Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яңы” ярлылар йәки Эшләгән кеше ниңә фәҡир?
“Яңы” ярлылар йәки Эшләгән кеше ниңә фәҡир?ХХ һәм ХХI быуаттар киҫелешендәге ҙур боролоштар һөҙөмтәһендә илдә ярлылыҡтың йөҙө лә киҫкен үҙгәреш кисерҙе. Әгәр ҙә иҡтисади реформаларҙың башланғыс осоронда (1992–1995 йылдар) ярлыларҙың төп өлөшөн социаль яҡтан аҙ яҡланған ҡатлам (пенсионерҙар, инвалидтар, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр, ҡасаҡтар) тәшкил итһә, туҡһанынсы йылдар аҙағында хәл башҡаса төҫ алды.
Хеҙмәткә һәләтле йәштәге ярлы эшселәр, килемдәренең аҙ булыуы сәбәпле, үҙҙәрен дә, ғаиләһен дә тейешле кимәлдә тәьмин итә алманы. Эш хаҡының түбән булыуы һәм уның ваҡытында түләнмәүе, эшһеҙлек, административ ялға сығыуҙы мәжбүрләү, аҡсаһыҙлыҡ халыҡты бөлгөнлөк сигенә еткерҙе.
Бындай хәлде башҡа илдәрҙә лә тәрән иҡтисади үҙгәрештәр, көрсөк, социаль тетрәнеүҙәр осоронда күҙәтергә мөмкин, әммә үҫешкән дәүләттәрҙә уларҙың беҙҙәге кеүек киң дә, оҙайлы ла, аяныслы ла ҡолас алғаны юҡ. Башҡаларҙан айырмалы, беҙҙә фәҡирлек эшһеҙлек арҡаһында ғына тыумай бит. Илебеҙҙә осон осҡа ялғап көн күреүсе ярлылар мәктәптәрҙә белем бирә, ауырыуҙарҙы дауалап аяҡҡа баҫтыра, ер һөрә, иген сәсә, ғилемлек менән шөғөлләнә... Эшле булыу ашлы булыуҙы аңлатмай әле беҙҙә. Сәбәптәре билдәле: дәүләт тарафынан рәсми рәүештә билдәләнгән хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме лайыҡлы эш хаҡы алырға ирек бирмәй; бәләкәй ҡала һәм ҡасабаларҙа хеҙмәт баҙарының тарлығы, эш биреүсе предприятиеларҙың аҙлығы аяҡ сала; шәхси хужалыҡтар хеҙмәт баҙары үҫешенә булышлыҡ итә алмай.
Туҡһанынсы йылдар башында ярлылар категорияһына эшкә һәләтле халыҡтың 70–80 проценты ҡараһа, яңы быуатҡа аяҡ баҫҡан осорҙа был күрһәткес 40–45 процентҡа ҡалды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ябай халыҡтың мохтажлығы — күҙгә бәрелеп торған хәүефле күренеш.
“Яңы” ярлыларҙың составы бер төрлө түгел. Киң мәғәнәлә улар — барыһы ла эшкә һәләтле ярлылар, тар мәғәнәлә — эшләүсе ярлылар. Әгәр ҙә йәмғиәтебеҙҙәге ошо категория кешеләрен төркөмдәргә бүлеп ҡараһаҡ, фәҡирлек сәбәптәрен күҙ алдына килтереү ҙә, был хәлдән сығыу юлдарын билдәләү ҙә анһатыраҡ булыр.
Беренсе төркөм — хеҙмәткә һәләтле эшһеҙҙәр. Уларҙың хәлен яҡшыртыу өсөн эш урындары булдырыу, яңы һөнәрҙәргә өйрәтеү, баҙар шарттарында һорау менән файҙаланмаған профессияға эйә булғандарҙы ҡайтанан әҙерләү мотлаҡ. Был кешеләр өсөн эшһеҙлек буйынса йәшәү минимумынан да түбән булмаған ваҡытлыса пособиелар тәғәйенләү мөһим. Баҙар даими рәүештә “артыҡ” кешеләрҙе ҡыҫырыҡлап сығарасаҡ һәм быға әҙер булырға кәрәк.
Икенсе төркөм — аҙ тәьмин ителгәндәр (яңғыҙ йә тулы булмаған ғаилә, күп балалылар, эшкә һәләтлелеге сикләнгән хеҙмәткә яраҡлы ауырыуҙар, инвалидтар). Улар ауыр хәлдән бер ҡасан да үҙаллы сыға алмаясаҡ. Бында дәүләттең айырым социаль-иҡтисади сәйәсәте булыуы шарт. Үкенескә ҡаршы, үҙгәртеп ҡороу осоронда был төркөмгә ҡарағандар һаны һиҙелерлек артты.
