Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ете мең – үҙеңдән, өс меңе – дәүләттән...
Ете мең – үҙеңдән, өс меңе – дәүләттән...Башҡортостан Хөкүмәтендә “Ипотека һәм ҡуртым торлағы” өҫтөнлөклө программаһының үтәлешен тикшереүгә арналған ултырыш үтте. 2015 йылдан алып ғәмәлдә булған ошо федераль программаға ярашлы бирелгән кредиттар буйынса процент күләменә субсидия беҙҙең республикала ярты йылдан ашыу тормошҡа ашырыла. Маҡсат – аҡсалата килеме юғары булмаған ғаиләләргә торлаҡ алырға ярҙам итеү. Нисек үтәлә был изге ниәт?
Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белдереүенсә, торлаҡ һатып алыуға кредиттар буйынса ставканың әлегә саҡлы бер урынлы һанға тиклем төшкәне, йәғни ун проценттан да аҙыраҡ тәшкил иткәне булманы. Йылына 40 проценттан башлап, 2007 йылға ул 12 процентҡа тиклем кәмене, 2008 һәм 2014 йылдарҙа йәнә артты. 2015 йылдың мартынан илдә ставкаларҙы субсидиялау программаһы эшләй башланы, йәғни торлаҡ һатып алыусыға хөкүмәт ярҙамға килде. Ул ике йылға иҫәпләнгән. Программа тамамланһа ла, ставка артмаясаҡ, тип иҫәпләйҙәр Хөкүмәттә: тотороҡло баҙар һәм түбән инфляция шарттарында банктар йылына 12 процент менән ипотека кредиттары тәҡдим итә. Банк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, әгәр инфляцияны дүрт процентҡа тиклем кәметеүгә өлгәшһәк, бер-ике йылдан ставканы 7-8 процент кимәлендә билдәләргә мөмкин.
– Беҙҙең республика күп төҙөй, һәм ошо күрһәткес буйынса илдә бишенсе урында торабыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, үткән аҙнала Волга буйы федераль округының кәңәшмәһендә сығыш яһап. – Әле 3,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлә, быйылғы тәүге ике айҙа 354 мең квадрат метр майҙан файҙаланыуға тапшырылды, ә был иһә, үткән йылғы ошо осор менән сағыштырғанда, 50 процентҡа күберәк. Баҙарҙағы бөгөнгө хәлгә ярашлы, торлаҡты аҙыраҡ һатып алалар. Эшләгән халыҡтың 60 проценты самаһының айлыҡ хеҙмәт хаҡы 20 мең һумдан ашмай. Тимәк, уларға хөкүмәт ярҙамы талап ителә.
Рөстәм Зәки улы был ярҙамдың асылын да аңлатты: күптәрҙең 200 – 500 мең һумлыҡ тәүге иғәнәне бер юлы тапшырырға хәленән килмәй, шуға күрә ундай кешеләр банктағы иҫәбенә айына 7 – 10 мең һум һала бара һәм, был сумма 150 – 200 мең һумға еткәс, программаға ярашлы, уға 7-8 процентлы ипотека кредиты асыла. Әгәр ҙә буласаҡ торлаҡ хужаһы был кредитты ҡаплау иҫәбенә ай һайын ете мең һум күсереп бара икән, дәүләт ҡаҙнаһы уға өсәр мең һум өҫтәй бара (ярҙам өс мең һумдан аша алмай), тимәк, кредит айына унар мең һумға кәмей бара.
Әле республикала йылына 20 – 27 мең кешегә ипотека кредиты бирелеүен иҫәпкә алһаҡ, ошо программала ҡатнашыусыларҙың ете меңдән артығыраҡ булыуы уның ҙур ғына өлөшөн тәшкил итеүен асыҡ аңларбыҙ. Уларҙың банк иҫәптәрендә торлаҡ алыу маҡсатында йәмғеһе 1,2 миллиард һум йыйылған. Яҡындағы өс йылда тағы туғыҙ мең яҡташыбыҙ өҫтәләсәк тип көтәләр. Ҡаҙнанан был маҡсатҡа күсерелгән сумма быйыл 70 миллион һум буласаҡ, ә 2016-2017 йылдарҙы бергә ҡушһаң, 426 миллион һумға етә.
Ипотека кредиттары биреүҙе арттырыу, “эконом-класс” рәүешендәге фатирҙарҙы күберәк сафҡа индереү, төҙөлөш өсөн ер майҙаны биреүҙе еңелләштереү, инженерлыҡ селтәрен үткәреүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү юлы менән төҙөлөш ойошмаларына финанс ауырлығын кәметеү һәм башҡа ысулдар торлаҡ хаҡының кәмеүенә килтерер тип өмөт итә белгестәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 258

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 167

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 288

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 077

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 193

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 254

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 108

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168