Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тау урамы һыуға туясаҡ
Тау урамы һыуға туясаҡ Стәрлетамаҡ халҡы һыуҙы Берғамыттан эсә. Бының өсөн ҡала ҡасандыр Ишембай төбәгендәге ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү бурысын ҡуя. Ошо рәүешле бынан 40 йыл элек Әхмәр ауылына ла һыу үткәргес һуҙалар. Әйткәндәй, стәрлетамаҡтарға һыу әле лә шул йылғанан килә, тик бурыстар ғына башҡа... Хәйер, һүҙем әлегә ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек хаҡында түгел. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу элек һалынған торбалар бөгөн аяныслы хәлдә. Ауылдарҙағы һыу үткәргес торбаларға ремонт талап ителә. Улар серей, тишелеп, һыу фонтаны ата, баҫым етмәй.

Шишмәгә бармам инде...

Серек торба, баҫым етмәү проблемаһы менән Әхмәр ауылының Тау урамы халҡы бынан бер нисә йыл элек күҙгә-күҙ осраша. Бер-бер артлы ҡоро килгән йылдар мәсьәләне ҡабыр­ғаһы менән ҡуя. Ауылдаштары картуфтарына һыу һиптергән саҡта ошо урамда йәшәгәндәр сәй ҡайнатыр өсөн дә һыу алырға урындағы шишмәгә йөрөргә мәжбүр була. Һүҙ юҡ, шишмә һы­уы саф, тәмле, тик эш уңайлыҡ­тар хаҡында бара бит. Иң мөһиме – был ауыр­лыҡтар хәҙер артта, йырҙағыса “шишмәгә бармам инде” тип йәшәргә ҡала. Урын­дағы башлан­ғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамында хәҙер Тау урамында һыу һәр саҡ буласаҡ. Шулай тау үренә һыу күтәрелә. Бер километр торба һалынған, урамдың башында баҫым кәмемәһен өсөн насос урынлаштырылған. Һыу үткәргес ошо көндәрҙә сафҡа инәсәк.
– Республика бер миллион һум аҡса бүлде, район бюджетынан 200 мең һум күсте, ха­лыҡтан 70 мең йыйылды, ойошмалар 15 мең һум менән ярҙам итте, – тип проекттың хаҡын билдәләне Ишәй ауыл хакимиәте башлығы Гөлнара Кәримова.
Проекттың хаҡынан бигерәк ошондай ҙур эште башҡарып сығыу ҡиммәт, әлбиттә. Һыу – йәшәү сығанағы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ауыл ерендә көн күргән кеше өсөн был әйтем бигерәк тә көнүҙәк – аш-һыу әҙерләргә лә, баҡсаһына һибергә лә, мал-тыуарына эсерергә лә шул бер үк кранға үрелә. Шуға Тау урамы халҡының ҡыуанысы сикһеҙ.
Тау урамы һыуға туясаҡ Ошо урында тағы бер күре­нешкә иғтибар итеү мөһим: был һыу үткәргес бер урамда ғына яңыртылған, ә аҡсаны тотош ауыл халҡы тапшырған. Былтыр йәй граждандар йыйынында дөйөм рәүештә ошо эш хуплан­ған. Әхмәрҙәрҙең берҙәм­леген, татыулығын билдәләмәй булмай был йәһәттән. Бер кем дә: “Беҙҙең урам түгел дәбаһа, ниңә мин аҡса тапшырырға тейеш әле?!” – тип баш тартмаған. Уйлай китһәк, ауылдарҙың киләсәге, йәшәйеше ошондай фекерләүҙәргә нигеҙ­ләнә бит. Минең унда ҡыҫылы­шым юҡ, тип йәшәй бирһәләр, һыу үткәргес тә ремонтлан­мая­саҡ, мәктәптәр ҙә ябыласаҡ, төйәктән кешеләр ҙә күсеп китеп бөтәсәк...
Ғөмүмән, ауыл халҡының да, етәкселәренең дә әүҙемлеге күҙгә ташланып тора Әхмәрҙә. Ошондай проекттарҙа ғына түгел. Мәҫәлән, улар ошо көндәрҙә генә тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартҡан, зыяратты тәртипкә килтергән.
Бында төрлө дәүләт программалары, проекттар ғәмәлгә ашырыла. Урындағы башланғыстарға ла булышлыҡ итәләр, кемдер “Ауылдың социаль үҫеше” про-г­раммаһы ниге­ҙендә йортло булып китә. Әлеге мәлдә урындағы мәктәп­кәсә төркөмдә (балалар баҡсаһында) “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында 250 мең һумға ремонт эштәре башҡарыла. Был проектҡа ярашлы, бинаның стеналары нығытыл­ған, янғын хәүеф­һеҙлеге буйынса эвакуациялау баҫҡыстары яңыртылған.
– Ишәйҙә лә һыу проблемаһы бар ине, шулай уҡ торбалар һуҙып, мәсьәлә хәл ителде. Урын­дағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында хәҙер Востокта ла ике километр һыу торбаһы үткәрергә торабыҙ, – тине Гөлнара Мөтиғулла ҡыҙы, биләмәнең башҡа ауылдарында башҡарылған эштәрҙе лә барлап.
Тау урамы һыуға туясаҡ Нисек кенә булмаһын, ошондай проекттар нигеҙендә ауылдар йәнләнеүенә ҡыуанырға ғына ҡала. Спорт-уйын майҙан­сыҡта­ры барлыҡҡа килә, мәҙәниәт усаҡтары яңыртыла, юлдар ремонтлана... Иң мөһиме – әүҙемлек талап ителә. Тик әүҙем булыу бер, урындағы властың, район хакимиәтенең иғтибары ла кәрәк, әлбиттә. Юҡһа, Ишембай районында һәр ауыл Советында ошо программа тормошҡа ашҡан мәлдә ҡайһы бер төбәк­тәрҙә конкурсҡа ебәрелгән проекттар кире ҡайтарыла. Башлыса финанслау мәсьәләһенән һәм дөрөҫ проект һайламауҙан килә етешһеҙлек. Ғөмүмән, Әхмәр ауылында башҡарылған эш күптәр өсөн өлгө булырлыҡ.
Ауыл хакимиәте башлығы урындағы проблемаларҙы ла йәшермәй.
– Тағы бер урамда һыу ҙа, газ да юҡ, – ти ул. – Шулай уҡ юлдарҙы ла йүнәтәһе бар.
Тик, баҡтиһәң, был яңы урам икән, унда йорттар ҡалҡа ғына башлаған. Тимәк, ул да киләсәктә ресурстар менән тәьмин ­ите­ләсәк. Ә бына юлдарға килгәндә, ысынлап та, яңыртыу ҡамасауламаҫ ине. Хәйер, был тәңгәлдә иғтибар етешмәй тип әйтеп булмай – асфальтты ямағандар. Ошо тиклем ҙур һәм матур ауылдың юлдары ла ялтырап ятырына өмөтләнергә ҡала.
Бар яҡтан да илһөйәрҙәр

