Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хата хаҡы үтә ҡиммәт
Хата хаҡы үтә ҡиммәтБыл көндөң маҡсаты — йәмәғәтселектең иғтибарын йәнә бер тапҡыр йоғошло сирҙәрҙең береһе булған ВИЧ-инфекцияның таралыу проблемаһына йүнәлтеү. Үкенескә ҡаршы, мәкерле вирусҡа бәйле киҫкен мәсьәләләр байтаҡ һәм йылдан-йыл яңылары ла өҫтәлә.
Илебеҙҙә СПИД-ҡа ҡаршы көрәш буйынса маҡсатлы программа ҡабул ителгән, иҫкәртеү саралары өсөн бүленгән аҡса ла аҙ түгел һымаҡ. Әммә табиптар ВИЧ-инфекцияның таралыуына бәйле кешелеккә янаған хәүефтең кәмемәүен белдерә.
СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү буйынса республика үҙәгенең ойоштороу бүлеге начальнигы Нурфиға Хафизова әйтеүенсә, йыл башынан ғына республикала 1654 кешелә ВИЧ-инфекция асыҡланған. Уларҙың 1090-ы — ир-ат, 564-е — ҡатын-ҡыҙ. Сиргә дусар булыусыларҙың 479-ы вафат булған, ауырыу әсәләрҙән 226 сабый тыуған. Быйылғы күңелһеҙ һандар бына шулай.
Башҡортостанда 100 мең кешегә 235,3 ВИЧ-инфекция йөрөтөүсе тура килә. Республикала ошо күрһәткес Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда түбәнерәк, әлбиттә. Әммә мәкерле вирус йөрөтөүсе 9569 кешенең теркәлеүе тынысланырға урын ҡалдырмай. Мәғлүмәттәр сиргә тарыусыларҙың айырыуса ҡалаларҙа күберәк булыуын күрһәтә. Тимәк, йәштәр күп тупланған урындарҙа таралыу хәүефе айырыуса ҙур.
Белгестәр әйтеүенсә, ВИЧ-инфекция нигеҙҙә енси юл менән, наркотик матдәләр ҡабул иткәндә һәм инфекциялы әсәләрҙән балаға күсеү һөҙөмтәһендә тарала.
СПИД-тың хәүефе нимәлә һуң? Ул — кешегә йоҡторолған иммунодефицит синдромы. ВИЧ-вирусы СПИД сиренә килтерә, йәғни мәкерле вирус ҡан күҙәнәктәренә үтеп инеп, кешенең иммун системаһын ҡаҡшата. Һөҙөмтәлә организмды төрлө микробтарҙан һаҡлаусы күҙәнәктәрҙе үлтерә һәм организм яйлап хәлһеҙләнә, бер ниндәй инфекцияға ла ҡаршы тора алмай башлай һәм хәл аяныслы тамамлана.
СПИД-ҡа ҡаршы әле булһа вакцина уйлап табылмаған һәм был диагноз иң ҡаты хөкөм ҡарары кеүек ҡабул ителә. ВИЧ-инфекция йөрөтөүселәр ошо бәләгә тарыуҙы нисек кисерә? Ғүмереңдең һәр сәғәт-минуты ҡыл өҫтөндә булыуын белеп йәшәү ауырмы? ВИЧ-инфекциялы 37 йәшлек Вадим менән осрашҡас, ошолар хаҡында ҡыҙыҡһындыҡ.
....Вадим дүртенсе тиҫтәһен тултырып килеүсе башҡа ир-аттан һис айырылмай. Хоҙай унан буй-һынды ла йәлләмәгән, аҡыл-зиһен дә үлсәп кенә бирелмәгән. Байтаҡ һөнәргә лә эйә. Европа мәктәбендә уҡып, парикмахер оҫталығына ла өйрәнгән.
Уйлап еткермәй яһалған бер хаталы аҙымы ғүмерлек үкенескә сәбәп булған — вирусты енси бәйләнеш юлы менән йоҡторған.
— Хәҙер һәр көнөм яңылышҡан бер мәлем өсөн түләүҙән тора. Үҙ итәгеңә ут ҡапмай тороп, ялҡын телдәренең ни тиклем зәһәр көйҙөрөүен барыбер төшөнөп етмәйһең бит. ВИЧ-инфекция йоҡторғанға тиклем сәләмәт тормоштоң өҫтөнлөгөн, һаулыҡтың ҡәҙерен, ғаиләм һәм яҡындарым алдында яуаплылығымды тулыһынса аңлап етмәгәнмен. Ғүмерҙең бүләк кенә итеп бирелеүе хаҡында ошо сиргә тарығас ҡына уйлана башланым, — тине Вадим.
Анализ ҡанында ВИЧ-инфекция булыуын асыҡлағас, табип өмөтләндерерҙәй һүҙ әйтмәгән. Киреһенсә, ике-өс йылдан “тегендә” үҙеңә урын әҙерләй алаһың, тиеүе иң ҡаты хөкөм ҡарарындай яңғыраған. Ете йылдан ашыу элек булған ул һөйләшеүҙе Вадимға әле булһа хәтерләүе еңел түгел.
