Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхетлеләр оҡшаш, бәхетһеҙҙәр иһә үҙенсә бәхетһеҙ
Бәхетлеләр оҡшаш, бәхетһеҙҙәр иһә үҙенсә бәхетһеҙ Заман үҙгәрә, тормошобоҙға яңы уңайлы технологиялар килеп инә. Бер-беребеҙ менән донъяның теләгән бер ҡитғаһынан ултырып аралашып була, һанһыҙ фото-, видеоматериалдар менән ҡыйыу эш итәбеҙ, кәрәк әйберҙе һис ҡыйынлыҡһыҙ Интернет аша алдырабыҙ... Йәшәү дәррәү бара, тип оран һалабыҙ, әммә аяҡ аҫтыбыҙҙағы ябай мәшәҡәттәрҙе күрмәмешкә һалышабыҙ түгелме?! Ғаилә институтын һаҡлау буйынса ғәйәт ҙур эш атҡарыла, тип раҫлана, ә йәмғиәтте тотоп торған бәләкәй генә “усаҡ”тарҙың ысын хәленә кереләме, аһ-зарҙарына ҡолаҡ һалынамы?

Бынан ике-өс йыл элек өйләнеш­кән­дәрҙән дә, ғаилә ҡорғандарына 10–20 йыл үткәндәрҙән дә өй йылы­һын һаҡлай алмауҙарына, икенсе яртыһын аңламауҙарына зар­ланыуын йыш ишетергә тура килә. Йәштәш­тәрем өйләнешеп тә өлгөрмәй, никахтары тарҡала. Ул ғына ла түгел, мөнәсәбәт­тәрен никахтан туйғаса һаҡлай алмау­ҙары уйландыра, борсоуға һала. “Минең ғүмерлек юлдашым, берҙән-берем бу­лырға ризаһыңмы?” тип бар батырлыҡты йыйып яһалған тәҡдимдәр­ҙең, ояла-ояла “риза” тип яуаплауҙар­ҙың, сихри сергә, мөғжизәле хис-тойғоға тулы булып та, күп­мелер ваҡыттан һуң бөтөн­ләй ҡәҙерһеҙ итеп сүплеккә ырғытылырға хаҡы бармы?! Башҡорт, рус, сит ил әҙәбиәт­тәре классикаһы өлгөләренән ғашиҡтарҙың, парлы­лар­ҙың хистәрен күҙ ҡараһылай һаҡлауы, бер-береһен йылдар дауамында көтөп алыуы, тоғролоғо тура­һында уҡып беләбеҙ. Бөгөн иһә йәш­тәр араһында хистәрен ҡәҙерлә­гән­дәр, сит күҙҙәргә әллә ни күрһәтеп бармағандар һи­рәгәйә кеүек. Был кире һы­ҙа­тыбыҙҙы заман шауҡымы­на япһара алмайбыҙ, сөнки борон да йәмғиәт, баҙар, йәшәйеш шарттары ал да гөл, маҡтанырлыҡ булмаған. Хәйер, сағыштырһаҡ, бөгөн хөрриәт­тең үҙендә көн ите­үебеҙ асыҡ сағыла. Әммә борон ғаилә институтын булдырыу, уны һаҡлап ҡалыу өсөн олоһо ла, кесеһе лә үҙен­дә яуаплылыҡ тойған, әҙәп-әхлаҡ талаптарын һанлаған.
Бөгөнгө Рәсәйҙә иһә айырылышыу ғәҙәти күренеш булараҡ ҡабул ҡылына, хө­көм дә ителмәй. Өҫтәүенә никахһыҙ йәшәү “йола”һы йылдан-йыл киңерәк тарала, әммә бындай осраҡта ир менән ҡатындың бер-бере­һенә ҡарата хоҡуҡтары ла, бурыстары ла юҡ икәнлеге иҫтән сығарыла. “Фәләндәр айырылышҡан”, “кейәү йә килен шундай-бындай, йәшәр­лек түгел” тигән һүҙҙәр ике көндөң береһендә мотлаҡ яңғырап тора. Һәр ғаиләнең тарҡалыуында – төрлө сәбәп, шулай ҙа белгестәр тарафынан билдәләнгән “бәлә”ләр түбәндәгесә.
