Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыуаттар – һыулы, Бикештә мәктәп ремонтланды
Ҡыуаттар – һыулы, Бикештә мәктәп ремонтланды Районда бер нисә йыл уңышлы тормошҡа ашырылып килгән социаль проекттар араһында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ауыл халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Йылдар дауамында халыҡ үҙе был эштәрҙең теүәл үтәлеүенә шаһит һәм әле үк алдағы йылда программала ҡатнашыу өсөн тауыш бирә ала. Быйыл районда 19 проект тәҡдим ителеп, шуның 13-ө еңеп сығып, 9 миллиондан ашыу аҡсаға төрлө эш башҡарылған. Бөгөн район буйынса 11 ауыл биләмәһе – Беренсе Этҡол, Икенсе Этҡол, Ниғәмәт, Темәс, Аҡморон, Түбә, Урғаҙа, Ҡуянтау, Йомаш, Төркмән, Иҫке Сибай ауылдары документ эштәрен яйға һалырға тотонған.

Күптән түгел Ҡыуат ауылы халҡы оло ҡыуаныс кисерҙе, ниһайәт, оҙаҡ йылдар көткән эсәр һыу мәсьәләһе хәл ителде. Был эштәрҙең барыһы ла “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған. Ҡыҫҡа ваҡытта 140 метр аралыҡта һыу трассаһы һалынған, биш колонка ҡуйылған, уларҙың өсәүһенә павильон урынлаштырылған. Проекттың дөйөм хаҡы – 250 мең һум. Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Хәлил Булатов әйтеүенсә, һәр йорттан 500-әр һум аҡса йыйылған, 30 мең – ауыл биләмәһе, 25 мең бағыусылар иҫәбенә тулыланған. Барлыҡ эштәрҙе тиҙ арала Баймаҡтан шәхси эшҡыуар Илшат Йәнбәков атҡарып сыҡҡан.
Ҡыуаттар ошоға тиклем һыуҙы ауылдан бер саҡрым алыҫта аҡҡан Ағас ҡороған йылғаһынан йәки Һаҡмарҙан ташырға мәжбүр була, сөнки бынан 15 йыл элек һуҙылған һыу торбаларының күпселеге сереп, сафтан сыҡһа ла, һыу селтәре яңыртылмаған. Көндәр бер аҙ һыуытыу менән колонка туңып, эшлектән сыҡҡан. Күп бала әсәһе Нәйлә Юлаеваға хәҙер көйәнтәләп һыуға йөрөргә түгел, уның йорто янында ғына колонка урынлашҡан, кәрәк булһа, йүгереп сығып, биҙрәңде мөлдөрәмә тултыр ҙа, әйҙә, индер! Ҡыҙы Гөлшат та кескәй биҙрә менән һыу ташып әсәһенә ярҙамлаша. Бер нисә ғаилә үҙ йорттарына һыу үткәргән.
Ҡыуаттарҙың һыулы булыу шатлығын үҙ күҙҙәре менән күргән күрше Әбделкәрим халҡы киләһе йыл урындағы башланғыстарға ҡушылырға әле үк теләк белдергән. Ауыл халҡы Әбделкәрим мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләрен алмаштырыу өсөн тауыш бирәсәк.
Ҡыуаттар – һыулы, Бикештә мәктәп ремонтландыБикештәр, программаға ярашлы, мәктәптең тәҙрәләрен алмаштырмаҡсы. Тәүге йыл ғына ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтә. Уҡыусылар йылдар буйы иҫке тәҙрәләрҙән өрөп, һыуыҡ булған кабинеттарҙа шөғөлләнергә мәжбүр була. Был хәлдән күп балаларҙың һаулығына ла зыян килгән, күпселеге һыуыҡ алдырып, дәрес ҡалдырған.
Ата-әсәләр, мәктәптең хәле менән яҡындан таныш булғанға күрә, тап ошо проект өсөн тауыш бирә һәм яңылышмай. Бикеш ауыл биләмәһе башлығы Раушания Камаритдинова әйтеүенсә, ике ҡатлы мәктәп тәҙрәләрен тулыһынса алмаштырыу өсөн 1 миллион 300 мең һум аҡса талап ителгән. Берәүгә лә аңлатырға кәрәкмәгән, һәр йорт матди хәленә ҡарап 500 – 1000 һум аҡса йыйған, ә уҡы­тыусылар һәр береһе меңәр һум аҡса тапшырған. 40 мең һумды урындағы эшҡыуарҙар һәм фермерҙар биргән. Ауыл халҡы үҙҙәре теләп мәктәптә ойош­торолған өмәлә ҡатнашҡан, ата-әсәләр ҙә эшселәргә бар яҡлап ярҙам күрһәткән. Күмәк көс ярҙамында тиҙ арала Бикеш урта мәктәбе яңы төҫ ала, тәҙрәләр хәҙер йылмайып тора, ти мәктәп коллективы. Йылы һәм яҡты кластарҙа уҡыусылар ҙа яҡшыраҡ белем ала башлаған. Әйткәндәй, бикештәрҙең өлгөһөнә ҡушылып, алдағы йылда күршеләре, ҡуянтауҙар ҙа, ошо уҡ проектты үҙҙәрендә ҡулланырға, йәғни балалар баҡсаһының тәҙрәләрен яңы­ларына алмаштырырға, теләк белдергән. Тимәк, киләсәктә лә Баймаҡ районында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы тулы ҡеүәтенә эшләйәсәк әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512