Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшһеҙҙәрҙе талап байып буламы?
Эшһеҙҙәрҙе талап байып буламы? Һуңғы осорҙа эшһеҙлек кешенең иң теңкәһенә тейгән мәсьәләгә әйләнде. Ауыл халҡы ғына түгел, ҡалаларҙа ла эш таба алмай зар-интизар булғандар быуа быуырлыҡ. Шул уҡ ваҡытта Республиканың мәшғүллек үҙәгендә 35 мең самаһы эш урыны тәҡдим ителә.
Әлбиттә, эшһеҙлектең сәбәптәре күп төрлө: берәүҙәр ҡыҫҡартылған, икенселәр күңеле ятҡанын таба алмай, өсөнсөләрҙең һөнәренә тура килгәне юҡ... Ләкин эшләргә теләмәгән, арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит, тип йәшәгән шап-шаҡтай кешеләр ҙә етәрлек арабыҙҙа. Кем иҫәбенә йәшәй һуң улар? Билдәле, ғүмер буйы тир түгеп, һалым түләгән намыҫлы халыҡ елкәһенә атланғандар, сөнки улар ҙа медицина, социаль хеҙмәттәрҙән файҙалана лабаһа.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эшкә яраҡлы, ләкин рәсми рәүештә бер ҡайҙа ла эшләмә­гән­дәрҙән һалым түләтеү мәсьәләһен тик­шерә. Әлеге көндә ошо юҫыҡта белорустарҙың тәжрибәһе өйрәнелә. Уларҙа эшһеҙҙәргә һалым һалыу тураһындағы закон былтыр ҡабул ителгәйне. Белорустарҙың законы буйынса, әгәр кеше йылына 183 көндән кәмерәк эшләй икән, 20 минималь эш хаҡы күләмендә һалым түләргә бурыслы.
Әйтергә кәрәк, эшһеҙҙәргә һалым һалыу тураһындағы мәсьәлә Рәсәйҙә тәүге тапҡыр күтәрелмәй. Бер йыл элек хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Михаил Иванков ошо тәҡдим менән сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, студенттарҙан, пенсионерҙарҙан һәм ташлама менән файҙаланғандарҙан башҡа 18 йәше тулғандарҙың барыһы ла һалым түләргә бурыслы. Һөҙөмтәлә милли иҡтисадҡа ҙур юғалтыу килтергән “күләгәлә” эшләгән­дәрҙең һанын ҡыҫҡартырға мөмкин, тип фаразланы ул.
Былтыр декабрь айында депутат Андрей Анохин да “күләгәлә” эшләгәндәргә ҡаршы етди саралар ҡулланыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Йылына 1 миллион һумдан күберәк килем алған кеше, әгәр табыш сығанағын иҫбатлай алмай икән, өс айҙан алып өс йылға тиклем хөкөм ителергә тейеш, тине ул. Рәсәйҙә эшләгәндәрҙең 20 миллионы законда ҡаралған документ­тарҙы тултырмай, 18 миллион кеше бөтөнләй эшләмәй, ти Анохин.
Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилин иһә былтыр июндә: “Эшһеҙҙәргә һалым һалын­маясаҡ”, – тип белдергәйне.
Халыҡ был турала нимә уйлай икән? Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, халыҡтың 45 проценты эшһеҙ­ҙәргә һалым индереүҙе хуплаһа, 45 проценты ҡаршы сығыш яһай.
Шулай ҙа халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалған эксперттарҙың әйтеүенсә, был закон ҡабул ителә ҡалһа, социаль көсөргәнеш тыуҙырасаҡ. Көрсөк арҡаһында халыҡтың хәле былай ҙа мөшкөлләнә бара, уларҙың һуңғы тинен тартып алыу ҡот осҡос эҙемтәләргә килтерәсәк. Рәсми эшһеҙҙәр халыҡтың күпселеген тәшкил итә. Улар туйып һикермәй, ә эш таба алмай интегә. Әлбиттә, эшкә мохтажлыҡ кисермәгән ҡалын кеҫәлеләр ҙә етерлек, уларҙың ниндәй ҡатлам кешеләре икәнен әйтеп тормаһаҡ та аңлашылалыр.
