Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Маугли яңы замандың яңы дауамы
Р. Киплингтың “Маугли” тип аталған әҫәрен балалар ғына түгел, ололар ҙа яратып уҡый, уның буйынса төшөрөлгән йәнһүрәтте иҫтәре китеп ҡарай торғандыр. Бүреләр араһына эләккән малай, уның көсөктәре менән бергә уйнап, йәнлектәрҙең ҡылыҡ-фиғелен, холҡон үҙләштереп үҫә. Үҙен дә бүре балаһы тип иҫәпләй. Киплинг әҫәренең аныҡ ҡына прототибы булғанмы, әллә автор был турала ишетеп, фантазияһын эшкә еккәнме, асылда иһә тормошта ундай осраҡтар күҙәтелгән икән. Байтаҡ халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың да, бүрене изге һанауы юҡҡа түгелдер. Ҡайһы бер риүәйәттәр, уларҙың боронғо бабалары күк бүренән тыуған йәки сабыйҙы күк бүре үҫтергән, тип һөйләй.

Маугли һымаҡ бүреләр ара­һын­да үҫкән малай тәүҙә 1344 йыл­да хәҙерге Германияла та­былған. Һуңынан инде бындай осраҡ бер-бер артлы 14 бала менән Һиндостанда теркәлгән. Индонезияла бер ҡыҙҙы алып ҡайталар. Уны орангутангтар “тәрбиәләгән”. (Тарзанды иҫкә тө­шөрәйек. Ул да маймылдар ҡарамағында үҫкән). Ҡыҙҙың ҡу­лы ҡаты һөйәл менән ҡапланған була, итте сей килеш ашай. Күҙаллауҙарынса, ауырлы ҡатын урманға барған булған икән. Ошонда ауырып, бала тапҡанда үлеп ҡалған. Сабыйҙы иһә орангутангтар алып киткән.
“Маугли” тигәс, беҙ нәҡ ур­мандағы, джунглиҙағы сабыйҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Ләкин күбебеҙ фәндә ошондай ауырыу йәки синдром барлығын белмәй. “Маугли синдромы” тип атала ул медицина телендә, йәғни “ҡырағайланыу синдромы”. Шундай ауырыу булғас, тимәк, сирле кешеһе лә булырға тейеш бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тип әйтәйек, юҡ-юҡ та килеп сыға ундай хәл­дәр. Мәҫәлән, тәү башлап Рәсәй­ҙәге хәл тураһында РТР каналы (2005 йыл, 25 декабрь) Мая Лав­рованың тапшырыуын күрһәт­кәйне. НТВ иһә 18 йәшлек Окса­на М. хаҡында фильм тө­шөр­гән (2012 йыл, 12 март). Ул эттәр араһында туғыҙ йәшенә тиклем булған. Хатта, тағы ошо ваҡыт буйы Одесса ҡалаһының махсус интернатында тәрбиәләнһә лә, эттәр һымаҡ “олоп” алырға, яңғыҙ ҡалырға яратҡан. Килтер­гәндә дүрт “аяҡлап” йөрөгән. Һикергеләгән, өҫтәл-ултырғыс­тарҙы кимергән. Сит-ят кеше яҡынлашһа, тештәрен шығыр­латҡан.
Иваново өлкәһенән биш йәш­лек Антон А. бесәйе менән бергә үҫкән. Бәләкәй генә көйө уны әсәһе (атаһы эскесе ҡатынын ташлап киткән) бесәй менән бер­гә кәрәк-яраҡ ҡуя торған бәләкәй генә бүлмәгә япҡан. Башҡа яҡҡа сыҡҡанда ла бесәйе менән бергә ашарға ҡуйған. Баланың әсәһе лә, өләсәһе лә бик ныҡ эскән. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор тапҡанда сабый атлай алмаған, тик мөкәй­ләгән, дүрт “аяҡлап” һи­кер­геләгән генә. Бесәй ҡысын­һа, ул да тырнашҡан. Бөтә һүҙе “мяу” булған. Тапшырыу әҙерлә­гәндә Антонға биш йәш тулған, тапҡан саҡтарында – өс йәш ярым. Балалар йорто директоры Ирина Кочина әйтеүенсә, тәүҙә ул эргәһенә тиҫтерҙәрен килтер­мәгән, асыулы бесәй шикелле тауыш сығарған, балаҫты тыр­наған.
