҡомһоҙлоҡ, ашам­һаҡлыҡ ҡолона әүереләбеҙ.
...Асманға күпме генә текләнһәк тә, унда “бип-бип-бип” тип сигнал биреп осҡан Ер юлдаштарын хәҙер күрә алмабыҙ – осор аппараттар алыҫ Йыһанда сәйәхәт итә. Әйҙә, хәйерле юлда йөрөһөндәр. Ерҙәге эшебеҙҙе тамам теүәлләгәндәй, Айға осабыҙ, Марс тигән йондоҙға барырға ҡырсынабыҙ. Аңшайып күккә ҡарағансы, аяҡ аҫтындағы йомоштарыбыҙҙы теүәлләһәк, яҡшыраҡ булмаҫмы?

АВТОРҘАН: мәҡәләлә Рәсәй халыҡ хужалығы һәм идаралыҡ академияһы профессоры, иҡтисад фәндәре докторы, Баймаҡ районының Йомаш ауылы егете Хәлил Барлыбаевтың “Путь человечес­тва: самоуничтожение или устойчивое развитие” тигән китабынан мәғлүмәт­тәр файҙаланылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 445

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 640

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514