“Ул саҡтағы кисерештәремде еткереү өсөн һүҙҙәр табыуы ла ауыр”, — ти ул. Табип эргәһенән сыҡҡас, тәүге ниәте ВИЧ-инфекциялы берәй кеше менән осрашып, кәңәш йәки йыуатыу һүҙе ишетеү була. Тормоштан төңөлгән, ғаиләһенән айырылған, йәшәүенең мәғәнәһен юғалтҡан бер ир-атты осратыуы үҙен ҡулға алырға мәжбүр итә.
— Ошо хәлгә тарыуыма бер кем дә ғәйепле түгел, үҙемә үҙем хужа була алмауым сәбәпсе, — ти Вадим. — Яҡындарымды, ғаиләмде ауыр һынауға дусар иттем, уларға ғүмеремдең һуңғы көнөнә тиклем яҡшылығым, йылылығым менән түләргә бурыслымын, тигән фекер нығыттым.
Табип менән кәңәшләштем һәм, дауаланғанда, сәләмәтлегемдең ҡаҡшауына юл ҡуймай, ошо килеш тә файҙам тейерлек итеп йәшәргә ҡарар ҡылдым. Иң мөһиме — ҡатынымдың мөнәсәбәте ярҙам итте. Нигеҙҙә минең хәлгә юлыҡҡандарҙың ғаиләһе шунда уҡ тарҡала, бик һирәк осраҡта ғына һаҡланып ҡалыуы ихтимал. Ҡатыным ғәфү итһә лә, уға барыбер ауыр, һиҙҙермәҫкә тырышыуын күрәм. Борсолоуын да яҡшы аңлайым, сөнки ике балабыҙ үҫеп килә. Ҡатынымдың ата-әсәһенә лә рәхмәтлемен, нисек бармын, шулай ҡабул итәләр.
Сирҙе йоҡторғанға ҡәҙәр тормошҡа бөтөнләй икенсе ҡарашта инем, ҡыҙыҡһыныуҙар ҙа башҡаса булды. Хәҙер тирә-яғыма иғтибарлыраҡ бағам, таныш булмағандарға ла ярҙам ҡулы һуҙам. Яңы һәр көндө күреү үҙе бер мөғжизә икән, сөнки нимәнелер танып беләбеҙ, осратабыҙ, асыштар яһайбыҙ. Элек урамда йығылған йәки бәләгә юлыҡҡан кеше эргәһенән һис ни булмағандай үтеп китә ала инем, ә хәҙер — юҡ! Үҙеңде ҡәһәрләп йәшәргә ярамай, ә яуаплылыҡты тулыһынса үҙ өҫтөңә ала белеп йәшәү зарур.
Эйе, Вадим үҙендә көс тапҡан, йәмғиәттең СПИД-ҡа дусар булыусыларҙан йәки ВИЧ-инфекция йөрөтөүселәрҙән ситләшергә тырышыуын да яҡшы аңлай. Шуға күрә үҙе үҙгәрергә ҡарар иткән. Үҫмерҙәрҙе ошо афәттән ҡурсалау маҡсатында иҫкәртеү эшенә тотонған. Тора-бара вирус йоҡтороусылар араһынан да мөрәжәғәт итеүселәр артҡан. Вадим һәр кемгә кәрәкле һүҙ таба, кәңәш итә, артабан йоғошло сирҙе таратмай йәшәргә өндәй һәм өйрәтә.
— Наркотик ҡулланыусылар хәлдәре ауырлашҡас ҡына мөрәжәғәт итә, уларҙа үкенеү тойғоһо булмай ҙа тиерлек. Ауырлы ҡатындарға икеләнгән саҡтарында дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итәм. Йәшәгән йортомда ғына түгел, ә күрше-тирәләгеләр ҙә сиремде белә, йәшермәнем. Әммә минән йөҙ боралар тип әйтә алмайым. Йәштәрҙә йоғошло сирҙәргә бәйле күп һорауҙар тыуа, шул саҡта мәкерле вирус ҡорбанына әйләнмәҫкә, уның ауыр йөк булыуын аңлатырға тырышам. Колледж һәм мәктәптәрҙә йыш осрашам, үҫмерҙәргә һәр аҙымығыҙҙы үлсәп баҫығыҙ, һәр ҡылығығыҙға үҙегеҙ хужа тип өйрәтәм, — ти Вадим.
Бер кем дә үҙенә дошман түгел һәм берәү ҙә үҙенә ҡәбер ҡаҙымай. Абынмаҫ ерҙә абынып, тарымаҫ ерҙә бәләгә тарып, ауыр сиргә дусар булыу сәбәпле ғүмереңдең ваҡытынан алда өҙөлөүенә юл ҡуйыу, әлбиттә, һис ғәфү ителмәҫлек хәл. Быға әлеге мәҡәлә геройының тормошо ла асыҡ миҫал. ВИЧ-инфекциялы Вадимдың ете йылдан ашыу ғүмеренең һәр көнө сиренә ҡаршы көрәш менән үтә. Күреүебеҙсә, хаталы аҙымдың хаҡы үтә юғары.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513