Никахтарҙың 41 проценты ирҙең йә ҡатындың эске­леккә, наркотиктарға ылығы­уы арҡаһында тарҡала. Даими йәшәр урыны булмаған­лыҡтан селпә­рәмә килгән ғаиләләр – 14%. Оло быуын вәкилдәре “йәштәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә ҡыҫылмағыҙ” тип тыл­ҡып торһа ла, ҡайны-ҡәйнәнең, ҡайнаға-ҡайын­бикәләрҙең яңы ғына бергә тора башлаған парҙан уны­һын-быныһын төпсөнөп, кәрәккән-кәрәк­мәгән кәңәш­тәрен биреп, уларҙы айырылышыу сигенә алып барып еткереү осраҡтары ла һирәк түгел. Һәр хәлдә, парҙарҙың 14 проценты ошо арҡала бер-береһенә һыуына.
“Өйөн йүнләп йыйыштыра белмәй, шағараҡтан ары түгел, һауыт-һабаһы ла йыйылып китә, ҡалмаһының уртаһында йәшәй”, – тип һуҡрана ике йәш бала менән декрет ялында ултырған килененә бер ҡәйнә. Кемдер йәш әсәне яҡлар, бәғзеләр оло кешене хуплар. Ҡараш­тар ике төрлө. Эйе, боронғо­са фекер йөрөтөп ҡараһаң, “кеше ни уйлар, нимә тип әйтер” тигән талап беренсе планға ҡуйыла. Заман кеше­һенең фекеренсә, өйөңдә тәртип уртаса ғына булһа ла еткән, иң мөһи­ме – көнгә тәғәйен ниәт-эштәреңде ва­ҡытында атҡарыуың, йәмғиәт менән бер тулҡында, тиҙ­лектә барыуың. Хәйер, әгәр улың фәлән ҡыҙҙы үҙенең тормош юлдашы итеп һай­лаған икән, оло кеше булараҡ йәш ғаиләгә бер-береһенә өйрәнеп, аяҡтарына ныҡлы баҫҡансы дәғүә белдермәй тороу, насар түгелдер бит...
Бәләкәй балалы парҙар шундай мәшәҡәттәр менән мәж килһә, Рәсәйҙәге ғаилә­ләрҙең 8 проценты сабый­ҙары булмағанлыҡтан айырылыша. Ошо урында йәш­тәрҙең сәлә­мәтлегенә, насар ғәҙәттәрҙән азат­лығына, әҙәп-әхлаҡ талаптарын үтә­үенә иғтибар бүлеү кәрәктер. Ир менән ҡатындың оҙаҡ ваҡыт бер-береһенән айырым йәшәүе һөҙөмтәһендә ғаиләләрҙең 6 проценты селпәрәмә килә. Бынан тыш, иректән мәхрүм ителеү, оҙайлы сиргә дусар булыу кеүек сәбәптәр парлы тормоштарға сик ҡуя, тип бәйән итә белгестәр.
Йәмғиәтебеҙҙе ғаилә­ләрҙең күбе­һенең ҡоролоп та, бер нисә йылдан тар­ҡалыуы борсоуға һала. Оҙаҡ йылдар татыу йәшәгән пар­ҙарҙан үткән­дәре, бөгөнгәсә ниндәй һынау-даръялар менән осрашырға тура кил­гәне, ғөмүмән, кисерештәре хаҡында һорашырға ифрат яратам. Шулай бер оло йәш­тәге апай менән һөйләшеп ултырғанда, алтынға бәрәбәр һүҙҙәре хәтергә ныҡ уйылды. “Хәҙер йәштәр ғаилә ҡороуға уйын кеүек ҡарай. Өйлә­нәләр, нимәлер барып сыҡ­маһа, айырылышырға ла күп һорамайҙар. Етмәһә, оло быуын вәкилдәре әйткән кәңәш-төңәште лә ҡолағына элмәй­ҙәр. Ҡайны-ҡәйнәгә тейешле ихтирам хәҙер бөтөнләй һыҙып ташланды. Уйлап ҡараһаң, тап ошо кешеләр менән бергә ҡатнашып йәшәү генә лә яңы ғаиләгә тәжрибә, ғилем, көс бирә бит. Заманында мин килендәр ара­һында иң ҙуры булдым. Табынға йыйыл­ғанда, бары­һын да әҙерләп ҡуйып, үҙем аш бүлмәһендә тыныс ҡына ултыра торғайным. Ололар менән араны боҙоу ғына түгел, улар эргәһендә – бер табында — ашарға ла ҡыйманыҡ хатта. Килен кешене бар яҡлап та тыйып, баҫалҡылыҡҡа, эшкә өйрәтеү­ҙәре бик килешле алым булған ул.
