Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлең нисек, көнлөксө?
Хәлең нисек, көнлөксө? Заман елдәре бер кемде лә аямай хәҙер. Атҡаҙанған уҡытыусымы, табипмы, мәҙәниәт йә сәнғәт хеҙмәткәреме, ябай эшсеме – баҙар иҡтисады барыһын да тигеҙләне: бөгөн күңел биреп, бар булмышыңды һалып эшләп йөрөгән урыныңдан иртәгә ҡолаҡ ҡағыуың бар. Уның сәбәптәре лә төрлөсә.
Тәүгеһе әлеге лә баяғы баҙар иҡтисады булһа (хеҙмәт баҙарында иң кәрәкле, иң мөһим булған һөнәрҙәргә юғары квалификациялы, төплө белемле, булдыҡлы белгестәрҙе меңдәр араһынан һайлап алып, уларҙы эш урындарында ҡалдырыу (шулай булһа, ҡана һуң да), ҡалғандарын иләктән үткәреп түгеү), икенсеһенә “көрсөк” тигән шайтан алғыры нәмә ғәйепле. Хөкүмәт алдында муйындан бурысҡа батҡан, файҙаһыҙға эшләгән эреле-ваҡлы предприятиелар, мәктәптәр, клуб-китапханалар, медицина учреждениеларын дәүләт елкәһен кимертеп ятҡырыуҙан ни файҙа?..
Һыуға батып барыусыны кем ҡотҡар­ғаны барыбыҙға ла билдәле. Эшен юғалт­ҡандар ҙа шундай хәлдә. Үҙ йүнеңде үҙең күр. Райондарҙағы хеҙмәт биржаларына мөрәжәғәт итеүҙән дә артыҡ фәтүә юҡ, иң бәләкәй хаҡ түләнгән йыйыштырыусы, урам һепереүсе һөнәрҙәренә лә йөҙ дәғүәсе. Арыуыраҡтар эштәр мәшғүллек үҙәгенең вакансиялар селтәренә ҡуйылып та тормайынса йүкә телефон аша үҙ хужаһын таба. Биржала, бик булмағанда, яңы һөнәр үҙләштерергә тәҡдим итерҙәр, тик уның буйынса ла ауыл ерендә аҙаҡ эш табып булырмы? Баш ҡалабыҙҙың мәшғүллек үҙәктәрендә тәҡдим ителгән һөнәрҙәрҙең дә өйрәләре үтә шыйыҡ. Ул ғына аҡсаны фатирға түләйһеңме лә үҙ тамағыңды ҡайғыртаһыңмы? Балаларҙы нисек аяҡҡа баҫтырырға, боғаҙҙан алған кредиттарҙы нисек ваҡытында түләргә? Кемдер үҙ эшен асып ебәрергә тырыша, кемдер ете диңгеҙ артындағы аҡсалыраҡ кәсепкә китергә лә әҙер. Тик түләһендәр генә, рәсми эшме ул, түгелме – уныһын ҡарап тормайбыҙ. Бөгөнгө көн менән йәшәйбеҙ, иртәгәһенә ни булырын күҙаллауы, ай-һай, ауыр.
Бөтә ил менән тәгәрмәс өҫтөндәбеҙ. Ярай әле, беҙ йәшәгән төбәк Өфөнән алыҫ түгел. Иртән иртүк автобустарға, машиналарға тейәлешеп китәбеҙ ҙә кис теҙелешеп ҡайтабыҙ. Рәхмәт баш ҡалабыҙға, районыбыҙ халҡын бәләкәй булһа ла эшле һәм ашлы итә. Сосораҡтар, тәүәккәлерәктәр Себергә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург кеүек ҙур ҡалаларға юллана. Был яҡтарға йөрөгән поездарҙың һәр ҡайһыһы республикабыҙ көнлөксөләре менән шығырым тулы. Цивилизациялы Европа илдәренең гламур ҡарт-ҡороһо ла беҙҙең ярҙамға хәтәр мохтаж. Ниндәй эшкә лә сат йәбешәбеҙ, йән аҫрар өсөн сәсебеҙ менән ер һеперергә лә әҙербеҙ. Зарланмайбыҙ, барыһына ла ризабыҙ, шөкөр итеп, Хоҙайҙан һаулыҡ, сабырлыҡ һорайбыҙ.
