Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балта менән… паркка
Балта менән… парккаЯңы йыл етә. Түҙемһеҙләнеп көткән, йыл календарында әллә нисәмә һөнәри, бик күп бүтән төр байрамдарға нөктә ҡуйған, шул уҡ ваҡытта башлап та ебәргән ғаилә байрамы яҡынлаша. Һәр кем уны үҙенсә ҡаршылай, хатта айырым, үҙенсәлекле йолалар барлыҡҡа килгән. Күңелдәрҙә өмөт урғыла, өҫтәлдәр ризыҡтан һығыла – йыл дауамында шулай булһын тигән теләктәр теләнә.

Был байрамдың күрке – өй түрендәге ҡупшы итеп биҙәлгән шыршы. Ниндәй генә юлдар менән килеп инмәй икән ул беҙҙең өйҙәргә: яһалмалары ла етерлек, урманда махсус үҫтерелеп, һатыуға сығарылғандары ла – ал да кинән. Юҡ бит, бал мискәһенә берәй ҡалаҡ дегет төшмәһә, беҙҙеңсә буламы ни?! Һуңғы һүҙҙәр, әлбиттә, йән көйгәндән әйтелде, һис тә байрам көткән кәйефте ҡырыр өсөн түгел. Шулай булмай ни, мәҫәлән, баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә яңыраҡ ҡына ер ҡатыш тамыры менән ултыртылған оҙон шыршының ос яғын вандалдар көпә-көндөҙ киҫеп алып киткән! Моғайын, бөгөн ул кемдеңдер фатирын биҙәйҙер. Уға ҡарап балалар шатланғандыр, хужа менән хужабикә изге теләктәр теләп уйынсыҡтар элгәндер. Ә тағы ике аҙнанан инде ошо сабыйҙар йоҡонан уяныуҙарына шыршы аҫтынан Ҡыш бабай килтергән бүләкте алыр. Өй эсе шат ауаздарға күмелер…
Бына бер ғаиләне шатландырған шыршының юлы. Башҡа бик күптәрҙе ҡыуандырыр, мөхәббәтлеләр эргәһендә хистәрен уртаҡлашыр, ҡоштар һыйыныу урыны табыр, таш ҡала йорттарына йән өрөр өсөн нисәмә йыл үҫтерелеп, яңы урынға ултыртылған шыршы юлы. Бер вәхшиҙең ҡара эше. Әйткәндәй, был сквер биҫтәлә берҙән-бер, эштәр ҙә яңыраҡ ҡына тамамланған булған икән.
Һорау тыуа: вандалдың йәки ул киҫеп алып барған хужаның балалары үҙҙәре шатланышып әйләнгән шыршының фатирҙарына ҡайҙан килтерелгәнен беләме икән? Ирекһеҙҙән ғаилә тәрбиәһе, мәктәп тәрбиәһе иҫкә төшә. Нисек кенә булмаһын, элегерәк ул хеҙмәт аша алып барыла ине. Ауыл мәктәптәрендә, ҡалаларҙа ла балаларҙы мәктәп эргәһендәге баҡсаларға ғына түгел, парктарға, хатта урмандарға үҫентеләр ултыртырға алып сыҡтылар. Хәҙер күптәр урмандай шаулаш­ҡан, үҙҙәре ултыртҡан ағастарға ҡарап ғорурлана. Иманым камил, улар үҙҙәре генә түгел, балалары ла һис ҡасан үҫенте олонона балта күтәрмәҫ.
Яңы йыл етә башлаһа, йәш шыршыларҙы уйлап йөрәк әрнеһә, күңел яҙ йылыһы тоя башлаһа – зифа ҡайындарҙы… Әлегә Ҡыш бабай һыуыҡ тыны менән тәҙрәләргә һырынтылар төшөрә, шыршыларҙы нурландыра. Йәшел ҡупшыҡайҙар иһә өй түрҙәрен биҙәй. Тик изге теләктәр генә ошо маҡсатта үҫтерелгәндәре эргәһендә әйтелһен ине…


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518