Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүфиҡлы балалар үҫтереү – тыныс ҡартлыҡҡа гарантия
Тәүфиҡлы балалар үҫтереү – тыныс ҡартлыҡҡа гарантия Шулай ҙа “пенсия ашау” һәр кемгә тәтерме?

Төрлө сығанаҡтан алынған мәғлүмәттәр буйынса, яҡынса бер быуат элек Рәсәйҙә 40 йәште үткән ҡатын өлкән һаналған, ә 50 йәшлек ир бөтөнләй ҡарт күренгән. Ысынлап та, әгәр элек пенсионер сифатында нигеҙ буйында ултырған, битен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан бабайҙы, ҡояш булһа-булмаһа ла ҡулын маңлайына ҡуйып ҡарарға ғәҙәтләнгән, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә таяҡҡа таянған әбейҙе күҙ алдына баҫтырһаҡ, хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡанда ла егеттәр шикелле йәш күренгән ағайҙарҙы, ҡыҙҙарҙан ҡалышмаған апайҙарҙы йыш осратабыҙ. “Ни өсөн Ғималый ағай гел өйҙә ултыра, ниңә ер һөрмәй?” – тип һораным бәләкәй сағымда әсәйемдән күршебеҙ тураһында. Йыш боҙолған колхоз тракторын сатлама һыуыҡтарҙа ергә ятып ремонтлаһа ла, һаулығы шаҡтай яҡшы ине уның. Баҡтиһәң, хәҙер пенсияға сыҡҡан икән. Хөрриәттә йәшәй бит, бер ҡайҙа бил бөкмәһә лә, дәүләт биргән аҡсаға рәхәтләнеп көн күрә. Атайым пенсияға сыҡҡанда уға 60 йәште һис кенә лә бирерлек түгел ине. “Барыһын да бер бизмәнгә һалып үлсәмәһәк ине, ул һирәктәр өлөшөнә генә төшә”, – тиһәгеҙ, һүҙ ҙә юҡ, бәхәсләшмәйем.
Оҙон ғүмерле булыуҙың, йәш ҡалыуҙың бер нисә сәбәбе бар. Ғалимдар иҫбатлауынса, йөҙйәшәрҙәр төркөмөнә инеүҙә ген, ашаған ризыҡ, көнкүреш һәм эш шарттары ҙур әһәмиәткә эйә.



Арттырмайса сара юҡ

“Дошманымдың реформалар заманында йәшәүен теләйем”. Тап ошолай яңғырай ҡытай халыҡ мәҡәле. Ҡайһы ғына өлкәне алып ҡарамайыҡ, унда реформалар даими булып тора. Шул иҫәптән пенсияла ла.
Рәсәйҙә пенсия түләү тураһындағы закон 1932 йылда ҡабул ителгән, унан ары мөһим документҡа әллә ни һиҙелерлек үҙгәрештәр индерелмәгән. Федераль ҡануниәткә ярашлы, илебеҙҙә һәр гражданға пенсия аҡсаһын түләү ҡаралған. Бының өсөн ҡатын-ҡыҙ – кәмендә 20 йыл, ә ир-ат 25 йыл дөйөм хеҙмәт стажына эйә булырға тейеш. Пенсия күләмен база, страховка һәм йыйылма өлөштәр билдәләй. Рәсәйҙә 144 миллион тирәһе кеше иҫәпләнә, шуның өстән бер өлөшөн хаҡлы ялдағылар тәшкил итә. Хәҙер ирҙәрҙе – 60, ә ҡатындарҙы 55 йәштән пенсияға оҙаталар.
Рәсәй финанс министры Антон Силуановтың Дәүләт Думаһы ултырышында ҡартлыҡ буйынса пенсия йәшен күтәреү тураһындағы сығышына берәүҙәр ҡул сапты, икенселәр сырайын һытты.
“Әгәр ҙә илдә пенсия йәшен оҙайтһаҡ, беҙгә страховка күләмен арттырмайынса ла был системаны баланста тотоу мөмкин буласаҡ, бынан тыш, ул демография үҫешен көйләү өсөн уңайлы”, – тип аңлатма бирҙе Антон Германович.
Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев “Российская газета”ға биргән интервьюһында пенсия мәсьәләһенә баҫым яһап, министрҙың һүҙҙәрен ҡеүәтләй. “Иртәме-һуңмы, барыбер ҙә пенсия йәшен күтәрергә кәрәк буласаҡ. Бөтә илдәрҙә лә ғүмер оҙайлығы арта, үҙ сиратында пенсияға сығыу йәше лә”, – тип аныҡ әйтте Дмитрий Анатольевич.
Пенсияға сыҡҡандан һуң да эшләргә теләк белдереүҙәренә түгел, ә әҙер икәнлектәренә ҡарап, пенсия йәшен арттырыуҙы әхлаҡи йәһәттән “әҙерҙәр төркөмө”нән башламаҡсылар. Улар кемдәр тиерһегеҙ? Дәүләт хеҙмәткәрҙәре. Уҡытыусы курсташтарымдың береһе күп тигәндә 17 мең һум, ә “әҙерҙәр төркөмө”нә ҡараған берәү кәмендә 80 мең һум күләмендә эш хаҡы ала. Икенсеһенә, һүҙ ҙә юҡ, стимул бар. Юғары эш хаҡы алыу менән бер рәттән юғары билдәләнгән пенсия ла килеп торасаҡ...
Финанс министрлығы арттырыу формулаһын “йыл һайын” тигәндән сығып тормошҡа ашырырға итә һәм уны яйлап 65 йәшкә хәтлем еткерергә самалай.