Эйе, матур ауылда күркәм эштәр башҡарыла. Тик ундай сараларҙы ғәмәлгә ашырғанда хаҡлы ялдағы инәй-бабайҙарҙан бигерәк, әлбиттә, йәш быуын хаҡында хәстәрлек күрелә. Ошо уңайлыҡтарҙан кинәнеп файҙа­ланып йәшәрҙәй йәш ғаиләләр бармы ауылда?
Был һорауға яуап итеп Гөл­нара Мөтиғулла ҡыҙы иретеп йәбештереү оҫтаһы Ринат Сади­ҡовҡа алып барҙы. Ринат күптән түгел генә Ҡанаҡай ауылы ҡыҙы Зөлфиә менән ғаилә ҡорған, ауылда нигеҙләнергә уйлайҙар, әле бәпес көтәләр. “Нисек был эшкә тотоноп киттең?” тигән һорауға оҫта:
– Дөрөҫөн әйткәндә, бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты, – тип һөйләй. – Үҙе­­беҙҙең ҡапҡа иҫкергәйне. Яңыртырға булып киттем дә Интернеттан өлгөләр эҙләнем, тик бик ҡыйбат икән. Аптырағас, үҙем эшләп ҡарарға булдым һәм, ныҡыша торғас, килеп сыҡты. Минән күреп күршем дә ҡапҡаһын яңыртты, шулай артабан эш йәнләнде лә китте.
Тау урамы һыуға туясаҡ Һуңғы ваҡытта эшсе һөнәрҙәр проблемаһын йыш күтәрәләр. Бөтә сәбәп – йәштәрҙең юғары белем алып, “йылы урында” етәкселек итеп, ҙур аҡсаға эшләү хыялы. Шуға чиновниктар йәштәрҙе нисек итеп ташсы, механизатор, аш­наҡсы һөнәрҙәрен яратырға өйрәтергә тип баш вата. Уларға Ринат кеүек егеттәрҙе өлгө итеп ҡуйыу фарыз булыр ине. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләш­тергән дә хәҙер кинәнеп аҡса эшләй. Юғары белем алыу юғары хеҙмәт хаҡына эйә булыу тигәнде аңлатмай әле.
Үҙенә ҡапҡа яһауҙан башлан­ған кәсеп хәҙер гөрләп алға бара. Өс туған абзыйы Риф менән берлектә оҫта бер айҙа кәм тигәндә ике ҡапҡа эшләп һата. Шуныһы ҡыуаныслы: заказдарҙы ситтән эҙләп йөрөйһө түгел, ауылдаштары сиратҡа яҙылған. Мә­ҫәлән, Юлай исемле егет Баш­ҡортостан флагын һынлан­дырған ҡапҡаға заказ биргән. Күре­үегеҙсә, унда респуб­ли­кабыҙҙың башҡа атрибуттары ла урын алған.
Әйтергә кәрәк, һатып алыусы ғына түгел, ҡапҡа яһаусы ла ғәзиз республикабыҙҙы ярата. Ринат Мәскәүҙә лә эшләп ҡарай, Себер тарафтарында үҙен һынай, әммә үҙен һәм күңеленә ятҡан йүнен тыуған ауылында таба. Шулай төрлө яҡтан да илһөйәрҙәр, тырыштар йәшәй бында.
“Беҙҙең өйҙә иртә һайын талашалар”

