Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уяулыҡтан зыян юҡ,
Һауаның йылыныуы арҡаһында һыу ятҡылыҡтары өҫтөндәге боҙ йоҡарып, көндән-көн ҙурыраҡ хәүеф тыуҙыра, һәләкәткә тарыу ихтималлығы арта. “Халыҡтың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүен, шул иҫәптән машина менән боҙ өҫтөнән йөрөүҙән тыйылыуын үтенәбеҙ”, – тип белдерә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы.


Яңыраҡ ведомство боҙ өҫтөнән һалынған юлдарҙы ябыу хаҡында иғлан итте. 2 апрелдән Краснокама районының Иҫке Йәнйегет ауылында Ағиҙел йылғаһы аша үтеп йөрөү мөмкинлеге сикләнде. Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында – Өфө, Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылында – Кама, Бөрө янында Ағиҙел йылғалары аша боҙ кисеүҙәре ябылған, тыйыу билдәләре ҡуйылған.
Өфөнөң һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарында әле иҫкәртеү рейдтары уҙғарыла. Тәү сиратта Затон, Нижегородка биҫтәләренә, Кооператив яланға, Кузнецов затонына, Максимовкаға, шулай уҡ Дим райо­нының баҡсасылыҡ ширҡәттәренә иғтибар йүнәлтелә. Баш ҡала хаки­миәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, рейдтар барышында 696 торлаҡ йорт һәм 79 баҡса өйө тикшерелгән. Урындағы халыҡҡа һыу баҫыу хәүефе янаған ерҙән эвакуациялау ҡағиҙәләре тураһында иҫкәрткән яҙмалар таратылған. Йәмғеһе 1800-гә яҡын кешегә инструкция үткәрелгән.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Михаил Закомалдин төбәктең яҙғы ташҡынға әҙерлеге буйынса координация кәңәшмәһе уҙғарғайны. Респуб­ликаның Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров унда ҡотҡарыусыларҙың һыу баҫҡан райондарҙан 83 меңдән ашыу кешене эвакуацияларға әҙерлеген белдерҙе. 162,5 меңдән ашыу кеше өсөн 657 ваҡытлыса урынлашыу пункты хәстәрләнгән. Бынан тыш, кәрәк саҡта 100 урынлыҡ палатка ҡаласығы ойоштороу мөмкинлеге бар. Хәүефһеҙ урынға күсерелгәндәр аҙыҡ-түлек һәм төрлө кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителәсәк.
“Рәсәй” телеканалының медиаүҙә­гендә үткән матбуғат конференция­һында яҙғы ташҡынға бәйле ниндәй саралар күрелеүе хаҡында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынба­ҫары Марат Мәһәҙиев, Башҡорт­остандың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Граждандарҙы һаҡлау идаралығы начальнигы Рәсим Абдуллин, Башҡорт­остан Ауыл хужалығы министрлы­ғының Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм мобилизация эштәре бүлеге етәксеһе Рафаэль Исхаҡов һөйләне.
Бөгөнгә ташҡын мәлендә халыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында ете мең ярымдан күберәк кешенән махсус төркөм тупланған, шулай уҡ мең ярымдан ашыу берәмек техника һәм йөҙөү ҡулайламаһы әҙерләнгән. Белгестәр фаразлауынса, һигеҙ урында тығын барлыҡҡа килеүе ихтимал, шуға ла район-ҡала хакимиәттәре тарафынан ул ерҙәрҙәге боҙҙо киҫкеләү, тиҙ иреһен өсөн ҡарайтыу кеүек саралар күрелә.
– Минеңсә, быйылғы һыу баҫыу элеккеләренән әллә ни айырылмаҫҡа тейеш. 2003 һәм 2007 йылдарҙа йылғаларҙың кимәле бынан да юғарыраҡ ине. Һуңғы тиҫтә йылда ташҡындар ҙур булманы, шуға ла халыҡ бер ни тиклем тынысланып өлгөргән. Беҙ әле кешеләр уяулығын юғалтмаһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ: даими рәүештә йорт-ихаталар тикшерелә, иҫкәртеү саралары ойошторола, яҙма мәғлүмәттәр таратыла. Һәр ауыл-ҡалала нисә бала, ауырлы ҡатын һәм инвалид йәшәгәнен белеп торабыҙ, улар хәүеф янаған хәлдә туғандары янына йәки башҡа ергә күсереләсәк. Ваҡытлыса йәшәү урындары етерлек хәстәрләнгән, – тине Марат Мәһәҙиев.