Баштарын юғары күтәреп ситкә сығып киткәндәрҙе лә икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән бер кем дә ҡаршы алып тормай. Бының өсөн тәүәккәллек кенә түгел, йөрәк, ныҡлыҡ, тағы әллә күпме ыңғай сифаттар кәрәк Әҙәм балаһына. Бигерәк тә ҡатын- ҡыҙға. Ни тиһәң дә, ғаиләңдән, балаларыңдан, ғәҙәти мөхитеңдән айырылып, билдәһеҙлеккә атлайһың. Кешесә йәшәйем, баламды аяҡҡа баҫтырайым, тип көнлөксө хәлендә мең бәләне үтеп, үҙ тормошон яйға һала алған бер яҡшы танышымдың башынан үткәндәре тураһында бәйән итһәм, бәлки, кемгәлер кәрәк, кемгәлер һабаҡ булыр.
Тиҫтә йылдан артығыраҡ дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләне ул. Үҙ бурысын еренә еткереп башҡарған абруйлы хеҙмәткәр ине. Бер ҡайҙа ла үҙенә шөғөл тапмаған мәңге иҫерек мәшәү иренең хо­лоҡ­һоҙлоғонан, бар ғәйепте лә килененең йүнһеҙлегенә япһарған ҡәйнәһенең мыжыуынан йонсоған сабыр ҡатын, тәүге ҡу­лайлаштырыуҙың ҡаты еле ҡағылыу менән бер аҙ иҫен йыя алмайынса ыҙа­лан­ды. Ситтән ҡарағанда йыуаш ҡына кү­ренгән башҡорт ҡатынына был уй ҡайҙан килгәндер, бер бөртөк улғынаһын Р. Ғари­пов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатына урынлаштырҙы ла быға тиклем һис аяғы баҫмаған, күҙе күр­мәгән Мәскәү ҡәҙәре Мәскәүгә елләнеп сыҡты ла китте. “Мәскәү күҙ йәштәренә ышан­май, тиһәләр ҙә, унда ла кешеләр йә­шәй, моғайын, миңә тәғәйен берәй эш табылыр әле” тип, әхирәттәренең өгөт­ләүенә ҡарамаҫтан, үҙ уйынан кире ҡайтманы.
“Ҡазан вокзалына иртән иртүк килеп төштөм. Сумкаларымды һөйрәп кеше ыңға­йына эйәрҙем. Ҡулымда – эш һәм дөйөм ятаҡтан урын тәҡдим иткән бер нисә предприятиеның телефоны яҙылған белдереү. Метроға төшөп, ҡайһы яҡҡа барырға ла белмәйем. Тирә-йүндәгеләрҙән һорашып ҡарайым, уларҙың да күбеһе минең хәлдә. Әрһеҙ таксистар уратып алды. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, мин дә бер кавказ кеше­һенең автомобиленә инеп ултырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Йәш кенә егет, чечен милләтенән икән. Һөйләшеүгә әүәҫ таксист эш биреүселәр баҙарын ярайһы уҡ белә, имеш. Ҡайҙа нисек түләгәндәрен, ҡайҙа алдағандарын, кемдәрҙән айырыуса һаҡ булырға кәрәклеген теҙҙе генә. Минең Башҡортостандан икәнлегемде белгәс, йөҙө яҡтырҙы. “Өфөлә булғаным бар, бик күркәм ҡала, халҡығыҙ ҙа һәйбәт, ҡунаҡ­сыл, асыҡ. Һеҙҙең менән беҙ бит диндәш­тәр ҙә”, – тип Башҡортостанға ҡарата ыңғай мөнәсәбәтен белдерҙе. Урау-урау юлдар үтеп, Мәскәү янындағы туңдырма етештереү комбинатының дөйөм ятағына илтеп ҡуйҙы. Әйберҙәремде фойеға индереп, һуҙылған аҡсаны ла алмайынса, йылы хушлашып китеп барҙы.
