Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух Республикабыҙҙағы А.П. Чехов исемендәге балалар лагерь-шифаханаһы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Башҡортостандың хозур тәбиғәтле Әлшәй ерендә урынлашҡан ул. 1898 йылда нигеҙ һалынған шифахананың 200 йыллыҡ бай тарихы бар. Башта, ер биләүсе М.И. Дурилиндың шәхси шифаханаһы булараҡ Андреев исеме менән йөрөтөлә. Билдәле рус яҙыусыһы А.П. Чеховтың Башҡортостанға килеүе йылдар үтеү менән шифахананың уның исеме менән аталыуына булышлыҡ итә.
Яҙыусының ҡатыны Ольга Киппер үҙенең иҫтәлектәрендә: “...иремә был ерҙәрҙең һоҡланғыс саф һауалы тәбиғәте бик ныҡ оҡшай ине”, ти. Өйләнешкән йәштәр тап 1901 йылдың 25 майында ул ваҡыттағы Өфө губернаһына юллана, “Аксен” станцияһынан ун саҡрымдай алыҫлыҡта урынлашҡан Андреев шифаханаһына килеп, һуҙылып киткән матур имән ҡулҡыһы араһында урынлашҡан өйҙәрҙең береһенә килеп урынлаша. Улар йәшәгән йорттоң тәҙрәһе аша икенсе яҡтан сикһеҙ дала киңлеге һуҙыла, тип яҙа З. Леенсон үҙенең “Аксенда бер ай” тигән мәҡәләһендә.
Йылдар үткәс, Антон Павлович менән Ольга Леонардовна йәшәгән йорт яҙыусы исемендәге музей итеп үҙгәртелә, йорт алдында А.П. Чеховтың музейы урынлаштырыла. Яҙыусы яратҡан тау башындағы баҡсала ял итеү өсөн ҡоролма урынлаштырылып, Чехов исеме бирелә.
Бөгөн иһә А.П. Чехов исемендәге балалар лагерь-шифаханаһы республикала ғына түгел, унан ситтә лә билдәле. Һоҡланғыс ҡарағай һәм ҡарағас урмандары, саф һауаһы, шифалы ҡымыҙы һәм минераль һыуы менән дан алған ул. Үҙенсәлекле, матур тәбиғәт шарттары менән бергә тап дауалау процедураларының булыуы балаларға ял итеү өсөн сәләмәт мөхит тыуҙыра.
– Беҙҙә алты йәштән алып ун алты йәшкә тиклемге балалар ял итә һәм һаулыҡтарын нығыта. Улар менән тәжрибәле тәрбиәселәр, махсус педагогик белемле йәштәр, хеҙмәткәрҙәр эшләй. Шуғалыр ҙа лагерь-шифаханала ял итергә теләүселәр бик күп. Йәйге каникул ваҡытында ял һәм дауа алғандар өсөн, үҙебеҙҙең медицина һәм педагогик хеҙмәткәрҙәр эшләгән “Бергә” комплекслы программаһына ярашлы, әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү, рухи һәм физик үҫеш, ижади һәләттәрҙе үҫтереү өсөн дә бөтә шарттар булдырылған. Балалар саф һауала рәхәтләнеп ял итә, ҡымыҙ һәм минераль һыу ярҙамында дауалана, көнөнә биш тапҡыр ашау ойошторолған, – тине лагерь директоры Владислав Ширяев. – 500 урынға иҫәпләнгән сменала ял итеүсе балалар өсөн төрлө саралар ҡаралған. Һәр көн һайын төрлө оҫталыҡ дәрестәре, ижади һәм коллектив эштәр, тренингтар, интеллектуаль бәйгеләр үткәрелә. Спорт ярыштары һәм төрлө йүнәлештәге мауыҡтырғыс сараларҙы балалар бик шатланып ҡабул итә. Смена һайын ял итеүселәр ҡыҙыҡлы сәйәхәттәргә сыға, шарлауыҡҡа А.П. Чеховтың ял иткән ергә экскурсияға бара, усаҡ янында гитара уйнап, һыу инеп, балыҡ тотоп, рәхәтләнеп ял итә.