Оператив эшләү, инженерия һәм ойоштороу мәсьәләләре менән бәйле ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн ташҡын осорона ҡарата 1,2 миллиард һумлыҡ матди резерв тупланған, финанс резервтары иһә 4,5 миллиард һум тәшкил иткән.
Рафаэль Исхаҡов үҙ сиратында ауыл райондарында халыҡтың мал-тыуарын һыу баҫҡан урындарҙан ситкә күсереү өсөн махсус пункттар булдырылыуын билдәләне.
– Мал зыяраттары һыу аҫтында ҡалмаясаҡ, сөнки ҡалҡыу ерҙә эшләнгәндәр, – тине ул. – Төрлө хәүефле объекттарҙың, шул иҫәптән ағыулы ашлама келәттәренең, сәнәғәт етештереүе ҡалдыҡтары түгелгән соҡорҙарҙың ташҡынға эләгеп, һыуҙы бысратыу ихтималлығы бик аҙ.
Ағиҙел бассейнындағы күпселек йылғаларҙа һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы һәм унан 20-70 сантиметрға юғарыраҡ булыуы көтөлә.
– Йылғаларҙың күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә ярашлы асылыуы көтөлә. Быйыл ҡыш ҡарҙың күп яуыуы был йәһәттән әллә ни ҙур йоғонто яһамаясаҡ, – тине Вилора Горохольская. – Башҡортостанда йылғалар апрелдең беренсе декадаһы аҙағында һәм икенсе декадаһы урталарында асыла. Ҡағиҙә булараҡ, һыу кимәле апрель аҙағында – май башында иң юғары күрһәткескә етә.
“Башгидромет” етәксеһе әйтеүенсә, Өфө эргәһендә Ағиҙелдең иң юғары кимәле 750 – 850 сантиметр булыр тип фаразлана.
– Бурысыбыҙ – ташҡындың хәүеф­һеҙ үтеүен тәьмин итеү. Халыҡ уяулығын кәметмәһен ине. Һыу баҫыу осорона әҙер булыу һәм ваҡытында тейешле саралар күреү зарур. Бер кемде лә ҡурҡытырға йыйынмайбыҙ, хәлде объектив баһалайбыҙ, – тип белдерҙе Марат Мәһәҙиев. Матбуғат конференцияһы аҙағында ул журна­листарҙың ташҡынға бәйле хәбәрҙәрҙе артыҡ ҡуйыртып, халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырмауын һораны.
– Мәғлүмәт объектив, дөрөҫ булырға һәм ваҡытында таратылырға тейеш. Кешеләрҙең әлеге хәлде нисек ҡабул итере һеҙҙең эшмәкәрлеккә бәйле. Был мәсьәләлә, медициналағы һымаҡ, иң мөһиме – зарар ҡылмау, – тине ул.
Белгестәр өйрәтеүенсә, алдан уҡ йорт йыһаздарын, көнкүреш техника­һын, кейем-һалымды, аҙыҡ-түлекте, умарталарҙы, мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто хәүефһеҙ урынға сығарырға кәрәк. Һыу үткәрмәҫлек материалға төрөп, аҙыҡ-түлекте һәм дарыуҙарҙы әҙерләп ҡуйырға, шулай уҡ ғаилә ағзалары менән торлаҡты ҡалдырып киткәндә ниндәй саралар күрергә кәрәклеге тураһында әңгәмә уҙғарырға кәңәш итәләр. Яҙғы ташҡын осоронда айырыуса балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Был осорҙа уларҙы һыу ятҡылыҡтары янында уйнауҙан тыйыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүҙең үкенесле эҙемтәләре тураһында йышыраҡ иҫкәртеү зарур. Ашығыс ярҙам хеҙмәттәренең, шулай уҡ туғандарҙың адрестарын, телефон номерҙарын күренеп торған урынға яҙып элеү зыян итмәҫ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519