Миҙалдың теге яғы күренәме?

Хәҙер “көрсөк” һүҙен ялҡау ғына телгә алмайҙыр. Уның өсөн арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит, тигәндәй. Ә бына ошондай һынылышлы осорҙа осто-осҡа саҡ ялғап көн күргәндәргә ни ҡылырға? Бынан ары ике тапҡырға күберәк тырышырға, кис ятҡанда алдағы көнгә пландар ҡорорға кәрәк, тиерһегеҙ. Тулыһынса килешәм.
Мөғәллим йө­гөн тартҡан бер танышым, мәҫәлән, ауылдарында белем усағы ҡулайлаш­ты­рыуға эләгеү сәбәпле, эшенән ҡыҫ­ҡар­тылды. Бер-береһенә тиңләшеп дүрт бала буй еткерә, һәммәһе лә мәктәп уҡыусыһы. Өйҙә тик ятыуҙы белмәгән ир Себергә сығып китте. “Тормошомдо аҡ ҡа­ғыҙҙан башланым, – тип шаярта ул. – Ер аҫтына төшөп, нефть торбаларының ти­шектәрен ямайым. Ошо һөнәрҙе һайлауыма кемдер ғәжәпләнә, сараһыҙ көндән икәнен генә белмәйҙәр шул. Икенселәрҙе быға хәтлем минең ҡайҙа һәм нимә менән шөғөлләнеүем һис кенә лә ҡыҙыҡ­һындырмай, һәр ҡайһы­һы­ның үҙ хәстәре. Хәйер, бында кемдәр генә йыйылмаған, әммә барыһының да маҡ­саты бер – тыуған яғында ҡалған ғаиләһен аҡса менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү”.
Ул Себергә һуң барған, шулай булғас, бүтәндәр һымаҡ “себер” категорияһы буйынса пенсияға иртәрәк сығыу бәхете тәтемәйәсәк.
Себер тигәндән, Баймаҡ районында йәшәгән, “Өфө – Баймаҡ”, “Баймаҡ – Өфө” маршрутын хеҙмәтләндергән таксист класташым менән осрашҡанда, унан кемдәрҙең юлда йышыраҡ йөрөүен һораштым. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, беренсе баҫҡыста ситтә “аҡса һуғыусылар” йәки вахтовиктар тора, ирҙәр менән бер рәттән өй йылыһын һаҡларға тейеш тип һаналған гүзәл заттар ҙа хәҙер ғаиләһен аҫрау өсөн бындай аҙымды яһарға мәжбүр. Нисбәт яҡынса 70-кә 30 тирәһе. Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь, Екатеринбург, Өфө кеүек ҙур ҡалаларҙа барған төҙөлөш халыҡты күпләп йәлеп иткән, Себер тарафтары тураһында телгә алыу артыҡ.
Ауылдарҙа хужалыҡтар тарҡалыу сәбәпле, халыҡтың күбеһе эшһеҙ, ашһыҙ ҡалды. Коллективлаштырыуға, тимәк, кемдеңдер артынан эйәреп йөрөүгә өйрәнгәндәр ҡайҙа һуғылырға белмәй аҙапланды. Эйе, иртән станда бригадир ни ҡушты, шуны ғына үтәргә күнеккәндәр эшһеҙҙәр сафын тулыландырҙы. Ә бит заман һулышын алдан тойоусылар барыбер ҙә үҙ юлын тапты: өлгөрҙәр өр-яңынан һөнәр үҙләштерҙе, бүтән килем сығанағын хәстәрләне, эшҡыуар булып китеүселәргә – афарин! Кем әйтмешләй, йүнселдәргә юл асылды.
Ауылда ергә ни төртһәң, шул үҫә, тиҙәр. Әммә үҫтергәнеңде мөгәрәбеңдә ятҡырып серетеүҙән ни фәтүә?! Командировкала саҡта бер йылғыр ағай менән осраштыҡ. Заманалар үҙгәреп киткәс, эшен юғалтҡан ул. Пенсияға сығырға ике йыл тирәһе генә ҡалған булған. Әле бына ул, гектарлап булмаһа ла, күп майҙанда картуф һәм йәшелсә үҫтерә. Себеште көҙ һанайҙар тигәндәй, сентябрь – уның өсөн табышлы ай. Барыһын да ҡыйбатҡа мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына тапшыра ла ҡыш буйы бот күтәреп тик ята. Баҡтиһәң, уның бер туған абзыйы юғары вазифа биләй икән. Шунан файҙалана. Ә былай продукцияңды, урамдан килеп инеп, берәй учреждениеға тәҡдим ит – ҡырҡ сәбәп табып, хаҡын бишкә кәметеп аласаҡтар бит.
Сер түгел, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре, әле ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡанды хәтерләтмәһә лә, унан йыраҡ китмәгән. Эшһеҙ статусын алған балаларын ҡараусы пенсионер атай-әсәйҙәр тураһында ла онотмайыҡ. Пенсия йәшен күтәреү эшһеҙҙәр армияһын ишәйтмәҫме тағы ла?

