Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Миһырбанлыҡ – йөрәктән
Миһырбанлыҡ – йөрәктән Бәләкәй яҡташыбыҙ беҙҙең ярҙамға мохтаж
Кеше кешегә кәрәк, тиҙәр. Туғандарһыҙ ҙа булмай, әлбиттә... Шул уҡ ваҡытта “КЕШЕ” тигән бөйөк исемде аҡлау өсөн, тормош ығы-зыһы араһында саҡ ҡына булһа ла туҡтап тороп, тирә-йүнгә күҙ һалыу, башҡаларҙың ҡыуанысы ғына түгел, бәләһе янынан да битараф үтеп китмәү зарур, сөнки тормош юлдары ҡатмарлы. Бөгөн һеҙ берәүгә кәрәк икән, иртәгә үҙегеҙ ҙә башҡаларҙа мохтаж булыуығыҙ ихтимал...

...Өфөлә йәшәгән Ҡарасуриндар башҡа ғаиләләрҙән бер нәмәһе менән дә айырылмай: Әлфирә Фәнил ҡыҙы менән Азат Фаил улы – икеһе лә медицина институтын тамамлаған педиатрия белгестәре. Спортты үҙ иткән, тулы ҡанлы сәләмәт тормош алып барған кешеләр. Бер-бер артлы өс улдары тыуған, уларҙың һәммәһен дә кешелек ҡиммәттәрен баһалай белгән итә­ғәтле, ипле егеттәр итеп тәрбиәлә­гәндәр, өлкәндәренә юғары белем биргәндәр.
11 йәшлек Әмир – өсөнсө бала, үҫеп буй еткергән ағаларынан һуң теләп, көтөп алынған сабый. Әсәһе Әлфирә әйтеүенсә, һау килеш, ваҡытында донъяға килгән, үҫкән сағында ла сирләп йонсотмаған. Асыҡ холоҡло, илгәҙәк малайҙың дуҫтары күп, ул класташтары менән генә түгел, үҙе йөрөгән спорт секцияларындағы йәштәштәре менән дә аралаша, яҡшы уҡый, уңыштары менән ҡыуандыра... Тик бәлә ағас башынан йөрөмәй шул. Быйыл яҙ һап-һау малай туҡтауһыҙ арҡаһы ауыртыуға зарлана башлаған. Бәлки, һалҡын тейҙергәндер, спорт менән шөғөлләнгәндә ауырттырғандыр, тип фекерләгән яҡындары уны шунда уҡ табиптарға күрһәткән. Тик дауалауҙар файҙа килтермәгән, аныҡ ҡына диагноз да билдәләнмәгән... Августа Әмир аяҡтан йығылып, реанимацияға эләгеп, “яман сир” тигән ҡот осҡос яңылыҡ яңғырағансы, Ҡарасуриндар ниндәй генә дауаханала булмаған да ниндәй генә анализдар тапшырмаған! Лейкемияның үҙенсәлеге шунда: ҡәһәрле ауырыу аҙаҡҡа тиклем үҙен белгертмәй, иң төплө анализдар ҙа организмдың үлемесле һөжүмгә дусар икәнлеген күрһәтмәүе ихтимал.
Сир ифрат аяуһыҙ, ул организмды ҡот осҡос тиҙлек менән ашай. Уның ни сәбәп­тән барлыҡҡа килеүе әлегәсә билдәһеҙ, мәгәр, был осраҡта, елек (кимек матдә) ҙур тиҙлектә аҡ тәнсәләр етештерә башлай, улар ҡандағы һау күҙәнәктәрҙе ҡыҫы­рыҡлап сығара.
Бына инде өс ай Ҡарасуриндар ғаиләһе, уларҙың яҡындары бер маҡсатҡа табынып йәшәй – нисек тә булһа Әмирҙе аяуһыҙ сир ҡосағынан йолоп алырға, уның ғүмерен ҡотҡарырға. Өфөлә, Мәскәүҙә ҡатмарлы дауалау курстары үткәндән һуң, Әмирҙе яҡындары Германия клиникаһына алып барырға ҡарар иткән, сөнки урындағы табиптар ремиссияға еткерә алмаған, ә кимек матдәне трансплантациялау өсөн ауырыу­ҙы саҡ ҡына булһа ла туҡтатып тороу фарыз. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әмирҙең ағалары уға донор булараҡ ярамаған, Мюнстерҙа донор ҙа эҙләйәсәктәр.