Лагерҙың йәш быуын өсөн мөһим роль уйнаған шарттарының береһе – ул бергәлек мөхите. Тап берҙәмлек рухы, лагерҙа үҙеңде команданың бер өлөшө итеп тойоу балаларға үҙ-үҙҙәрен асырға, шәхси үҫештәрен көйләргә ярҙам итә. Быйыл иһә А.П. Чехов исемендәге балалар шифахана-лагеры нигеҙендә М. Бураҡаеваның программаһы буйынса “Йәйләү” лагеры ла ойошторолған. Уҡыуҙа юғары уңыштарға өлгәшкән, туған телен белгән балалар һаулыҡтарын нығыта, халҡыбыҙҙың йолалары менән танышып, белем-зиһен туп­лай, төрлө райондарҙан килгән тамырлы-ырыулы балалар бер-береһе менән аралаша, фекер алыша. Быйыл иһә йәйге сменала Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Мәскәү ҡалаһында йәшәгән башҡорт балалары ла ял итә икән. Ҡайһы берҙәре Башҡортостанға беренсе тапҡыр килгән. Шат йөҙҙәренә ҡарап, уларҙың һәр көнө яҡты тәьҫораттарға бай икәнен аңлайһың. Милләт тотҡаһы булыр, рухлы балаларҙың һоҡланғыс матур ерҙәрҙә, тап Башҡортостандың Әлшәй районында, көс, белем туплауҙары ла ҙур әһәмиәткә эйә.
Билдәле, ул һәм ҡыҙҙарын йәйге лагерға ебәргән һәр ата-әсә “балам нисек йөрөй икән?” тип ҡайғырыусан. Әммә был осраҡта уларға борсолорға урын юҡ. Йәйге лагерҙа электән йәшәп килгән тәртип бар, бик яҡшы мөхит булдырылған. Бер бала ла тәжрибәле педагогтарҙың, вожатыйҙарҙың, инструкторҙарҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай. Лагерь хеҙмәткәрҙәре лә, балалар ҙа бер-береһенә йылы ҡарашта. Ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеге тәьмин ителгән, ҡаласыҡ тулыһынса уратып алынған, балаларҙың ялын ойоштороу буйынса бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре лә үтәлә. Ял ҡаласығында дүрт корпус, ике ҡатлы павильондарҙағы бүлмәләрҙә дүрт һәм алтышар кеше йәшәй. Хакимиәт һәм медицина корпусы бар, 300 урынға иҫәпләнгән ашхана эшләй. Һәр сменала йәшенә ҡарап бүленгән отрядтарҙа – 20-25-әр бала. Матур ял өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған: бейеү, теннис, бильярд залдары, футбол, баскетбол, волейбол һәм башҡа уйын майҙансыҡтары. Интернеттан ҡулланыу өсөн асыҡ Wi-Fi бар.
Дауалау үҙәгенә килгәндә, унда Раевка үҙәк дауаханаһының тәжрибәле табиптары эшләй. Климатотерапия, электротерапия, массаж, ҡымыҙ, “Чехов” минераль һыуы менән, шулай уҡ физиотерапия, релаксация программаһы буйынса дауалау ҡаралған.
А.П. Чехов исемендәге лагерь-шифаханала тәжрибәле педиатрҙар, шәфҡәт туташтары, массаж яһаусылар, дауалау физкультураһы инструкторҙары, директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫарҙары, тәрбиәселәр, музыка, физкультура уҡытыусылары эшләй. Ял итергә килеүселәр бынан бик ҡәнәғәт булып ҡайта. Балаларҙың шат йөҙөн, һау-сәләмәт булыуҙарын күреүҙән дә яҡшыраҡ нәмә юҡ беҙҙең өсөн, ти лагерь-шифаханаһы коллективы хеҙмәткәрҙәре лә.
Ысынлап та, шат һәм көләс йөҙлө, һау-сәләмәт балаларҙы күреүҙән дә мөһимерәк ғәмәл бармы икән һәр ата-әсә өсөн. Республикабыҙҙа А.П. Чехов исемендәге лагерь-шифахананың булыуы ла ошо шатлыҡты арттырған матур йорттарҙың береһе бит. Улар быны һүҙҙә генә түгел, маҡсаттары, ниәттәре, эштәре менән дә иҫбатлай. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, ти бит халыҡ та. Был йәһәттән А.П. Чехов исемен йөрөткән лагерь-шифаханаға ла рәхмәт һүҙҙәренән башҡа ни әйтәһең.

Әлшәй районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514