“Йөҙ йәшкә етәсәкмен!”

“Сәләмәт халыҡ – сәләмәт йәмғиәт” тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙе оноторға ярамай. Әйткәндәй, оҙаҡ йәшәргә теләйһегеҙме? Ә күпме? “Маңлайыма ни яҙылған, шулай булыр” йәки “кәкүк һанағаны миңә еткән” тигән ҡараш менән килешеүселәр ҙә юҡ түгел. “Мин йөҙгә етәсәкмен” – быны инде оптимистың ауыҙынан ишетергә мөмкин. Ә статистика буйынса үлем осраҡтарының 50 проценты уңайһыҙ шарттарҙа йәшәү, алама ғәҙәттәрҙе үҙ итеү, хәүефле урында эшләү менән бәйле, тиҙәр. Билдәле әҙиптең фекере ирекһеҙҙән иҫкә төштө – илебеҙҙә иң беренсе ғүмер оҙайлығын, унан һуң ғына пенсия йәшен арттырыу тураһында уйланырға кәрәк­мәйме икән?! Ғөмүмән, Хөкүмәтебеҙ кеше көсөргәнеш кисереп, ыҙалап йәшәмәһен өсөн һәр йәһәттән дә уңайлыҡтар тыуҙыра, халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләй.
Ҡайҙа мин булып ҡарамағанмын, шунда ожмах, тибеҙ. Теге йәки был илдә ғүмер итеү уңайлы тип һөйләү дөрөҫ түгелдер, минеңсә. Сөнки йәшәүҙең кимәленә һәм сифатына төрлө факторҙар тәьҫир итә. Уның ҡарауы, уртаса ғүмер оҙайлығы тигән ныҡлы күрһәткес бар, ул барыһын да асып һала. Шуға ҡарап ҡайһы илдә кем күпме йәшәй тип аныҡ әйтергә мөмкин. Беҙҙә ирҙәр – 59, ә ҡатындар 73 йыл самаһы йәшәй. Эх, япондар, француздар, сингапурҙар шикелле оҙон ғүмерле булһаң ине.
Ауылымда саҡта 60-ты ҡыуалаған ике инәйҙең һөйләшкәненә ҡолаҡ һалдым.
– Бынау Мөғлифәне әйтәм, бик иртә китте, – тине биленең һыҙланыуына зарланған күҙлеклеһе. – Ниндәй ҡыуаныс күрҙе инде был донъяла? Йәл инде, йәл.
– Эйе шул. Мәктәпте бөтөр-бөтмәҫтән фермаға сыҡты, сатлама һыуыҡтарҙа ла резина итеген сисмәй торғайны, – тип әхирәтенең һүҙен ҡеүәтләне икенсеһе.
– Ғүмере буйы шул балаларын аяҡҡа баҫтырам тип тырышты, хәҙер ғәзиздә­ренең шатлыҡтарына һөйөнөп кенә ултырыр ине лә, юҡ инде. Яҙмыштан уҙмыш юҡ тигәндәре шулдыр. Пенсияһын ике ай ҙа ашай алманы бит.
– Ҡуй инде, ҡуй. Ире һуң, Нәсимгә лә пенсияға сығырға бер йыл ғына ҡалғайны...
– Һырттағы Факиһаны улы Өфөгә балнисҡа алып киткән, тиме...
