Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ут күршегә килгән бәлә беҙҙең йөрәктәрҙе телә
Ут күршегә килгән бәлә беҙҙең йөрәктәрҙе телә2 июль төнөндә Татарстандың Зәй районында автобус менән йөк машинаһы бәрелешеү һөҙөмтәһендә 14 кеше, шул иҫәптән бер йәшлек сабый һәләк булды, тағы ла 15 кеше яраланды.

Тәфтиш органдары фажиғәлә ғә­йеп­леләрҙе асыҡлай. Әлегә өс версия бар. Тәүгеһе буйынса, Һамарҙан Ижевскиға барған автобус водителе ауыр йөк машинаһын һөйрәп әкрен генә барған КамАЗ-ды уҙып китергә теләгән. Әммә автобусҡа идараны юғалтып, КамАЗ-ға бәрелгән. Һөҙөм­тәлә уныһы кюветҡа осҡан, ә автобус ҡабырғаһына ятып, бер нисә метр шыуып барған.
Шулай уҡ автобустың водителе рулдә йоҡлап киткән тигән фараз да бар. Әле пассажирҙар ташыу буйынса хеҙмәт күрһәткән ойошма етәксеһе ҡулға алынған. Ул хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәүҙә ғәйепләнә. Автобус водителе лә нормаларҙы тупаҫ боҙған. Иҫән ҡалған пассажирҙар әй­те­үенсә, ул туҡтап, юл буйында ҡул күтәреп торған кешеләрҙе ултыртҡан. Ә был ҡәтғи тыйыла.
Өсөнсө версия буйынса, ҡаршы килгән машинаның яҡтылығы автобус водителенең күҙен сағылдырған, ул идараны юғалтҡан. Түңкәрелгән авто­бустың яғыулыҡ багы шартлаған, һөҙөмтәлә күп кешенең ғүмере өҙөл­гән. Юл һәләкәтенә осраған водител­дең өсәүһе лә (автобуста шулай уҡ рулдәгеһенең алмашсыһы ла булған) дауаханаға оҙатылған. Уларҙың икәүһе – КамАЗ менән автобустыҡы – ҡулға алынасаҡ.
Татарстанда матәм көнө иғлан ител­де. Байрамдар, һабантуйҙар бул­маясаҡ. “Ленинград” төркөмө 2 июлдә буласаҡ юбилей концертын кисек­терергә ҡарар итте.
Сит ҡайғы булмай. Был ҡот осҡос фажиғә барыбыҙҙы ла тетрәтте. Ғә­зиз­дәрен юғалтҡан кешеләргә Аллаһ Тәғәлә сабырлыҡ, мәрхүмдәргә йән тыныслығы бирһен.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 167

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 288

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 079

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 194

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 255

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 108

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168