Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эсһәң шарап, булырһың харап
Эсһәң шарап, булырһың харапОшо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала хоҡуҡ тәртибен һаҡлау буйынса даими эшләгән Координацион кәңәшмә ултырышын үткәрҙе. Сара йәмғиәттәге көнүҙәк һәм көсөргәнешле проблемаларҙың береһе – төбәктә контрафакт һәм суррогат алкоголь продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу мәсьәләләренә арналды. Унда хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, депутаттар, тармаҡ ведомстволары вәкилдәре ҡатнашты.


Рәсми мәғлүмәттәргә килгәндә, быйыл һигеҙ айҙа Башҡор­т­останда спиртлы эсемлектәрҙән 865 кеше ағыуланған, уларҙың 111-е яҡты донъя менән хушлашҡан. Бәләгә тарығандар араһында балалар ҙа бар: мәҫәлән, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында 14 йәшкә тиклемге 19 баланың спиртлы эсемлектән ағыуланып, дауаханаға эләккәне мәғлүм. Әйткәндәй, телгә алынған ҡалалар һуңғы ваҡытта криминаль яңылыҡтарҙа йыш яңғырай – был да борсолоу тыуҙырмай ҡалмай. Урындағы власть орган­дарының эшләп еткер­мәүеме был, әллә башҡа сәбәптәр бармы?
– Ҡайһы бер муниципалитет биләмәләрендә легаль алкоголле продукцияны арзан суррогат һәм контрафакт тауарҙар ҡыҫы­рыҡлап сығарғаны, уларҙың кеше ғүмере өсөн уғата хәүефле булыуы хаҡында беләһегеҙ. Был киҫкен мәсьәлә тулыһынса хәл ителмәгән. Суррогат алкоголгә ҡаршы көрәш төрлө йүнәлеш буйынса көсәйтелергә тейеш – быныһы аңлашыла. Һөҙөмтә булһын өсөн барлыҡ структу­раларға – федераль күҙәтеү, хоҡуҡ һаҡлау органдарына, республиканың башҡарма власть вәкилдәренә, ҡала һәм район хакимиәттәренә, йәмәғәтселеккә берҙәм һәм әүҙем эшләргә кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы.
Власть органдары ил кимәлендәге афәткә әүерелгән эскелеккә ҡаршы көрәш алымдары хаҡында баш ватҡанда, йәнен “йәшел йылан”ға һатҡандар, әлбиттә, был хаҡта уйлап та бирмәй, кәйеф-сафа ҡороп, “күңелле” тормошта йәшәүен дауам итә. Яманаты сыҡҡан “фанфурик”тарҙы ғына алайыҡ. Составында спирт булған төрлө үләндәр төнәтмәһе йә иһә косметика саралары медицина процедуралары һәм көнкүрештә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән. 100 миллилитрлы шешәләрҙе әле лә һәр магазинда тиерлек теләһә ҡайһы ваҡытта табырға һәм һатып алырға мөмкин. Хаҡы уртаса 20 – 25 һум тирәһе. Әлбиттә, араҡы менән сағыштырырлыҡ түгел – уның иң арзанын алыр өсөн дә кеҫәлә кәмендә 200-300 һум аҡса булырға тейеш. Шуға “фанфурик” ифрат популяр.
Составына төрлө химикат ҡушылған был матдә һаулыҡҡа иҫ киткес ҙур зыян килтерә, йөрәккә, бауырға көсөргәнеш төшә. Күҙҙәре һуҡырайғандар, бауыр сиренә дусар булғандар бихисап, әммә арзан “эсемлеккә” ихтыяж кәмемәй.
Дөрөҫөн әйткәндә, суррогаттан һәләк булғандарҙың иҫәбен дә алып барыу мөмкин түгел. Йәшерен-батырыны юҡ: рәсми күрһәткестәр – бер, ә ысын­барлыҡта был һан бөтөнләй икенсе булыуы ихтимал. Унан һуң, дауаханаға ағыуланып эләккән кешеләргә, ғәҙәттә, киҫкен билдәләрен бөтөрөргә ярҙам итәләр, ә пациент йылдар буйы эсеүе арҡаһында аҙған хроник сирҙәренән үлеп китә. Ғәҙәттә, ундайҙарҙың дауахана карточ­каһында “йөрәк-ҡан әйләнеше патологияһы, бауыр сире һәм башҡа ауырыуҙар үлеменә сәбәпсе” тип билдәләнә. Тағы бер үҙенсәлек – “фанфуриктар”ҙы ауыл ерендә һәм социаль яҡтан түбән баҫҡыста торғандар күпләп эсә.
Ә ихтыяж булғанда тәҡдим дә бар. Кеше һаулығында аҡса эшләгән эшҡыуарҙарҙы намыҫ­һыҙлыҡта ғәйепләргә мөмкин, икенсе яҡтан, улар был шыйыҡса менән рәсми сауҙа итә, ул – көнкүреш һәм медицина тәғә­йенләнеше өсөн етештерелгән тауар. Шуға күрә әлеге лә баяғы ҡануниәтте көйләү, ошо йүнә­лештәге шартлылыҡты бөтөрөү зарур.