Шулай тип шаярта урындағы фермер Салауат Әминев. Баҡти­һәң, ауылдаштары көн дә иртән­сәк һөт, ҡаймаҡ-ҡорот, ҡатыҡ алырға килә икән. Сифатлы һәм тәмле тауарҙы, билдәле, бер кем дә ҡулынан ысҡынды­рырға телә­мәй, шуға бәхәсләшеп тә китәләр, ти. 15 һыйырҙан һауыл­ған һөттән Рәйлә апай таңғы дүрттән төрлө ризыҡ етештерә. Майҙы хатта 20-шәр килограмлап һатып алалар.
Салауат Хәйербара улы фер­мерлыҡ менән 2009 йылдан бирле шөғөлләнә. Әле 500 гектар ерҙә бойҙай, арпа, көнбағыш сәсә. Эшкәртеү өсөн бөтә техникаһы, ҡорамалдары бар. Был паркты хужа яйлап булдырған, күптән түгел генә комбайн һатып алған. 50 баш һарыҡ аҫрай, киләсәктә йылҡысылыҡҡа тотонорға иҫәбе. Әлбиттә, был тиклем хужалыҡты күтәреү бер ғаиләгә генә ауыр булыр ине: 50 баш һыйыр малы, шул ҡәҙәр һарыҡ һәм сусҡа, баҫыуҙар, таҡта ярыу цехы...
– Рафаил Насиров, Азат Ша­һи­ев, Миңлеғәле Әминев, Әүхәт Әминев һымаҡ алтын ҡуллы егеттәр менән бергә эшләйем, – тип үҙе менән йәнәш бураҙна ярған, мал салған хеҙмәткәрҙәрен маҡтап телгә алды Салауат ағай.
Һүҙ ҙә юҡ, ун йылға яҡын күтә­релгән хужалыҡта төрлө саҡтар булғандыр. Иң мөһиме – фермер аяғында ныҡлы баҫып тора һәм алдағы көндәрҙә башҡорттоң милли кәсебе – йылҡысылыҡ – менән шөғөллә­нергә хыяллана.
Фермерҙың эшмәкәрлеген генә түгел, тормошон да бер аҙ яҡтыр­тып үтеү дөрөҫ булыр ине. Ғаилә күптән түгел генә һынау кисергән, әммә бирешмәй донъя көтә. Әми­невтәрҙең ихатаһына күҙ һалһаң, һоҡланып туймаҫлыҡ – ҙур йорт сәскәләргә күмелгән. Әммә баҡса­ла үҫкән сәскәләрҙән бигерәк “тере сәскәләр” иғти­барҙы йәлеп итә: ҡунаҡҡа ҡайтҡан Алһыу ме­нән Айгизә олатайҙа­рының өҫтө­нән төшмәй, иркәләнә бирә. Фер­мерҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эше араһында ейәнсәрҙәре ме­нән кинәнеп уй­нар­ға ла ваҡыт табыуы ихтирамға лайыҡ. Хәйер, беҙҙең – ата-әсәләрҙең, олатай-өләсәйҙәрҙең – иртәнге сәғәт 4-тән тороп ҡаймаҡ эшләүебеҙ, меңәр саҡрым араға “оҙон аҡса” артынан юлланыуыбыҙ шул “тере сәскәләр” өсөн түгелме ни?!

Ике сәғәттә
бер мең йомортҡа әйләндереп ҡара!