Ә бында халыҡтың күплеге! Барыһы ла эшкә өмөтләнеп, өнһөҙ генә менед­жерҙы көтә. Ирле-ҡатынлылар ҙа бар, тик күбеһе – ҡатын-ҡыҙ. Яҡынданыраҡ килгән­дәр үҙенең провианты менән, тоҡлап картуф, сало, ит һәм башҡа ризыҡ килтереп мөйөшкә өйгән.
Ике сәғәт көткәндән һуң эшкә яллаусы менеджер (рекрутер) ҡабул итә башланы. Килешеү төҙөп, имзаларыбыҙҙы ҡуйҙырҙы, дөйөм ятаҡтан урын бирҙе. Киске һигеҙгә сменаға сығырға тип графикка яҙҙы.
Бар уңайлыҡтары булған дөйөм ятаҡ тигәндәре ҡараңғы, ҡотһоҙ бүлмәләрҙән ғибәрәт. Тәҙрәләрҙән һыуыҡ килмәһен өсөн юрған эленгән. Ике яруслы карауаттар, улар араһында совет заманынан ҡалған тумбочкалар. Уртала бәләкәй өҫтәл, сменанан ҡайтҡандар уның тирәләй алмашлап тамаҡ туйҙыра. Кемдер хырылдап йоҡлай, кемдер ҡысҡырып телефондан һөйләшә. Талашыр, бүлешер әйберҙәре юҡ, барыһының да яҙмыштары уртаҡ – улар көнлөксө. Көн үтһә, аҡса эшләй алһа – булды, килешеү ваҡыты үтеп, һин әлегә азат тигәндең сәғәтен-минутын көтөп ала алмай интегеүселәр күп. Артыҡ һорау бирергә, мастерҙарға ҡаршы һүҙ әйтергә, һуңларға, сменаға сыҡмай ҡалырға ярамай – ай буйына тырышыуың юҡҡа сығасаҡ – бер тинһеҙ, хатта юллыҡ аҡсаһыҙ урамда ҡалыуың бар. Эсеү тураһында һүҙ ҙә юҡ, шунда уҡ әйберҙәреңде йыяһың да дүрт яғың ҡибла. Бер туҡтауһыҙ доғаларын уҡыған урта йәштәге сыуаш ҡатыны бында итәк- еңеңде ныҡлап йыйып, ауыҙыңды үлсәп асыу кәрәклеге хаҡында шым ғына ҡолаҡҡа шыбырланы.
Сменалар ун икешәр сәғәт, өс тапҡыр тамаҡ ялғап алыу өсөн бер сәғәт бүленә. Конвейер эргәһендә аяғөҫтө бер туҡтауһыҙ эшләйһең. Йылдамлыҡ, иғтибарлылыҡ кәрәк, өлгөрмәһәң, брак китә. Конвейерҙарҙы ҡарап тороусы (ниңәлер күберәк үзбәктәр) шунда уҡ яныңа килә һалып та етә. “Рублем накажу!” – тип вата-емерә үҙенекен һөйләй, хатта йәмһеҙ һүҙҙәр менән битәрләргә лә һис ҡыйынһынмай (үҙ илеңдә бер мигранттан шулай таланып тор инде). Бер кем бер нәмә лә өндәшмәй, бер-береһен яҡламай, башын эйеп, эшләй бирә. Икенсе сменаға кешеләр етешмәһә, тағы ун ике сәғәткә ҡалдыралар. Ат кеүек баҫып серем иткән ҡатындарҙың торған еренән ауып киткәндәре, конвейер өҫтөнә йығылып, йәрәхәтләнгәндәре лә йыш осрай.