Рөстәм Хәмитов был йәһәттән:
– Һүҙ кеше ғүмере хаҡында бара. Йә беҙ был юҫыҡта тәртип булдырабыҙ, йә йыл һайын спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланыу сәбәпле бихисап гражданды юғалтабыҙ. Шуға күрә был эшмәкәрлекте төрлө яҡтан сикләү зарур, ғәйеплеләргә ярлыҡау ҙа булмаясаҡ. Федераль ҡану­ниәттең ҡатылана барыуын күрәбеҙ, енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә өҫтәмә саралар ҙа күрелә. Быйыл ғына Рәсәй Дәүләт Думаһы алкоголле һәм спиртлы продукцияның законһыҙ әйлә­неше, уны етештереү өсөн енәйәти һәм административ яуаплылыҡты арттырған ике федераль ҡанун ҡабул итте. Енәйәтселәр законды боҙған өсөн тулыһынса яуап бирергә тейеш. Проблеманың масштабын беләбеҙ, эш фронты бик ҙур. Теләһә ҡайһы магазинға инеп ҡарағыҙ – унда әлегәсә “фанфурик”тар һатыла. Был проблемаға күҙ йомоп ҡарарға ярамай, – тип белдерҙе.
Төбәк Башлығының сығы­шында башҡа мәғлүмәттәр ҙә яңғыраны. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда легаль алкоголле эсемлектәр ҡулланыу күләме арта бара. Бер нисә йыл элек был күрһәткес 50 проценттан түбән булһа, хәҙер ошо сиктән үтеп киткәне билдәле. Был нимәне аңлата? Халыҡ алкоголле эсемлектәрҙән баш тартырға уйламай, әммә күберәк лицензиялы, махсуслаштырылған заводтарҙа етештерелгән акцизлы спирт продукцияһына өҫтөнлөк бирә башлаған.
Шулай ҙа тармаҡтағы хәл-торош тотороҡло тип әйтеү иртәрәктер. Сағыштырып ҡара­йыҡ. Быйыл алты айҙа төбәктә ике миллион декалитр барлыҡ төрҙәге алкоголь продукцияһы һатылған. Былтырғы ошо уҡ күрһәткес менән сағыштырғанда, был ете процентҡа күберәк. Ҡаты алкоголле эсемлектәр ҡулланыу ҙа 5,3 процентҡа артҡан. Икенсе яҡтан, был легаль булмаған спиртлы эсемлектәр әйләнеше яҡынса ошо тиклемгә түбәнәйгән тип әйтергә була.
47 районда һәм ҡалала легаль алкоголле эсемлектәр менән сауҙа итеү күләме артҡан, уларҙың 26-һында сауҙа күр­һәткесе республиканың уртаса күрһәткесенән дә юғарыраҡ. Ябай итеп әйткәндә, был һандар беҙҙең халыҡ эсергә бик әүәҫ, бер генә байрам да араҡы-шарапһыҙ үтмәй тигәнде аңлата.
Шул уҡ ваҡытта һигеҙ ай эсендә республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары алкоголле һәм спиртлы продукция әйләнеше тармағында өс меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡлаған. Өфө, Благовещен, Салауат ҡалаларында контрафакт спиртлы эсемлек етештергән йәшерен цехтар ябылған. Законһыҙ әйләнештән 75 мең литр легаль булмаған тауар алынған. Тик­шереүҙәр күрһәтеүенсә, ошондай продукцияны рекламалау, лицен­зияһыҙ һатыу, оҙатыу документтарын әҙерләү йәһәтенән дә хоҡуҡ боҙоу осраҡтары бихисап.
Кәңәшмәлә Рәсәй Дәүләт Ду­ма­һы депутаты Зариф Бай­ғусҡаров сығыш яһап, былтырҙан индерелгән Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы ыңғай һөҙөмтәләр биреүен телгә алды. Ул этил спирты, алкоголле эсемлектәрҙең әйләнешен дәүләт контролендә тоторға ярҙам итә, легаль булмаған һатыусыларға кәртә ҡуя. Ҡыҫҡаһы, суррогат һәм контрафакт тауарҙы ҙур сауҙа селтәрҙәрендә һатып алыу мөмкин түгел, ғәҙәттә, улар бәләкәй магазиндарҙа һатыла. Унан тыш, был юҫыҡта ҡа­нуниәтте камиллаштырыу, енә­йәти һәм административ яуап­лылыҡты тағы ла арттырыу йәһәтенән норматив эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, депутаттар легаль булмаған алкоголле эсемлектәр менән сауҙа иткән магазиндарҙың эшен туҡтатыу кеүек саралар ҙа тәҡдим итә.
Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Роман Деев хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары алкоголле эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу осраҡтарын асыҡлау буйынса үткәрелгән оператив-иҫкәртеү саралары хаҡында әйтеп үтте. Был йәһәттән халыҡ араһында аңла­тыу эше алып барыу, матбуғат саралары менән хеҙмәттәшлек итеү, шулай уҡ ведомство сайтында ла төрлө яҡлы мәғлүмәт биреү зарур, тине министр. Проблемалар ҙа бар: законһыҙ әйләнештән алынған алкоголь продукцияһын һаҡлауҙы серти­фикатлауҙың, уны юҡҡа сығарыуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәре булмауы; спиртлы эсемлектәрҙең кеше һаулығы өсөн хәүеф кимәлен билдәләүгә махсус экспертиза үткәреү өсөн өҫтәмә сараларҙың ҡаралмауы мөм­кинлектәрҙе сикләй.
Кәңәшмәлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына алкоголле продукцияны 250 миллилитрҙан да бәләкәйерәк һауытта һатыуҙы тыйыу баш­ланғысын күтәреп сығырға тәҡдим иттеләр. Шулай уҡ был йүнәлештәге эшмәкәрлектә ведомство-ара хеҙмәттәшлекте көсәйтеү зарур. Ә Башҡор­тос­тандың Сауҙа һәм ҡулланыу­сыларҙың хоҡуғын һаҡлау буйынса дәүләт комитетына быйыл 1 декабргә тиклем ауыл ерендә алкоголле эсемлектәр менән сауҙа иткән объекттарҙы Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына индереүҙе тәьмин итеү фарыз.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511