Сер түгел, эшһеҙлек һәм эшләргә теләмәгәндәр һәр ҡоролошта ла булған, әле лә бар һәм киләсәктә лә буласаҡ. Совет дәүерендә лә эшһеҙҙәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәш барҙы, пропаганда ярҙамында ҡайһы бер һөҙөмтәләргә өлгәшелде. 1961 йылдың майында СССР Юғары Совет Президиумы тарафынан эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш тураһында указ сығарыла һәм уны юҡ итеү буйынса саралар планы раҫлана. “Паразит” тормош алып барыу йәмғиәт өсөн зарарлы, кешелектең иң яуыз дошманы тип иғлан ителә һәм уларға енәйәт эше асыу ҡарала. Һәр кеше йәмғиәткә файҙа килтергән эш менән шөғөлләнергә тейеш. Ул саҡта ҡа­тын-ҡыҙҙарға ҡарата “хужабикә” төшөнсәһе юҡҡа сығарыла. “Коммунизм төҙөүгә” дүрт айҙан ашыу көсөн түкмәгән кеше әрәм­тамаҡ тип аталды һәм хөкөмгә тарттырылды. Улар рәтенә үҙ өйөндә ниндәйҙер эш башҡарғандар, әйтәйек, тегеү, йәшелсә-емеш үҫтереү менән шөғөлләнгәндәр, мал-тыуар аҫрағандар ҙа индерелде. Ирекле ижад менән шөғөлләнгән, Союзда ағза булып тормаған шағир-яҙыусылар, рәссамдар, артистар ҙа был мөһөрҙән азат булмай. Ләкин шуныһы аңлашылмай: “паразиттар” кемдең елкәһендә ултырған һуң? Эшһеҙлек буйынса пособие түләнмәгән бит.
Мин дә Совет осоро балаһы. Хәтер­ләйем, беҙҙең ауылда ла бар ине ундай бер кеше. Колхозды бар тип тә белмәне, ғүмер буйы ҡорт тотто, тыйыуҙарына ҡарамай, ат аҫраны, балыҡсылыҡ, һунар менән шөғөлләнде. Советтарҙың “ит турағысынан” нисек ҡотолоп ҡалғандыр, бер Хоҙай белә. Иртәнән алып ҡара кискә тиклем колхоз баҫыуында туңҡанлаған кешеләрҙән хәллерәк йәшәне шулай ҙа. Хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, үҙ заманының эшҡыуары булған инде.
Бөгөн ауылда күпме халыҡ эшһеҙ ята?! Осон-осҡа ялғап йәшәгән шул ҡәүемгә һалым һалһаҡ, нисек булыр ине икән? Эйе, мал-тыуар аҫрап, баҡса үҫтереп йәшәргә, балаларын кеше итергә тырыша күптәр. Ситкә сығып әҙ-мәҙ ҡалым эшләп йөрөүселәр ҙә бар. Ә, иң мөһиме, нәҡ уларҙың балалары ил терәге булып тора лабаһа! Тормошто бер байрам итеп күргән бай балалары кеүек әрме хеҙмәтенән ҡасып ятмайҙар, ауыр төҙөлөштә лә улар бил бөгә...
Аңлашыла, дәүләт ҡаҙнаһын тулылан­дырырға, дауаханаларға, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына аҡса кәрәк. Ләкин ил халҡының 6 проценты бер ниндәй ҙә эш таба алмағанда, эшһеҙҙәргә һалым һалыу тураһында һүҙ йөрөтөү урынһыҙ һымаҡ. Хәҙерге технологиялар үҫешкән баҙар шарттарында фәҡәт мәшғүллек өсөн генә кешеләрҙе эшләргә мәжбүр итеү иҡтисади үҫешкә зыян ғына килтерәсәк. Был осраҡта килемдәрҙе “күләгәнән” сығарыу тураһында һүҙ алып барһаҡ дөрөҫөрәк булыр һымаҡ. Нимә генә тиһәк тә, ярлыны талап байып булмай.


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512