Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәҙеллек юллап... Страсбургҡаса
Рәсәйҙең атаҡлы төҙөүсеһе Александр Дубовец – “Граждандар кодексының 302-се статьяһы граждандар мәнфәғәтен күҙәтмәй” тигән дәғүәһе менән Конституцион суд тарафынан үҙ файҙаһына ҡарар сығартыуға өлгәшкән бик һирәк кешеләрҙең береһе. “Коммерсантъ” гәзите хәбәр итеүенсә, ул – законлы вариҫы булмаған фатирҙы һатып алыу буйынса килешеү төҙөүселәр исемлегендә һуңғы һатып алыусы.


Бәхәскә ҡағылған мәғлүмәттәрҙән күрене­үенсә, бер нисә йыл элек Дубовец 1994 йылда уҡ вафат булған Мәскәү кешеһенең фатирын һатып ала. Артабан килеп тыуған низағты тикшереү барышында аңлашылыуынса, фатирҙы ялған таныҡлыҡ буйынса алдаҡсылар ҡулға төшөргән һәм Дубовецҡа һатҡан, имеш.
2013 йылда мутлашыусыларҙың ялғаны суд тикшереүе һөҙөмтәһендә асыҡлана, һәм, ошо эш буйынса сығарылған ҡарарға нигеҙләнеп, Мәскәү властары Дубовецты фатирынан һөрөп сығара, торлаҡты муниципаль милек ҡулына тапшыра. Граждандар кодексының 302-се статьяһына ярашлы, ысынлап та, әгәр ҙә милек законһыҙ ҡулға төшөрөлгән икән, уның хужаһы, йәғни, мәҫәлән, ҡала властары, уны тартып алырға хоҡуҡлы. Судта Дубовец, ҡала властары милек буйынса уҙғарылған операциялар өсөн яуаплы, уларҙы ваҡытында теркәп барырға бурыслы, тигән фекер үткәрә. Шулай булғас, фатир мутлашыусылар тарафынан урланған, тигән фекергә урын ҡалмай, ти Дубовец. Рәсәй Генераль прокуратураһы вәкиленең тап ошо мәсьәләгә баҫым яһаған сығышына әһәмиәт бирмәйенсә, Рәсәй Юғары суды эш буйынса сығарылған ҡарарҙы көсөндә ҡалдыра.
Хаҡлыҡтың үҙ яғында икәнлегенә тамам инанған атҡаҙанған төҙөүсегә Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа судына мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Әгәр ҙә Страсбургтағы халыҡ-ара суд Дубовецтың ялыуын ыңғай баһаламаһа, әлбиттә, был бәхәстең Конституцион суд ҡарауына сығарылмаясағына шикләнмәҫкә лә мөмкин. Быны суд ултырышында, Граждандар кодексының 302-се статья­һы йөкмәткеһе буйынса Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ҡаршы килмәй, тигән ҡарар сығарылыуы ла раҫлап тора.
Конституцион суд судьяһы Сергей Казан­цевтың аңлатмаһына ярашлы, һуңғы һатып алыусыға тиклем милек башҡа хужа тарафынан (закон шуны талап итә) теркәлгән икән, был осраҡта һуңғы һатып алыусының намыҫлы булыу-булмауы хаҡында һүҙ алып барыу урынһыҙ. Әгәр ҙә һуңғы һатып алыусы милектең уны һатыусы ҡарамағынан китеүе һәм дәүләт тарафынан теркәлеүе хаҡында белгән икән, унан был мөлкәтте тартып алыу юл ҡуйылғыһыҙ. Сөнки уның закон боҙолоуы хаҡында белмәүе ихтимал бит.
Дәүләт – милек хужаһы, тип дауам итә Казанцев. Ә мөлкәт һәр ваҡыт ниндәйҙер бурыстар тыуҙыра. Теркәүсе орган үҙенең милкен асыҡ­лап, уны закон талап иткәнсә теркәргә бурыслы. Ошо талаптар еренә еткереп үтәлһә, яман уйлы бәндәләрҙең ялған таныҡлыҡ әҙерләп, милекте ҡулға төшөрөүенә юл ҡуйылмаҫ та ине, ти судья. Суд ҡарары нигеҙендә Александр Дубовецтың эше яңынан ҡаралырға һәм уның барышында фатирҙың дәүләт тарафынан теркәлеү-теркәлмәүе асыҡланырға тейеш.
Рәсәй Федерацияһының Конституцион суды намыҫлы һатып алыусылар милкен дәүләт тарафынан тартып алыуҙы тыйҙы. Был осраҡта мөлкәттең мутлашыусылар тарафынан һаты­лыуы закон өсөн әһәмиәткә эйә була алмай. Әммә Дубовец тарыған хәл илдә берҙән-бер түгел. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Хосуси хоҡуҡ тикшеренеү үҙәге башлығы урынбаҫары Лидия Михееваның һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы өс йылда ғына үҙәк тарафынан 400-ләп мөрәжәғәт алынған. Уларҙың барыһында ла Дубовецтыҡына оҡшаш яҙмыш һүрәтләнә.
Капиталистик мөнәсәбәттәргә күсеүгә сирек быуат уҙыуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә хосуси милеккә мөнәсәбәт ҡатмарлы булып ҡала. Ул урыҫ йәмғиәтендә ғүмер баҡый кире булған, сөнки урлашмай, кеше таламай байығыу мөмкин түгел, тип иҫәпләгәндәр. Шул уҡ ваҡытта иле­беҙҙә ысын-ысындан торлаҡ баҙары әле лә юҡ, йәшәр мөйөштө, мәҫәлән, Европа илдәрен­дәге кеүек, ҡуртымға алыу мөмкинлеге тура­һында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Фатирҙы йәки хәләл аҡсаңа һатып алырға, йәки социаль торлаҡ юлларға мөмкин. Ҡала ерендәге күп ҡатлы йорттарҙа торлаҡ хужаларының бер нисә тиҫтәгә етеүе – аҡылға һыймаған күренеш, сөнки унда көн һайын тыуып торған бәхәстәрҙе судтарҙың тикшереп өлгөрөүе, иң мөһиме – законлы һәм ғәҙел ҡарарға килә алыуы ышандырмай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512