Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡабыҡҡыуыш ветераны ҡабыҡ ҡыуышта көн итәме?
Күңелендә өмөтө булғандың киләсәге, көтөрө бар, тиҙәр. Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында йәшәгән 87 йәшен ҡыуыусы һуғыш ветераны Сафа Сатучин да вәғәҙәләрҙең тормошҡа ашырын көтә.
Ике йыл көтә инде ул. Район етәкселәре йортоноң алдында быраулай башлап һаман да ҡаҙып бөтмәгән ҡойоноң эшен аҙағына алып барып еткерер тип өмөтләнә. Өйөнә төкәтеп яһаған ике соландың да ишек, тәҙрә яңаҡтары һыланмаған, шул сәбәпле туҙан, ҡар тула. Ана шул әҙәм ҡулы һыйырлыҡ ярыҡтарҙы һыларҙарына өмөт итә. Йорт тәҙрәләрен замансаға алыштырырбыҙ, тип тә вәғәҙә биргәндәр...
“Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләр алдынан Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев һуғышта ҡатнашҡандарҙы торлаҡ менән тәьмин итергә бойорғайны, — тип бәйән итә редакцияға яҙған хатында Сафа Сатучин. — 2010 йылдың апрель айында мин, үтенесемде теркәп, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Фәнил Ҡаҙаҡбаевҡа ғариза яҙҙым. Ләкин улар һаман башлаған эшен еренә еткермәй. Бары тик буш вәғәҙә менән генә алдаштырып киләләр. Үҙем — II группа инвалиды, йөрәк ауырыуынан яфаланам, инфаркт кисерҙем”.
Мин Ҡабыҡҡыуышҡа килгәндә, Сафа олатай күрше ауылға Ҡөрьән мәжлесенә киткәйне. Тормош иптәше Камила инәй ихлас ҡаршы алды.
— Шәп әле бабайым, — тине инәй, минең ниндәй йомош менән килгәнемде тыңлағас. — Ауылыбыҙ мәсетенең имам-хатибы вазифаһын башҡара ул. Балаларға исем ҡушыу, йәштәргә никах уҡыу, баҡыйлыҡҡа киткән ауылдаштарыбыҙҙы тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатыу — барыһы ла уның өҫтөндә. Тирә-яҡ ауылдарға ла саҡыралар.
— Сирләйем тип яҙа бит бабай хатында, килеп алдылармы? — Мин һораулы ҡарашымды Камила инәйгә йүнәлтәм.
— Юҡ, рәхәтләнеп үҙ машинаһында йөрөй бабайым, Аллаға шөкөр. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре әйләнгән һайын туҡтатып: “Бабай, етер һиңә машинаңда сабырға, олоһоң бит, туҡта!” — тип әйткәндәре лә бар, тыңламай.
Хужабикә йорт менән таныштыра, үҙе әкрен генә ғаиләһе тураһында һөйләй.
— Беҙ бабай менән ғүмер буйы Тажикстанда йәшәнек. Ул шунда Ленинабадта техникум тамамланы. Аҙаҡ Канибадам ҡалаһында уҡытты. Мин дә 46 йыл мәктәптә эшләнем. Балаларға химия, биология, география фәндәрен уҡытып, хаҡлы ялға киттем.
Ил тарҡалып, Тажикстанда боларыш башланғас, 1996 йылда бабайҙың тыуған ауылына ҡайтып төпләндек. Үҙ аҡсабыҙға әле йәшәгән ошо өйҙөң ике бүлмәһен һатып алдыҡ. Колхозсылар өсөн төҙөлгән дүрт фатирлы йорт ине. Тағы ике йылдан күршеләрҙең фатирын да һатып алып, торлағыбыҙҙы киңәйттек.
Йорт, ысынлап та, бик ҙур, күркәм. Матур итеп ремонт яһағандар, газ да үткәргәндәр. Күңелгә йәм өҫтәп, тәҙрә төбө һайын гөлдәр үҫә.
— Бабайҙың пенсияһы күп бит, барыһына ла етә, — ти, ҡыуанып, Камила инәй. — Балаларға ла ярҙам итәбеҙ. Ошо йортто ла шуларға тип әҙерләйбеҙ инде. Ҡайтһалар, баш төртөр урындары булыр.
Сатучиндарҙың өс балаһы ла ситтә. Мәләүездә, Ырымбурҙа, Өфөлә йәшәйҙәр. Ейән-ейәнсәрҙәре лә алтау хәҙер.
— Улар ҡайтһа, үҙе бер байрам инде ул, — инәй һөйләүен дауам итә. — Машиналарын ҡуйырға кәрәк бит, әле 45 меңгә гараж һалдыҡ, 46 меңгә мунса төҙөп ултырттыҡ. Рәхмәт инде Президентыбыҙға, Хөкүмәтебеҙгә, матур йәшәйбеҙ.
Кәртә-ҡурабыҙ ҙа бына тигән, шулай ҙа эре мал тотмайбыҙ инде хәҙер, ҡош-ҡорт та аҫрамайбыҙ, сәләмәтлек китте. Әммә дүрт баш һарығыбыҙ бар әле. Баҡсала емеш-еләк үҫтереп, әштер-өштөр көн күрәбеҙ шулай. Ҡарттарса инде, ҡарттарса.
Донъялары матур, ысынлап та, Сафа олатай менән Камила инәйҙең. Бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәйҙәр. Район етәкселәренә генә үпкәләре бар.
