Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙыҡлы алымдар аша һәләт асыла
Ҡыҙыҡлы алымдар аша һәләт асылаСалауат ҡалаһындағы 1-се лицейға тәүге тапҡыр килгән кеше, бындағы таҙалыҡҡа, зауыҡ менән биҙәлгән класс бүлмәләренә ҡарап, хайран ҡалалыр, моғайын. Минең менән дә шулайыраҡ булды.
1998 йылда был мәктәптә булырға тура килгәйне, шуға күрә сағыштырырға ла мөмкинлек бар.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостандағы күпселек белем усаҡтары үҙҙәренең эшмәкәрлеген “2100 йыл мәктәбе”, “Рәсәй мәктәбе” тип исемләнгән яңы программаларға таянып башҡара. Салауат ҡалаһының 1-се лицей уҡытыусылары иһә, креатив педагогика, заманса уҡытыу программаларынан тыш, ҡом менән һүрәт яһау, мультфильмдар төшөрөү алымын, япон мәҙәниәте серҙәрен дә уңышлы ҡуллана. Былары күҙгә ташланып торғандары ғына. Яңылыҡтарҙы һанай китһәң, бармаҡтар ҙа етмәҫ.
— Лицейҙың төп байлығы, әлбиттә, уҡыусылар, — ти белем усағының директоры Ҡадир Хәбибуллин. — Әле беҙҙә 1440 бала белем ала. Уларҙы 108 уҡытыусы уҡыта. Педагогтарҙың яртыһынан күбеһе юғары категорияға эйә. Ике фән кандидаты ла эшләй. Лицейға, башлыса, киләсәктәрен физика, химия, математика, информатика менән бәйләргә теләгән балалар килә.
Ысынлап та, ҡалала 1-се лицейҙың абруйы юғары. Быйылғы уҡыу йылында тәүге тапҡыр парта артына ултырыусы балалар — йөҙҙән ашыу. Улар дүрт класҡа бүленеп уҡый. Алдағы йылда тағы ла күберәк булмаҡсылар. Лицей етәкселәре, ата-әсәләрҙең үтенесен ҡәнәғәтләндереү маҡсатында, тағы бер класс асырға ниәтләй.
Лицей менән танышыуҙы япон мәҙәниәте кабинетынан башланыҡ. Ғәжәпкә ҡалдырып, бында беҙҙе ысын япон ҡаршыланы. Токио университеты профессорыИчиносе әфәнденең улы Кохе Рәсәйгә урыҫ телен һәм мәҙәниәтен тәрәндән өйрәнеү өсөн килгән. Үҙ сиратында, япон егете беҙҙең уҡыусыларға тыуған иленең тарихын, мәҙәниәтен, халҡының ғөрөф-ғәҙәтен өйрәтә. Кабинет иң яҡшы япон традицияларына ярашлы йыһазландырылған. Декорациялар етендән, ебәктән, дөгө ҡағыҙынан, бамбуктан эшләнгән. Бында өҫтәлдәр ҙә, ултырғыстар ҙа юҡ — балалар иҙәнгә йәйелгән йомшаҡ келәмдәргә ултырып уҡый. Хәйер, уҡыйҙар тип әйтеүе лә ҡыйын, дәрестәр уйын рәүешендә ойошторолған.
— Быларҙың барыһын да үҙебеҙҙә ҡулланыр алдынан, Финляндияға, Швецияға барып, Европа илдәренең тәжрибәһен өйрәнеп ҡайттыҡ, — ти лицей директорының башланғыс кластарҙа уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Надежда Шведова.
Лицейҙың креатив студияһы ла — һәләтле балаларҙың ижад лабораторияһы. Уҡыусыларҙың күңеле нимәгә тартыла, шул йүнәлештә таланттарын асыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырылған. Мәҫәлән, йәнһүрәттәр төшөрөү майҙансығында студия етәксеһе Александр Огнев ҡаршы алды. Александр, йәш булыуына ҡарамаҫтан, техник йүнәлештәге юғары уҡыу йортон тамамлаған һәм педагогия университетында ла уҡып өлгөргән. Хәҙер үҙе белгәнде балаларға өйрәтә.