Өсөнсө төркөм — уҡыусы йәштәр, айырыуса аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән егет һәм ҡыҙҙар. Мәсьәләне хәл итеү юлдары күп төрлө: студенттарҙы түләүле йәмәғәтселек эштәренә йәлеп итеү, бизнес, эш биреүселәр менән белем алыуға сығымдарҙы түләү буйынса килешеүҙәр төҙөү һәм башҡалар. Бындай тәжрибә күп илдәрҙә бар. Дәүләт тә, бизнес та йәштәрҙе профессиональ яҡтан әҙерләүҙә ҡыҙыҡһыныу күрһәтеп, “яңы” ярлыларҙы өр-яңы эшсе көсөнә әүерелдерергә тейеш. Был төркөмгә күпме кеше ҡарағанын теүәл иҫәпләүе ауыр, сөнки рәсми статистика мәғлүмәттәре юҡ.
Дүртенсе төркөмгә хеҙмәткә һәләтле йәштәге эшләүсе ярлыларҙы индерергә мөмкин. Йәмғиәттең башын “ауырттырған” төп мәсьәлә был. Сәбәбе билдәле: аҙ килем, түбән сифатлы продукция. Ә бит бындай ҡатламдың барлыҡҡа килеүендә иҡтисади көрсөктө генә ғәйепләп булмай. Үҙгәрештәрҙең цивилизацияға хас булмаған алдау, илдең милли байлығын үҙ-ара бүлешеү юлы менән барыуы яҡшы билдәле. Һөҙөмтәлә фәҡирҙәрҙең киң ҡатламы һәм бер төркөм байҙар, хатта саманан тыш байҙар барлыҡҡа килде. Әммә бындай ғәҙелһеҙлекте, тигеҙһеҙлекте байлыҡты таратып бүлеп биреү юлы менән генә хәл итерлек түгел. Хатта тотороҡло үҫеш юлындағы дәүләт өсөн дә бик ҡатмарлы эш. Иҡтисад ғилемендә баш баҫып эшләгән аҡыл эйәләрен дә борсоған, тәрән уйға һалған мәсьәлә был.
Капиталистик хеҙмәт баҙарындағы бөтә механизмдарҙы ла ентекләп ҡарап тормай, иҡтисад фәнендә һәм ғәмәлдә йәшәүсе ике моделгә генә туҡталмаҡсымын. Беренсеһе: эшләүсе халыҡ күберәк булған һайын хеҙмәт хаҡы аҙыраҡ. Икенсеһе: ни тиклем эшләүсе халыҡ аҙыраҡ, хеҙмәт хаҡы ла шунса юғарыраҡ. Ике осраҡта ла түләүҙәргә киткән аҡса суммаһы тигеҙ булыуға ҡарамаҫтан, аҙаҡҡы осраҡта социаль мәсьәләләрҙең ҡырҡыулашыуы күҙәтелә һәм эштең әһәмиәте күтәрелә.
Тәүге осраҡта “бәлеш” киҫәге бик күп эшләүселәр һанына ҡарап бүленә. Эшһеҙлек кимәле түбән, социаль тыныслыҡ күҙәтелә, дәүләт социаль өлкәгә сығымдарҙы кәметә. Әммә эшсе көсөнөң сифаты ла, иҡтисади үҫеш тә, хеҙмәт етештереүсәнлеге лә үтә түбән. Икенсеһендә “бәлеш” бәләкәй генә төркөм ҡулында, тимәк, эшһеҙҙәр армияһы арта. Дәүләткә ошо ҙур армияны ҡарау өсөн пособие түләүҙән башҡа сара юҡ. Был үҙ сиратында етештереүгә инвестициялар һалыныуына һәм фәнни-техник прогрестың үҫешенә кире йоғонто яһаясаҡ.
Реформа үткәреүҙәге хаталар йәмғиәттең байҙар һәм фәҡирҙәргә бүленешендә, хеҙмәт хаҡындағы хайран ҡалырлыҡ айырмала ныҡ һиҙелә. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, ялланып эшләүселәр араһында фәҡирлек сигендә йәшәүселәр — 29,1, сиктән тыш фәҡирлек шарттарында көн күреүселәр 6,2 процент тәшкил итә. Айырыуса бындай хәл ауылдарҙа күҙәтелә. Иң түбән эш хаҡы ла тап шунда. Оҙайлы “сиргә” әүерелгән ярлылыҡтың тамыры еңел һәм ағас эшкәртеү сәнәғәтендә лә ярылып ята.
Тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, былтыр республикала юғары һәм түбән эш хаҡындағы айырма 17,7 тапҡырға еткән. Йәшәү минимумынан түбәнерәк эш хаҡы алыусылар иҡтисадта — 7, ауыл хужалығында — 21,5, мәҙәниәт һәм сәнғәттә — 27, мәғарифта — 13,2, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 8,2 процент тәшкил иткән.
Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәйҙә айына 1,5 мең һумдан да аҙыраҡ килем алыусылар бар. Ғөмүмән, рәсәйҙәрҙең 73,4 проценты ғәфү итмәҫлек түбән кимәлдәге табышҡа эйә. Башҡортостандағы 16 377 һум күләмендәге уртаса эш хаҡы АҠШ-та билдәләнгән минималь хеҙмәткә түләү дәүмәленән 2,5 тапҡырға кәмерәк! Ярлы врач, уҡытыусы һәм ғалимдың тулы ҡиммәтле, сәләмәт, белемле быуын әҙерләй алыуына шикләнәм.