Хәйбуллиндарға йүнәлгәндә уларҙы тәү сиратта район буйынса өлгөлө ихата конкурсында өсөнсө урынды алған ғаилә булараҡ яҡтыртыу ине маҡсат. Шулай уҡ шау сәскәгә күмелгән йорт, плитә түшәлгән ихатаға урамдан бағып та конкурста еңеү­селәр икәне аңлашылып тора. Май сүлмәге тышынан күренә, тиҙәр бит. Тик, хужалар менән яҡыныраҡ танышҡандан һуң, уларҙың кәсепсе икәнен дә шәйләп ҡалдым.
– Элек ҡалала йәшәнек, – ти Ғәли ағай. – Ауыл еренә күсһәк тә, ниңә өйҙә ҡала фатирындағы һымаҡ уңайлыҡтар булдырмаҫҡа тигән уй килде һәм ремонтларға тотондоҡ.
Матурлау шундай кимәлгә еткән, хатта әкиәт иленә килеп ингәндәй булаһың. Иң мөһиме – Себер тарафтарында эшләп йөрөгән йорт хужаһы ошо күркәм­лекте ял мәлдәрендә үҙ ҡулдары менән булдырған. Кәсепкә кил­гәндә, Ләйсән ханым ҡаҙ бәпкәһе баҫтырып һата, үҙе лә күпләп ҡаҙ аҫрай. Бөгөн хужалыҡта 15 инкубаторҙа бер мең ҡаҙ бәпкәһе сығаралар, әммә сығарыу тип әйтеүе генә анһат­тыр, дүрт сәғәт һайын Ләйсән бер мең йоморт­ҡаны әйләндереп тора. Ә ул тиклем эште башҡарып сығыу өсөн хужабикәнең 1,5–2 сәғәт ваҡыты китә. Эштең ни тиклем мәшәҡәтле икәнен күҙалларға ғына ҡала.
Хужалар һатыуҙан ҡалған 100-ҙән ашыу баш ҡаҙҙы үҙҙәре аҫрай. Шуныһы үҙенсәлекле: ошо тиклем ҡош-ҡорт булыуға ҡара­маҫтан, йорт-ихата тәртиптә тора. Тимәк, теләк булһа, бөхтә­лек­тә лә, муллыҡта ла йәшәргә мөмкин.
Ошондай уҡ күренеште Рита менән Фәнис Мәмбәтҡоловтарҙа ла күҙәтергә була. Матур итеп донъя көтәләр, шәхси ихаталарында күпләп мал аҫрайҙар. Хужаларҙы ҡапыл ғына тап итеп тә булманы әле: Рита Рәшит ҡыҙы Ишембайға үҙе рулдә һөт-ҡаймаҡ һатырға киткәйне, ә Фәнис ағай улы Денис менән һалам ташый.
– Төрлөбөҙ төрлө яҡта йөрөй­бөҙ ҙә бына шулай табында ғына осрашабыҙ инде, – тип шаяртып ҡаршы алды хужалар.
Ғәйеп юҡ, эш кешеләре бит! Мәмбәтҡоловтар ике тиҫтәнән ашыу һыйыр малы аҫрай, шул иҫәптән ете һауын һыйыры. Әйте­үебеҙсә, һөт-ҡаймаҡты баҙарға йөрөтәләр, өйҙән килеп алыусылар ҙа бар.
– Элек балалар бәләкәйерәк ине, трактор юҡ, аҡты ла Рита баш­та автобуста йөрөттө, унан үҙем алып бара торғайным. Ул һатҡансы мин машинала ваҡыт үткәрәм. Хәҙер иһә трактор бар, машинала ҡатын үҙе йөрөй, һыйырҙарҙы һауын аппараты менән үҙем һауышам, – ти йорт хужаһы, эштәренең тауға табан үрләгәненә ҡыуанып. Шулай ҙа мәшәҡәт етерлек. Крәҫтиән (фермер) хужалығы нигеҙендә лә, шәхси ихатаңда мал аҫрап та ауыл ерендә бынамын итеп донъя көтөп була – быныһы инде тапалған һүҙҙәр булһа ла, ғәмәл­дә хәҡиҡәт ул. Мәмбәт­ҡоловтар­ҙың эшмәкәрле­ге – быға үҙе яҡшы миҫал.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был ғаилә менән аралашҡанда хужа­ларҙың ауыҙынан шундай һүҙҙәр ҙә яңғыраны:
– Ике ҡыҙ үҫеп сығып китте, бына малай уҡып бөткәс, ауылға ҡайтыр тип өмөтләнәбеҙ. Өй һа­лам тиһә, урын бар, аяҡҡа баҫып китер өсөн башлаған эшебеҙ терәк.
Бындай теләктәр тормошҡа ашһа, иманым камил, Әхмәр ҙур ауылдар иҫәбенән төшөп ҡалмаҫ әле...

Ишембай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512