Киров өлкәһенән килгән тал сыбығы кеүек кенә ике йәш ҡатындың күҙҙәрендә һәр ваҡыт йәш. Алты-һигеҙ айлыҡ сабыйҙарын әсәйҙәренә ҡалдырып, тамаҡ туйҙырырлыҡ аҡса табырға тип килгәндәр. Түштәрендә һөттәре ташып ыҙалата, етмәһә, гражданлыҡ никахындағы ирҙәре көн дә фәхишәнән һалдырып битәрләй (ә үҙҙәре бер ҡайҙа ла эшләмәй). Күп ҡатындар ирҙәрҙән былайыраҡ тәмәке борҡота. Ә һүгенеү, йәмһеҙ анекдоттар һөйләү көнлөксөләрҙең йәшәү рәүешенә әйләнгән, хатта ундайҙарға иғтибар иткән кеше лә юҡ. Һимертелгән бейә кеүек урынында бейеп, йәш-елкенсәкте кешнәп саҡырып торған дәртле ҡатындар ҙа юҡ түгел. Тотанаҡлы, тәртипле булмаһаң, боҙолорға туп-тура юлды ошонда эҙлә.
Өйрәлелә – бер кис, бутҡалыла – ике, тигәндәй, тора-бара ҡыҙҙар менән танышып, яңы эш урындары эҙләй башланым. Балыҡ, ит комбинаттарында ла берәр ай ал-ял бирмәй бил бөктөм. Ҡайҙа ла эш бысраҡ, ауыр, тәртип ҡаты. Көн үтһә, булды, тип кенә йөрөп булмай, эш ха­ҡын тейешенсә алайым тиһәң, башыңды баҫып тырышаһың. Бушаған арала улым эргәһенә ашығам, кейем-һалымын хәстәр­ләп, аҡса ҡалдырып китәм. Улыма рәхмәт­лемен, яҡшы уҡыны, тәртип боҙманы.
Кәнфит фабрикаһы, хушбый етеште­реүсе эреле-ваҡлы предприятиелар, супермаркеттар, “Домодедово” аэропор­тының складтары аша үтергә тура килде. Бөтә ерҙә лә көнлөксөгә көн юҡ, эшлә лә эшлә, өнөңдө сығарма, риза булмаһаң, һине бер кем дә тотмай. Ҡайҙа ла бөтә Рәсәйҙән йыйылған минең кеүек яҡлауһыҙ ҡатындар, моңло-зарлы тормош. Кемдең­дер ире өйөнә икенсе ҡатын алып ҡайтҡан, икенселәренең – донъяһын үртәп юҡҡа сығарған, әйберҙәрен генә түгел, хатта һуңғы һыйырын да һатып эскән. Иң ҡыйыны – балалары әсәйһеҙ үҫә, әсәйҙәренән ситләшә. Илдәренә ҡайтып килгәндәре аҙна-ун көн күңелдәренә тыныслыҡ таба алмайынса ыҙалана, ә аҙаҡ ҡайтыр көндәрен һанай башлай...
Сәғәтле эштән арынайым тип, домработница, сиделка, шәхси йортта хеҙмәтсе, ауырыуҙы бағыусы кеүек һөнәргә эшкә саҡырған белдереүҙәргә күҙ һала башланым. Рублевкала бер хөрмәтле ханым­дың гардеробын тәртиптә тотоуҙы үҙ өҫтөмә алдым. Затлы кейем-һалым менән шыпа тулған ҙур залды тәүҙәрәк магазинға тиңләнем. Ниңә кәрәк икән бер кешегә шул саҡлы кейем? Хужабикә көнөнә әллә нисә тапҡыр өҫтөн алмаштыра, һәр береһен сайҡатып, үтекләп үҙ урынына яңы­лышмай элергә кәрәк. Хас та китап­ханалағы китаптар кеүек. Көйә-фәлән төшөп ҡуймаһын, саң ҡунмаһын, берәй ере һүтелгән, йыртылған икән, өйҙәге экономка менән һөйләшеп, “списать” итәһең. Әллә ҡасандан бирле эленеп торғандарын да шул уҡ яҙмыш көтә. Ханым үтә нәзә­кәтле, моданан алда бара. Аяҡ кейемдәре, бижутерия, сумочкалары – барыһы ла һәр кейемдең төҫөнә ярашлы алынған.
