Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һайлаусы яңы бурыс йөкмәтә
– Утыҙ йылға яҡын хеҙмәт итеп, шундай аҙ пенсия алырмын тип уйламағайным, — тип аптырай химия заводында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны Мөкәрәмә апай. III төркөм инвалиды Ғабдулхай ағайҙың да һорауы шул: пенсия күләмен арттырып булмаймы? “Хеҙмәт фиҙакәрлеге өсөн” тигән миҙалым бар, стажым да ҙур. Уларҙың пенсия күләменә йоғонтоһо юҡмы ни?” — ти 87 йәшлек ветеран.


Мәләүез районында һайлаусылар менән осрашҡан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға өлкәндәрҙе борсоған күп һорау­ҙарға яуап бирергә, ҡайһы берҙәрен төрлө ведомство етәкселәре ярҙамында урында уҡ хәл итергә мөмкин булды.
– Халыҡ менән ошолай күҙгә-күҙ ҡарап һөй­ләшеүҙәрҙең береһе лә инвалидлыҡ билдәләү мәсьәләһенә ҡағылмай ҡалғаны юҡ, — тип белдерҙе парламентарий. — Күреп тораһығыҙ, бөгөн дә, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министр­лығының норматив акттары яңыртылыуына ҡарамаҫтан, граждандарҙың инвалидлыҡ билдәләү процесына һәм уның һөҙөмтәләренә дәғүәләре етерлек. Шуға күрә көҙгө сессияла комитет ултырышында ошо көнүҙәк мәсьәлә буйынса мотлаҡ фекер алышасаҡбыҙ.
Заманында түбән эш хаҡы алған өлкәндәрҙең әле аҙ ғына пенсияны ҡайҙа һуҙып еткерергә белмәй аптырауы — бөгөнгө ысынбарлыҡ. Өҫтәүенә ҡайһы саҡта дауахана, шифахана, курорттар хеҙмәтенән файҙалана алмау ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһон көсәйтә.
Элек хеҙмәткәр путевка һорап — профсоюзға, ә пенсионер һәм льготаға эйә булыусы халыҡты социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итһә, хәҙер, үкенескә ҡаршы, бушлай юллама бирмәйҙәр. Законға ярашлы, ул граждандарҙың айырым категорияһына — федераль льготаға эйә булыусыларға — ғына ҡаралған.
Пенсионерҙарға килгәндә, шифахана-курорт­тарға түләүһеҙ путевкалар бары эшләмәгәндәргә (йәғни 55 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙға һәм 60 йәштән өлкәнерәк ир-атҡа) бирелеүе мөмкин. Шуныһын да иҫәпкә алырға кәрәк: бындай льгота социаль яҡлау сараларына һәм башҡа нигеҙҙәр буйынса шифахана-курорттарҙа дауаланыуға путевка алыуға хоҡуҡтары булмаған өлкәндәргә генә ҡаралған. Төп шарт шул: пенсионерҙы юллама менән шифаханаға ебәреү өсөн медицина күрһәтмәһе булырға тейеш.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала әле 879 мең өлкән кеше йәшәй, 2021 йылға уларҙың һаны 1,1 миллионға етәсәк тип күҙаллана.
Демографик хәлдең үҙгәреүе хаҡлы ялда­ғы­ларҙы социаль хеҙмәтләндереү эшен камиллаш­тырыуҙы талап итә. Яҡын арала беҙҙең рес­пуб­ликала ярҙамға мохтаж өлкәндәрҙе һәм инвалидтарҙы стационарҙа хеҙмәтләндереүҙе шәхси учреждениеларҙың үҙ өҫтөнә алыуы ихтимал. Заманса пансионаттар яңғыҙ ҡалғандарға ҡартлығын лайыҡлы шарттарҙа үткәреүҙә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Әлбиттә, бушҡа түгел, хаҡы уртаса пенсиянан юғары.
Депутат ҡабул итеүгә килгән һәр кемдең үтенесен закон нигеҙендә хәл итеү юлдарын аңлатты. Ҡайһы берәүҙәрҙең һорауына яуап мәсьәлә ентекләп өйрәнелгәндән һуң биреләсәк. Бындай ике яҡлы һөйләшеүҙәр һайлаусылар өсөн мәғлүмәт алыу майҙаны булһа, дәүләт сәйәсәтен үткәреүсе төрлө кимәлдәге етәкселәр өсөн ул фәһемле һабаҡ та.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504