Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаулыҡ һаҡлауға — төп иғтибар
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышы быйыл 25 ноябрҙә Малаяҙҙа үтте. Унда төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙең — Салауат, Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы райондары халҡының һаулығын һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды.
Киңәйтелгән ултырышта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибы Геннадий Онищенко, Рәсәй мотлаҡ медицина страховкалауы системаһын модернизациялау идаралығы етәксеһе Ольга Царева, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, дауаханаларҙың баш табиптары, шифаханалар директорҙары ҡатнашты.
Төшкә тиклем Башҡортостан Президенты һәм Мәскәү ҡунаҡтары тулыһынса төҙөкләндерелгән Малаяҙ дауаханаһында булды, ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтары Дыуан районын сәфәр тотоп, яңыртылған Мәсәғүт дауаханаһын ҡараны.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы баш табиптар, ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары менән Салауат районы хакимиәте бинаһында “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Ә төштән һуң республика Советының пленар өлөшө үтте.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының өлкәндәргә медицина ярҙамын ойоштороу бүлеге начальнигы Рафаэль Зияитдинов әйтеүенсә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Белорет, Бөрө, Күмертау, Сибай ҡалаларында һәм Дыуан районында туғыҙ медицина округын ойоштороу ҡаралған.
Сығыш яһаусы үлем осраҡтары буйынса өсөнсө урында торған яман шеш ауырыуҙарын һәм юл-транспорт фажиғәләрендә имгәнеүселәрҙе округ дауаханаларында дауалау шарттарына айырым иғтибар бүлде.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының балаларға медицина ярҙамын күрһәтеү һәм бала табырға ярҙам итеү хеҙмәтен ойоштороу бүлеге етәксеһе Нәзир Минһажев медицина округтарында ауырыу балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу һәм паллиатив ярҙам күрһәтеү, интенсив терапия, реанимация, яңы тыуған балалар патологияһын дауалауҙы күҙаллау хаҡында бәйән итте. Бала табыу йорттарын түбән ауырлыҡтағы сабыйҙарҙы һауыҡтырыу ҡорамалдары һәм дистанцион күсереп йөрөтөү урындары менән йыһазландырыу ҡаралған.
Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаев, ауырыуҙарға самолетта һәм вертолетта тиҙ ярҙам күрһәтеү 1995 йылда 35 процент тәшкил итһә, хәҙер, хаҡтарҙың ҡырҡа артыуы сәбәпле, 5 процентҡа ла етмәй, тине. Ситкә сығып травматология һәм реаниматология буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү иң юғары урында тора, сөнки урындағы табиптарҙың һөнәри кимәле түбән, белгестәр етешмәй. Тәүге тапҡыр мөрәжәғәт иткәндә стационарға һалыуҙан баш тартыу, операция яһауҙы нигеҙһеҙ кисектереү йәки яһағанда хаталар ебәреү үҙәктән ашығыс медицина ярҙамы саҡырыуҙың төп сәбәптәре булып тора.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса штаттан тыш баш белгесе Марат Йыһаншин Өфөләге һәм Стәрлетамаҡтағы тиҙ ярҙам күрһәтеү үҙәктәрендә спутник күҙәтеүе һәм заманса мәғлүмәт технологиялары булдырылыуы, ауырыуҙарҙы ташыу маршрутының көйгә һалыныуы тураһында һүҙ алып барҙы.
Республика кардиология диспансерының баш табибы Ирина Карамованың сығышы ла бер кемде вайымһыҙ ҡалдырманы.
— Республикала һәм Рәсәйҙә лә ҡан әйләнеше ауырыуҙары буйынса үлем осраҡтары һаман да беренсе урында ҡала. Башҡортостанда иң күп үлем осраҡтары Стәрлетамаҡ, Федоровка, Ғафури, Шишмә, Дәүләкән райондарына тура килә. 2011 йылдың туғыҙ айындағы иң насар күрһәткес — хеҙмәт йәшендәге ир-аттың йөрәк өйәнәгенән үлем осраҡтарының артыуы. Ә беҙҙең Хөкүмәт йөрәк өйәнәге менән ауырыусыларҙы амбулатор дауалау өсөн ғәйәт күп аҡса тотона: һуңғы ике йыл эсендә 27 миллион һумға (Рәсәйҙә күрелмәгән һан!) тромболитик препараттар алғанбыҙ. Республика буйынса был препараттар 32 – 52 процент сиктәрендә генә файҙаланылған. Шул сәбәпле миокард инфарктының ҡабатланыуы, һөҙөмтәлә инвалидлыҡ йә үлем осраҡтары арта, — тине ул.
Күсмә ултырышты республика Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
— Быйыл беҙҙең республика, Рәсәй менән бергә, һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә яңы осорға аяҡ баҫты һәм был өлкәне яңыртыуға ғәйәт ҙур ресурстар йүнәлтелде, — тине Рөстәм Зәки улы.
Президент шулай уҡ демография проблемаһына һәм кадрҙар мәсьәләһенә лә ҡағылып үтте: республикала, бигерәк тә ауылда табиптар етешмәй, бөгөн ун мең белгескә мохтажлыҡ бар. Ауылға 1 300 табип талап ителә.
Рөстәм Хәмитов урындарҙағы ФАП-тарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм бының өсөн лицензия алыуға документтарҙың үтә яй әҙерләнеүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Президент шулай уҡ, һаулыҡ һаҡлау системаһын үҙәкләштереү барышында саманан сығыу булмаһын һәм муниципалитеттарҙың хоҡуҡтары сикләнмәһен, тигән фекер ҙә белдерҙе.
Һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу программаһын ғәмәлгә ашырыу, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, тармаҡты мәғлүмәтләштереү, матди-техник базаны яңыртыу, халыҡҡа күрһәтелгән медицина ярҙамының һәр кемгә еткерелеүен һәм сифатлылығын тәьмин итеү мәсьәләләрен байҡап сыҡты. Шулай уҡ ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе лә һананы: мәҫәлән, ашығыс медицина ярҙамын күрһәтеү хеҙмәтен саҡырыу 3,5 процентҡа артҡан һәм, үҙ сиратында, федераль нормативты арттырыуға һәм сығымдарҙы 9 процентҡа күбәйтеүгә килтергән. Ашығыс ярҙам хеҙмәтен һөҙөмтәһеҙ файҙаланыу сәбәптәренең береһе — медицина ярҙамын насар ойоштороу.
Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко “Рәсәй Федерацияһы территорияһында полиомиелитты бөтөрөү” программаһын тормошҡа ашырыу һәм прививкалау, йоғошло сирҙәрҙе вакцинациялау, ВИЧ-инфекцияны профилактикалау һәм ошоға бәйле алкоголизм һәм тәмәке тартыу проблемалары хаҡында һүҙ алып барҙы.
— Беҙҙең ил йылына бихисап тәмәке етештерә, — тине Геннадий Григорьевич. — Закондар камил булмауҙан килә был. Улар тәмәке етештереүсе халыҡ-ара картелдәрҙең корпоратив мәнфәғәттәренән сығып яҙылған.
Ә РОМС-ты модернизациялау идаралығы етәксеһе Ольга Царева Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу кимәленә бик юғары баһа бирҙе.
Зәйтүнә ХАНОВА.
Салауат районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 167

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 289

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 079

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 195

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 255

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 108

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168