Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баланың хаҡы булмаһа ла, уны баҡҡанға хаҡ юғары...
Баланың хаҡы булмаһа ла, уны баҡҡанға хаҡ юғары...Был айҙа балалар баҡсаһы өсөн түләү квитанцияһын ҡулына алғандарҙың күбеһе ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар кисергәнен һәм ҡәнәғәтһеҙ ҡалғанын аңларға була: ошоға тиклем тотороҡло льготалар менән ҡулланып өйрәнгән ата-әсәләрҙе байтаҡҡа артҡан түләү суммаһы аптыратты ла, хафаға ла һалды (иҫәпле донъя бит!). Бигерәк тә был ҡалала йәшәгәндәрҙең бәкәленә һуҡты. Хатта ҡайһы бер ҡәнәғәтһеҙҙәр тиҙ арала петиция әҙерләп, уны йәмәғәтселек ҡарамағына сығарҙы.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығында белдереү­ҙәренсә, эш 1 марттан респуб­ликаның “Мәғариф тураһында”ғы Законына үҙгәрештәрҙең үҙ көсөнә инеүендә. Әммә әлегә түләүҙәрҙең иҫәпләү һәм ташламалар биреү тәртибе тулыһынса раҫланып бөтмәгән. Хоҡуҡи мәсьәләләр хәл ителеү менән, киләһе ике айҙа, түләүҙәр күләмен ҡабатан иҫәп­ләйәсәктәр һәм, яңы нормативтар буйынса ташлама ҡаралған икән, артыҡ түләнгән аҡсаны ата-әсәләрҙең иҫәбенә кире ҡайта­расаҡтар.
Быға тиклем балалар баҡса­һына йөрөгән кескәйҙәр өсөн компенсацияны барлыҡ ғаиләләр ҙә ала ине. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, компенсацияға документтарҙы атай йәки әсәй тапшыра, шул уҡ ваҡытта ғаиләнең уртаҡ килеме уның һәр ағзаһы өсөн йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәленән артмаҫҡа тейеш. Ябай итеп әйткәндә, әлеге ваҡытта республикала йәшәү минимумы күләме 8323 һум тәшкил итә. Ошо һанды 1,5-кә ҡабатлаһаҡ, 12 485 һум килеп сыға. Компенсацияға өмөт иткәндәргә ғаиләнең уртаҡ килемен, ағзаларының һанына ҡарап, ошо күрһәткескә ҡабат­ларға ҡала. Мәҫәлән, һеҙҙең ғаилә дүрт кешенән тора икән, баҡсаға йөрөгән балаларығыҙ өсөн компенсация алам тиһәгеҙ, уртаҡ килемегеҙ 49 940 һумдан артмаҫҡа тейеш. Компенсацияның күләме үҙгәрешһеҙ ҡала: беренсе бала өсөн – 20, икенсеһенә – 50, өсөнсөгә 70 процент ташлама ҡа­ралған. Тик 2017 йылдың 1 ғин­уа­рына тиклем тапшырылған документтарға өҫтәп, ғаиләлә йән башына уртаса килем йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлы дәүмәленән артмауы тураһындағы белешмә килтерергә кәрәк. Был документты тейешле Ҡарар ҡабул ителеү менән, балалар баҡсаһы урынлашҡан йәки ғаилә йәшәгән райондағы халыҡты социаль яҡлау органдары бирәсәк. Бе­лешмәне баҡсаға 1 майға тиклем тапшырып буласаҡ.
Рәсми власть вәкилдәре хәлгә асыҡлыҡ индерһә лә, әлегә бер генә түгел, ике, хатта өс балаһын баҡсаға йөрөткән ата-әсәйҙәр баш вата: үҙгәрештәрҙе яйға һалған хоҡуҡи ҡарарҙар эшләй баш­лағансы, документтар туплағансы, артабан нисектер йәшәргә, ғаилә ҡаҙнаһынан бүлеп, ҙур сумманы түләргә, сығымдарҙы эконо­мия­лаған саралар күрергә, ҡайһы бер уй-теләктәрҙән баш тартырға кәрәк буласаҡ.

Альмира ҒӘНИЕВА, Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары:
– Уртаса килемде иҫәпләгәндә, ғаиләнең эшкә яраҡлы, эшләгән һәм белем биреү учреждениеһында көндөҙгө бүлектә уҡыған (16 йәштән 60 йәшкә тиклемге ирҙәрҙең; 16 йәштән 55 йәшкә тиклемге ҡатындарҙың) барлыҡ ағзаларының килеме иҫәпкә алына. Инвалидтарға һәм инвалид балаларға; 20 аҙна һәм унан күберәк ауыры булған ҡатындарға; билдәләнгән тәртип буйынса эшһеҙ тип табылғандарға; өс йәшкә тиклем бала ҡарағандарға; 18 йәшкә тиклемге инвалид баланы, I группа инвалидын, 80 йәше тулған оло кешене тәрбиәләгәндәргә; ауыл ерендә йәшәгән күп балалы ғаиләләргә; тулы булмаған күп балалы ғаиләнең бер генә эшкә яраҡлы ағзаһы эшләһә йәки тулы күп балалы ғаиләләрҙең эшкә яраҡлы ағзаларынан береһе генә эшләһә йәки уҡыһа, уларға ташлама ҡаралған. Компенсация юллағанда, уларҙың уртаҡ килем дәүмәле иҫәпкә алынмай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519