– Кәрим дә ауыр хәлдә икән, бәй, ул һинең йылғы түгелме? Атыу 58 генә йәш инде...
Беҙҙең халыҡ башлыса ауылда көн итә. Төбәгенә ҡарап тигәндәй, кем урман киҫә, икенсеһе ер эшкәртә, техника менән бәйлеләре бихисап. Ҡыҫҡаһы, күбеһе тормошон ауыр эш менән бәйләгән, иң мөһиме – улар иң хәүефле һөнәрҙәр.
Бер райондағы инженер танышымдың 53 йәшлек атаһын ағас баҫып үлтергән. Һөйләүенсә, леспромхоздан бүрәнә тарт­тырырға күпме генә техника һорамаһын, етәкселек тупһанан кире бороп сығарған. Йорт хужаһы сараһыҙлыҡтан ауылдашы менән икәүләп кенә диләнкә ҡырҡҡан булған.
Бәлә менән бәйле йәнә бер күңелһеҙ осраҡ. Машинаһы төҙөк булмаһа ла, рейсҡа мәжбүри ебәрелгән берәүҙең юлдан ситкә осоп фажиғәле һәләк булыуы бөтә ауылды тетрәндергәне һаман да иҫемдә. Итәк тулы бала-сағаһы менән кәләше тол ҡалды. Һанай китһәң, ошоға оҡшаш бәхетһеҙлек осраҡтары бихисап.
Пенсия мәсьәләһе бик сетерекле һәм ҡатмарлыларҙан һанала. Әллә ҡайыш өҙөлә, әллә йүкә тигәндәй, яҡын киләсәктә төрлө сәйәси кампаниялар көтөлгәндә, моғайын да, пенсия йәшен күтәреү киләһе йылда ғына тормошҡа ашырылмаҫ. Берен­сенән, халыҡты был осорҙа ҡуҙғытыу урынһыҙ, икенсенән, ул ҙур әҙерлек талап итә. Әммә эшсе халыҡтың хаҡлы ялда­ғыларҙы ҡарауын күҙ алдына килтергәндә, ҡасандыр Рәсәй был аҙымды барыбер яһаясаҡ, әлбиттә. 80 йәшлек олатайҙың: “Тыныс ҡартлығым һәм ышаныслы пенсиям – дөрөҫ тәрбиәләнгән тәүфиҡлы балаларым”, – тигән фекерен мыйығыма урап ҡуйҙым. Бәлки, уның әйткәндәре, ысынлап та, дөрөҫтөр...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Исламбай
    Исламбай от 11.12.2015, 09:47
    Пенсияга сыгыу бэхет инде ул, барысына ла ошо бэхетте куреуен телим.






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 167

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 289

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 079

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 196

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 255

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 108

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168