Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Пенсия йәшенә етеп булырмы?
Пенсия йәшенә етеп булырмы? Матбуғат баҫмалары биттәрендә, телевидение һәм радио тапшырыуҙарында пенсия тураһында барған бәхәстәр бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Ни генә тиһәң дә, ғүмер буйы эшләп, исмаһам, ҡарт көнөңдә мохтажлыҡ кисермәй, рәхәтләнеп ял итеү теләге һәр кемдең күңел төбөндә яталыр. Ләкин һуңғы ваҡыттағы пенсия йәшен арттырыу тураһындағы хәбәрҙәр был теләкте тағы ла төпкәрәк күмеп ҡуймаймы икән? Ғөмүмән, пенсия бит ҡарт кешегә бирелгән хәйер аҡсаһы түгел, үҙебеҙсә әйткәндә, күкрәк көсө менән табылған хәләл мал.


Рәсәйҙәге пенсия тураһындағы яңы­лыҡтарҙан күренеүенсә, социаль түләү­ҙәрҙән баш тартмайынса, бюджет аҡса­һын тәләфләмәү өсөн ил етәкселеге төрлө алымдар ҡулланырға мәжбүр. Атап әйткәндә, эшләгән пенсионерҙарға түләү­ҙе индексацияламау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был иһә ошо “ҡатлам”ға ҡараған хаҡлы ялдағылар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Ә башҡа категория пенсионерҙарына борсолмаҫҡа мөмкин, сөнки уларҙың пенсияһын ике тапҡыр индексациялау күҙ уңында тотола. Тәүгеһе февралдә булды, икенсеһе йәй йә көҙ айҙарында башҡарыласаҡ.
Хәйер, был турала оло ышаныс менән әйтеп тә булмай. Рәсәйҙең элекке финанс министры Алексей Кудриндың һүҙҙәренә ҡарағанда, нефткә хаҡ төшкән саҡта быны хәл итеүе еңел түгел. Әгәр нефть барреленең хаҡы 35 доллар тирәһендә сайҡалһа, быйыл пенсияларҙы индексациялау мөмкинлеге булырмы-юҡмы – билдәһеҙ. Ул шулай уҡ пенсия йәшен күтәреү тураһында һүҙ алып бара.
Ғөмүмән, элекке министр киҫкен саралар күрергә саҡыра, был иһә үҙ сиратында йәмәғәтселек араһында ҡәнә­ғәтһеҙлек тыуҙыра. Әлбиттә, ил етәксе­ләре киҫкен саралар күреүгә ҡаршы, пенсия йәшен арттырыуға халыҡ бар йәһәт­тән әҙер булырға тейеш, тип иҫәпләй улар. Әлегә был мәсьәлә көн ҡаҙағында тормай. Ләкин күптән түгел Дәүләт Думаһы депутаттары чиновниктарҙың пенсияға сығыу йәшен күтәреү буйынса закон проектын ҡабул итте. Эксперттар әйтеүенсә, был сараның, сәйәси аҙымдан башҡа, иҡтисади йәһәттән әһәмиәте юҡ. Ә тотош Рәсәй халҡының пенсия йәшен күтәреү тураһындағы закон ҡасан булыр, әлегә фараз итергә генә ҡала.
2017 йылдан башлап дәүләт хеҙмәт­кәрҙәренең пенсияға сығыу йәше ярты йылға оҙайтыла барып, ирҙәргә – 65, ҡатындарға 63 йәш тулғанға тиклем буласаҡ. Был шулай уҡ Федерация Советы ағзаларына, Дәүләт Думаһы, төбәк парламенттары депутаттарына, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла. Закон проектына аңлатмала, ошо сара Пенсия фонды сығымдарын быйыл 622 миллион һумға ҡыҫҡартыуға килтерәсәк, тиелә. Пенсия фонды дәүләт хеҙмәткәрҙәренә пенсия­ның страховка өлөшөн генә түләй, ҡалғанын бюджет ҡаплай.
Әлбиттә, был законға ҡарата фекерҙәр төрлөсә. Берәүҙәр әйтеүенсә, федераль хеҙмәткәрҙәрҙең былай ҙа йәше арт­ҡандан-арта бара һәм уларға үҙ урындарын һаҡлап ҡалыу өсөн бер сәбәп кенә буласаҡ. Икенселәр иһә, дәүләт хеҙмәт­кәрҙәренең пенсия йәшен күтәреү ҡарттар менән йәштәр араһында социаль ҡар­шылыҡты арттырасаҡ, конкурентлыҡҡа килтерәсәк, ти. Өсөнсөләр, әгәр быға тиклем башҡарған эшеңдән китергә тура килһә, 60 йәшлек кешене кем эшкә алырға атлығып торор икән, тип борсолоуын белдерә.
Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса дәүләт комитеты рәйесе Николай Никитин әйтеүенсә, тотош халыҡтың пенсия йәшен күтәреү ихтималлығы бар, сөнки илебеҙҙә ғүмер оҙонлоғо ла, эшкә һәләтле кешеләрҙең йәше лә үҫә бара. Ләкин, Рәсәй менән сағыштырғанда, Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғоноң түбән булыуы законды ҡабул итеүгә йоғонто яһамай: Дәүләт Думаһы илдәге ғүмер оҙонлоғоноң уртаса кимә­ленән сығып эш итә. Николай Никитиндың фекеренсә, ауыр хеҙмәт башҡарғандарға пенсия йәшен күтәрмәҫкә кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек: Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғо 70 йәш самаһы. Ирҙәр – 63, ҡатындар 75 йыл йәшәй. Рәсәйҙә дөйөм күрһәткес – 72,5 йыл. Был турала Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та әйтте: “Үлем менән көрәшеү өсөн күп көс һалырға кәрәк. Беҙҙә тыуым кәмей”.
Рәсәйҙә пенсионерҙар халыҡтың 24 про­центын тәшкил итә, Башҡортостанда – 22 процент, йәғни эшкә яраҡлы халыҡ­тың 38 процентын. Статистика буйынса, республикабыҙҙа пенсия йәшенә етеп килгән ҡатын-ҡыҙ һаны өҫтөнлөк итә. Ир-атҡа килгәндә, 60 йәшкә етеп пенсияға сыҡҡандарҙың һаны ҡырҡа кәмегән. Ә инде 85 йәштән өлкәндәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шулай итеп, алдағы йыл­дарҙа Башҡортостанда пенсионерҙарҙың һаны артыуы көн кеүек асыҡ.
Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, бөтә халыҡтың пенсия йәшен арттырыу мәсьәләһе әлегә күтәрелмәй, ләкин демографик хәл әлеге кимәлдә ҡала икән, киләсәктә ул ҡалҡып сығасаҡ, шулай уҡ бөгөн пенсия йәшендә­геләрҙең һаны арта, эшкә яраҡлылар кәмей бара. Әгәр эшләгәндәр ҡалмаһа, Пенсия фондын нимә иҫәбенә тулылан­дырырға һуң?
Йәмәғәт эшмәкәре А. Заһиҙуллиндың фекеренә ҡарағанда, был мәсьәлә нефть хаҡына бәйле. Әгәр нефть барреленең хаҡы 45 – 50 һум булһа, бөтә социаль бурыстарҙы атҡарырға мөмкин. Шулай ҙа бюджет аҡсаһын әрәм-шәрәм итеүҙән һаҡ булырға кәрәк. Мәҫәлән, иҫәпләүҙәр буйынса, дәүләт һатып алыуҙары буйынса ғына ла былтыр 20 – 25 миллиард һум аҡсаны экономиялай ала инек. Бюджетты тулыландырыуҙың тағы бер юлы – коррупция. Был йәһәттән хоҡуҡ һаҡсыла­рының етди эшләүе талап ителә.
— Халыҡҡа пенсия йәшен арттырыу мәсьәләһе хәл ителгән инде, – ти эксперт Андрей Потылицын. – Пенсия системаһы бөгөн ауыр хәлдә. Бер-ике йылдан социаль түләмдәргә аҡса ҡалмаясаҡ. Фондты тулыландырыу системаһы аныҡ ҡорол­маған. Демографик хәл насар, хаҡлы ялдағылар һаны артҡандан-арта. Ләкин пенсия йәшен күтәреү бер-ике йылға ғына тын алырға форсат бирер. Әле беҙҙә ирҙәрҙең күпселеге пенсия йәшенә етә алмай. Үкенескә ҡаршы, был күрһәт­кес үҫкәндән-үҫә бара. Әгәр тормош сифатын яҡшыртабыҙ икән, кешеләр оҙа­ғыраҡ йәшәй башлар. Әйтәйек, 65 йәштән пенсияға сыҡҡан Францияла көнкүреш кимәле лә бик юғары.
Пенсия тураһында Өфө эшҡыуарҙары ла фекерен белдерә. Пенсия фондын тулыландырыу өсөн фирмаларҙың һалым түләүен стимуллаштырырға кәрәк, ти улар. Бының өсөн һалым һәм һалымдан тыш “йөк”тө дифференциациялау мотлаҡ. Ул саҡта эшҡыуарҙар “күләгә”гә китмәҫ ине. Юғиһә бәләкәй ойошмаларға күтәргеһеҙ йөк һалынған – улар бюджеттан тыш фондтарға 30 процент самаһы түләй (Дөйөм медицина страховкаһы, Социаль страховка, Пенсия фонды).



Лилиә, банк хеҙмәткәре:
– Пенсия йәшен арттырыуға кире ҡараштамын. Өлкәнәйгәс, үҙең өсөн дә йәшәп, донъя күреп ҡалғы килә. Беҙҙең эште, мәҫәлән, өлкән йәштәге кеше башҡара алмаҫ ине. Хәйер, йәштәр саҡ өлгөрә әле.
Альбина, эшҡыуар:
– Ил иҡтисады көрсөккә килеп терәлгән саҡта пенсия йәшен арттырыу урынлылыр, бәлки. Ләкин мин һәр кемгә пенсияны үҙенә тупларға кәңәш итер инем, дәүләт пенсияһына ғына өмөтләнеп ятырға ярамай. Бөтә кешегә лә тигеҙ хоҡуҡ бирелгән: эш ас, уңышҡа иреш... Беҙ шундай заманда йәшәйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512