Иң мөһиме – Ҡарасуриндарҙа туғанлыҡ хисе көслө. Әмирҙең ғүмере өсөн көрәштә уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ өлөшөн индерә. Атай менән әсәй, әлбиттә, әле Германияла, Әмир янында. Был хәл тулыһынса тормоштарын үҙгәртергә мәжбүр иткән, бала хаҡына Ҡарасуриндар, бар донъяларын ташлап, Мюнстерға юлланған. Ҡәһәрле сирҙе дауалау өсөн Германия клиникаһы 18 миллион һум аҡса талап итә, әлеге ваҡытта уның яртыһынан ашыуы йыйылған (ғаилә эсендә һәм йәмәғәтселек ярҙамы менән тупланған, бурысҡа алған дөйөм сумма 12 миллион һум самаһы ). Нисек кенә ҡыҙғаныс яңғырамаһын, бөгөн Әмир­ҙең яҙмышы аҡсаға ла бәйле. Шуға күрә яҡындары мәғлүмәти акция ойошторған: ағаһы Ринат менән Арыҫлан социаль селтәрҙәрҙә, Интернеттың башҡа ресурсында йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итерлек постар яҙа, блог алып бара, яратҡан ҡустыларын ҡотҡарыу өсөн бәләкәй генә булһа ла өлөш индереүгә саҡыра. Һәм улар хаҡлы! Аяуһыҙ сирҙе еңеү өсөн өмөт бар икән, тимәк, барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡулланыу, ысулдар табыу зарур.
– Беҙ ҡәҙимге тырыш ғаиләлә үҫтек. Мин әлеге көндә Южно-Сахалинск ҡалаһында инженер булып эшләйем, Арыҫлан Өфөлә уҡый, студент. Әммә араларыбыҙ ни тиклем йыраҡ булмаһын, заман технологиялары беҙгә тәүлек әйләнәһенә бәйләнештә булырға ярҙам итә, – ти Ринат. – Өфөлә ғаиләбеҙ менән бергә булған сағыбыҙҙы иҫләп алам – ни тиклем бәхетле, яҡты ваҡыт булған. Атайыбыҙ спортҡа ылыҡтырҙы, әсәйебеҙ ғаилә усағын гөрләтеп тотто. Бер-беребеҙҙе бик яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Әмир өсөн көрәштә лә еңеп сығасаҡбыҙ!
...Әле Германия клиникаһында ҡасан да булһа һауығып сығырына ҙур өмөттәр бағлап ятҡан баланың бәләкәс кенә хыялы – тиҙерәк Өфөгә яратҡан бесәйе Кнопка янына ҡайтыу. Үҫкәс мотлаҡ ветеринар булам тигәне лә бар... Һау-сәләмәт кеше өсөн үтә ябай тойолған теләктәр, ә Әмир өсөн – тормош мәғәнәһе, үткәндәр һәм киләсәк араһына ҡуйылған гәлсәр күпер...
Ил төкөрһә, күл була. Шуға ла бәләкәс кенә булыуына ҡарамаҫтан, үлемесле сиргә ҡаршы батырҙарса көрәшкән, дауалауға бәйле барлыҡ һынауҙарҙы сабыр үткәргән Әмиргә хәлегеҙҙән килгәнсә, аҙ ғына булһа ла ярҙам итә алһағыҙ, файҙаһы ла, сауабы ла булыр ине, хөрмәтле гәзит уҡыусылар... Әйҙәгеҙ, ситтә ҡалмайыҡ! Түбәндә – реквизиттар:
Сбербанк картаһы –
4276 0600 2225 0719
(Ҡарасурин Арыҫлан исемендә);
QIWI системаһы –
8 987 626 78 89
(Арыҫлан Ҡарасурин);
“Бәйләнештә” селтәрендә https://vk.com/amirych һылтанмаһы буйынса махсус төркөм бар, унда Әмир тураһында тулы мәғлүмәт туп­лан­ған, дауаханалағы көндәлек яңы­лыҡтар менән дә шунда танышып була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519