Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Абай бул: иҫерек шофер!
Абай бул: иҫерек шофер!Автомобилгә иҫерек килеш идара иткән әҙәмдәрҙең юлда ҡот осҡос фажиғәләр яһауын әленән-әле ишетеп һәм күреп торабыҙ. Һуңғы йылдарҙа был енәйәт өсөн язаны ҡатыландырыу буйынса байтаҡ закондар ҙа ҡабул ителде, ләкин иҫерек шоферҙар, киреһенсә, арта ғына төштө. Беҙҙең халыҡ шулай үҙ-үҙенә дошманмы икән ни?

Былтырғы ғинуар – ноябрь айҙарында (йыллыҡ йомғаҡ әлегә әҙер түгел) Рәсәй юлдарында иҫерек шоферҙар ғәйебе менән 4,6 мең кеше һәләк булған, 25,7 мең кеше йәрәхәтләнгән. 2016 йылда ошо сәбәпле һәләк булғандар – 3,8 мең, машина аҫтында ҡалып имгәнгәндәр һаны 22,9 мең ине.
Был фажиғәле ваҡиғалар теҙмәһенә беҙ шул хәтлем күнегеп бөттөк, ахыры – улар хәтерҙә лә ҡалмай һәм хатта күҙгә лә салынып бармай. Ләкин бөтә илгә шаулағандары ла булғылап тора. Үткән көҙ Мәскәүҙә Александр Максимов тигән бәндәнең “Тойота” ав­томобилендә автобус туҡталышындағы кешеләр төркөмө өҫтөнә барып менеүен, мәҫәлән, телевизорҙан бөтә кеше лә ҡарағандыр, моғайын. Иҫерек булыуына ҡарамаҫтан (уның ҡанында 1,55 промилле күләмдә алкоголь тапҡандар), ул ҡала урамы буйлап сәғәтенә 190 километр тиҙлектә ҡыуған! Һуңынан үҙе таныуынса, ул ике көн рәттән “байрам иткән” икән. Был ике аяҡлы хайуандың яуапһыҙлыҡ һөҙөмтәһе аяныслы: әлеге ваҡиғала ете (!) кеше һәләк булған, шуларҙың бишәүһе – үҫмерҙәр. Тағы ла өс кеше ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Ошо хәлдән һуң Мәскәү автоинспекторҙары ашығыс рәүештә “Иҫерек шофер” тигән рейд үткәрергә була (“Йәшен йәшнәмәй тороп бәндә суҡынмай”, ти урыҫ халыҡ мәҡәле). Шулай бер төн эсендә 169 водитель эскән килеш тотола, уларҙың 76-һы медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан. Ә һуңғыһы инде ҡануниәт тарафынан барыбер эскән килеш рулгә ултырыуға тиңләнә.
Ҡануниәт тигәндәй, закондарҙы ҡатыраҡ итеү рулгә иҫерек килеш ултырыуҙы тыйыуға хәл итерлек йоғонто яһай алмай. Был торған һайын асығыраҡ аңлашыла бара. Донъяның алдынғы илдәренең тәжрибәһе лә шуны уҡ күрһәтә. Хәйер, уныһын төшөнөүе былай ҙа ҡыйын түгел: закондар айыҡ кешеләр өсөн яҙыла, ә иҫереккә күпме аңлатһаң да, ул барыбер машинаһына ултырып сығып китәсәк.
Европа илдәрендә хәҙер, штрафтың ғына йоғонтоло ысул булмауын аңлап, автомобилгә алкотестер ҡуйыуҙы ла ғәмәлгә ашыра башланылар. Уға өрмәйенсә тороп, машинаны ҡабыҙып булмай. Алкоголь быуы килеп инһә, аппарат двигателде тоҡандырырға ирек бирмәй. Машина эшләп киткәндән һуң эсеү мөмкинлеген юҡҡа сығарыу маҡсатында был алкотестерға 15 минут һайын өрөп алырға кәрәк икән. Унан һуң, Европалағы халыҡтың мәҙәни кимәле лә, белеүебеҙсә, икенсерәк: иҫерек килеш рулгә ултырған кешене күргәс тә улар полицияға шылтырата һала. Тимәк, күпмелер кешенең ғүмерен һәм һаулығын ҡурсалап ҡалалар. Яҙыуҙарынса, был да ярайһы уҡ йоғонтоло сара, сөнки һәр автомобиль янына полицейский ҡуйып булмай, ә эскән килеш сайҡала-сайҡала машинаһына ултырған кешене урамда кем дә булһа күрә. Беҙҙә әлегә ундай “ошаҡлашыу” ғәҙәте юҡ.
Күптән түгел Башҡортостандың дәүләт автоинспекторҙары быйылғы Яңы йыл каникулы осорондағы юл ҡағиҙәләрен боҙоу статистикаһына йомғаҡ яһаны. 31 декабрҙән алып 8 ғинуарға саҡлы республикалағы юл-транспорт ваҡиғаларында 70 кеше йәрәхәтләнгән, дүртәүһе һәләк булған. 2016 йылдың ошо осоро менән сағыш­тырғанда был күрһәткестәр байтаҡҡа аҙыраҡ: ул осорҙа 173 йәйәүле һәм пассажир имгәнгән, 24 кеше тапалып үлгән. Бәлки, мәҙәни кимәлебеҙ күтәрелә баралыр?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 051

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 401

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497