Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Премияға дәғүә итеү тәртибе
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия (артабан – Комиссия) 31 майға тиклем премияға дәғүә итеү өсөн эштәр ҡабул итә.

Республика Президентының 1998 йылдың 22 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары тураһында”ғы 875-се Указына ярашлы (Башҡортостан Республикаһы Президентының 2013 йылдың февралендәге 22-се Указына, Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2015 йылдың 19 февралендәге 31-се, 2016 йылдың 8 декабрендәге 310-сы, 2017 йылдың 25 февралендәге 23-сө указдарына индерелгән үҙгәрештәр менән), республикала тәбиғәт, техник һәм гуманитар фәндәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән ғилми тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең инновациялы үҫешен тәьмин иткән өр-яңы техника өлгөләрен һәм прогрессив технологиялар эшләгән өсөн ике йылға бер тапҡыр һәр береһе 500-әр мең һумлыҡ өс премия бирелә.
Эштәре уларҙы ҡабул итеү ваҡыты тамамланғанға тиклем кәмендә ике йыл алдан баҫылып сыҡҡан йәки башҡа алым менән халыҡҡа сығарылған кешеләр премияға тәҡдим ителә ала. Шул уҡ ваҡытта эштәр комиссия ҡуйған талаптарға ярашлы рәсмиләштерелергә тейеш.
Премияға дәғүә итеүселәр коллективы биш кешенән артмаҫҡа тейеш. Премияға тәҡдим ителгән башҡа эштең авторҙар коллективына ингән йәки административ йә иһә ойоштороу бурыстарын башҡарған кешеләр улар иҫәбендә була алмай.
Фән, техника, технологиялар йәки инновациялар өлкәһендә дәүләт әһәмиәтендәге башҡа премияға тәҡдим ителгән йәки ошондай премияны алған эш әлеге премияға дәғүә итә алмай. Конкурстан үтмәгән дәғүәсе премияға дүрт йылдан һуң ғына ҡайтанан тәҡдим ителә ала. Ә премия лауреаты иһә конкурста биш йылдан һуң ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.
Комиссияға түбәндәге документтар тәҡдим ителә:
1) кандидатты премияға тәҡдим итеү тураһындағы хат (тәҡдим иткән ойошманың етәксеһе уға ҡул ҡуйырға тейеш);
2) тәҡдим иткән ойошманың һәм башҡа авторҙаштар эшләгән ойошмаларҙың коллегиаль идара итеү органдары ултырышы протоколдарынан өҙөмтәләр, тейешле иҫәп комиссияларының протоколдары;
3) һәр дәғүәсе тураһында мәғлүмәттәр;
4) эштең һүрәтләмәһе;
5) эшкә аннотация;
6) өҫтәмә материалдар.
Документтар Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия тарафынан эшләнгән өлгөләргә ярашлы рәсмиләштерелергә тейеш. Бөтә документтарҙың һәм өҫтәмә материалдарҙың рус телендә компьютерҙа баҫылыуы һәм заманса әҙәби тел нормаларына тап килеүе шарт.
Премияға тәҡдим ителеүселәрҙең документтары 2017 йылдың 31 майына киске сәғәт 6-ға тиклем Комиссияла (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, 315-се бүлмә) ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 280-80-93.
Эштәрҙе тәҡдим итеп, документтар тултырыуҙың ошо тәртибен боҙоп рәсмиләштерелгән йәки почта аша ебәрелгән мәғлүмәттәр ҡаралмай.
Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт республика Башлығы сайтында баҫылған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 863

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505