Хәҙерге ҡыҙҙар кейәүгә сығыу менән ике яҡтан да ата-әсәләр менән аралашыу­ҙы үҙенсә көйләй башлай, йәғни сиктән тыш “әүҙемлек” күрһәтеп хаталана. Ололар­ҙан тиҙерәк сығып ҡасыу яйын хәстәрләйҙәр. Унан инде, тормош тәжрибәһен туплап өлгөрмә­гәнлектән, йәш ғаиләнең тарҡалыуына ла күп ҡалмай”, — тип бәйән итте әңгәмәсем.
Әйтергә кәрәк, был апай­ҙың ғаи­ләһе бөгөн дә бынамын тигән. Ире, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡа­тыны өсөн өҙөлөп тора, балалары, ейәнсәр­ҙәре менән дә ихлас, йылы мөнәсәбәт ҡоролған. Ихтирамға лайыҡ был парҙың йөҙҙәренән йылмайыу китмәй, һүҙ һайын тиерлек – матур, еңелсә шаяр­тыу.
Ул арала һүҙгә ғаилә башлығы ла ҡушылды. Бигерәк ипле ағай: “Хәҙер егет һәм ҡыҙҙар араһында ябай ихтирам тигән төшөнсә юҡ. Оло быуынды түгел, хатта үҙҙәрен дә һанламайҙар бит. Бәхетте аҡса менән һанарға өйрән­деләр, юҡлыҡ тойолһа, түҙеү, һынауҙы бергә үтеү урынына, айырылышыуҙы хуп күрәләр. Заманында беҙ бер сумаҙан, ике сынаяҡ менән генә тормош башланыҡ. Яйлап-яйлап мөлкәт тупланыҡ, аҡсаны эшләп табырға тырыштыҡ. Йәш ғаиләләр тарҡалмаһын өсөн, парҙарға рухи, мәҙәни аҙыҡҡа ла эйә булыу зарур. Китап уҡыһындар ине”, – тип фекер ебен тағатты.
Тыңлап ултыра торғас, хәҡиҡәт ошо ағай-апай­ҙар­ҙың телендә бит, тигән һығымта яһайым. Белеүе­беҙсә, Чечен Республика­һында айырылы­шыу­ҙар бик аҙ, ҡарттар йә балалар йорттары юҡ. Ә ундағы ололарға, ата-әсәйһеҙ ҡалған бала­ларға ниндәй иғтибар?! Өлкән быуын һуңғы көнө­нәсә – түрҙә, бала-сағаға иһә етди тәрбиә һеңдерелә. Әле телгә алынған ағай менән апайҙың фекеренә ауаздаш бит был күренеш. “Иремдең туған­дары шундай”, “өйгә аҡса алып ҡайтмай”, “балаларҙы ҡарашмай” тип бар донъяға бәлә һалып ултырғансы, олоһон оло, кесеһен кесе итеп, булға­нына шөкөрана ҡылып, ҡытыршы­лыҡ­тарға күҙ йомоп йәшәгәндә, ғаи­ләне аяуһыҙ елдәрҙән аралап була түгелме?! Көслө зат вәкилдәре лә ҡатын-ҡыҙға ҡарата ипле мөнәсәбәт булдырып, үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә ғаилә баш­лығы итеп тойоп, ҡыйыуы­раҡ, ыша­ныс­лыраҡ фекер йөрөт­һә, бөгөн күҙә­телгән айыры­лышыуҙар кәмер ине кеүек.
Һәр ғаиләнең мәшәҡәте үҙенсә, әммә, дөйөм алғанда, йәш парҙарҙың айырылышыуында төп сәбәптәрҙең дә өлөшө юҡ түгел. Лев Толстойҙың билдәле романында әйтелгәнсә, “Барлыҡ бәхетле ғаиләләр бер-береһенә оҡшаш, ә һәр бәхетһеҙе үҙенсә бәхетһеҙ”. Шулай ҙа, оло һәм кесе быуын араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләмәй тороп, йәмғиәттең алға китешен көтөүҙән мәғәнә бармы?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 168

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 289

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 079

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 197

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 255

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 108

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168