Ә шәхси ашнаҡсы ниндәй генә ризыҡтар әҙерләмәй! Һыуытҡыстарҙағы (ә улар байҙар йортонда бер нисәү) аҙ ғына ҡулланыу ваҡыты уҙған ризыҡтар шунда уҡ сүплеккә ауҙарыла. Бөтә ерҙә, хатта бәҙрәфтә лә видеокамералар – һәр аҙымың һаҡсыларҙың күҙ алдында.
Байҙар тәртипле, урлашмаған, аҙ һөй­ләгән, хужаларының үҙ-ара мөнәсәбәтен күрмәмеш тә белмәмеш булған “һуҡыр” һәм “һаңғырау” кешеләрҙе үҙ итә. Аҙ ғына ғәйебеңде тапһалар ҙа (кейгән кейемең уларға оҡшамаһа ла), ишеккә күрһәтергә ярата. Эшләгән көндәрең өсөн иҫәп­ләшмәүҙәре лә мөмкин, бер һүҙ ҙә әйтә алмайһың. Араларында киң күңеллеләре лә етерлек, улары инде хеҙмәтселәрен бүләктәр биреп, йылы һүҙҙәр әйтеп шатландыра. Сиделка булдым. Быға тиклем медицина хеҙмәткәре булып эшләгәс, бик аптыраманым, бурыстарымды еңел башҡарҙым. Тик... Бер осраҡта психик сирлене ҡарарға тура килде (ундайҙарҙы ҡараған өсөн аҡсаны һәйбәт түләйҙәр). Алпамыша кәүҙәле, күҙҙәре аларып торған ғифрит ир ҡулынан саҡ үлемемде тапманым. Йолҡонған сәстәрем кире үҫмәне, хәҙер парик кейеп йөрөйөм.
Әле бер олигархтың дәү йортонда йыйыштырыусы, гардеробтарын тәртиптә тотоусы булып эшләйем. Хужаларым – итәғәтле, йомарт кешеләр, эш хаҡын ваҡытында түләйҙәр. Улым Мәскәү университеттарының береһен тамамлап, һәйбәт кенә эшкә урынлашты. Ниндәй генә ауырлыҡтар күрһәм дә, Мәскәүгә рәхмәтлемен, уның урамдарындағы асфальтты тубыҡланып үбергә әҙермен. Өфөлә ике бүлмәле фатир алдым, әле улыма Мәскәүҙә төпләнергә ярҙамлашам”, – тип һөйләгәйне ул тормошо тураһында.
Өндәшмәй, бүлдермәй генә тыңланым. Уның һурығып киткән, иллегә лә етмәҫ элек йыйырсыҡтар баҫҡан йөҙөнә, тәьҫораттары менән уртаҡлашҡанда ҡалтыранып киткән ҡулдарына ҡарап, барыһын да аңланым... Ирекһеҙҙән иркенән мәхрүм ителгән тотҡон хәлендә ғүмеркәйе үтә түгелме бисараның?
