Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыйылған емеш татлыраҡ...
Тыйылған емеш татлыраҡ... Өфө урамдары буйлап барғанда йыш ҡына бер ниндәй алтаҡта эленмәгән тимер ишекле, ҡараңғылатылған тәҙрәле биналар күҙгә салынып ҡала. Шуныһы ғәжәп: тупһа алдары һәр ваҡыт ныҡ тапалған була. Беҙҙең эш урынынан йыраҡ түгел юл киҫелешендә лә бар ундай сәйер офис. Бер мәл шулай, дарыухананыҡы менән бутап, ишеген тартып ҡарамаһам, уйын автоматтары залы икәнен белмәҫ тә инем...
Илебеҙҙә уйын бизнесын ойоштороу өсөн махсус төбәктәр билдәләнеп, башҡаларында уның менән шөғөлләнеү күптән тыйылғайны бит инде. Ләкин, күрәһең, еңел кәсептең тәмен тойғандар һаман да нәфсеһен ауыҙлыҡлай алмай. “Уйын бизнесының арбаһы өс атҡа егелгән: береһе – ҙур аҡсаға өмөтләнгән уйынсы; икенсеһе – ҡыл да ҡыбырҙатмай, кешенең ҡомарлылығынан файҙаланып ҡына байырға теләгән эшҡыуар; өсөнсөһө – ошондай кәсепте киңәйтеп, ҡаҙнаны тулыландырыуҙы күҙ уңында тотҡан түрә-ҡара”, – тиҙәр. Өсөнсө “ат” үҙ ихтыяры менән туғарылды, ә бына тәүге икәүһе “йөк”тө тарта бирә.
Бар аҡсаһын автоматҡа “ашатып” бөтөрөп, хәйер һорашырға мәжбүр булғандар; туҡтауһыҙ ғаилә ыҙғыштары сығарыусылар; бәләнән йөрәк өйәнәге тотҡандар, үҙенә ҡул һалғандар; аҡсаға бәйле уйындарға ылығыуын тыя алмай, наркология һәм психоневрология клиникаларында эскеселәр һәм наркомандар менән бергә дауаланыусылар; ҙур отошҡа өмөт бағлап, нисек тә уйынға аҡса табырға тырышыусылар, кеше кеҫәһенә төшөүселәр – бына ул ҡомарлы уйындарҙың һөҙөмтәһе. Белгестәр иҫәпләүенсә, уларға ылығыуын тыя алмаған әҙәм эргә-тирәһендәге яҡынса биш-алты кешене борсолорға мәжбүр итә. Әлбиттә, илдә күпме лудоман йәшәгәнен бер кем дә һанап ҡарамағандыр, шулай ҙа был сирҙән яфаланғандар һаны халыҡтың өс-биш процентын тәшкил итә тигән фараз бар. Иң аяныслыһы шул: лудомандар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары суицидтың башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда 25 тапҡырға күберәк.
Республикала хоҡуҡ һаҡсылары йәшерен клубтар бармы-юҡмы икәнен асыҡлау маҡсатындағы сараларҙы йылына бер нисә тапҡыр үткәреп тора. Рейдтар барышында тиҫтәләрсә уйын автоматы, терминал һәм компьютер тартып алына. Ләкин... һөҙөмтәлә Рәсәй Енәйәт кодексының 171-се статьяһына ярашлы бер нисә клубҡа ҡарата ғына эш асыла. Ни өсөнмө? Сөнки ойошманың ҡырын эштәр менән шөғөлләнгәнен иҫбатлауы ауыр. Бындай кире күренеште белгестәр ҡануниәттәге етешһеҙлектәр менән аңлата. “Законда ҡомарлы уйындарҙың лотереянан айырмаһы аныҡ билдәләнмәгән, – ти улар. – Талаптар буйынса уйын автоматтарына махсус экспертиза үткәреү шарт”. Шунлыҡтан уйын йорттарының бәғзеләре лотерея клубы йәки интернет-салон исеме менән эшмәкәрлеген дауам итеү мөмкинлегенә эйә була.
Ғәҙәттә, ғәйебен дәлилләгән осраҡта суд салон хужаларына билдәле бер күләмдә штраф һала. Ә “күләгәләге” эшҡыуарлыҡ өсөн бер нисә мең һум нимә инде ул? Штрафын түләй ҙә артабан эшләүен дауам итә улар. Контролгә алынмаған сығымдар әйләнеше илдең иҡтисадына ла етди хәүеф тыуҙыра. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, әллә ни ҙур булмаған бер уйын залы ғына хужаһына тәүлегенә 250 мең һумдан ашыу табыш килтерә ала, ти. Айлыҡ килем иһә миллиондарҙа иҫәпләнә.
Хәйер, технологиялар үҫешкән заманда аҡса отоу теләге менән яныусыларға уйын залдарын эҙләп йөрөйһө лә түгел – өйҙәге компьютерҙан Интернет аша онлайн-казиноға инергә була. Уныһы, минеңсә, тағы ла хәүефлерәк, сөнки кеше электрон янсыҡтағы аҡсаның иҫәбенә әллә ни иғтибар итеп бармай. Ғөмүмән, “һыңар ҡуллы бандит”тарҙың яңы быуыны ҡомарлыларҙы төрлө ерҙә һағалай.
Тарихтан билдәле булыуынса, заманында Юлий Цезарь әтәс һуғыштырып аҡса отоу менән мауыҡҡан. Рим императорҙарының ҡайһы берҙәре, замандаштары яҙып ҡалдырыуынса, ошондай ҡомарлы уйындарға ҡаҙнаның байтаҡ өлөшөн тәләфләгән. Ә боронғо грек философы Демокриттың ике меңдән ашыу йыл элек: “Аҡсаға ылығыуын тыя алмаған кеше бер ҡасан да бәхетле була алмай”, – тип иҫкәртеүе ҡомарлылыҡтың шул осорҙа уҡ алама ғәҙәт һаналыуын раҫлай. Бөгөн иһә ҡомарлы уйындар – заманыбыҙҙың иң киҫкен проблемалары иҫәбендә...


Автор: Я. УСМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519