Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Власть нигеҙе —халыҡ
Быйылғы һайлауҙар һуңғы ун йыллыҡта иң ауырҙарҙың береһе булмаҡсы. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары, Өфөнөң почетлы граждандары, ветерандар һәм баш ҡаланың йәмәғәт әүҙемселәре менән осрашҡан сағында белдерҙе.
Бөгөн партияға һәм дәүләтебеҙ етәкселәренә ҡаршы тыйылған юлдар менән көслө көрәш бара.
— Партияға үҙенең дөрөҫлөгөн һәм көсөн күрһәтер ваҡыт етте. Бөгөн, ун йыл элекке менән сағыштырғанда, хәлдәр бөтөнләй башҡа. Әммә халыҡтың ихтыяжы беҙҙең йүнәлештән алдараҡ бара, һәм был дәғүәселәргә тәнҡит өсөн урын ҡалдыра, — тине Рөстәм Хәмитов. — Шуға күрә хәҙер беҙ “Власть халыҡ өсөн” тигән лозунг буйынса эшләйбеҙ. Бары халыҡҡа таянып ҡына ыңғай һөҙөмтәләргә, алға китешкә өлгәшә аласаҡбыҙ.
Һүҙ ҙә юҡ, һуңғы йылдарҙа республикала ыңғай үҙгәрештәр бихисап булды. Быйыл Өфөлә ун балалар баҡсаһы сафҡа индерелә. Уларҙың алтыһы — өр-яңы, дүртәүһе яңыртып ҡоролған бина. Балалар өсөн 1,5 мең яңы урын буласаҡ. Баш ҡала юлдарындағы тығындар менән булған проблема ла хәл ителә башланы. Һуңғы ун йыл эсендә ҡалаға “тын етмәй” башлағайны — хәҙер юлдар киңәйтелде, юл үткәргестәр һалына башланы. Торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре лә башҡасараҡ хәл ителә — майҙансыҡтар табыла, уларҙа арзан йорттар һалына. Табиптар һәм уҡытыусылар лайыҡлы эш хаҡы ала башланы. Быйыл 660 ихата ремонтланды, бының өсөн 600 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Эш хаҡы кимәле, төҙөкләндереү, инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса ла Өфө илдә алдынғылар иҫәбендә.
— Өфө Волга буйының эшлекле һәм мәҙәни баш ҡалаһына әйләнеп килә. Быйыл беҙ бөтә ил кимәлендә әһәмиәтле форумдар, симпозиумдар үткәрҙек, — тине артабан Башҡортостан Президенты. — Быларҙың барыһы ла — яңы тормош сифаты сағылышы. Әлбиттә, ынтылған бейеклектәргә өлгәшеү өсөн әлегә иртәрәк. 2012 йылды халыҡ тормошон көнкүреш йәһәтенән яҡшыртыуға йүнәлтелгән йыл итеп күрәбеҙ.
Һәр ваҡыттағыса, эш хаҡын арттырыу, транспорт мәсьәләһен хәл итеү, яңы эш урындары булдырыу тәү сираттағы бурыстар булып ҡала. Ҡалала машина эшләүсе яңы предприятиелар төҙөлә, унда әҙер продукция сығарыласаҡ, был һалымдарҙың йыйылыуына булышлыҡ итәсәк.
Рөстәм Зәки улы шулай уҡ республикала һәм Өфөлә көтөлгән ҙур спорт сараһына — Бөтә донъя ҡышҡы уйындарына әҙерлек барышы тураһында һөйләне. Спорттың 35 төрө буйынса үтәсәк уйындарҙа 8 мең тирәһе кеше ҡатнашасаҡ. Был — республика өсөн ҙур мәртәбә.
* * *
Баш ҡаланың 8-се поликлиникаһы төҙөкләндереүҙән һуң сафҡа индерелде. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Республика башлығы ҡан ҡойоу, хирургия һәм теш дауалау бүлексәләрендә булды, бинала быға тиклем булмаған, әле яңы ғына ҡуйылған лифттарҙы ҡараны.
Поликлиника 1951 йылда уҡ һалынған, уның дөйөм майҙаны — дүрт мең квадрат метр. Бында барлығы 30 мең тирәһе кеше хеҙмәтләндерелә, шул иҫәптән стационарҙа дауаланыусылар ҙа бар. Бинаны йүнәтеү өсөн 123 миллион һум аҡса тотонолған, ҡорамалдар һәм йыһаз алыуға 65 миллион һум аҡса киткән.
Рөстәм Хәмитов дауахана хеҙмәткәрҙәре менән аралашты.
— Медицина дәүләт ярҙамынан тыш эшләй алмай. Уның ҡиммәтле икәне барыһына ла билдәле. Йыл һайын республикала был тармаҡты үҫтереү өсөн 30 миллиард һум аҡса сарыф ителә, — тине Президент. — Был бик ҙур сығым, шулай булыуға ҡарамаҫтан, был йүнәлештә эш дауам итә. Әйтәйек, шуларҙың береһе — “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проекты. Киләһе ике йылда Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә 15 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтеләсәк.
Рөстәм Зәки улы тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы мәсьәләһенә лә ҡағылды. Ул уртаса 12 — 14 мең һум тәшкил итә.
— Бындай аҡсаға кеше фатир ғына түгел, бүлмә лә һатып ала алмай. Торлаҡ мәсьәләһен хәл иткәндә дәүләт сығымдарҙың бер өлөшөн үҙенә алырға тейеш. Мәҫәлән, түләүһеҙ ер участкалары бүлеү, инженер коммуникациялары үткәреү, яҡшы льготалар биреү, — тине Башҡортостан Президенты.
Ә. ИЛДУСОВА.
* * *
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, һәр изге башланғыста алда йөрөүсе алдынғы юғары уҡыу йорто булараҡ, күп функциялы спорт үҙәге булдырҙы.
“500 бассейн” тигән проект буйынса төҙөлгән, дөйөм майҙаны 7800 квадрат метрҙы тәшкил иткән комплекста балалар һәм өлкәндәр өсөн айырым бассейн, ике тренажер залы, волейбол майҙансығы бар.
— Ошондай спорт ҡоролмалары беҙгә бик кәрәк, — тине комплексты асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Уларҙы һәр ҡалала, район үҙәктәрендә булдырыу мөһим.
Республика етәксеһе волейбол залында тәүге тупты һуҡты, студенттарға йөҙөргә старт бирҙе һәм 20 инвалид балаға бассейнға абонемент тапшырҙы.
Әйткәндәй, комплекс университеттыҡы булһа ла, унда һәр теләүсе шөғөлләнә ала. Бында йөҙөү буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, милли көрәш буйынса төркөм, фитнес-үҙәктәр эшләйәсәк.
Д. ИРХАНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518