Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәҡдим булды. Ҡарашығыҙ нисек?
Яңыраҡ Өфөлә үткән әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумы тәьҫораттары оҙаҡ ҡына һүрелмәҫ әле. Юғары кимәлдә уҙғарылған сарала һәр ғаиләгә тиерлек ҡағылған социаль мәсьәләләрҙән тыш, айырым категорияға ҡарағандарҙың баш ауыртыуына әүерелгән проблемалар ҙа фекер алышыуға сығарылды. Шуларҙың береһе — йылдар буйы һөйләп тә һаман да хәл ителмәгән, ахырынаса көйләнмәгән алимент мәсьәләһе.
Күп әсәләр өсөн алимент аҡсаһы — сабыйҙы тәрбиәләүҙә төп килемдәрҙең береһе. Тормоштан күреүебеҙсә, балаһын тәрбиәләүҙән баш тартыусы, матди яҡтан хәстәрлек күрһәтмәүсе атайҙар етерлек. Тейешле закондарһыҙ был сетерекле мәсьәләне яйға һалыу мөмкин дә түгел. Үрҙә әйтеп үтелгән оло форумда ил әсәләре алимент түләү өсөн дәүләт фонды булдырыуҙы тәҡдим итте, делегаттар фекеренсә, әлеге осорҙа ул — заман талабы. Дәүләт Думаһында әҙерләнеүсе закон проектына ла ошондай фонд төҙөү мәсьәләһе индерелгән, уның эшмәкәрлегенә ҡағылған һорауҙарҙың күплеге лә ғәжәп түгел. Әле мәсьәләне төрлө яҡлап ентекле тикшереү, сит ил тәжрибәһен өйрәнеү бара. Шуныһы көн кеүек асыҡ: фондтың төҙөлөүе яуаплылыҡтан ҡасҡан, намыҫһыҙ атайҙарҙы алимент түләүҙән ҡотҡарыу маҡсатын күҙ уңында тотмай. Киреһенсә, унда алимент түләүселәрҙән бурыстарын ҡайтартыу буйынса хеҙмәттең дә булыуы ихтимал. Барыһынан да элек фонд средстволары ауыр хәлгә юлыҡҡан яңғыҙ әсәләргә ярҙамға йүнәлтеләсәк. Башҡа илдәрҙең эш тәжрибәһенән күренеүенсә, бындай структуралар үҙҙәрендә ике функцияны — балаларҙы тәрбиәләү өсөн аҡсалата ярҙамды һәм алимент түләүселәрҙе эҙләүҙе берләштерә. Закон проекты өҫтөндә эш киләһе йыл да дауам итәсәк.
Балаға алимент түләү мәсьәләһе, ысынлап та, ҡырҡыумы? Статистиканан күренеүенсә, Рәсәйҙә 1,5 миллиондан ашыу атай балаһына алимент түләмәй һәм суд приставтарының клиенттарына әүерелә. Федераль хеҙмәттәр уны эҙләп тапҡансы, ҡағиҙә булараҡ, әсәләр бер тин аҡсаһыҙ сабыйҙарын ҡарарға мәжбүр.
Былтыр Рәсәй Суд приставтарының федераль хеҙмәте 15 мең атайҙы эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам иткән. Һәр береһенең артында бала мәнфәғәттәре тороуын аңлау ҡыйын түгел. Бурыслыларҙың күпселеге — социаль йәһәттән проблемалы кешеләр. Ҡайһы берәүҙәренең хатта паспорты ла, йәшәр урыны ла, эше лә юҡ. Бындай атайҙарҙың сабый өсөн ниндәй терәк, ҡурсалаусы булыуы мөмкин?
Йыл да илебеҙҙә бер миллион никах теркәлһә, 700 меңгә яҡын ғаилә тарҡала. Балаларҙың утыҙ процентҡа яҡыны тулы булмаған ғаиләлә донъяға килә. Ә башҡа илдәрҙә бындай сетерекле мәсьәлә нисек хәл ителә?
Германияла яңғыҙ әсәгә бала өс йәшкә еткәнсе алимент түләнә. Ошо ваҡыттан һуң ул мотлаҡ эшкә сығырға тейеш була. Алимент түләгәндә баланың йәше, атай кешенең шәхси килеме һәм уртаса йыллыҡ эш хаҡы, шулай уҡ мөмкин булған йыллыҡ өҫтәмә килемдәре иҫәпкә алына. Әгәр ҙә ир эшһеҙ икән, алимент буйынса бурысты балалар һәм үҫмерҙәр эштәре буйынса ведомство үҙ өҫтөнә ала.
Әммә был хеҙмәт һис тә буш түгел, эшкә урынлашыу менән ул бурысты ҡайтарырға тейеш. Алимент түләүҙән ҡасыусылар өсөн закон ҡаты — бурыс күләменә биш процентлы өҫтәмә һалыуҙары ла ихтимал. Германияла алимент буйынса бурыстар башҡа йөкләмәләргә ҡарағанда өҫтөнөрәк.
Финляндияла бала, ҡағиҙә булараҡ, үҙе эргәһендә йәшәмәгән ата-әсәнең ҡайһыһынан да булһа алимент алыуға хоҡуҡлы. Әгәр ҙә ата-әсәһе аҡсалата ярҙам итә алмаһа йәки аңлы рәүештә түләүҙән баш тартһа, бала йәшәү урыны буйынса социаль тәьмин итеү хеҙмәтенән пособие алырға хоҡуҡлы.
Латвияла 2005 йылдан балаларҙы ҡарау өсөн гарантия фонды булдырылған. Әгәр ҙә кемдер алимент түләүҙән баш тартһа, фонд ошо бурысты үҙ өҫтөнә ала. Бының менән генә сикләнмәй, булдыҡһыҙ атайҙарҙы аҡса түләргә мәжбүр итә. Латвияла балаһына ярҙам итмәгән ата-әсәләр өсөн закондар ҡаты: улар автомобиль йәки фатирҙы кредитҡа алыуҙан, страховкаланыуҙан, ҡайһы бер дәүләт хеҙмәттәренән мәхрүм ителә.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518