Ҡыҙыҡлы алымдар аша һәләт асылаБеҙгә бигерәк тә ҡом менән һүрәт төшөрөү студияһында шөғөлләнгән балаларҙың эштәре оҡшаны. Аҫтан лампочка менән яҡтыртылған быяла таҡта өҫтөндә бәләкәй генә ҡулдарҙың ҡом ҡойоп төрлө геройҙар яһағанын ҡарап тороуы күңелдә әллә ниндәй тойғолар уята, гүйә бала саҡтағы әкиәт иленә алып ҡайта.
— Был алым талантлы балаларҙың йәшерен һәләтен асырға ярҙам итә, — ти студия етәксеһе Елена Баканова. — Күңелдәрендәге шомдарҙан арындыра, психик сәләмәтлектәрен нығыта. Шулай уҡ башланғыс кластарҙа уҡыған балалар өсөн бейеү, театр, ҡул эштәре, шахмат түңәрәктәре, психик арыныу кабинеты, фитобар эшләй. Һуңғыһында лицей табиптарының күҙәтеүе аҫтында уҡыусылар үлән сәйҙәре эсә. Балалар сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙырған кока-кола, спрайт, фанталарға урын юҡ был уҡыу йортонда.
Әйткәндәй, беҙ өйрәнгән ҡәҙимге ҡыңғырау тауышын ишетмәҫһең бында. Уҡыусыларҙы дәрескә күңелле музыка саҡыра. Тәнәфес башланыуы хаҡында ла матур көй хәбәр итә. Көйҙәр ҡабатланмай, һәр дәрес тамамланған һайын яңы музыка уйнай.
Уҡыу күрһәткестәренә килгәндә лә ҡаҙаныштар ҡыуаныслы. Уҡыусылар йыл һайын физика, математика, химия, информатика буйынса Башҡортостан, Рәсәй буйынса һәм халыҡ-ара бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәҫәлән, лицейҙы былтыр тамамлаған Ангелина Әбсәләмова информатика буйынса биш тапҡыр Рәсәй призеры булған. Әлеге ваҡытта Санкт-Петербург университетының I курсында уҡып йөрөгән Алена Павлова хаҡында ла ғорурланып иҫкә алалар. XI класс уҡыусыһы Федор Корчежников та биш тапҡыр призер исемен яулаған.
Лицейҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу ҙа иғтибар үҙәгендә. Республикабыҙҙың икенсе дәүләт телен башҡорттар ғына түгел, урыҫ, татар, сыуаш балалары ла теләп өйрәнә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән балаларҙы ҙур тәжрибә туплаған Зөлфиә Ғәбдрәхимова менән Роза Вахитова уҡыта.
Быйылғы уҡыу йылында лицейҙы 107 бала тамамларға йыйына. Шуларҙың яртыһы тип әйтерлек Мәскәүҙәге юғары уҡыу йорттарына инергә әҙерләнә. Уҡыусыларҙың тағы ла 50 процентҡа яҡыны үҙҙәрен Санкт-Петербургтағы юғары уҡыу йорттары студенттары итеп күрә. Ике генә бала Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат ҡалаһындағы филиалына инергә әҙерләнеүе хаҡында белдерҙе. Былтыр лицейҙы тамамлаған 87 уҡыусының 27-һе генә Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө вуздарына ингән, ҡалғандары барыһы ла Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡазан ҡалаларының абруйлы уҡыу йорттары студенттары булып киткән.
Лицей Мәскәү дәүләт университеты, Рәсәйҙең халыҡтар дуҫлығы университеты һәм тағы ла бер нисә юғары уҡыу йорто менән килешеү төҙөгән. Йылына бер нисә тапҡыр был вуздарҙың уҡытыусылары Салауатҡа килеп, лицей уҡыусыларына лекциялар уҡый. Бындай осрашыуҙар вуз аудиторияларында ла йыш булып тора. Бының өсөн лицей етәкселәре балаларҙы Мәскәүгә йәки башҡа ҡалаларға, хатта сит илдәргә ебәрә.
Күптән түгел уҡыу йорто РОСНАНО компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеүгә заявка биргән. Әгәр лицей уҡыусыларының проекты ҡабул ителһә, киләсәктә бында йәш ғалимдар тәрбиәләй башлаясаҡтар. Ә бының өсөн салауаттарҙың бөтөн мөмкинлектәре лә бар.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Салауат ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518