Эйе, үҙ илендә көнлөксө булып, яҡты көн күрергә тырышҡан бер ябай ауыл ҡатынының тормошон миҫалға килтерҙем һеҙгә. Ә улар бит меңдәр, миллиондар. Бигерәк тә беҙҙең Башҡортостандан ситкә эшкә китеүселәр күп. Яҙмыш ҡушыуы буйынса һуңғы ике йылда Себер тарафтарына йыш йөрөргә тура килде. Йылдың ниндәй генә миҙгелендә, ҡайһы ғына көнөндә булмаһын, поезд, самолет, автобус, такси салондарында бер генә лә буш урын тапмаҫһың. Өфө тимер юл вокзалында поездарға ултырыу тураһында белдереү яңғырауы була, вагондарға баҫыуҙы баҫҡан саранча кеүек вахта ысулы менән эшләүселәр тула. Кире юлда ла шул уҡ хәл, бөтәһе лә Башҡортостанға ашыға. Өшөп аяҡ-ҡулдарын туңдырған, бит-танауҙары емерелгән айныҡ та, иҫерек тә ватандаштарыбыҙҙы күреп, йән кисерештәрен әйтеп аңлатҡыһыҙ. Шәхси эшҡыуарҙарға ялланғандарҙың күбеһе хеҙмәт хаҡын ваҡытында ала алмай. Кешене өмөт йөрөтә, бер кемдең дә эштән ҡалғыһы килмәй. “Үҙебеҙҙә эш булһа, бер ҡайҙа ла йөрөмәҫ инем”, – тиеүселәр байтаҡ. Үҙ кәсебен асып, мал-тыуар тотоп мандый алмағандар был турала ишеткеһе лә килмәй...
Ҡайһы берәүҙәр, бигерәк тә оло быуын вәкилдәре, ситкә китеүселәрҙе “оҙон” аҡса артынан йөрөй тип ғәйепләргә ярата. Көнлөксөләргә оҙон аҡсаны ҡайҙа әҙерләнеләр икән дә, уны алғансы нисә бот тиреңде түгергә кәрәк икәнлеген дә онотмаһаҡ ине. Яҡшы тормошто бер кем дә ҡоллоҡҡа алмаштырырға, ғаиләһенән ситләшергә теләмәйәсәгенә иманым камил.
Халыҡты ялҡаулыҡта, булдыҡ­һыҙлыҡта ғәйепләп, үҙенә шөғөл таба алмай эскелеккә, битарафлыҡҡа бирел­гән­дәрҙе тәнҡитләгәнсе, фәлән ҡалала фәләнсә вакансия буш тора, тип тамаҡ ярғансы, бәлки, ауыл ерҙәрендә эш урындарын булдырыуҙы дәүләт үҙ иңенә, үҙ яуап­лылығына алыр? Был мөһим эшкә ябай халыҡтың, эшҡыуарҙарҙың хәле етмәй икән, тимәк, дәүләт ҡыҫылышы мотлаҡ. Ниндәй генә тармаҡ булмаһын, мал үрсетеү, баҫыусылыҡмы, умартасылыҡ, ауыл хужалығы продукцияһын йыйыу, эшкәртеүме – барыһы ла дәүләт ярҙамына, яҡлауына мохтаж. Эсәр һыу кеүек, эш кәрәк Әҙәм балаһына. Йәшәү кимәлен тоторлоҡ эш хаҡы алған кеше үҙ йүнен үҙе күрергә тырышыр, дәүләт органдарына теге йәки был әйберҙе һорап барып йонсотмаҫ, пособие, субсидиялар таптыр­маҫ. Ауылдарҙың киләсәге, ғаиләләр именлеге, үҫеп килеүсе йәш быуындың тәрбиәһе лә ошоға ныҡлы бәйле. Сиған томошонда йәшәгән, аҡса табам тип сит яҡтарҙа көнө-төнө сапҡан, тапҡанын да һинеке-минеке тип бүлешеп ыҙғышҡан ата-әсәләр балаларына тейешле иғтибар бүлеп, дөрөҫ тәрбиә бирә аламы? Тәрбиәһеҙ, наҙан балалы ил бөлөр. Киләсәгебеҙҙе ҡайғыртһаҡ, халҡыбыҙҙы эшле, ашлы итәйек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 167

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 288

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 079

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 194

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 255

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 108

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168