2009 йылдың февралендә Өфөнөң Ленин районында өс йәшлек Мәҙинә исемле ҡыҙҙы табалар. Ул тик “эйе”, “юҡ” тигән ике генә һүҙ белә. Бар яҡлап та һау-сәләмәт ҡыҙ күберәк эттәр араһында була. Уҙған йыл Вяземск ҡалаһында ла алты йәш­лек ҡыҙыҡайҙы табалар. Чита­лағы Наташа иһә биш йәшендә бе­сәйҙәр араһында ла йәшәп өл­гөрә, эттәр ҡарамағында ла. Махсус интернатҡа урынлаш­тыр­ған саҡта тик “өрә”, бесәй һымаҡ “мяу” тип кенә әйтә ала…
Етерме? Туҡтап торайыҡ та ғалимдар фекеренә ҡолаҡ һала­йыҡ. Баланың ҡабул итеү зиһене өс йәшкә тиклем үҫешә, ти улар. Әгәр сабый алты йәшкәсә йән­лектәр эргәһендә ҡалһа, тор­мошҡа ҡайтарыуы бик ауыр икән. Инглиз ғалимы Шон Эллис һигеҙ айлыҡ бүре көсөктәре менән тәжрибә үткәреп, уларҙы өйрәтеп ҡараған. Ғалим, бүре балаһы ҡасан да бүре булып ҡала, тигән һығымтаға килгән. Ә бына кеше балаһы бүреләр менән бергә үҫһә, кешелек сифаттарын юғалта.
Киплинг әҫәрендә, әлбиттә, бүреләр араһында үҫкән Маугли мауыҡтырғыс итеп һүрәтләнә. Ләкин тормошта хәл үтә ҡат­марлы шул. “Маугли синдромы”­на ғалимдар һаман тәғәйен генә аңлатма бирә алмай. Мәҫәлән, психология фәндәре кандидаты, “Махсус һәм клиник психология” кафедраһы доценты Галина Панина был ауырыуҙы “Төрлө сирҙәр гөлләмәһе” ти. Ысынлап та, психолог, терапевт, со­цио­лог, клиник психолог һәм соци­аль психолог һымаҡ бел­гес­тәрҙең һәр береһенең үҙ аңлат­маһы бар. Уртаҡ фекер шуға ҡайтып ҡала: “Маугли синдромы” менән ауырыған бала кешенән ҡурҡа, ҡашыҡ тотоп ашай, тура баҫып йөрөй алмай, һөйләшмәй, ниндәй хайуан, йәнлектәр менән үҫһә, шуларса ғына ауаздар сығара…
Ғалимдар фекеренсә, йәнлек­тәр менән оҙаҡ йәшәгән бала, кешеләр йәмғиәтенә ҡайтарылһа ла, үҙен һаман элеккесә “йәнлек” тип һанай. Мәҫәлән, эттәр ара­һын­да үҫкән ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ, һөйләшергә өйрәнеп, ғаилә­һенә ҡайтарылһа ла, үҙен эт тип һанауын дауам итә. Психологтар кеше үҫешендә йәш сиге бар­лы­ғын билдәләй: бәләкәйҙән һөй­ләшергә һәм тура атларға өйрә­неү бер булһа, тағы 12-13 йәш­тәрҙә кеше мейеһенең интеллект үҫеше нығынып етә. Төп функциялар нәҡ ошо йәштәрҙә камиллашып ҡала. Ҡайһылыр йүнәлештә кешенең мейеһе ошо йәшкә үҫешеп бөтмәһә, һуңынан уны тулыландырыу мөмкин тү­гел. Алда телгә алған йәштән һуң кешене тик йәнлектәр һымаҡ өйрәтеп кенә була икән. Ә шәхес булараҡ үҫтереү, йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы вәкиле итеү ос­рағы әлегә тиклем билдәле түгел.
Шулай ҙа мөғжизә булғылай. Мәҫәлән, Подольск ҡалаһында ете йәшлек Витя, әсәһе менән йәшәүенә ҡарамаҫтан, эте “тәрбиәһе”ндә була. Ул дүрт “аяҡлап” йүгерә, эт һымаҡ өрә, һауытынан ялап ашай, балаҫта әйләнә, арҡаһын тырнай. Малай­ҙы осраҡлы рәүештә генә табалар. Ҡатынды шунда уҡ әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәләр һәм Витяны Лилит менән Александр Гореловтарҙың “Шәфҡәт йорто”­на тәрбиәгә бирәләр. Табиптар төҙәлмәҫлек диагноз ҡуйһа ла, малай йыл тигәндә атларға, һөйләшергә, ҡашыҡ тотоп ашар­ға, тиҫтерҙәре менән арала­шырға һәм көлөргә өйрәнә.