— Күп нәмә лә һораманыҡ инде. Ике солан яһауҙарын үтендек, сөнки улар емерелеп бара ине. Ишек алдына яңы ҡойо быраулап, йортҡа һыу индерһәләр тигәйнек. Өс саҡрымда ятҡан шишмәгә йөрөргә тура килә. Үҙебеҙҙең иҫке ҡойонан эсерлек түгел, һыуы балсыҡлы. Тәҙрәләр тураһында һүҙ булмағайны ла, улар, ана, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, Аллаға шөкөр. Тик бабай хат яҙғандан һуң, беҙгә район хакимиәте башлығы Фәнил Ҡаҙаҡбаев килгәйне. Ул йортто ҡарап сыҡты ла: “Да, бабай, тәҙрәләрең дә иҫкергән икән, алыштырырға кәрәк. Әгәр ветерандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн тупланған аҡса етмәһә, үҙемдең кеҫәмдән сығарып булһа ла ҡуйҙыртам”, — тине. Уның әйткәндәрен урынбаҫары Ермилов менән Ҡабыҡҡыуыш ауылы хакимиәтенең ул ваҡыттағы башлығы Әхмәтов та ишетте. Анау тиклем абруйлы етәксенең ауыҙынан сыҡҡас, ышандыҡ инде.
— Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына торлаҡ мәсьәләһен яҡшыртыу буйынса ярҙам күрһәтеү тураһында Рәсәй Президенты фарманы булһа ла, ул финанс менән нығытылмаған бит, — ти Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Ермилов. — Указ сыҡҡас та, ветерандар менән тол ҡатындарҙың торлаҡ шарттарын тикшереп, исемлек төҙөнөк. Район буйынса ундайҙар 35 кеше булды. Предприятие, ойошма, шәхси кешеләр араһында хәйриә акцияһы үткәреп, 250 мең һум аҡса тупланыҡ. Ошо сумманы кемгә ниндәй эш башҡарылырға тейешлегенән сығып бүлдек. Бынан тыш, ветерандарҙы урындағы предприятиеларға беркеттек. Сатучин һораған төҙөлөш эштәрен элекке “Маяҡ” колхозының нигеҙендә ойошторолған “Ҡабыҡҡыуыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарырға тейеш ине. Ләкин улар булдыра алмағас, был яуаплылыҡты урындағы хакимиәт үҙ өҫтөнә алды. 2010 йылдың 30 октябрендә хакимиәт вәкилдәре, ремонт эштәрен башҡарыусылар ҡатнашлығында комиссия төҙөлгән. Улар Сафа бабайға эштәрен акт төҙөп тапшырған. Сатучин, “дүрт”ле билдәһе менән ҡабул итәм, тип ҡул ҡуйған.
Ветеран һораған барлыҡ эште лә башҡарҙыҡ. Дөрөҫ, тамамланмағандары бар. Әммә беҙ уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ һәм аҙағына алып барып еткерәсәкбеҙ.
Шуны ла әйтергә кәрәк: бабайҙың донъяһы ялтлап тора, ә һаман талап итә. Яҙыу-һыҙыу эшенә лә оҫта үҙе. Беҙҙең өҫтән Башҡортостан етәкселәренә лә, Рәсәй Президентына ла яҙып бөттө. Шул уҡ ваҡытта торлаҡ шарттары уныҡына ҡарағанда күпкә ҡайтышыраҡ булған бабайҙар, ирҙәре һуғышта баштарын һалған, һуғыштан һуңғы йылдарҙа үлгән инәйҙәр өндәшмәй. Йәшәй бирәләр үҙ яйына.
Тағы шундай насар күренеш тә бар хәҙер. Ветерандар, үҙҙәренә бирелгән хоҡуҡтан файҙаланып, балаларына ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәренә фатир ала башланы.
Сафа Сатучин да беҙҙән юҡты таптырмаһын тип әйтмәйем, дөрөҫ аңлағыҙ. Уларға ҡулдан килгән тиклем ярҙам итеү — беҙҙең бурыс. Ләкин сама тигән нәмә лә булырға тейеш түгелме?!
Эйе, ошо урында Александр Ермилов менән килешмәү ҙә мөмкин түгел. Сама булырға тейеш. Бигерәк тә Аллаһ юлында йөрөгән дин кешеһе өсөн. Ә аҙағына тиклем алып барып еткерелмәгән эштәргә килгәндә, уларҙы теүәлләп ҡуйырҙар. Быға иманым камил.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.
Стәрлебаш районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 167

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 288

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 078

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 193

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 254

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 108

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168