Эшләүсе ярлылар категорияһына “һоро” эш хаҡы алыусыларҙың да эләгеүе мөмкин. “Күләгәләге” аҡсаның күпме булыуы билдәһеҙ, ул табышты формалаштырыуҙа ҡатнашмаһа ла, ҡаҙнанан алынған социаль түләүҙәрҙән файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк. Дәүләттең маҡсатҡа йүнәлешле, көйләүсе тәьҫире һөҙөмтәһендә генә баҙар шарттарында хеҙмәттең хаҡын билдәләргә була. Лайыҡлы, ғәҙел, дәртләндереүсе эш хаҡы ғына халыҡтың тормош кимәлен һәм сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. Өҫтәүенә ул кешенең һатып алыу һәләтен билдәләй, тимәк, иҡтисадты үҫтереүгә йоғонто яһай.
Фәҡирлек торошон, халыҡтың мохтажлығын өйрәнмәйенсә һәм баһа бирмәйенсә, йәмғиәттең мәсхәрәле социаль хәленә диагноз ҡуйыу һәм уны бөтөрөү буйынса саралар күреү мөмкин түгел. Беҙҙең илдә ҡабул ителгән концепцияға ярашлы, Башҡортостан дәүләт статистика комитеты үтә ярлылар иҫәбенә йәшәү минимумынан (эшләүсе граждандар өсөн — 5 781 һум) кәм килемле кешеләрҙе индерә (2010 йылда — 11,9%). Һуңғы йылдарҙа ярлылыҡ күҙгә күренеп “йәшәрҙе” — уның төп өлөшөн 16 – 34 йәшлектәр биләй. Өҫтәүенә был мохтаждар төркөмө йылдан-йыл арта бара. Белем һәм ярлылыҡ кимәле араһында бәйлелек булыуы ла күҙгә ташлана: кемдең белеме түбәнерәк, уның ярлылар сафын тулыландырыу хәүефе лә арта.
Илдә тармаҡтар араһында килем буйынса ифрат ҙур айырма барлыҡҡа килде. Юғары эш хаҡы түләнгән иҡтисад секторына яғыулыҡ, нефть продукттары эшкәртеү, нефть химияһы, финанс эшмәкәрлеге, ҡара металлургия, ниндәйҙер кимәлдә транспорт һәм элемтә өлкәләрен индерергә була. Ҡапма-ҡаршы полюста ятҡан түбән килемле иҡтисад секторын ике төркөмгә бүлеп ҡарайыҡ. Тәүгеһе бюджет иҫәбенә йәшәүсе ойошма һәм учреждениеларҙы үҙ эсенә ала: һаулыҡ һаҡлау, физик культура, социаль тәьминәт, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт. Һуңғыһына конкуренцияға һәләтһеҙ продукция етештереүсе эшкәртеү, әйтәйек, ағас эшкәртеү һәм еңел сәнәғәт предприятиелары, ауыл хужалығы инә.
2009 йылда республикала эш хаҡы кимәлен сағыштырмаса анализлау һөҙөмтәһендә шул асыҡланды: ауыл хужалығында йәшәү минимумынан да түбән эш хаҡы алғандар — 53,7, коммуналь, социаль хеҙмәттәр өлкәһендә — 29,2, мәғарифта 10,4 процент тәшкил итте. Эшең булыу ғына фәҡирлек ҡосағынан ҡотолоу түгеллеген яҡшы аңлайбыҙ. Был ауыр хәлдең тәрәнлеген, киҫкенлеген, оҙайлылығын бөтә тулылығында билдәләп тә булмай. Хатта дәүләт тарафынан күрһәтелгән социаль ярҙам да фәҡирлектән сығара алмай, сөнки бөлгөнлөккә төшкән ғаиләнең етерлек кимәлдә аҡсаһы юҡ.
Ярлылыҡты бөтөрөү бурысын автоматик рәүештә либераль-баҙар механизмдары менән хәл итеп булмаясаҡ, тип уйлайбыҙ. Беҙҙеңсә, ошо ҡатмарлы хәлдән сығыу буйынса саралар федераль кимәлдәге закондар менән нығытылырға тейеш. Айырым көслө төбәктәр тарафынан уйланылған аҙымдар ҙа тәьҫирле буласаҡ. Мәҫәлән, республикабыҙҙа ярлылар файҙаһына айына 500 миллион һум самаһы аҡса бүлеү (йәғни килемдәрҙең дөйөм күләменән 2 процент самаһы) сиктән тыш фәҡирҙәр һанын һиҙелерлек ҡыҫҡартасаҡ. Бөгөн был мөһим мәсьәләне хеҙмәт баҙары системаһын, хеҙмәткә түләү сәйәсәтен камиллаштырмай тороп тормошҡа ашырыу икеле. Социаль тәьминәт йүнәлешенән хеҙмәт эшмәкәрлеге сәйәсәтенә күсеү буйынса етди саралар ғына эшкә һәләтле йәштәгеләрҙе йонсоу тормоштан, аҡса ҡытлығынан, мохтажлыҡтан ҡотҡарыр.
Гөлнара ЯҠШЫБАЕВА,
иҡтисад фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518