Ярай әле Подольск балалар поликлиникаһындағы табип осраҡлы рәүештә генә медицина картаһына тап була. Табипта һорау тыуа: балаға ете йәш, ә ниңә әсәһе һаман килтереп күрһәтмәгән? Адрес буйынса бер нисә тапҡыр барып та ишекте астыра алмағас, педиатр мили­цияға мөрәжәғәт итә. Ишекте емереүгә, бүлмәнән оло эт килеп сыға. Артынса уҡ оҙон, уҡмаш­ҡан сәстәре йөҙөнә төшкән бәләкәй генә малай “өрә”.
Килеүселәрҙең иҫе китә: обойҙар тырналып, ҡуптарылып бөткән. Коридорҙа ике һауыт тора — унда эт менән малайға ашамлыҡ ҡалдыҡтары ташлай­ҙар. Икеһенә урын “йәйелгән”. Шуныһы ғәжәп: Витяның әсәһе Венера эсмәй, бер ойошмала йыйыштырыусы булып эшләй. Суд-психиатрия экспертизаһы уның һау икәнен күрһәтә. Малайҙың атаһы ошо уҡ өйҙә, тик башҡа подъезда үҙ әсәһе менән йәшәгән. Ҡатыны менән айырылышҡан. Алиментын ва­ҡы­тында түләп барған. Иң ҡыҙ­ғанысы шул: ата-әсәһе була тороп та малай “Маугли” булып үҫкән.
“Шәфҡәт йорто”нда Витя бер йыл ғына йәшәй. Был “йорт”то дәүләт ойошмаһы түгел тип, ма­лайҙы унан алалар һәм дауа­ханаға урынлаштыралар…
Бына бер нисә бала яҙмышы. Ә ундай сабыйҙар ил буйынса күпме?! Интернет селтәрен асып, “Маугли синдромы” тип яҙыуың була, ошондай яҙмышлы йөҙәрләгән бала тураһында мәҡәлә күреп, сәстәрең үрә тора.
Волгоградта алты йәшлек Ваня Павловты (фамилияһы үҙгәртелгән), мәҫәлән, “Малай-ҡош” тип атайҙар. Ул һөйләшә белмәй, тутыйғош һымаҡ сиҡыл­дай ғына, берәй нәмәгә ҡыуанһа ла, борсолһа ла ҡоштар кеүек ҡулдарын “елпей”, “талпына”. Баҡ­һаң, әсәһе менән генә йәшә­гән Ваняның фатирында аквариум, йорт ҡуяны һәм ике ту­тыйғош бар икән. Малай күберәк ҡоштар менән аралаша, уларса “һөйләшә”. Шуныһы ҡыҙыҡ тип әйтәйекме, ҡыҙғаныс типме, ҡош­тар ҙа малай менән үҙ тел­дәрендә еңел “һөйләшә”. Ваняның әсәһе, 31 йәшлек Светлана, улын балалар баҡсаһына бирмәгән. Башҡа балалар менән аралаштырмаған, күпселектә яң­ғыҙын ғына ҡалдырып, фатирҙы бикләп киткән. Ҡыҫҡаһы, малай­ҙы йәмғиәттән изоляциялаған…
Был йәһәттән ошоно ла әйтер­гә кәрәк: сабыйҙы тиҫтерҙәре менән аралаштырмау “идеаль” ғаиләләрҙә лә йыш күҙәтелә. Бала йә телевизор “тәрбиәһе”нә бирелә, йә виртуаль донъя сик­тәрен аса — компьютерға “инеп” китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәл йәшәйешебеҙҙе солғап бара. Ата-әсәнең “ваҡыты етмәү”е сабый күңеленә кире йоғонто яһай. Хатта ауылдарҙы ҡараһаң да, хәҙер тау баштарында саңғы, сана эҙҙәре күрмәҫһең, йылға боҙҙарын таҙартыусы малай-шалай ҙа юҡ. Бында кемделер ғәйепләргә, һүгергә, идеалдар юҡлығына зарланырға кәрәк­мәйҙер. Бар нәмә ғаиләнән тора.
Сабыйҙың “Маугли синдро­мы”на килгәндә, тик кешеләрҙең, яҡындарының иғтибарлығы ме­нән генә дауалап, уларҙы ысын, тулы тормошҡа ҡайтарып була, ти белгестәр. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, арала йәшәгән эскеселәрҙең балалары бесәйҙәр менән үҫеүендә, һуңынан килеп ауы­рыу­ҙарында йәмәғәтселектең дә өлөшө бар. Һәр хәлдә, бер-бе­ребеҙгә иғтибарһыҙ булыуыбыҙ, битарафлыҡ-ғәмһеҙлегебеҙ тормошобоҙҙа кире күренештәр артыуына булышлыҡ итә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509